Ырымбур сигендә урынлашҡан Иләстең тарихы быуаттар төпкөлөнә барып тоташа. 1816 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был ауылдағы ун йортта 31 ир-ат, 17 ҡатын-ҡыҙ донъя көткән. Исемлектең башында – 88 йәшлек Шәрифйән Иләсов. Ул, тимәк, 1728 йылғы булып сыға. Аҡһаҡалдың Ҡырымғужа, Ҡунаҡас, Рәхмәт, Шәрип исемле улдарынан таралған фамилиялар бөгөн ауылда күпселекте тәшкил итә.
Иләсте урындағы халыҡ Турат тип тә йөрөтә. Ниңә улай тип атағандарын, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, берәү ҙә аныҡ ҡына аңлата алманы. Ауыл янынан бормаланып, ажарланып аҡҡан Турат йылғаһы сәбәпсеме быға, әллә Турат тауының йоғонтоһо бармы? Һәр хәлдә, был исем халыҡ күңеленә күпкә яҡын кеүек тойолдо.
Ауылда бөгөн 362 кеше йәшәй, араларынан 56-һы – хаҡлы ялда. Ун ике ғаиләлә өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләнә. Ауылда биш урам бар, ике аҙыҡ-түлек магазины, медпункт, китапхана, балалар баҡсаһы һәм башланғыс мәктәп эшләй. Күп урындағы кеүек үк, малсылыҡҡа ҙур иғтибар бүленә. Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарының байтаҡ булыуы ла – быға асыҡ дәлил.
Иләс менән яҡыныраҡ танышыу ниәтен белдергәс, урындағы етәкселәр ҡушҡуллап риза булды. Һөҙөмтәлә Хәйбулла районы хакимиәтендәге мәғлүмәт һәм аналитика бүлегенең баш белгесе Роза Рәсембәтова һәм Яңы Ергән ауыл биләмәһе башлығы Хәйепйән Шәрипов менән төпкөлгә юл алдыҡ.
Мәктәп көйөндөрһә, “Ҡарлуғас” ҡанатландырҙы
Ауылдың тын алышын тәү сиратта ҡайҙа тойорға мөмкин? Әлбиттә, мәктәптә. Ошоно күҙ уңында тотоп, Иләскә инеү менән белем усағына юлландыҡ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәғариф тармағындағы ҡулайлаштырыу тулҡыны был мәктәпте лә урап уҙмаған – туғыҙ йыллыҡ уҡыу йорто башланғысҡа ҡалдырылған. Әле унда 15 бала белем ала. Өлкәнерәктәр иһә күрше ауыл мәктәбенә йөрөп уҡый. Әйтеүҙәренсә, быйыл сентябрҙә I класҡа биш уҡыусы киләсәк.
Етәксе Илгиз Ҡырымғужин мәктәптә тәжрибәле уҡытыусылар эшләүен билдәләне. Уларҙың – Миңлегөл Ҡоломбәтова менән Алһыу Рәхмәтованың – ауылдаштары араһында абруйы ҙур. Һөнәрен мөкиббән яратҡан педагогтар йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша, төрлө саралар уҙғара.
Мәктәптән айырмалы, “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһында хәл күпкә яҡшы. Уның капиталь ремонт яһалған бинаһы ауылға йәм биреп ултыра. Тәрбиә усағы йылы, яҡты, балаларҙың шат тауышынан гөрләп тора. Беҙҙе, ят ҡунаҡтарҙы, күргәс тә кескәйҙәр юғалып ҡалманы, киреһенсә, яҡыныраҡ килеп, танышырға ашыҡты.
Тәрбиәсе Хәмиҙә Юлдашбаева әйтеүенсә, “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы 1986 йылдан алып эшләй. Әле унда 24 сабый тәрбиәләнә. Учреждение бинаһына өс йыл элек район хакимиәте ярҙамы менән тулыһынса капиталь ремонт үткәрелгән. Һөҙөмтәлә хәҙер йәш иләстәр заман талаптарына яуап биргән, яҡшы йыһазландырылған балалар баҡсаһына йөрөп ҡыуана.
