Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Әсәй” тип өндәшкән ҡурсаҡтар кәрәк
“Әсәй” тип өндәшкән ҡурсаҡтар кәрәк “Башҡорт телен һаҡларға, үҫтерергә, балаларыбыҙға бай килеш еткерергә бурыслыбыҙ” тигән һүҙҙәрҙе йыш һөйләйбеҙ. Ә йәш быуын был йәһәттән ни уйлай? Улар туған теленә ниндәй ҡарашта? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуапты Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында уҙғарылған “түңәрәк өҫтәл”дә таптыҡ кеүек.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы тарафынан ойошторолған сарала БДУ, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары, башҡорт һәм татар гимназияларының өлкән класс уҡыусылары ҡатнашты. Тема (“Шәхесте формалаштырыуҙа туған телдең әһәмиәте”) бер ҡарағанда тапалған кеүек тойолһа ла, йәштәрҙең был йәһәттән фекерҙәрен ишетеү ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә булды. Сарала ҡатнашыусылар фекерен туған башҡорт, татар телдәрендә, ә әлегә бындай мөмкинлеге булмағандар урыҫса еткерҙе.
Инеш өлөш булараҡ яһалған төп доклад менән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенты, полиглот Вячеслав Чернев сығыш яһаны. Ҙур ихласлыҡ, башҡорт теленә оло ихтирам сағылды был телмәрҙә. Рухи хазинаның кешенең шәхес булараҡ үҫеше, сәләмәтлеге өсөн әһәмиәте, уны һаҡлау ысулдары тураһында тулы мәғлүмәт биреүгә өлгәшкән Вячеславтың үҙ сығышын “Телебеҙҙе үҫтереү, һаҡлау, таҙартыу менән махсус рәүештә шөғөлләнмәһәк, уның, әлбиттә, юғалыуы ихтимал” тигән һүҙҙәр менән тамамлауы берәүҙе лә битараф ҡалдырмағандыр. Сит милләт кешеһенең беҙҙең туған телде шулай хәстәрләүенә, киләсәге өсөн борсолоуына нисек һоҡланмаҫһың!
Әйткәндәй, Башҡортостан юлдаш телеви­дениеһындағы “Башҡорт телен өйрәнәм” тапшырыуы Вячеслав Черневтың методикаһы буйынса алып барыла. Сарала билдәләнгәнсә, уны уҡыусылар һәм уҡытыусылар ғына түгел, башҡа һөнәр эйәләре лә яратып ҡарай, телде ихлас өйрәнә.
Төп докладтан һуң йәштәр фекер алышыуға күсте. Берҙәм дәүләт имтиханына һылтанып, ни өсөн өлкән класс уҡыусылары туған телен өйрәнеүҙән мәхрүм ҡала? Ниңә ҡайһы бер ата-әсә балаһына милләтенә ят булған исем ҡуша? Туған телдә һөйләшеү ни өсөн дәрес эсендә генә “бикләнеп” ҡала, ә башҡа йәмәғәт урындарында урыҫсаға күсәбеҙ? Ниңә ҡайһы берәүҙәр, “Мин – башҡорт!” тип йөрөһә лә, үҙенсә һөйләшмәй? Ал­таҡ­таларҙағы хаталы яҙмаларға сик ҡуйы­лырмы? Ошо һәм башҡа мәсьәләләр буйынса ҡы­ҙыу фекер алышты йәштәр. Туған тел – кешенең “коды”. Ул оло донъяға юл, үҫеш мөм­кинлеге аса. Әгәр беҙ туған телде һаҡларға теләйбеҙ икән, ҡалып­лашҡан алым­дарҙан ҡотолоп, заманса фекер­ләргә тейешбеҙ. Рухи хазинабыҙҙы төрлө юлдар аша үҫтерергә мөм­кин. Мәҫәлән, сабый­ҙар өсөн башҡортса “һөйләшкән” ҡурсаҡтар кәрәк. Ул “әсәй”, “атай”, “икмәк” кеүек иң мөһим һүҙҙәрҙе әйтә белһен, үҙебеҙсә йырлаһын. Бәлә­кәстәргә шулай уҡ башҡорт батырҙары хаҡында сағыу һүрәтле һәм бәләкәй генә текслы китаптар сығарыу мөһим.
Уҡыусылар өсөн дә тышлығына милли ҡаһармандарыбыҙ, шәхестә­ребеҙ төшөрөлгән, башҡортса матур шиғырҙар, афоризмдар яҙылған дәфтәрҙәр, көндәлектәр булдырырға кәрәк, ти йәштәр. Юғиһә әле балалар сит ил футболсылары, затлы машиналар һүрәтләнгән уҡыу кәрәк-ярағын ҡулланырға мәжбүр. Башҡорт телен дәүләт статусында өйрәнгән тиҫтерҙәре өсөн еңелерәк дәреслек сығарыуҙы ла һораны йәш милләттәштәребеҙ.
Өфөләге Салауат Юлаев майҙанында милли сараларҙы йышыраҡ ойоштороу, “Йәйләү” лагерын йыл әйләнәһенә уҙғарыу хаҡында ла һүҙ булды. Был, һис шикһеҙ, туған телде үҫтереүгә ныҡлы этәргес бирәсәк. Шулай уҡ компьютерҙа, телефонда башҡортса уйындар булдырыу кәрәк.
Ошондай бихисап заманса фекер яңғыраны “түңәрәк өҫтәл”дә. Сарала шулай уҡ башҡорт һәм татар телдәре уҡытыусылары, республиканың Мәғариф министрлығы, баш ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы, милли йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре сығыш яһаны.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә