Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшә әле, йәшә...
Атайымдың яҡты рухына бағышлайым.
Хикәйә
Һиҙҙермәй генә төш мәле лә етте. Умарталыҡтағы сылтырап ағып ятҡан шишмәнән сүмес менән һыу һоҫоп алып, Миңләхмәт сәйнүгенә ҡойҙо. Өҫкә күтәрелеп, уны ҡоро утын дөрләп янған усаҡтың тағанына элде. Урман да, умарталар теҙелгән болон да хуш бал еҫе бөркә. Әллә ниндәй ҡоштар сутылдай. Йән арбағыс хозурлыҡ!.. Күңеле иләҫләнеп, Миңләхмәт моңланды:
Йырла, егет, киреп киң күкрәгең,
Яңғыратып Уралдың буйҙарын.
Ҡайҙа ла ғына һайрай һандуғас,
Һыу буйҡайҙарында туғайҙа.
Һандуғас кеүек ул үҙе лә — илһам, моң шишмәһе. Бал ҡорттары ла көндөң матур­лығына, сыуаҡлығына һоҡланып, сәскәләр­ҙә һут муллығына ҡыуанып, үҙҙәренсә моңлана кеүек. Элгәре көн генә йылымыс ямғыр яуып үткәйне. Тәңренең был изге йәндәре гел яҡтыға, көнсығышҡа ҡарай оса, йәмле аҡландарҙағы нәфис сәскәләргә ҡуна. Бәғзе бәндәләр иһә ҡараңғылыҡҡа ынтыла. Баллап бер нисә сөңкә сәй эсеп, төтәткескә сөрөк өҫтәгәндә, ниңәлер башынан шундай уй ағылды. Һут барҙа ҡорттар әллә ни күс айырмай, арыу-талыу белмәй сәскәле туғайҙарға оса ла оса. Шуға ла әле иркенләргә форсат бар.
Ҡараясаҡ умартаның кейәһенә төтөн өрҙөрҙө лә Миңләхмәт, ҡапҡасын һаҡ ҡына алып, йәнәшенә һалды. Ҡорт елеме һеңгән киндер ябыуҙы ипләп кенә асып, эскә төтөн ебәрҙе. Шунан рамды ысҡындырып, ике яғынан тотоп күтәреп ҡараны. Кәрәҙ бал менән тулған, мисәтләнгән. Мисәтле бал – етешкән бал, сифатлы бал. Ус ҡырыйҙарын еңелсә генә умарта ситенә һеңкелдәтеп, ҡорттарҙы эскә ҡойҙо, тороп ҡалғандарын йомшаҡ үлән япрағы менән һыпырып төшөрҙө. Рамдарҙы аласыҡҡа индереп, махсус кәкре йоҡа бысаҡты ҡайнар һыуға тыға-тыға кәрәҙҙәге мисәтте һы­ҙырҙы, шунан бал ҡыуғыстың селтәрҙәренә ҡуйып, яйлап ҡына шәбәйтә барып, тотҡаһын өйрөлттө, һутлы, шифалы тамсылар шыбырлап һауыт ситенә һибелде...
Өс ояның ошолай балын алғансы, рамдарҙы ҡабат умартаға сығарып ҡуйған­сы, ҡояш та байыу яғына йөҙҙө. Бөгөнгө эшен тамамлап, Миңләхмәт тә ауыл яғына ыңғайланы.
Инде көтөү ҙә ҡайтҡан. Ауылда бығаса күҙәтелмәгәнсә сәйер тынлыҡ. Маһисәрүәре һыйыр һауып ултыра. Аяҡ тауышын тойоп, ул әйләнеп ҡараны. Үҙенең иһә күҙҙәре мөлдөрәмә тулы йәш.
– Нимә булды, ниңә иланың? Әллә Мәү­лиҙә һикенән йығылып төштөмө?
– Юҡ... Ул бишектә йоҡлай.
– Әллә мине юҡһындыңмы, һағын­дың­мы?
– Шаярма әле, шаярыр мәл түгел. Һуғыш башланған, ниместәр ябырылған...
Миңләхмәттең йөрәге жыу итеп ҡалды. Кәләше менән тормош көтә башлаған­дарына ни бары ике йыл ғына. Маһисәрүәре егерме дүрт йәштә генә, кәүҙәгә лә ҡаҡса. Һуғышҡа алынһа, ул бәпесе менән яңғыҙы нисек донъя көтөр? Бер генә йәшендә инәһе үлеп, етем ҡалған. Ағаһы Зәйнетдинде “һә” тигәнсә яуға ебәрерҙәр.
Шым ғына мунса һымаҡ бәләкәй өйгә инделәр. Миңләхмәт серем иткән ҡыҙсы­ғына баҡты ла ирекһеҙҙән күҙҙәре йәшлән­де. Баяғы умарталыҡта башына килгәнсә, ниңә әҙәм заты бал ҡорттары кеүек гелән яҡтыға түгел, ә ҡараңғылыҡҡа йомола икән? Ниңә?.. Ни өсөн бәндәләр тыныс, имен тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәмәй, ә ажарланып ҡан ҡойорға ашҡына?..
Йәш ир-атты береһе артынан береһен һуғышҡа оҙата башланылар. Кәләш­тәр, оҙаҡламай кейәүгә сығырға вәғәҙә биргән бирнәле ҡыҙҙар сеңләне, инәйҙәр төндәрен мендәрҙәрен сылатты. Миңләх­мәткә лә сират етте. Идараға саҡыртып:
– Умарталарыңды фәлән ҡартҡа тапшыр, – тинеләр.
Күңелгә бик яманһыу икән йәнең-тәнең менән бирелеп башҡарған шөғөлөңдө ҡалдырыу. Дүрт класты ике уҡыу йылында тамамлаған зиһенле үҫмер, егет ҡорона кергәс, умартасылар курсында ҡортсо һөнәрен үҙләштереп, күмәк хужалыҡты батман-батман бал менән тәьмин итә, байыта ине. Сихәтле бал ҡорто тәғәмдәре ҡәр­ҙәштәренә көс-ҡөҙрәт өҫтәй, йәшәү дәрте, донъя көтөү дарманы бирә, уларҙың хәлдәрен яҡшыртып, ғүмерҙәрен оҙайта ине. Миңләхмәт һәр оя буйлап йөрөп, күстәре менән хушлашты:
– Йә, һау булығыҙ, бал ҡорттарым, ҡәҙер­­леләрем! Үрсегеҙ, ишәйегеҙ, көсәйе­геҙ, тоҡомоғоҙҙо дауам итегеҙ, ҡанат елпегеҙ! Күккә күтәрелгән, осҡан сағығыҙҙа миңә лә именлек теләгеҙ. Теләһәгеҙ, һуғыш уты мине көйҙөрмәҫ, үлтермәҫ. Мин ҡайтырмын...
Алғыштарын, үтенестәрен аңлап, күстәр гөжләгәндәй тойолдо. Тере йәндәр бит, һүҙ тылсымы, тирбәлеше менән төшөнәләрҙер әйткәндәрен. Миңләхмәт умарта ҡарағанда улар менән гел генә һөйләшә бит.

***
Кисен Иҙрис ауылы урамынан иртәгә яуға китәсәк егеттәр гармун уйнап, йөрәктәрҙе яндырып йырлап уҙҙы:
Беҙ урамдан уҙған саҡта
Асыуланмаң, быуайҙар.
Беҙ уҙабыҙ, һеҙ ҡалағыҙ,
Һеҙҙә лә бар малайҙар.
Беҙ китәбеҙ иртәгә лә
Дошман баҫҡан ерҙәргә.
Иҫән булһаҡ, бер ҡайтырбыҙ
Тыуып үҫкән илдәргә.
Беҙ китәбеҙ йыраҡтарға
Ҡара урмандар менән.
Ҡайтып күрешергә яҙһын
Ҡалған туғандар менән.
Урамдарҙан уҙайыҡ та
Йәшел ефәк һуҙайыҡ.
Йәшел ефәк, ярһыу йөрәк –
Ни хәл итеп сыҙайыҡ?..
Сыҙауҙары ауыр шул, ай, ауыр! Китеү­селәргә лә, ҡалыусыларға ла... Ауыл бойоҡ. Мәңге ҡайтмаҫтарҙы уйлап айыры­лышыуҙар, ай-вай, яманһыу! Бәғзеләргә, бәлки, һуңғы хушлашыуҙыр... Ҡарттар теләктәрен, кәңәштәрен әйтә:
– Яу – яраһыҙ, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай, алдың-артың ҡарап йөрө инде, балам.
– Һаҡланғанды Хоҙай үҙе һаҡлай.
– Аң-тоң белмәй башығыҙҙы һонмағыҙ. Абай булығыҙ!
– Дошманды еңеп, имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ!
Әбейҙәр хәйерле юл доғаларын уҡыны. Миңләхмәт үҙенән бигерәк Маһисәрүәрен, ҡыҙын уйланы. Ҡайһылай ғына көн күрер­ҙәр? Әлбиттә, илдә сәпсек тә үлмәй. Моға­йын, ҡәйенбикәләре ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫ.
– Апаҡайҙарым, зинһар өсөн, киленегеҙ­ҙе ташламағыҙ инде, хәлегеҙҙән килгәнсә ярҙам итешегеҙ, – тип үтенде.
– Борсолма, беҙ таш бәғерме әллә... Һыйыр-һарығына бесән әҙерләшербеҙ, ас ултырмаҫ, – тинеләр.
Аттар район үҙәгенә табан ҡуҙғалды. “Аҡ юл! Аҡ юл!” – тип яулыҡ болғап ҡалдылар. Тау үрләгәндә бер хислеһе ҡысҡырып йырлап ебәрҙе:
Өсҡайынды сыҡҡан саҡта
Төшөп ҡалды дилбегәм,
Төшөп ҡалманы дилбегәм,
Ҡалды тыуған илгенәм.
Э-э-э-й... Эйгенәм...
Военкомат йортонда медицина комис­сия­һы ир-егеттәрҙең һуғышҡа яраҡлы­лығын-яраҡһыҙлығын тикшерҙе. Комиссия рәйесе Миңләхмәткә ҡарата һығымтаһын яҙған ыңғайы: “Не годен к строевой службе по состоянию здоровья”, – тип әйтеп, ҡағыҙға теркәне. Шунан һуң бик уҫал ҡарашлы хәрби комиссар ҡәтғи ҡарарын белдерҙе:
– Күҙҙәрең насар күреү сәбәпле, бөгөндән үк хеҙмәт армияһына алынаһың.
– Ундай армия буламы һуң?
– Була. Шым! – тип комиссар ныҡ асыу­ланды. – Ил алдындағы бурысыңды хеҙмәт фронтында үтәйәсәкһең.

(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 114

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 467

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 101

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 911

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 672

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 256

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 578

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 443

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 522

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 344

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 532