Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тылсымды аңлатҡан ҡәләмдәшемә рәхмәт
(Сәлимйән Бәҙретдинов, “Һүҙ тылсымы”, 2015 йыл, 11 февраль)
Эссены уҡығас: “Һәр әйтелгән һүҙ Аллаһ хозурына барып етә лә, матдилашып, үҙеңә әйләнеп ҡайта” тигән эзотерик фекер иҫкә төштө. Был ысынлап та шулай.

Юҡһа, ни өсөн беҙ байрамдарҙа бер-беребеҙҙе ҡотлап, изге теләктәр теләйбеҙ? Әйтелгән һүҙҙең матдиләшеүе хаҡында төпкә төшөп уйлап тормайынса, ғәҙәткә ингән, йолаға әйләнгән интуиция буйынса яңы тыуған сабыйға бәхетле, хәйерле ғүмер, туйҙарҙа йәш ғаиләгә мөхәббәт, Аллаһтан бәхет һорайбыҙ. Интуитив тойғо – тормош, йәшәйеш тәжрибәһе нигеҙендә ирекһеҙ рәүештә үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән дөрөҫ фекер, һиҙемләү ул. Ҡаныбыҙға һеңгән шул тойғо хатта Аллаһты танырға теләмәгән динһеҙҙәрҙән дә изге теләктәр әйттерә. Яҙманың төп геройы – быуаттар дауамында халыҡ хәтерендә тупланған төпкөл аҡылды, ғилемде уландарына аманат итеп ҡалдырырға тырышҡан ил ҡарты Ырыҫйән. Белгән ғилемен ҡалдырырға тырышыу ҙа әҙәми затҡа хас сифат, ул бәндәгә Аллаһтан бирелгән күңел халәтелер. Бөйөк аҡыл эйәһе Лоҡман Хәкимде алһаҡ та, ул да бөтә ғүмере буйы йыйып туплаған аҡыл-ғилемен улына тәғәйенләп, уны тәрбиәләү өсөн китап итеп яҙып ҡалдыра бит. Ырыҫйән ҡарт та шағирҙар, әҙиптәр ижады һәм яҙмышы аша үҙе иҫән саҡта һүҙҙәрҙең тылсымы тураһында уландарына төплө дәрес бирергә тырыша.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы – был эссены беҙҙең халыҡ бик ентекләп уҡып сыҡһын да уйланһын, һәм һәр кем үҙенә фәһем алһын ине. Мин үҙем һүҙҙәргә иғтибарлы. Ейәнсура районына килен булып төштөм һәм ундағы ҡыҙ-ҡырҡындың “ҡороғор, ҡороп ҡалғыр” һүҙен “бисмилла” урынына ҡулланыуын өнәмәй торғайным. Төптән уйлап ҡараһаң, был һүҙҙә ҡот осҡос мәғәнә ята: ҡороу, бөтөү, юҡҡа сығыу. Ә улар күп уйлап тормай дошманына теләмәҫ теләкте көн дә ғәзиз балаларына әйтә. Быны, әлбиттә, махсус эшләмәйҙәр, ни өсөн тигәндә, телдәре әйтергә өйрәнгәнде ҡолаҡтары аңғармай. Ҡайһы бер яҡтарҙа “ҡәһәр һуҡҡан, ҡәһәр һуҡҡыры” тигән һүҙҙәрҙе көлөп, шаярып әйтеү ғәҙәте бар. Ҡәһәрләү, ҡарғау хаҡында төптән уйлап ҡарайыҡ. “Ҡәһәр һуҡҡыр” тип иң яуыз дошманға, мәҫәлән, Рәсәй халҡын утҡа тотҡан, миллионлап ҡырҙыртҡан Адольф Гитлер һымаҡтарға ғына әйтергә ярайҙыр. Ғөмүмән, халыҡ телендә ошоға оҡшаш паразит һүҙҙәр йыш осрай. Эссены уҡып сыҡҡандар уларҙан ҡотолорға ашығыр, һүҙҙең тылсым көсөнә эйә икәнен аңлар ине, тип уйлайым.
