Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Белем ҡәҙерен белемле белер
Белем ҡәҙерен  белемле белер Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты – республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш төбәге йәштәре өсөн белем усағы ғына түгел, ғилем һәм һөнәр биргән, кешенең аҡыл-зиһенен, зирәклек мөмкинлектәрен арттырыу йәһәтенән оло эш башҡарған абруйлы уҡыу йорто ла.
Студенттарҙы шахмат-шаш­ка уйындарына ылыҡты­рыу, отҡорлоҡ, тәүәккәллек, дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә өйрәтеү кеүек сифаттарҙы тәрбиә­ләүгә нигеҙ һалыуы ла маҡтауға лайыҡ. Быға, бер яҡтан, институт етәкселегенең ярҙамы, йәштәрҙең теләген һүндермәй күтәреп алырға әҙер тороуы булышһа, икенсенән, Халыҡ-ара шашка буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡ­ҡужина, йәштәр араһында Рәсәй һәм донъя чемпионы Айнур Шәйбәков, ошо аҡыл, зирәклек уйындарын үҫтереү буйынса проектты тормошҡа ашырыуға тырышлыҡ һалған Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева һәм ҡала етәкселәренең фиҙакәрлеге сәбәпсе.
Бармаҡ менән генә һанарлыҡ, һирәк осрай торған һөнәр эйәләрен әҙерләү яғынан да ғорурлана ала институт. Технология факультетында ағастан һырлап яһалған әкиәт батырҙары һындары, студенттар оҫталығы менән йыйылған машина паркы, кейеҙҙән, туҡыманан яһалған затлы көнкүреш әйберҙәре, ҡиммәтле таштарҙан эш­лән­гән төрлө художество өлгөләре менән таныш­ҡандан, ошо хазинаны ижад иткән егет-ҡыҙҙар, уҡытыусылар менән аралашҡандан һуң, “Иң бәхетле студенттар бына ҡайҙа икән!” тигән уй тыуыуы ғәжәп түгел.
Ғөмүмән, институттың ҡала эсендә үҙенсәлекле ҡаласыҡ булып йәшәү рәүеше, ҡапҡанан инеү менән ҡаршы алған арҙаҡлы шәхестәрҙең ғорур скульптуралары, биләмәһенең бер уҡыу йортона ла хас булмаған биҙәлеше унда тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан һәр кемде хайран итмәй ҡалмай.
Институт етәкселегенең көслө яғы яуланған үрҙәр менән хушһынмай алға ҡарап йәшәүҙә, заман һулышын тойоп, эште шул йүнәлешкә көйләүҙә яҡшы күренә. Ҡыҙ һәм егеттәргә мәктәп тупһаһында уҡ һөнәри йүнәлеш биреүҙең үтә мөһимлеген аңлаған Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева баш ҡаланан алыҫ ятҡан вуздың уңыштарын ыңғай баһалай:
– Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә “модернизация” һүҙенә ышыҡланып, уҡыу йорттарын ябыу йә иһә ҡушыу осраҡтары булып тора. Матди базаһы ныҡлы, коллективы көслө, эшмәкәрлеге күп яҡлы булған Сибай педагогия институтында кадр­ҙар әҙерләү мөмкинлеген арттырыу буйынса өҙлөкһөҙ эш алып барылыуы күңелде ҡанат­­лан­­дыра. Бында йыл әйлә­нәһенә абитуриенттар менән өҙлөкһөҙ эш дауам итә. Улай ғына ла түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө вуздары етәксе­ләре менән институтта презентациялар үткәреү, республикала әҙер­ләнмәгән ят һөнәрҙәр менән таныштырыу матур йолаға әүерелде.
Депутат әйтеүенсә, былтыр хеҙмәттәшлек барышында 12 ҡа­ланан юғары уҡыу йорто вәкилдәре килеп, сығарылыш уҡыусыларын төрлө һөнәрҙәр менән таныштырған, үҙҙәренә белем алырға саҡырған. Урман, тау, геология-разведкалау институтына балаларҙы уҡыуға ебәреү республика предприятиелары өсөн дә отош­ло. Былтыр 15 уҡыусының маҡсатлы йүнәлеш менән илдең баш ҡала вуздарына инеүе лә ҙур ҡыуаныс.
– Балаларының ҙур ҡалаларға белем алырға китеүенә ата-әсәләр көйөнмәһен. Башҡортос­тан­дан Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы студенттар һәм аспиранттар үҙҙәренең ассо­циа­ция­һын төҙөнө. Был ойошма менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, төрлө ҡыҙыҡлы проекттар өҫтөндә эшләйбеҙ. Мин республика абитуриенттары ара­һында һөнәр һай­лау буйынса эште йәнләндереү, медицина-биология юлынан китергә теләгәндәргә Мәскәүҙең ме­дицина университеттарына уҡырға инеүҙә ярҙамлашыуҙы ла бурысым итеп һана­йым, – ти Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы.
– Тимәк, һеҙҙе бөгөн Сибай институтында тап итеү осраҡлы түгел инде...
– Институт етәкселеге быйыл да Рәсәйҙең төрлө вуздары вәкилдәрен саҡырып, хеҙмәттәшлекте дауам итәйек, уҡыусыларға һөнәр һайлауҙа яңы офоҡтар асайыҡ, тип теләк белдергәс, ҡуш ҡуллап риза булдым. Бына яңыраҡ, 13 февралдә, йә­нә 11 вуз үҙенең эшмә­кәрлеге, йүнәлештәре ме­нән бала­лар­ҙы таныштырҙы, төрлө һөнәрҙәрҙең үҙен­сә­лектәре, эшкә урынлашыу мөмкинлектәре тура­һын­да тулы мәғлүмәт биреүҙән тыш, Сибай инс­титутының уңыш­тарын үҙ күҙҙәре менән күреү бәхетенә иреште. Белемгә һыуһаған йәштәрҙе мәғарифҡа ҡағылған закондар менән таныштырыу, уҡырға маҡсатлы ҡабул итеү нескәлектәрен, ғөмү­мән, тормошта үҙ-үҙеңде табыу, медицина, сәлә­мәт тормош мәсьә­лә­ләрен йәштәр менән уртаға һалып һөйләшеү ике яҡ өсөн дә файҙалы, отошло булғандыр тип иҫәпләйем.
Белем ҡәҙерен белемле белер, тигән халыҡ аҡылы. Аң-зиһенебеҙ менән ни тиклем мөмкин­лектәрҙе барлай, ниндәй дәрәжәлә файҙаланырға әҙербеҙ – барыһын да ваҡыт күрһәтер.
Аҡыл-ғилемдең, һөнәрле булыуҙың хәҙерге заманда теләһә ниндәй байлыҡтан да ҡәҙерлерәк, ҡиммәтерәк икәнен иҫбатлауҙың кәрәге юҡтыр. Көньяҡ-көнсығыш төбәктең белем Мәккәһенә әүе­рел­гән Сибай педагогия институтында үткән сират­тағы “Асыҡ ишектәр” көнө ошо хәҡиҡәтте раҫланы. Ишектәр генә түгел, күңелдәр ҙә, маҡсаттар ҙа асыҡ булды.


