Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уңыш нигеҙе – ышаныс
Уңыш нигеҙе – ышаныс …Урам осона геүләтеп көпләнгән “ЗиЛ” килеп туҡтаны. Автомобиль янына шунда уҡ күрше-тирә йыйылып китте. Күп тә үтмәне, баштан-аяҡ он менән “биҙәнгән” егеттәр ихаталарға тоҡтар ташый башланы. Ә машина янында барған һөйләшеү ап-асыҡ ишетелә ине:
— Наил ҡустым, әлегә аҡса самалы бит әле, фураж өсөн генә биреп торам, онға пенсия килгәс түләрмен инде, – тине бер бабай.
— Ярай, абзый, ҡайғырма, ваҡ мәсьәлә, – тип йыуатты һатып алыу­сыны мыҡты кәүҙәле сауҙа хужаһы, дәфтәренә нимәлер теркәп.
— Әлдә үҙебеҙҙең егеттәр бар әле! – тип йылмайҙы ла бабай өйөнә ашыҡты. Ә машина йәнә үҙ юлында булды…
Совет мәктәбе – ныҡлы нигеҙ!


Уңыш нигеҙе – ышанысҠайһы берәүҙәр яманларға яратһа ла, талантлыларҙы, булдыҡлыларҙы үҫтерә белде Совет осоро: таныш-белештең шылтыратыуҙарын көтөп ултырманылар, ҡулынан килгәндәргә яуаплы вазифалар йөкмәтеү бер ни түгел ине. Әле саҡ ауыл хужалығы белгесе булып “бешеп” өлгөргән Наил Шәрәфетдиновҡа ла 22 йәшлек кенә сағында Ишембай районында иң ҙур хужалыҡтарҙың береһе булған Ленин исемендәге колхоздың 300 кешенән торған, 1 мең башҡа яҡын мал ҡараған, әллә нисәмә гектар сөгөлдөр һәм картуф үҫтергән 3-сө бригадаһын етәкләргә ҡушалар. Тыуған ерендә – Әрмет-Рәхим ауылында — ҡалыуына бер яҡтан шатланһа ла, икенсе яҡтан ҙур яуаплылыҡ уйландырмай ҡалмай йәш етәксене.
Нисек кенә булмаһын, йәш егеткә йүгән тоттороп яңылышмай район етәкселеге: Наил Фәйзрахман улы ҡыҫҡа ғына ваҡытта бригада уңыштарын бер нисә тапҡыр арттырыуға өлгәшә, Әрмет-Рәхимдең йөҙө лә матурлана. Әлбиттә, был бер көнлөк һөҙөмтә түгел, ғаиләле килеш Ауыл хужалығы институтын тамамларға тура килә уға, күп өйрәнергә, бер туҡтауһыҙ сабырға – береһе лә ситтә ҡалмай.
— Иң мөһиме — ауылдаштарымдан уңдым! Уларҙың тәжрибәһе, кәңәштәре, һүҙемде һүҙ итә белеүҙәре төп таяныс ине, — тип иҫкә ала ул саҡтарҙы эшҡыуар Шәрәфетдинов. – Дөрөҫөн әйткәндә, бөгөнгө бизнестың нигеҙе лә шул йылдарға барып тоташа: кеше менән эшләргә өйрәнеү, йәмғиәттәге үҙгәрештәрҙе алдан һиҙемләү һәләте, халыҡтың социаль булмышы етәксегә лә, йүнселгә лә берҙәй кәрәк.
Алты йылдан һуң Наил Шәрәфетдиновҡа яңы бурыс йөкмәтәләр: 11 ауыл, 30-ҙан ашыу хужалыҡ ҡараған Петровский ауыл Советы рәйесе булып эш башлай ул. Бында ла һынатмай булдыҡлы Наил Фәйзрахман улы, төрлө милләттән торған халыҡ менән берҙәм һәм татыу эшләүгә өлгәшә, ауылдарҙа социаль күренештәр яҡшыра, мәҫәлән, Петровскийҙа, Әрмет-Рәхимдә яңы ҙур клуб бинаһы ҡалҡа.
Тартҡан атҡа ҡамытты йыш кейҙерәләр, ти. Йәнә яңы эш урыны – артабан Наил Фәйзрахман улына Йәнырыҫҡа күсеп, биш ауыл ҡараған “Трудовик” хужалығын күтәрергә ҡушалар. Был колхозға килгәндә уға ни бары 32 йәш була… Ғөмүмән, бизнес юлынан киткәнгә тиклем Наил ағай етәксе вазифаларҙа оҙаҡ эшләй, әммә, ҡайҙа ғына ебәрмәһендәр, артынан яҡты эҙ ҡалдырып бара. Йәнырыҫ ауылын ғына алғанда ла, техника һәм төҙөүселәр бүлеп, кәрәк саҡта аҡсалата ярҙам күрһәтеп, 50-нән ашыу кешене үҙ тупһалы итә ул. Ә йортло булыуҙан да ҙур бәхет бармы икән ғаилә өсөн?! Хәйер, депутат булып эшләү дәүерендә ярҙам итмәгән кешеһе ҡалмағандыр. Әле лә бит, ана, күптән дәүләт эшенән китһә лә, ауылдың зыяратын тәртиптә тотоуҙы, ауылдаштарына ярҙам итеүҙе бурыс итеп алған.

Иҫке генә “УАЗ”-икта ауылдар буйлап…

Эйе, күптәрҙе нигеҙле итә Наил Фәйзрахман улы, тик бына үҙе генә “етәксе башы менән” һаман да иҫке өйҙә йәшәй бирә. Шуға, колхоздан киткәс тә (хужалыҡтарҙы тарҡатҡан буталсыҡ 90-сы йылдар була урамда), үҙенә йорт һалырға тотона. Етәксе сағында йыйған мөлкәт ярҙамында, тиер кемдер, әммә Наил Фәйзрахман улы ундайҙарҙан түгел ул. Юҡ, елдең ҡайһы яҡҡа иҫкәнен тиҙ төшөнөп алған йүнсел баҡса тултырып тиҙ өлгөрә торған картуф сәсә. Ғаиләһе менән эшкәртеп, унан мул ғына уңыш ала Шәрәфетдиновтар. Шул аҡсаға бер йылда бынамын тигән йорт һалып инәләр
Бер тапҡыр табыш алған кешенең күңеленә мотлаҡ рәүештә киләсәк уңышҡа орлоҡ һалына, тиҙәр. Тик шул орлоҡто шыттырып, үҫтерергә генә кәрәк. Йәнә дәүләт эшендә бер нисә йыл йөрөп алғас, 2000 йылда Наил Шәрәфетдинов үҙ эшен асырға ҡарар итә. Урындағы баҙар шарттарын өйрәнгәндән һуң, ауылға Стәрлетамаҡ, Ишембай ҡалаларынан он ташый башлай. Халыҡҡа бик ҡулайлы була бындай күренеш: магазиндан осһоҙораҡ, ә ҡалаға барырға һәр кемдең дә ихатаһында машина ултырмай ул саҡта. Шуға эшҡыуар тиҙ мандып китә, сауҙа даирәһен арттыра, ауылдарға яңылары өҫтәлә. Башлап ебәргәндәге иҫке генә бер “УАЗ” янына яңыһын алып ҡайта. Сауҙа нөктәләре лә киңәйә йүнселдең – он юллап, күрше төбәктәргә лә сығып китә.
Әлбиттә, эшҡыуар һәр саҡ эҙләнеү юлында. Хәйер, иртәгәһе табышы, икмәге лә шуға бәйле бит. Наил Шәрәфетдинов та нисек тә булһа эшмәкәрлеген киңәйтергә, ҡулайлаштырырға уйлай. Ошо йәһәттән ул әҙер тауар һатыу урынына, үҙе етештерергә ҡарар итә. Атап әйткәндә, иген генә алып ҡайта ла, өйөндә тирмән булдырып, он-фуражын үҙе тарттыра. Ә ниңә был хеҙмәт өсөн ул элеваторҙарға, тирмәндәргә түләп ултырырға тейеш әле – күпмелер аҡса ла янда ҡала, халыҡҡа ла осһоҙораҡ һатырға мөмкинлек барлыҡҡа килә. Он алыусылар шәкәр, май, сәй килтереүен дә үтенә башлай. Ҡулайлы шул: үҙе осһоҙ, етмәһә, көтәсәккә лә алып була. Шуға: “Наилдә он бармы икән?” – тип уның ауылға килгәнен көтөп кенә торалар.

