Болот ала, яуын ҡала24.04.2015
Ҡарт яугир Мөхлис Шакиров
дауылдарға бирешмәне
Очерк
Кинофильмдарҙа банде­расы­лар­ҙы еңел ҡорал менән генә ҡорал­ла­нып, урманда ҡасып йөрөүсе бан­­диттар итеп күрһәтәләр. Уларҙың бит танктары, артиллериялары ла бар ине.
Бер көн, 1946 йылдың июнендә, Шакировтың ҡул аҫтындағы төркөм Тернополь өлкәһенең Шумское тигән район үҙәге эргәһендәрәк бан­диттарҙың күренеп ҡалыуы тура­һында хәбәр ала. Дүрт һалдатын эйәртеп, Мөхлис ағай шунда ашыға. Тегеләр ҡаршылыҡ күрһәтеүгә, уныҡылар баш­киҫәрҙәрҙең өсөһөн йығып та һала, ә дүртенсеһе баҙға төшөп боҫа. Өлкән лейтенант Шакиров, яҡынлашып, уға ҡоралын ташларға, сығып бирелергә бойора. Шул арала ләғин атып өлгөрә, йәш командир ауыр йәрәхәт ала. Һуғыш барышында — бишенсеһен. Пуля тубыҡ быуыны аша, янбаш һөйәген дә онтап үткән. Был хәлдән һуң инде баҙға ике граната осҡан...
Мөхлис Баҙиҡ улын Ровно ҡалаһындағы госпиталдә дауалай башлағандар ҙа ул, ләкин ай үтеүгә консилиум йыйырға тура килгән, сөнки яралы үҙаллы тәки атлай алмай, ҡултыҡ таяғы ла ярҙам итмәй. Һәм яугирҙе шәфҡәт туташы оҙатыуында Ҡырымдағы Саки ҡалаһы госпиталь-шифаханаһына күсерәләр. Ошонда Шакиров аяғына баҫа, ул арала демобилизация тураһында бойороҡ та килеп төшә. Ниһайәт, тыуған яҡтарға ҡайтыр мөҙҙәт етә.
Украинаға ҡағылышлы ваҡиғалар хәтерҙә яңырғас, Мөхлис ағай, уйҙа­рынан ҡапыл ғына арына алмайҙыр, хәтһеҙ ваҡыт башын эйгән көйө ул­тыр­ҙы. Ҡарт һалдаттың йөрәген нимәләр өҙгөләгәнен аңлап та булалыр. Шул тиклем ҡорбандар биреп ҡор­ған донъя ҡош ояһы һымаҡ туҙҙырылһын әле!.. Изге күргән нәмәләреңдең аяҡ аҫтын­да ҡалыуына шаһит булыу ҙа кәйефте күтәрмәй.
Әҙәм балаһының тәбиғәтенә боҙоу түгел, ә төҙөү һалынған. Нисәмә йылдар мылтыҡ тотҡан ҡулдарҙың һабан, ҡәләмде һағыныуы ла тәбиғи. Мөх­листең тәүге һәм иң мөҡәддәс теләге юғары белем алыу һәм иген игеү бул­ған. Октябрьский ҡалаһына килеп төпләнеүенең дә әтнәкәһе – киске мәк­тәптә урта мәктәпте тамамлау һәм... музыкаль лекторийға йөрөү.
– Уныһы ял итеү өсөндөр инде.
– Белмәнең. Миңә рустарҙың һәм сит илдәрҙең классик музыкаһы әүәл­дән оҡшай торғайны. Чайковский, Моцарт, Вагнер...
Шакировтың ошо юҫыҡтағы әүәҫ­леге тураһында йәнә бер-ике һүҙ ҡатырбыҙ әле. Хәҙергә донъя мәшәҡәттәренә әйләнеп ҡайтайыҡ.