Артҡа әйләнеп ҡарап, үткәндәрҙә соҡсонорға әллә ни әүәҫ түгелмен. “Һүҙ тылсымы”н уҡығас, ниңәлер, тормошомдо өр-яңынан байҡап сығыу теләге уянды. 2002 йыл иҫкә төштө. Чечняла хеҙмәт итеп, армиянан төшөнкө кәйеф менән ҡайтҡан улым “Йәшәгем килмәй” тигән яҙыу ҡалдырып, үҙенә үҙе ҡул һалды. Был ҡайғыны күтәрә алмай, ирем йөрәк ауырыуынан вафат булып ҡуйҙы. Өлкән улым, ҡыҙым – Өфөлә, яландай өйҙә япа-яңғыҙым тороп ҡалдым. Моңло йыр ишетһәм дә, күҙҙәремә йәш эркелә. Ул саҡта мин уҡытыусы булып эшләй инем. Бер көндө мәктәптең завучы имтихан теҙмәһен бутап төҙөгән, әйткәйнем – оҡшатманы. Әле лә иҫемдә, мәктәптән ҡайтып киләм: мәсет эргәһендә буш ялан бар. Унан кеше йөрөмәй. Бер үҙем юлһыҙ, һуҡмаҡһыҙ ерҙән сәнскеле үләндәрҙең тәнде ауырттырғанын да тоймай атлап барам, күҙ йәшем йылға булып аға, үҙем ҡысҡырып илайым. “Ниңә яҙмыш миңә гел оторо, нисек йырып сығырға был ҡайғы-хәсрәттәрҙе, уңышһыҙлыҡтарҙан ҡайһылай итеп ҡотолорға?” – тип уйлайым. Өйөмә ҡайтып еттем дә, ҡулыма ҡәләм алып, ошо юлдарҙы бер тынала яҙып ҡуйҙым.
Көҙгө уҫал елдәр ужарланып,
Япраҡтарын йолҡоп өҙһә лә,
Ҡар, бурандар шашып, ҡотороноп,
Олонҡайын ергә эйһә лә,
Бирешмәне яңғыҙ аҡ ҡайын,
Ҡыу ағастай шартлап һынманы,
Өмөт менән баҡты күктәргә,
Сабыр һорап, яҙҙы көтөргә.
Күңеле һиҙә, яҙҙар килер ул,
Ҡояш нуры иретер боҙҙарҙы.
Ҡар һыуҙарын һемереп эсер ҡайын,
Онотор ҡышҡы ыҙа-ыуҙарҙы.
Ҡыу ағас түгелен иҫбатлап,
Йәнә бөрө бүртер ботаҡта.
Ҡояш менән күрешер һуҙып ҡулын,
Донъя нурға сумыр шул саҡта.
Ап-аҡ күлдәк кейер ҡайынҡай,
Тамырынан ағылыр йылы һут.
Олондары көскә тулышыр,
Япраҡ ярыр ергә биреп ҡот.
Йәшелдән кейенгән аҡ ҡайын,
Гүйә, мин ул, минең яҙмышым.
Сәмле, ғәмле, сая заттанмын,
Аллаһ насип иткән булмышым.
Әлбиттә, был юлдарҙы бер ерҙә лә баҫ­тыр­маным. Тик ҡайһы саҡтарҙа, ҡыйын булғанда, алып уҡып ҡуям. Сәлимйән Бәҙретдиновтың эссеһы менән танышҡас, был шиғырҙы бушҡа яҙмағанымды, уның үҙем өсөн тылсымлы көскә, йәшәү программаһына әүерелгәнен аңланым. Шул йәй ҡулыма ҡәләм алдым һәм, тәүге әҫәрҙәремде яҙып, журналдарға ебәр­ҙем. Барыһы ла баҫылып сыҡты. “Ағиҙел” журналында эшләгән күренекле яҙыусы Рәшит ағай Солтангәрәев: “Башҡорт әҙәбиәтенә яңы яҙыусы килде”, – тип ҡыуанды һәм минең ижадыма бик иғтибарлы булды.
Етемлектә уҙған бала сағымдан алып бөгөнгәсә йәшәлгән йылдарым хаҡында уйланам да, ниңә яҙмышым миңә шул тиклем күп һәм ауыр һынауҙар бирҙе икән, тип аптырап ҡуям. Ҡайһы саҡ ғүмерем тик һынауҙарҙан туҡылғандай тойола. Ошо турала уйланыуымды йәнә шиғри юлдарға һалдым.
Эй, яҙмышым ... Тәҡдирҙәрҙе Аллаһ
Үҙе маңлайҙарға яҙалыр.
Күрәсәген күрмәй гүргә инмәй
Әҙәми зат, ана, шуғалыр.
Яҙмышымдың миңә тәғәйене
Нурҙар сәсеп, балҡып торманы.
Тәҡдир юлға гел кәртәләр ҡуйҙы,
Ул мине аяуһыҙ һынаны.
Нисек кенә һынаманы тәҡдир –
Уттан алып һалды һыуҙарға,