Тағы ярты йыл һатырлыҡ игене бар

Бөгөн Наил Шәрәфетдинов — районда аяғында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙарҙың береһе. Эшмәкәрлеге күптән ғаилә бизнесына әйләнгән тип әйтергә була. Яҡындарыңдың ярҙамына таянмай тороп, уңышҡа өлгөшеү ҡыйын шул. Ә бит ауырлыҡтар ҙа булмаған түгел: бурысҡа таратҡан тауары өсөн аҡса ала алмай аҙапланған саҡтарын, кеше хеҙмәтендә байырға теләгән енәйәтселәрҙең өйҙәренә килеп һөжүм итеүен телгә алғанда ла күпте әйтергә мөмкин.
Ә йүнселлектең үҫешенә әйләнеп ҡайтҡанда, инде цехы ихатаһында түгел, ә бер нисә йыл элек һатып алынған элекке колхоз фермаһында урынлашҡан. Әйтергә кәрәк, бөгөн бина бөтөнләй икенсе төҫ алған: тыштан да, эстән дә ялтырап тора, ә ундағы шарттарға иҫең китерлек: ял өсөн махсус бүлмәләр, душ кабиналары, йылытылған иҙән, ашхана… Бигерәк тә шуныһы иғтибарға лайыҡ: бында эшселәр көнөнә алты тапҡыр бушлай туҡлана. Кәрәк икән, эш хаҡын көнөндә алаһың, теләгең булһа, йыйып барырға мөмкин. Ғөмүмән, тырышып эшләүселәрҙең хеҙмәт хаҡы айына 20 мең һумдан ашып китә. Бынан тыш, эшҡыуарҙың күрше ауылдан йөрөп эшләүселәрҙең юл сығымын ҡаплауы ла хөрмәт уятмай ҡалмай. Әйткәндәй, хеҙмәткәрҙәренең матди хәлен генә яҡшыртмай ул, ә рухи торошо өсөн дә борсола – һәр эшсеһенә, мәҫәлән, Яңы йыл байрамына “Башҡортостан” гәзитен бүләк итте.
Ике йыл элек Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Ишембай районына эш сәфәре менән килгәндә, цехтағы уңайлы эш шарттарын күреп, юҡҡа ғына үҙен маҡтап телгә алып китмәгәндер. Хәйер, Наил Фәйзрахман улының:
– Бер нимәгә ҡарамаҫтан, тағы ярты йыл һатырлыҡ иген бар, мал ишәйә, — тип әйтеүе уның алдан күҙаллай белеүсе, уңған эшҡыуар икәнлегенә үҙе үк ишара һымаҡ.


Автор: Ишембай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Өфө – Бөрө – Яңауыл юлы участкаһы төҙөкләндерелде...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ҡойма ямғырҙар көтөлә...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин 04.06.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яҡындары уңайлы ваҡытта отпуск алырға мөмкин...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр 04.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың әүҙемләшеүе тураһында иҫкәрттеләр...

Тотош уҡырға 3

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған 03.06.2026 // Йәмғиәт

Йыл башынан республикала 9,5 меңдән ашыу сабый тыуған...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште

Башҡортостанда ауыл интернет-трафигы ҡала трафигы менән тигеҙләште 03.06.2026 // Йәмғиәт

Ауыл халҡы айына уртаса 22 гигабайт ҡуллана, эре үҙәктәрҙән алыҫыраҡ урынлашҡан ҡасабаларҙа ......

Тотош уҡырға 1

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Июндә республикала йәшәүселәргә пенсия ваҡытынан алда күсерелә...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә...

Тотош уҡырға 2

Республикаға Каспий диңгеҙенән ямғырҙар килә

Республикаға Каспий диңгеҙенән ямғырҙар килә 03.06.2026 // Йәмғиәт

Республикаға Каспий диңгеҙенән ямғырҙар килә...

Тотош уҡырға 3

Шишмә районында Фәриҙә Рәхмәтуллина 100 йәшен билдәләне

Шишмә районында Фәриҙә Рәхмәтуллина 100 йәшен билдәләне 02.06.2026 // Йәмғиәт

Шишмә районында Фәриҙә Рәхмәтуллина 100 йәшен билдәләне...

Тотош уҡырға 2

Владимир Путин өс яҡташыбыҙҙың ҡаҙаныштарын билдәләне

Владимир Путин өс яҡташыбыҙҙың ҡаҙаныштарын билдәләне 02.06.2026 // Йәмғиәт

Владимир Путин өс яҡташыбыҙҙың ҡаҙаныштарын билдәләне...

Тотош уҡырға 2

Июндә республикала ямғырҙың норманан күберәк яуыуы фаразлана

Июндә республикала ямғырҙың норманан күберәк яуыуы фаразлана 02.06.2026 // Йәмғиәт

Июндә республикала ямғырҙың норманан күберәк яуыуы фаразлана...

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә