Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һорағыҙ – ярҙам итербеҙ
Аҙыраҡ ашарға ине...

Мин аппетитты күтәргән аҙыҡтарҙы ашауҙан туҡтарға теләйем. Уларҙың исемлеге бармы икән?

Айнур ХАЖИЕВ.
Ҡариҙел районы.

Аппетитты кәметкән аҙыҡтар әллә ни күп булмаһа ла, ашарға мәжбүр иткәндәре етерлек.
Аппетитты ҡуҙғытҡан ризыҡтар – төрлө тәмләт­кестәр, тоҙ, борос һәм башҡалар. Шуға ла күберәк ашарға этәргән аҙыҡтарҙан бөтөнләй баш тарта алмаҫһығыҙ. Магазиндан һатып алынған ҡайһы бер аҙыҡтарға ҡушылған натрий глутаматы тураһында айырып әйтке килә. Был матдәне ярымфабрикаттар әҙерләгәндә бигерәк күп ҡулланалар. Күп ашатыуҙан тыш, ул организм өсөн зарарлы булыуы менән дә ҡурҡыта. Составында ошо матдә булған аҙыҡ-түлекте мөмкин тиклем аҙыраҡ ашағыҙ.
Маринадланған аҙыҡтар ҙа аппетитты күтәрә. Ғөмүмән, тоҙланған, маринадланған, ҡаҡланған аҙыҡтар ашҡаҙанда һут бүленеүен көсәйтә, һәм шуның һөҙөмтәһендә кеше күп ашай. Лимон, әскелтем алма, тоҙло кәбеҫтә лә ашауын кәметергә теләгәндәр өсөн дуҫ түгел.
Һәр кем һиҙгәндер: татлы аҙыҡ ашап алғандан һуң бер нәмә лә ашағы килмәй. Ләкин был бик аҙға ғына. Күп тә үтмәй, татлы аҙыҡтар аппетитты күтәреп ебәрәсәк. Ҡәһүә, спиртлы эсемлектәр эсеү ҙә күп ашата.

Аноним буламы?

Мин ВИЧ-инфекцияға тест үтергә теләйем. Башҡортостанда был сирҙе асыҡлау өсөн аноним анализ биреп буламы икән?
Айрат.

Һәр кешенең был анализды аноним рәүештә бирергә хаҡы бар. Улай ғына ла түгел, Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә СПИД-үҙәктәр эшләй, шунда шылтыратып ҡына ла бик күп мәғлүмәт алырға мөмкин. Унда профессионалдар тупланған, кешеләргә ниндәй ярҙам күрһәтергә икәнен яҡшы беләләр.
Бынан тыш, коммерция клиникаларында ла ВИЧ-инфекцияға аноним тест эшләйҙәр. Унда ла бер ниндәй документһыҙ барырға мөмкин. Ҡағиҙә булараҡ, аноним анализдар өсөн аҡса түләргә тура килә, ә паспорт менән бушлай ҙа бирергә була.
Өфө ҡалаһының Цюрупа урамындағы 86-сы йортта СПИД-ҡа һәм йоғошло сирҙәргә ҡаршы көрәшеү, улар­ҙы иҫкәртеү буйынса республика үҙәге урынлашҡан. Унда аноним рәүештә анализ бирергә мөмкин.

Тональ крем эҙенән
нисек ҡотолорға?


Тональ крем –− макияж өсөн алмаштырғыһыҙ сара. Тик бер проблеманы юҡҡа сығарам тип икенсеһенә юлығабыҙ – крем кейемгә буяла ла нисек кенә йыуһаң да, бөтмәй аптырата.
Тональ кремдан ҡалған тапты нисек йыуырға икән?
Лилиә САМАРБАЕВА.
Баймаҡ районы.

Тональ кремдан ҡалған тапты күреп ҡалыу менән кейемдең бысранған еренә 10 процентлы нишатыр спирты ҡойоп, 7 – 8 минут самаһы тотоғоҙ ҙа, өҫтөнә аш содаһы һибеп, йылымыс һыуҙа йыуығыҙ.

Күршенең йорт-ҡаралтыһы нисә метрҙа булырға тейеш?

Күршем мунсаһын беҙҙең йортҡа терәтеп тиерлек һалып ҡуйҙы. Йорттар, мунсалар, һарайҙар бер-береһенән нисә метр алыҫлыҡта төҙөлөргә тейеш? Моғайын, норматив документтар барҙыр бит инде?
Илдар ЮЛДАШЕВ.
Салауат районы.

Әлбиттә, мунса йортҡа терәтеп һалынмай. Объект­тар төҙөлөшөн көйләүсе норматив документта барыһы ла аныҡ аңлатылған.
Һеҙҙең йорт күрше биләмә сигенән кәмендә өс метр алыҫлыҡта ултырырға тейеш. Ҡош-ҡорт, ваҡ мал аҫ­рал­ған һарай кәмендә дүрт метр алыҫлыҡта төҙөлә. Башҡа хужалыҡ объекттарын бер метр алыҫлыҡта ғына ла төҙөп ҡуйырға мөмкин. Бейек ағастар ҙа күр­ше­гә яҡын булмаһын, улар кәмендә дүрт метр йыраҡлыҡта ултырһын. Бәләкәйерәктәре ике метрҙа ғына үҫһә лә була.
Йорт менән бәҙрәф, йорттан ситтә ҡаҙылған баҙ араһында кәмендә 12 метр ер ҡалдырылырға тейеш. Ә бына мунсаны йорттан кәмендә 8 метр алыҫлыҡта төҙөйҙәр, был ҡағиҙә душҡа, саунаға ла ҡағыла. Бәҙрәф менән ҡоҙоҡтоң араһы 8 метр булырға тейеш.
Йорт урамдан кәмендә биш метр алыҫлыҡта төҙөлә. Башҡа хужалыҡ объекттары ла шундай уҡ йыраҡлыҡта ултыртыла.
Кәртә менән ҡапҡа 1,5 метрҙан да бейек булмаһын. Ике биләмә араһындағы кәртәне “һуҡыр” итеп эшләмәйҙәр, икенсе яҡ күренеп торһон. Объекттар магистраль газ үт­кәргестән кәмендә 250 метр алыҫлыҡта булырға тейеш.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә