Ҡарт яугир Мөхлис Шакиров
дауылдарға бирешмәне
Очерк
Кинофильмдарҙа бандерасыларҙы еңел ҡорал менән генә ҡоралланып, урманда ҡасып йөрөүсе бандиттар итеп күрһәтәләр. Уларҙың бит танктары, артиллериялары ла бар ине.
Бер көн, 1946 йылдың июнендә, Шакировтың ҡул аҫтындағы төркөм Тернополь өлкәһенең Шумское тигән район үҙәге эргәһендәрәк бандиттарҙың күренеп ҡалыуы тураһында хәбәр ала. Дүрт һалдатын эйәртеп, Мөхлис ағай шунда ашыға. Тегеләр ҡаршылыҡ күрһәтеүгә, уныҡылар башкиҫәрҙәрҙең өсөһөн йығып та һала, ә дүртенсеһе баҙға төшөп боҫа. Өлкән лейтенант Шакиров, яҡынлашып, уға ҡоралын ташларға, сығып бирелергә бойора. Шул арала ләғин атып өлгөрә, йәш командир ауыр йәрәхәт ала. Һуғыш барышында — бишенсеһен. Пуля тубыҡ быуыны аша, янбаш һөйәген дә онтап үткән. Был хәлдән һуң инде баҙға ике граната осҡан...
Мөхлис Баҙиҡ улын Ровно ҡалаһындағы госпиталдә дауалай башлағандар ҙа ул, ләкин ай үтеүгә консилиум йыйырға тура килгән, сөнки яралы үҙаллы тәки атлай алмай, ҡултыҡ таяғы ла ярҙам итмәй. Һәм яугирҙе шәфҡәт туташы оҙатыуында Ҡырымдағы Саки ҡалаһы госпиталь-шифаханаһына күсерәләр. Ошонда Шакиров аяғына баҫа, ул арала демобилизация тураһында бойороҡ та килеп төшә. Ниһайәт, тыуған яҡтарға ҡайтыр мөҙҙәт етә.
Украинаға ҡағылышлы ваҡиғалар хәтерҙә яңырғас, Мөхлис ағай, уйҙарынан ҡапыл ғына арына алмайҙыр, хәтһеҙ ваҡыт башын эйгән көйө ултырҙы. Ҡарт һалдаттың йөрәген нимәләр өҙгөләгәнен аңлап та булалыр. Шул тиклем ҡорбандар биреп ҡорған донъя ҡош ояһы һымаҡ туҙҙырылһын әле!.. Изге күргән нәмәләреңдең аяҡ аҫтында ҡалыуына шаһит булыу ҙа кәйефте күтәрмәй.
Әҙәм балаһының тәбиғәтенә боҙоу түгел, ә төҙөү һалынған. Нисәмә йылдар мылтыҡ тотҡан ҡулдарҙың һабан, ҡәләмде һағыныуы ла тәбиғи. Мөхлистең тәүге һәм иң мөҡәддәс теләге юғары белем алыу һәм иген игеү булған. Октябрьский ҡалаһына килеп төпләнеүенең дә әтнәкәһе – киске мәктәптә урта мәктәпте тамамлау һәм... музыкаль лекторийға йөрөү.
– Уныһы ял итеү өсөндөр инде.
– Белмәнең. Миңә рустарҙың һәм сит илдәрҙең классик музыкаһы әүәлдән оҡшай торғайны. Чайковский, Моцарт, Вагнер...
Шакировтың ошо юҫыҡтағы әүәҫлеге тураһында йәнә бер-ике һүҙ ҡатырбыҙ әле. Хәҙергә донъя мәшәҡәттәренә әйләнеп ҡайтайыҡ.
Хәтерегеҙҙәме, Реваз Чхеидзеның “Һалдат атаһы” тигән фильмында улы Георгийҙы эҙләп фронтҡа киткән Резо Махарашвили ҡарт ут аҫтында, снаряд аҡтарған тупраҡты услап, йөрәкһеп, яҙ, сәсеү, икмәк тураһында хыяллана. “Ҡайһылай ҙа май һымаҡ йомшаҡ!..” Һәм, эргәһендәге иптәшенә өндәшеп: “Яҙ ни эш бөтөрәләр тиһең? Һөрәһең – сәсәһең, һөрәһең – сәсәһең”, – тип игенсе хеҙмәтен үҙенсә фәлсәфә менән нығытып ҡуя. Шакиров та яу менән уҙған ерҙәрҙә хужалыҡты ни рәүешле алып барыуҙарын шәйләп йөрөгән икән. “Балтика яҡтарында ҡара тупраҡ йоҡа, аҫта – таш та балсыҡ, шуға күрә һабанды 9-10 сантиметрҙан түбәнгә төшөрә алмайҙар. Польшала инде – беҙҙәге һымаҡ, 18-20 сантиметрға һөрәләр”, – тип хәтерләп ултыра ағай.
Утта ла янған, һыуҙа ла сәсәгән яугир ауыл эшенә, хәрби бурысын нисек атҡарһа, шундай уҡ яуаплылыҡ менән тотонған. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын ҡыҙыл диплом менән тамамлағас, егеткә күңеле тартҡан яҡты һайлау мөмкинлеге бирелгән.
Шулай ҙа Шакиров ғүмеренең иң яҡты һәм емешле йылдары Дүртөйлө районы менән бәйләнгән икән. Әлшәй ҡыҙы Тәғзимә менән ғаилә ҡороу, институттан Дүртөйлөләге Һыуыҡкүл МТС-ына баш агроном булып килеү һәм, шөкөр, әлеге көндә лә, туҡһан икене ҡыуһа ла, ошо икенсе атайсалында.