Сыныҡтырҙы, бирешмәҫлек итеп
Яттар сәскән зәһәр ыуҙарға.
Бәхетемде бирҙе, артынса уҡ – ҡайғы,
Яңғыҙлыҡҡа ни хәл сыҙарға?
“Хаҡ Тәғәләм, көс бир, – тип ялбарҙым, –
Ғүмер юлдарымды уҙырға”.
Барыһын да алҡындырып бирҙе,
Ҡайғы булһа, һушты алғансы.
Аллам, кәм-хур итмә, бәхет бир, тип
Теләр булдым таңдар атҡансы.
Аллаһ ҡөҙрәтелер, һынауҙарҙы
Һынмайынса үттем, машалла.
Яҙ тип йәйғор ҡәләм бирҙе Раббым,
Изгеләребеҙҙе яҙҙым, иншалла.
Тәрбиәсеһе бул халҡыңдың тип,
Күңелдә сәмле ғәм булдырҙы.
Йөрәккәйең ҡорғаҡһымаһын тип,
Мөлдөрәмә хискә тултырҙы.
Яҙмышыма рәхмәтлемен бөгөн:
Барын бирҙе, барын татытты.
Ҡайғы-хәсрәттәрем хаттин ашһа,
Самаларын белеп туҡтатты.
Ҡалған ғүмеремдә, эй, яҙмышым,
Мәрхәмәттәреңдән ташлама.
Тылсымға төр әйтер һүҙҙәремде,
Сөнки халҡым минән рухи көс ала.
Уҙған ғүмеремде уйлап ҡарайым да, әйтерһең, яҙмышым мине халҡының аһ-зарын аңлаған, уны йөрәге аша кисергән һәр кешенең ҡайғы-хәсрәтен, шатлыҡ-ҡыуанысын үҙенекен­дәй ҡабул иткән, тылсымлы һүҙҙәре менән халҡының йөрәген имләй алған яҙыусы булырға әҙерләгән. Бер-ике лә нужа күрмәйенсә, ир була алмай әҙәм балаһы, тип юҡҡа йырламайҙарҙыр.
Ниндәй генә ауырлыҡтар күрһәм дә, гел тыуаһы көнгә ышаныс менән ҡарағанмын, Аллаһҡа һыйынғанмын. Быны мин Сәлимйән Бәҙретдиновтың эссеһын уҡығандан һуң аңланым.
Яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа ынтылыуым һәр әҫәремдә сағылыш таба. Меңәрләгән китап уҡыусымдан көн дә рәхмәт һүҙе ишетәм. Бының сере үҙемдең һәм кешеләрҙең яҙмышын гел яҡшы яҡҡа йүнәлтергә тырышыуымдалыр һәм һүҙ тылсымын аңлап яҙыуымдалыр, тимен.
Йәнә Сәлимйән Бәҙретдиновтың эссеһына әйләнеп ҡайтайыҡ. Минең бөтә тормошомдо бала саҡтан бөгөнгәсә байҡап сығырға, үҙемә, ижадыма ситтән тороп ҡарарға мөмкинлек биргән әҫәр яҙған талантлы ҡәләмдәшем, халҡыбыҙҙың тел тылсымын халҡыбыҙға ҡайтарып биреүсе, төплө итеп аңлатыусы, эҙләнеүсе Сәлимйән уҙаманға оло рәхмәтемде белдерәм.






Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 710

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 835

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 778

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 489

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 122

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 809

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 055

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 185

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 793

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 835

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 629

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 885