Хәтерегеҙҙәме, Реваз Чхеидзе­ның “Һалдат атаһы” тигән фильмында улы Георгийҙы эҙләп фронтҡа киткән Резо Махарашвили ҡарт ут аҫтында, снаряд аҡтарған тупраҡты услап, йөрәк­һеп, яҙ, сәсеү, икмәк тураһында хыяллана. “Ҡайһы­лай ҙа май һымаҡ йомшаҡ!..” Һәм, эргәһендәге иптәшенә өндәшеп: “Яҙ ни эш бөтөрәләр тиһең? Һөрәһең – сәсәһең, һөрәһең – сәсәһең”, – тип игенсе хеҙмәтен үҙенсә фәлсәфә менән нығытып ҡуя. Шакиров та яу менән уҙған ерҙәрҙә хужалыҡты ни рәүешле алып барыуҙарын шәйләп йөрөгән икән. “Балтика яҡтарында ҡара тупраҡ йоҡа, аҫта – таш та балсыҡ, шуға күрә һабанды 9-10 сантиметрҙан түбәнгә төшөрә алмай­ҙар. Польшала инде – беҙҙәге һымаҡ, 18-20 сантиметрға һөрәләр”, – тип хәтерләп ултыра ағай.
Утта ла янған, һыуҙа ла сәсәгән яугир ауыл эшенә, хәрби бурысын нисек атҡарһа, шундай уҡ яуап­лылыҡ менән тотонған. Башҡорт­остан ауыл хужалығы институтын ҡыҙыл диплом менән тамамлағас, егеткә күңеле тартҡан яҡты һайлау мөмкинлеге бирелгән.
Шулай ҙа Шакиров ғүмеренең иң яҡты һәм емешле йылдары Дүрт­өйлө районы менән бәйләнгән икән. Әлшәй ҡыҙы Тәғзимә менән ғаилә ҡороу, институттан Дүртөйлөләге Һыуыҡкүл МТС-ына баш агроном булып килеү һәм, шөкөр, әлеге көндә лә, туҡһан икене ҡыуһа ла, ошо икенсе атайсалында.
Хрущевтың алтмышынсы йылдар башындағы реформа тип аталған болалары хәтерҙән юйылып өлгөр­мәгән. Ғүмер баҡый сая ярышып, хатта бер-береһенән сәмләнешеп эшләүсе Дүртөйлө менән Илеш райондарын 1963 йылда беркетеп ебәрҙеләр. Берләштерҙеләр, тимә­йем, сөнки ике йыл үтер-үтмәҫтән райондар әүәлге хәленә ҡайтты. Беркетелгән ауыл хужалығы ида­ралығы Мөхлис Шаки­ровҡа йөкмә­телде. Тарҡалғас та, ул Дүртөйлөлә ҡалды.
Ошондай хөрмәтле кеше тура­һын­да яҙырға йөрьәт иткәс, яңы­лышлыҡ китә күрмәһен, мәғ­лүмәт­тәрҙе аныҡ­ла­йым тип, Башҡортостан энцик­лопе­дия­һын аҡтарған булам. Бер ҡат­лымын шул. Ете орден менән бүләкләнгән, Рәсәйҙең һәм Башҡорт­остандың иң мәртәбәле исемдәрен күтәргән яугир, игенсегә энциклопедия һынлы баҫманан урын сарыф итеп тормаҫтар инде.
Ә Дүртөйлө... Ундағы хужа­лыҡ­тарҙың бөгөнгө сыуалышта ла ҡый­шанламай эшләүенә Шакировтар заманында уҡ ныҡлап нигеҙ һа­лынғайны шул. Рифғәт Йәнекәевтең холоҡ-фиғеленән һис юйылмаҫ мәҙә­нилеге, Мөнәүир Ғәлиевтең ихлас­лығы, Хәниф Вәлиевтең олпатлығы, Мәсәғүт Хәйруллиндың йор һүҙлелеге, Хәүис Ҡәйүмовтың ауанлығы... Йәш саҡта миңә Дүртөйлө кешеләре бүтән­дәргә оҡшамаған – дәртлерәк тә, төҫ-башҡа таҙараҡ та, хеҙмәтте тормош итә белгән кеүек тойола торғайны. Бәлки, уларҙы идеаллаштырыуым, шул сәбәпле райондағы кәмсе­лек­тәргә күҙем томаланыуы булғандыр. Һәр хәлдә, дүртөйлөләргә мин һәр даим рәхмәтле булып ҡалдым.