Хрущевтың алтмышынсы йылдар башындағы реформа тип аталған болалары хәтерҙән юйылып өлгөрмәгән. Ғүмер баҡый сая ярышып, хатта бер-береһенән сәмләнешеп эшләүсе Дүртөйлө менән Илеш райондарын 1963 йылда беркетеп ебәрҙеләр. Берләштерҙеләр, тимәйем, сөнки ике йыл үтер-үтмәҫтән райондар әүәлге хәленә ҡайтты. Беркетелгән ауыл хужалығы идаралығы Мөхлис Шакировҡа йөкмәтелде. Тарҡалғас та, ул Дүртөйлөлә ҡалды.
Ошондай хөрмәтле кеше тураһында яҙырға йөрьәт иткәс, яңылышлыҡ китә күрмәһен, мәғлүмәттәрҙе аныҡлайым тип, Башҡортостан энциклопедияһын аҡтарған булам. Бер ҡатлымын шул. Ете орден менән бүләкләнгән, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың иң мәртәбәле исемдәрен күтәргән яугир, игенсегә энциклопедия һынлы баҫманан урын сарыф итеп тормаҫтар инде.
Ә Дүртөйлө... Ундағы хужалыҡтарҙың бөгөнгө сыуалышта ла ҡыйшанламай эшләүенә Шакировтар заманында уҡ ныҡлап нигеҙ һалынғайны шул. Рифғәт Йәнекәевтең холоҡ-фиғеленән һис юйылмаҫ мәҙәнилеге, Мөнәүир Ғәлиевтең ихласлығы, Хәниф Вәлиевтең олпатлығы, Мәсәғүт Хәйруллиндың йор һүҙлелеге, Хәүис Ҡәйүмовтың ауанлығы... Йәш саҡта миңә Дүртөйлө кешеләре бүтәндәргә оҡшамаған – дәртлерәк тә, төҫ-башҡа таҙараҡ та, хеҙмәтте тормош итә белгән кеүек тойола торғайны. Бәлки, уларҙы идеаллаштырыуым, шул сәбәпле райондағы кәмселектәргә күҙем томаланыуы булғандыр. Һәр хәлдә, дүртөйлөләргә мин һәр даим рәхмәтле булып ҡалдым.
Юғарыла Мөхлис ағайҙың классик музыкаға әүәҫлеге тураһында әйтә биреп туҡтағайным. Уның яратҡан композиторҙары араһында, һаналғандарынан тыш, Бах, Гендель, Штраус, Мендельсон, Шуберт... Ғәжәп бит! Әммә ошондай бөйөктәр араһынан да күңеленә иң ятҡаны – Бетховен. Уның һәммә сонаталары һәм симфонияларының да яҙмаларын йыя алған ағай. Ләкин “9-сы симфония”һын таба алмай икән. Һәм ул ошоға ҡағылышлы бер хәлде һөйләп алды. Бер йылды Дүртөйлөгә Германиянан ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре килеп төшә. Шакиров ҡунаҡтарҙан шул әҫәрҙе табып ебәреүҙәрен үтенә икән. Тегеләр ғәжәпләнеүен йәшерә алмай, һәм Мөхлис ағай мәсьәләне аңлатып бирергә мәжбүр була. “Мин симфонияны ун ике йәшемдә, ауыл Советы эргәһендәге бағанаға эленгән репродукторҙан ишеттем. Уны һәр көн тапшыра торғайнылар. Фронтта полкташым фортепьянола уйнап ҡыуандырғыланы. Вәт шулай тарих”, – тип һүҙен ослай ул. Тегеләр ҡайтып ике ай ҙа үтмәй, Германиянан посылка килеп төшә.
Тел асҡысы – теләге тигәндәй, Мөхлис Баҙиҡ улынан һис айырылаһы килмәй. Уның Дүртөйлөләге хеҙмәттәре, райондың ауыл хужалығындағы ҡаҙаныштары ҙур китапҡа лайыҡ. Уныһы иһә йәштәр өлөшөнә төшөр. Мин иһә ағайҙы һәр көн байрам көткән кеүек ҡупшы, яҙын-йәйен-көҙөн аҫыл гөлдәргә күмелә торған ихатаһына тиклем оҙатып ҡуяйым. “Ғүмер баҡый матур донъя хаҡында хыялландым. Һуғыштан ҡайта алһам, шуны ҡорормон тип үҙемә һүҙ бирҙем. Күрәһегеҙ, әле лә тырышам”, – Мөхлис ағай маһайырға яратмай, әммә яҙмышың, тормошоң, эшең, яҡындарың менән ғорурланыу бер кемгә лә яҙыҡ түгелдер.
Тәғзимә еңгәй, матур донъяны ҡалдырып, иртәрәк киткән. Ағай бына егерме йыл инде һыңар ҡанатын ғына ҡаға. Бәхеткә һәм йыуанысҡа, эргәһендә Раил улы менән килене Гүзәл бар. Ейәнсәре Айгөл – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Рус дәүләт академия драма театрында эшләй. Икенсе ейәнсәре Әлиә – Өфө дәүләт нефть университеты талибәһе.
...Мөхлис ағай әллә талсыҡты, әллә артығын сиселеп ташлауына үкенгәндәй, тынып ҡалды. Оло кешене маҙаһыҙламайым тип, мин дә тынлыҡты боҙмайым. Ошондай мәлдәрҙә, телдән бигерәк, йөрәктәр һөйләшә. Улар ихласыраҡ.