Төркөмгә төрлө йәштәге сабыйҙар тупланыуына ҡарамаҫтан, бында татыулыҡ, дуҫлыҡ хөкөм һөрә. Кескәйҙәр апайҙарын – тәрбиәселәре Хәмиҙә Юлдашбаеваны, уның ярҙамсыһы Гөлсинә Ҡырымғужинаны, ашнаҡсы Рәхимә Шәрипованы – ихлас ярата, балалар баҡсаһына ҙур теләк менән йөрөй.
Мәғариф учреждениеһының ҙур баҡсаһы бар, унда төрлө йәшелсә, емеш-еләк үҫтерелә. Биләмә яҙҙан көҙгә ҡәҙәр шау сәскәгә күмелеп, балаларҙы ғына түгел, өлкәндәрҙе лә матурлыҡҡа әйҙәп тора.
Уҡырға яратҡан уңырИләстең клубы менән китапханаһы бер бинала урынлашҡан. Рухи-мәҙәни үҙәктән кеше өҙөлмәй. Китапханасы Роза Ғәббәсова әйтеүенсә, ауыл халҡы уҡырға ярата икән. Айырыуса Ринат Аллабирҙин, Вадим Рыжков, Миңлехан Рәхмәтов, Наҙгөл Ҡунаҡасова, Сөмбөл Бикбовалар маҡтап телгә алынды.
Ауыл клубына Зилә Шәрипова етәкселек итә. Мәҙәниәт усағы тын тормай, унда байрамдар, төрлө кисәләр йыш уҙғарыла икән. Беҙгә лә бер матур тамашаны күрергә насип булды: иләстәр яҙыусы, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Фәрзәнә Аҡбулатова менән осрашыу үткәрҙе. Күркәм сара районда Әҙәбиәт йылына бәйле ойошторолған “Хәйбулланың көмөш ынйылары” исемле әҙәби-тыуған яҡты өйрәнеү акцияһы нигеҙендә уҙғарылды. Унда Фәрзәнә Аҡбулатованың “Иң тәмле китап”, “Яҙылып бөтмәгән китап” кеүек әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерелде, уҡыусылар билдәле яҡташтарының шиғырҙарын яттан һөйләне. “Етегән” ҡатын-ҡыҙҙар ансамбленең сығыштары ла кисәгә йәм өҫтәне.
Бирешергә уйҙары юҡТуратта тыуған төйәгенә тоғро ғаиләләр бик күп булып сыҡты. Колхоз бөттө, эш юҡ, тип ауылын ташлап сығып китмәгән улар, киреһенсә, бынамын тигән донъя ҡороп, тырышып йәшәп яталар. Шуларҙың береһе – Зинфира менән Илфат Шәриповтар.
Ғаилә башлығы биш йыл инде малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнә. Эш өсөн ауыл янындағы элекке ферманы һатып алған. Былтыр йәй ҡоролоҡ сәбәпле йүнсел сәскән игендең күп өлөшө юҡҡа сыҡҡан, көҙ иһә 15 баш һыйыр малы юғалған. Шуға ҡарамаҫтан, булдыҡлы ир-уҙаман төшөнкөлөккә бирелмәгән, башлағанын ташларҙай кеше түгел ул!
Шәриповтар биш бала тәрбиәләй. Дилбәр, Сибәр, Гөлдәр, Көнһылыу исемле ҡыҙҙар янында Сәмерхан исемле батыр буй еткерә.
Зинфира ханым “Әсәлек даны” миҙалына лайыҡ булған, ғаилә хакимиәт ярҙамы менән күп балалыларға бүленгән сертификат аҡсаһына район үҙәгенән йорт та алған.
“Ильясовтар – ауылыбыҙҙың күрке”, – ти иләстәр. Ысынлап та, был ғаилә лә һәр яҡлап өлгө күрһәтеп йәшәй. Ғәйфулла Ильясов ошо ауылда тыуып үҫкән, ғүмер буйы ветеринар булып эшләгән. Ҡатыны Римма Ғәйфулла ҡыҙы – күрше Мәмбәт ауылынан. Ильясовтар баһадирҙай өс ул үҫтергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балалары араһынан Динар яҡты донъя менән иртә хушлашҡан. Радмирҙары иһә – офицер, ғаиләһе менән Бүрәт Республикаһында йәшәй, ике ҡыҙ үҫтерә. Ринат та өйләнгән, Өфөлә ғүмер итә. Әйткәндәй, беҙ барғанда уның улы Искәндәр олатаһы менән өләсәһе янында ине.
