Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күктә теркәлгән никах ерҙә селпәрәмә килә
Сығанаҡтарҙан күренеүенсә, законлы рәүештә тәүге тапҡыр ҡатыны Жозефина менән Наполеон айырылышҡан, йәғни никах тарҡалыуын ҡануниәт менән нығытып ҡуйған. Йәмғиәттәге был “күңелһеҙ хәл”дең тарихы ошонан башлана. Бөгөн иһә Рәсәйҙә яҡынса 100 никахтың яртыһы айырылышыу менән тамамлана.

А + А = М … Ә һуңынан?

…Азалия менән Айнурҙы бала саҡтан тиерлек беләм. Ҡайнар мөхәббәттәре лә танауға еҫ керә башлаған осорҙа бөрөләнде. Беҙ – дуҫтары – уларҙы һәр саҡ “А + А = М” формулаһы менән шаярта торғайныҡ. Бәхетле парға һоҡланып туйманылар, көнләшкәндәр ҙә булманы түгел, әммә йәштәр бер елгә лә бирешмәне.
Айнур – Азалияны өс йыл ситтә уҡыуынан, ҡыҙ егетте хәрби хеҙмәттән тоғро көтөп алды. Тиҫтә йылдан ашыу осрашып өйләнеште улар. Алда сикһеҙ бәхетле тормош көтә ине лә бит, тик, күрәһең, ҡайнар мөхәббәт ғаилә тормошона яраҡлаша алманы – өс ай йәшәгәндән һуң айырылыштылар.
– Буй-һындарыбыҙ тап килмәй, – тип шаяртты Айнур. Тик ни өсөн был хәл 10 йыл дауамында асыҡланмаған?! Нисек кенә булмаһын, тиҫтә йылдан ашыу дөрләгән мөхәббәттең көтмәгәндә һүнеүе башҡа һыймаҫлыҡ хәл булды, әлбиттә. Беҙ күпме ҡайғырҙыҡ, йәштәрҙең үҙҙәренең нисек ғазапланғанын Хоҙай үҙе генә белә. Иң аяныслыһы шул: бөгөн улар икеһе лә яңғыҙ — Азалия өс тапҡыр тормошҡа сығып ҡараны, бәхетен тапманы, Айнур иһә башҡаса өйләнеп торманы. Хәҙер бер-береһен юҡһынһалар ҙа, бер теленгән икмәк кире ялғанмай. Ҡайнар мөхәббәтте селпәрәмә килтергән күренеш нимә булды һуң: ғаилә тормошондағы яуаплылыҡмы, тормош ауырлыҡтарымы, әллә бөтөнләй башҡа сәбәпме?

Ашарға бешерә
белмәүҙән – тиҫкәреләшеүгә тиклем


Сәбәптәр, әлбиттә, бихисап. “Бәхетле ғаилә” Интернет-журналы уларҙы 20-гә бүлә. Шулар араһынан дүрт мөһимен билдәләй, һәр хәлдә айырылышыу ғаризаларында башлыса ошолар күрһәтелә икән.
Әйтәйек, күптәр иртә өйләнешә, бер-береһенең холоҡ-фиғеле, оло тормош менән таныш булмай сыға. Ғәҙәттә, был етешһеҙлек ғаиләнең бер ағзаһында ғына табылһа ла, икенсеһе шунда уҡ ғариза яҙырға йүгерә. Психологтар билдәләүенсә, “бешеп бөтмәгән” ғаиләләр йылдар дауамында камиллашыу, өйрәнеү мөмкинлеге барлығын иҫәпкә алмай, кәрәкле иғтибар бүлмәй икән.
Икенсе сәбәп – карьера. Ир менән ҡатындың төрлө өлкәлә эшләүе мөмкин, тик ныҡлы ғаилә өсөн уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар булыуы шарт.
Өсөнсөһө — көнкүреш ваҡ-төйәге. Сер түгел, туй үткәс, пар өсөн ҡәҙимге тормош башлана. Өйләнештек бит инде тип күптәр матур һүҙҙәрҙе, наҙлы иғтибарҙы кәметә. Өҫтәүенә көндәлек мәшәҡәт тә ялҡыта, ғаилә тормошона ла ҡыҙыҡһыныу кәмей. Ҡапҡа төбөндә сәғәттәр буйы айырылыша алмай “Яратам!” тигән һүҙҙәрҙе өйләнешкәс тә, 10-20 йыл йәшәгәс тә оноторға ярамай, буғай.
Айырылышыуҙың тағы бер сәбәбе – ғәҙәт. Әлбиттә, осрашып йөрөгән саҡта бер-береңде белеп бөтөү мөмкин түгел, өйләнешкәс тә тулыһынса өйрәнеп китеп булмай. Ябай миҫал: бер пар, имеш, ғаилә башлығының таҫтамалды урынына матур итеп элмәүе арҡаһында тарҡалған. Бер ҡараһаң, әҙәм көлөрлөк, икенсе яҡтан, ҙур йылғаның башы ла кескәй шишмәнән башлана. Шуға ла ғаилә ныҡлығы, татыулыҡ хаҡына үҙеңде саҡ ҡына үҙгәртеү фарыздыр.
Белгестәр, быларҙан тыш, алда әйтеүе­беҙсә, тағы 15 төрлө сәбәп асыҡлаған: алдашыу, эскелек, ҡул күтәреү, көнсөллөк, хы­я­нат, енси ҡәнәғәтһеҙлек, бала тәр­биәләүҙә ҡараштарҙың, ысулдарҙың айырмалығы һ.б. Был һылтауҙарҙың араһында йәнә бөгөнгө көнүҙәк күренешкә айырым туҡталыу яҙыҡ булмаҫ. Барлыҡ йәрәштерә, юҡлыҡ талаштыра, ти халыҡ. Ғаиләлә килеп тыуған финанс проблемалары, көнкүреш етешһеҙлектәре, баланың оҙайлы, ҡаты сирләүе күп осраҡта ир менән ҡатындың айырылышыуына килтерә. Торлаҡ шарттарының ыңғай хәл ителмәүе лә эҙһеҙ ҡалмай. Шуға күрә ир менән ҡатындың ғына түгел, дәүләттең дә ғаилә институтын һәр яҡлап нығытыуы мөһим. Әлбиттә, әсәлек капиталы һәм башҡа махсус программалар күпмелер ярҙам итә, әммә эш бының менән генә туҡталырға тейеш түгел.
…Ғаилә усағына әйләнеп ҡайтһаҡ, унда һынау артынан һынау килә. Парҙың ныҡлығы ла ауырлыҡтар аша үткәндә һынала, ә нигеҙе иһә сабырлыҡ, үҙгәрә-кисерә белеү кеүек күркәм сифаттарҙалыр.






Автор: Рәмил МАНСУРОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә