Йәшә әле, йәшә...22.04.2015
Атайымдың яҡты рухына бағышлайым.
Хикәйә
Һиҙҙермәй генә төш мәле лә етте. Умарталыҡтағы сылтырап ағып ятҡан шишмәнән сүмес менән һыу һоҫоп алып, Миңләхмәт сәйнүгенә ҡойҙо. Өҫкә күтәрелеп, уны ҡоро утын дөрләп янған усаҡтың тағанына элде. Урман да, умарталар теҙелгән болон да хуш бал еҫе бөркә. Әллә ниндәй ҡоштар сутылдай. Йән арбағыс хозурлыҡ!.. Күңеле иләҫләнеп, Миңләхмәт моңланды:
Йырла, егет, киреп киң күкрәгең,
Яңғыратып Уралдың буйҙарын.
Ҡайҙа ла ғына һайрай һандуғас,
Һыу буйҡайҙарында туғайҙа.
Һандуғас кеүек ул үҙе лә — илһам, моң шишмәһе. Бал ҡорттары ла көндөң матурлығына, сыуаҡлығына һоҡланып, сәскәләрҙә һут муллығына ҡыуанып, үҙҙәренсә моңлана кеүек. Элгәре көн генә йылымыс ямғыр яуып үткәйне. Тәңренең был изге йәндәре гел яҡтыға, көнсығышҡа ҡарай оса, йәмле аҡландарҙағы нәфис сәскәләргә ҡуна. Бәғзе бәндәләр иһә ҡараңғылыҡҡа ынтыла. Баллап бер нисә сөңкә сәй эсеп, төтәткескә сөрөк өҫтәгәндә, ниңәлер башынан шундай уй ағылды. Һут барҙа ҡорттар әллә ни күс айырмай, арыу-талыу белмәй сәскәле туғайҙарға оса ла оса. Шуға ла әле иркенләргә форсат бар.
Ҡараясаҡ умартаның кейәһенә төтөн өрҙөрҙө лә Миңләхмәт, ҡапҡасын һаҡ ҡына алып, йәнәшенә һалды. Ҡорт елеме һеңгән киндер ябыуҙы ипләп кенә асып, эскә төтөн ебәрҙе. Шунан рамды ысҡындырып, ике яғынан тотоп күтәреп ҡараны. Кәрәҙ бал менән тулған, мисәтләнгән. Мисәтле бал – етешкән бал, сифатлы бал. Ус ҡырыйҙарын еңелсә генә умарта ситенә һеңкелдәтеп, ҡорттарҙы эскә ҡойҙо, тороп ҡалғандарын йомшаҡ үлән япрағы менән һыпырып төшөрҙө. Рамдарҙы аласыҡҡа индереп, махсус кәкре йоҡа бысаҡты ҡайнар һыуға тыға-тыға кәрәҙҙәге мисәтте һыҙырҙы, шунан бал ҡыуғыстың селтәрҙәренә ҡуйып, яйлап ҡына шәбәйтә барып, тотҡаһын өйрөлттө, һутлы, шифалы тамсылар шыбырлап һауыт ситенә һибелде...
Өс ояның ошолай балын алғансы, рамдарҙы ҡабат умартаға сығарып ҡуйғансы, ҡояш та байыу яғына йөҙҙө. Бөгөнгө эшен тамамлап, Миңләхмәт тә ауыл яғына ыңғайланы.
Инде көтөү ҙә ҡайтҡан. Ауылда бығаса күҙәтелмәгәнсә сәйер тынлыҡ. Маһисәрүәре һыйыр һауып ултыра. Аяҡ тауышын тойоп, ул әйләнеп ҡараны. Үҙенең иһә күҙҙәре мөлдөрәмә тулы йәш.
– Нимә булды, ниңә иланың? Әллә Мәүлиҙә һикенән йығылып төштөмө?
– Юҡ... Ул бишектә йоҡлай.
– Әллә мине юҡһындыңмы, һағындыңмы?
– Шаярма әле, шаярыр мәл түгел. Һуғыш башланған, ниместәр ябырылған...
Миңләхмәттең йөрәге жыу итеп ҡалды. Кәләше менән тормош көтә башлағандарына ни бары ике йыл ғына. Маһисәрүәре егерме дүрт йәштә генә, кәүҙәгә лә ҡаҡса. Һуғышҡа алынһа, ул бәпесе менән яңғыҙы нисек донъя көтөр? Бер генә йәшендә инәһе үлеп, етем ҡалған. Ағаһы Зәйнетдинде “һә” тигәнсә яуға ебәрерҙәр.
Шым ғына мунса һымаҡ бәләкәй өйгә инделәр. Миңләхмәт серем иткән ҡыҙсығына баҡты ла ирекһеҙҙән күҙҙәре йәшләнде. Баяғы умарталыҡта башына килгәнсә, ниңә әҙәм заты бал ҡорттары кеүек гелән яҡтыға түгел, ә ҡараңғылыҡҡа йомола икән? Ниңә?.. Ни өсөн бәндәләр тыныс, имен тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәмәй, ә ажарланып ҡан ҡойорға ашҡына?..
Йәш ир-атты береһе артынан береһен һуғышҡа оҙата башланылар. Кәләштәр, оҙаҡламай кейәүгә сығырға вәғәҙә биргән бирнәле ҡыҙҙар сеңләне, инәйҙәр төндәрен мендәрҙәрен сылатты. Миңләхмәткә лә сират етте. Идараға саҡыртып:
– Умарталарыңды фәлән ҡартҡа тапшыр, – тинеләр.
Күңелгә бик яманһыу икән йәнең-тәнең менән бирелеп башҡарған шөғөлөңдө ҡалдырыу. Дүрт класты ике уҡыу йылында тамамлаған зиһенле үҫмер, егет ҡорона кергәс, умартасылар курсында ҡортсо һөнәрен үҙләштереп, күмәк хужалыҡты батман-батман бал менән тәьмин итә, байыта ине. Сихәтле бал ҡорто тәғәмдәре ҡәрҙәштәренә көс-ҡөҙрәт өҫтәй, йәшәү дәрте, донъя көтөү дарманы бирә, уларҙың хәлдәрен яҡшыртып, ғүмерҙәрен оҙайта ине. Миңләхмәт һәр оя буйлап йөрөп, күстәре менән хушлашты:
– Йә, һау булығыҙ, бал ҡорттарым, ҡәҙерлеләрем! Үрсегеҙ, ишәйегеҙ, көсәйегеҙ, тоҡомоғоҙҙо дауам итегеҙ, ҡанат елпегеҙ! Күккә күтәрелгән, осҡан сағығыҙҙа миңә лә именлек теләгеҙ. Теләһәгеҙ, һуғыш уты мине көйҙөрмәҫ, үлтермәҫ. Мин ҡайтырмын...
Алғыштарын, үтенестәрен аңлап, күстәр гөжләгәндәй тойолдо. Тере йәндәр бит, һүҙ тылсымы, тирбәлеше менән төшөнәләрҙер әйткәндәрен. Миңләхмәт умарта ҡарағанда улар менән гел генә һөйләшә бит.
***
Кисен Иҙрис ауылы урамынан иртәгә яуға китәсәк егеттәр гармун уйнап, йөрәктәрҙе яндырып йырлап уҙҙы:
Беҙ урамдан уҙған саҡта
Асыуланмаң, быуайҙар.
Беҙ уҙабыҙ, һеҙ ҡалағыҙ,
Һеҙҙә лә бар малайҙар.
Беҙ китәбеҙ иртәгә лә
Дошман баҫҡан ерҙәргә.
Иҫән булһаҡ, бер ҡайтырбыҙ
Тыуып үҫкән илдәргә.
Беҙ китәбеҙ йыраҡтарға
Ҡара урмандар менән.
Ҡайтып күрешергә яҙһын
Ҡалған туғандар менән.
Урамдарҙан уҙайыҡ та
Йәшел ефәк һуҙайыҡ.
Йәшел ефәк, ярһыу йөрәк –
Ни хәл итеп сыҙайыҡ?..
Сыҙауҙары ауыр шул, ай, ауыр! Китеүселәргә лә, ҡалыусыларға ла... Ауыл бойоҡ. Мәңге ҡайтмаҫтарҙы уйлап айырылышыуҙар, ай-вай, яманһыу! Бәғзеләргә, бәлки, һуңғы хушлашыуҙыр... Ҡарттар теләктәрен, кәңәштәрен әйтә:
– Яу – яраһыҙ, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай, алдың-артың ҡарап йөрө инде, балам.
– Һаҡланғанды Хоҙай үҙе һаҡлай.
– Аң-тоң белмәй башығыҙҙы һонмағыҙ. Абай булығыҙ!
– Дошманды еңеп, имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ!
Әбейҙәр хәйерле юл доғаларын уҡыны. Миңләхмәт үҙенән бигерәк Маһисәрүәрен, ҡыҙын уйланы. Ҡайһылай ғына көн күрерҙәр? Әлбиттә, илдә сәпсек тә үлмәй. Моғайын, ҡәйенбикәләре ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫ.
– Апаҡайҙарым, зинһар өсөн, киленегеҙҙе ташламағыҙ инде, хәлегеҙҙән килгәнсә ярҙам итешегеҙ, – тип үтенде.
– Борсолма, беҙ таш бәғерме әллә... Һыйыр-һарығына бесән әҙерләшербеҙ, ас ултырмаҫ, – тинеләр.
Аттар район үҙәгенә табан ҡуҙғалды. “Аҡ юл! Аҡ юл!” – тип яулыҡ болғап ҡалдылар. Тау үрләгәндә бер хислеһе ҡысҡырып йырлап ебәрҙе:
Өсҡайынды сыҡҡан саҡта
Төшөп ҡалды дилбегәм,
Төшөп ҡалманы дилбегәм,
Ҡалды тыуған илгенәм.
Э-э-э-й... Эйгенәм...
Военкомат йортонда медицина комиссияһы ир-егеттәрҙең һуғышҡа яраҡлылығын-яраҡһыҙлығын тикшерҙе. Комиссия рәйесе Миңләхмәткә ҡарата һығымтаһын яҙған ыңғайы: “Не годен к строевой службе по состоянию здоровья”, – тип әйтеп, ҡағыҙға теркәне. Шунан һуң бик уҫал ҡарашлы хәрби комиссар ҡәтғи ҡарарын белдерҙе:
– Күҙҙәрең насар күреү сәбәпле, бөгөндән үк хеҙмәт армияһына алынаһың.
– Ундай армия буламы һуң?
– Була. Шым! – тип комиссар ныҡ асыуланды. – Ил алдындағы бурысыңды хеҙмәт фронтында үтәйәсәкһең.
(Дауамы бар).