Автор: Гүзәл ФӘТИХОВА. Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла 30.04.2026 // Йәмғиәт

Майҙа Өфө — Сухум тура авиарейсы асыла...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда бөгөндән янғынға ҡаршы махсус режим ғәмәлдә
Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Пилотһыҙ хәүеф» режимы ғәмәлдән сығарылды...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды 30.04.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү графигы раҫланды...

Тотош уҡырға 1

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе

Синоптиктар республикала май айына һауа торошона фараз бирҙе 30.04.2026 // Йәмғиәт

Май айында һауа торошо ғәҙәти күп йыллыҡ күрһәткестәргә тап килә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда пилотһыҙ хәүеф режимы иғлан ителде
Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды 29.04.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡалабыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һаны билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте 29.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә фронтовик Исак Рубин хөрмәтенә парад үтте...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығы янғын һүндереүселәргә яңы янғын-ҡотҡарыу техникаһы асҡыстарын тапшырҙы 29.04.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә, 30 апрелдә билдәләнгән Рәсәйҙең Янғын һағы көнө алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий ......

Тотош уҡырға 1

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт ваҡытлыса сикләнә...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы 28.04.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Барыһы ла фронт өсөн. Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» акцияһы уҙҙы...

Тотош уҡырға 4

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй

Мәскәү ҡарҙары республикабыҙға килеп етмәй 28.04.2026 // Йәмғиәт

27 апрелгә ҡарай төндә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҡар яуған.....

Тотош уҡырға 2


Комментарий өҫтәргә