Юғарыла Мөхлис ағайҙың классик музыкаға әүәҫлеге тураһында әйтә биреп туҡтағайным. Уның яратҡан ком­позиторҙары араһында, һанал­ғандарынан тыш, Бах, Гендель, Штраус, Мендельсон, Шуберт... Ғәжәп бит! Әммә ошондай бөйөктәр ара­һынан да күңеленә иң ятҡаны – Бетховен. Уның һәммә сонаталары һәм симфонияларының да яҙмаларын йыя алған ағай. Ләкин “9-сы симфония”һын таба алмай икән. Һәм ул ошоға ҡағылышлы бер хәлде һөйләп алды. Бер йылды Дүртөйлөгә Германиянан ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре килеп төшә. Шакиров ҡунаҡтарҙан шул әҫәрҙе табып ебәреүҙәрен үтенә икән. Тегеләр ғәжәпләнеүен йәшерә алмай, һәм Мөхлис ағай мәсьәләне аңлатып бирергә мәжбүр була. “Мин симфонияны ун ике йәшемдә, ауыл Советы эргәһендәге бағанаға эленгән репродук­торҙан ишеттем. Уны һәр көн тапшыра торғайнылар. Фронтта полк­ташым фортепьянола уйнап ҡыуан­дырғыланы. Вәт шулай тарих”, – тип һүҙен ослай ул. Тегеләр ҡайтып ике ай ҙа үтмәй, Германиянан посылка килеп төшә.
Тел асҡысы – теләге тигәндәй, Мөхлис Баҙиҡ улынан һис айыры­лаһы килмәй. Уның Дүртөйлөләге хеҙмәт­тәре, райондың ауыл хужалығындағы ҡаҙаныштары ҙур китапҡа лайыҡ. Уныһы иһә йәштәр өлөшөнә төшөр. Мин иһә ағайҙы һәр көн байрам көткән кеүек ҡупшы, яҙын-йәйен-көҙөн аҫыл гөлдәргә күмелә торған ихатаһына тиклем оҙатып ҡуяйым. “Ғүмер баҡый матур донъя хаҡында хыялландым. Һуғыштан ҡайта алһам, шуны ҡорормон тип үҙемә һүҙ бирҙем. Күрәһегеҙ, әле лә тырышам”, – Мөхлис ағай маһайырға яратмай, әммә яҙмышың, тормошоң, эшең, яҡын­дарың менән ғорурланыу бер кемгә лә яҙыҡ түгелдер.
Тәғзимә еңгәй, матур донъяны ҡал­дырып, иртәрәк киткән. Ағай бына егерме йыл инде һыңар ҡанатын ғына ҡаға. Бәхеткә һәм йыуанысҡа, эргә­һендә Раил улы менән килене Гүзәл бар. Ейәнсәре Айгөл – Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы, Рус дәүләт академия драма театрында эшләй. Икенсе ейәнсәре Әлиә – Өфө дәүләт нефть университеты талибәһе.
...Мөхлис ағай әллә талсыҡты, әллә артығын сиселеп ташлауына үкен­гәндәй, тынып ҡалды. Оло кешене маҙа­һыҙламайым тип, мин дә тын­лыҡты боҙмайым. Ошондай мәлдәрҙә, телдән бигерәк, йөрәктәр һөйләшә. Улар ихласыраҡ.




Вернуться назад