Римма Ғәйфулла ҡыҙы оҙаҡ йылдар Иләс мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан, “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” тигән маҡтаулы исеме лә бар.
Ғаилә башлығы иһә, ветеринар булараҡ, ике ауылды хеҙмәтләндереүҙән тыш, шәхси эшен асҡан – малсылыҡ менән шөғөлләнә.
– Ауылда мал көтөп йәшәргә була, тиһәләр ҙә, һуңғы йылдарҙа был эш үҙен аҡламай башланы, – ти ул, көрһөнөп. – Йыл һайын ҡабатланған ҡоролоҡ арҡаһында бесәнде һатып алырға тура килә, ашлыҡ та үтә ҡыйбат. Мал һуйыуға бәйле ҡабул ителгән яңы ҡарарҙар ҙа ауыл халҡының мәнфәғәтен яҡламай.
Шулай ҙа бирешергә теләмәй ир-уҙаман, яҡты киләсәккә ҙур ышаныс, көр күңел менән атлауын дауам итә.
Артабан ауылдың йәнә бер өлгөлө ғаиләһе – Рәхимә менән Фазылйән Шәриповтар – янына юлландыҡ. Йорт хужаһы мал үрсетеү менән шөғөлләнә. Әле ҡурала 14 баш һыйыр аҫрала, өҫтәүенә башмаҡ-быҙауҙары ла бар. Рәхимә Мәһәҙей ҡыҙы һөттән әҙерләнгән ризыҡ төрҙәрен аҙна һайын баҙарға алып сыға.
– Бер барғанда ике мең һумға ҡәҙәр аҡса эшләргә була, – ти ул. – Айырыуса ҡыҙыл эремсек, ҡорот тиҙ үтә. Һөт продукцияһын Ырымбур яҡтарынан да килеп алалар. Беҙгә иһә йыбанмай эшләү генә шарт.
Ғаилә башлығы һәр йәй тракторы ярҙамында 20-гә яҡын кәбән әҙерләй икән. “Ҡояшлы мәлдең бер көнө йылды туйҙыра бит, – ти ул. – Мал аҙығын туплау ҙур мәшәҡәт тыуҙыра, уның ҡарауы, ҡыш рәхәтләнәһең”. Фермерҙың киләсәктә малын тағы ла ишәйтергә ниәте бар. Тик ит һатыуға бәйле ауырлыҡтар ғына бер аҙ бәкәлгә һуға, ти.
Шәриповтарҙың улы Ғәлимйән шахтер булып эшләй, ҡыҙҙары Гөлфинә БДУ-ның Сибай институтындағы юридик факультетта белем ала.
“Аяҡ-ҡул һыҙлай, балалар...”Һәр ауылдың йөҙөн билдәләр, аҡыллы һүҙен, алтынға тиң кәңәштәрен йәлләмәй өләшер ағинәйҙәре була. Иләстәге Фәтхиә Ҡырымғужина менән Әминә Шәрипова – тап шундайҙарҙан.
Аллаһ Тәғәлә кешегә төрлө ауырлығын ебәреп, уның сыҙамлығын һынай ҙа бирешмәҫ әҙәм балаһын өлкәнәйгән көнөндә зиһен, хәтер шәплеге менән бүләкләйҙер ул. Быға бер миҫал – ауылдың иң оло кешеһе Фәтхиә инәй Ҡырымғужина. Туҡһан йәшенә яҡынлаған ағинәй беҙҙе яҡты йөҙ, көр күңел менән, хатта бер аҙ мәрәкәләп ҡаршы алды. Ҡартайҙым тип көйһөҙләнеп ултырмай икән – ана, аят ашы әҙерләгән, ҡунаҡ көтә. Ваҡытһыҙыраҡ килеп, әҙерлек эшенә бер аҙ ҡамасаулаһаҡ та, инәй беҙҙең менән аралашырға ваҡытын йәлләмәне.
– Йәшлегебеҙ һуғыш осорона тура килде, – тип хәтирәләргә бирелде ул. – Ауыр булһа ла, түҙҙек. Белорет яғында урман ҡырҡыу иң ҡыйын эш булып иҫтә ҡалған. Ундағы ауырлыҡтарҙың, ҡар-ямғыр аҫтында еүешләнеп йөрөүҙең эҙемтәһе әле үҙен ныҡ һиҙҙертә. Аяҡ-ҡул һыҙлай, балалар...
Фәтхиә инәй ире Юныс олатай менән 53 йыл бергә йәшәгән, дүрт бала үҫтергәндәр. Нигеҙ ҡотон һаҡлап ғүмер иткән ағинәйгә ҡыҙы Нәзиә ярҙамлашып тора.
Туғыҙ бала үҫтергән Әминә Шәрипованың яҙмышы ла әхирәтенекенә оҡшаш. Һуғыш осоронда быуындары ла нығынып өлгөрмәгән үҫмер ҡыҙ колхоздың төрлө эштәрен башҡарған. Яу йылдарынан һуң фронтовик Закирйән Баймөхәмәт улына кейәүгә сыҡҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ире һуғышта алған яраларынан вафат булған. Күмәк баланы үҫтереү, уларға белем алырға ярҙам итеү бурысы яңғыҙ ҡатындың иңенә ятҡан. Шулай ҙа бирешмәгән Әминә инәй.
Тик шуныһы үкенесле: һуғыш ветерандарының тол ҡалған ҡатындары барлыҡ уңайлыҡтары булған фатир алһа, Әминә Фәйзулла ҡыҙына “йәшәргә урыны бар” тигән һылтау менән әлегә тиклем торлаҡ бирелмәгән. Инәй улы Марс менән бабайы һалып ҡалдырған йортта йәшәй. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ветеран фатирға сиратта тора, әммә яҡынлашып килгән 9 Майҙа Әминә Шәрипованың икеләтә ҡыуаныс кисереренә ышаныс юҡ...
Әйткәндәй, күптән түгел был инәйҙәрҙең икәүһенә лә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы юбилей миҙалдары тапшырылған.
Ажғырып аҡҡан Турат ҡурҡытмай хәҙер!Әүҙем эшләгән йәмәғәт ойошмаларының ауыл тормошона индергән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Иләстәге ветерандар советы – тап шундайҙарҙан.
Был ойошмаға хөрмәтле, абруйлы кешеләрҙең береһе, ошо ерҙә тыуып үҫкән Зәкиә Ҡунаҡасова етәкселек итә. Яңы Ергән ауыл биләмәһе башлығы Хәйепйән Шәрипов әйтеүенсә, йәмәғәт ойошмалары – уның уң ҡулы, ышаныслы ярҙамсыһы.
Зәкиә Ғәбит ҡыҙы – һәр йортта үҙ кеше. Ойошма етәксеһе Иләстәге ветерандарҙың тормош шарттарын яҡшы белә, барыһы менән дә даими күрешеп, аралашып, ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙамлашып йәшәй. Тап уның тырышлығы арҡаһында халыҡты нисәмә йыл буйы борсоған проблема яйға һалынған – ауылды икегә бүлгән Турат йылғаһы аша күпер төҙөлгән. Эште Өфөнөң “Аҫмалы күпер” йәмғиәте атҡарып сыҡҡан, бының өсөн республика һәм район ҡаҙнаһынан 11 миллион һум самаһы аҡса тотонолған. Йәй тыныс булһа ла, яҙ ажғырып аҡҡан Турат аша быға тиклем ағас баҫманан ғына үткәндәр. Уныһын да йыл һайын көслө ташҡын ағыҙып алып китеп, ауыл халҡы ҙур ҡыйынлыҡтар кисергән. Яңы күпер иһә алты тоннаға тиклем ауырлыҡҡа иҫәпләнгән. Өҫтәүенә хәҙер Иләстең иң матур урындарының береһе ул.
Ғөмүмән, ветерандар советы ағзалары ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап йәшәй. Улар төрлө мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, фәһемле кисәләр, осрашыуҙар ойоштора.
“Беҙгә эләкмәй ул...”Борсоуға һалған мәсьәләләр ҙә байтаҡ Иләстә. Мәҫәлән, ауылдың Ырымбур менән сиктәш ятыуы урындағы халыҡ өсөн, берҙән, отошло булһа ла, икенсе яҡтан, хәүефле. Ни өсөн тигәндә, йыл һайын мал күпләп юғала, күрше өлкәлә йәшәгәндәр аттарҙы ғына түгел, һыйырҙарҙы ла ҡыуып алып китә. Был турала иләстәр хоҡуҡ һаҡлау органдарына, район власына хәбәр итә-итеүен, әммә бер ниндәй ярҙам күрһәтелмәй. Полиция хеҙмәткәрҙәре килеп, һөйләшеп, мәғлүмәттәрҙе яҙып алып китә лә эш шуның менән тамамлана. Шуға күрә мал хужаһының үҙенә ҡайһы саҡта айҙар буйы Ырымбур далаларын гиҙеп сығырға тура килә, ләкин тырышлыҡ һөҙөмтә бирмәй. “Район етәкселеге ошо йәһәттән ниндәйҙер сара күрһен ине”, – ти иләстәр.
Мәҡәләлә иғтибар иткәнһегеҙҙер: ауылдағы бер фермер ҙа үҙ эшен асыу өсөн район йәки республика ҡаҙнаһынан субсидия алмаған. “Ни өсөн төрлө программаларға ярашлы ярҙам һораманығыҙ?” – тигән һорауыма барыһы ла: “Беҙгә эләкмәй ул...” – тип яуап ҡайтарҙы. Берәүҙәре тейешле документтарҙы юллап, уларҙы кәрәкле урындарға илтеп тә, булышлыҡ күрһәтелмәгәнен телгә алһа, бәғзеләре йөрөп-йөрөп тә, ишектәрҙең “үҙенә ҡарай асылмағанын” тойғас, ярты юлда ташлап ҡуйырға мәжбүр булыуын бәйән итте. Һөҙөмтәлә Иләс фермерҙарының барыһы ла шәхси эшен фәҡәт үҙ көсө менән асҡан. Уларҙың бындай аҙымына “Афарин!” тиһәк тә, тейешле ярҙамдың төпкөл халҡын ситләтеп үтеүенә йөрәк әрней. Шул уҡ ваҡытта малдың итен һатыуға бәйле мәсьәләнең йылдан-йыл киҫкенләшә барыуы һағайта иләстәрҙе. Бының өсөн ауыл халҡына “йәһәннәм төпкөлөндә” ятҡан Подольск ауылына йәки күрше Баймаҡ районына барырға кәрәк!
Шуныһы ла күңелде өйкәй: Иләстә һуңғы 15 йылда бер генә яңы йорт та төҙөлмәгән. Ауылда йәштәр ҡала ул, тик уларҙың барыһы ла ата-әсәһе менән йәшәй, күптәре ситкә йөрөп эшләй. Үҙәк урам юлына ҡырсынташ түшәү кәрәклеге лә ҡатмарлы мәсьәлә булып ҡала.
Нисек кенә булмаһын, быйыл “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы үткәрергә йыйынған Иләс халҡы ауырлыҡтарға ҡарамай, бар хәленсә көн итергә тырыша. Шулай ҙа... Бәләкәй ауылдар яҙмыш ҡосағына ташланырға тейеш түгелдер бит. Халҡыбыҙҙың киләсәге тап ошондай төбәктәрҙә тәрбиәләнгәнен онотмаһаҡ ине. Илдәге көрсөккә һылтанмай, көнө-төнө “зәңгәр экран”дарҙан донъяла барған мәхшәрҙәрҙе ҡарау менән мауыҡмай, эргәләге, яныбыҙҙағы мәсьәләләрҙе күрергә, ауылдарыбыҙҙы һаҡларға, яҡларға ваҡыт еткәндер бит?! Аҙаҡ был йәһәттән саң ҡағырға тура килмәһен, тим...