Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты – республикабыҙҙың көньяҡ-көнсығыш төбәге йәштәре өсөн белем усағы ғына түгел, ғилем һәм һөнәр биргән, кешенең аҡыл-зиһенен, зирәклек мөмкинлектәрен арттырыу йәһәтенән оло эш башҡарған абруйлы уҡыу йорто ла.Студенттарҙы шахмат-шашка уйындарына ылыҡтырыу, отҡорлоҡ, тәүәккәллек, дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә өйрәтеү кеүек сифаттарҙы тәрбиәләүгә нигеҙ һалыуы ла маҡтауға лайыҡ. Быға, бер яҡтан, институт етәкселегенең ярҙамы, йәштәрҙең теләген һүндермәй күтәреп алырға әҙер тороуы булышһа, икенсенән, Халыҡ-ара шашка буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина, йәштәр араһында Рәсәй һәм донъя чемпионы Айнур Шәйбәков, ошо аҡыл, зирәклек уйындарын үҫтереү буйынса проектты тормошҡа ашырыуға тырышлыҡ һалған Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева һәм ҡала етәкселәренең фиҙакәрлеге сәбәпсе.
Бармаҡ менән генә һанарлыҡ, һирәк осрай торған һөнәр эйәләрен әҙерләү яғынан да ғорурлана ала институт. Технология факультетында ағастан һырлап яһалған әкиәт батырҙары һындары, студенттар оҫталығы менән йыйылған машина паркы, кейеҙҙән, туҡыманан яһалған затлы көнкүреш әйберҙәре, ҡиммәтле таштарҙан эшләнгән төрлө художество өлгөләре менән танышҡандан, ошо хазинаны ижад иткән егет-ҡыҙҙар, уҡытыусылар менән аралашҡандан һуң, “Иң бәхетле студенттар бына ҡайҙа икән!” тигән уй тыуыуы ғәжәп түгел.
Ғөмүмән, институттың ҡала эсендә үҙенсәлекле ҡаласыҡ булып йәшәү рәүеше, ҡапҡанан инеү менән ҡаршы алған арҙаҡлы шәхестәрҙең ғорур скульптуралары, биләмәһенең бер уҡыу йортона ла хас булмаған биҙәлеше унда тәү тапҡыр аяҡ баҫҡан һәр кемде хайран итмәй ҡалмай.
Институт етәкселегенең көслө яғы яуланған үрҙәр менән хушһынмай алға ҡарап йәшәүҙә, заман һулышын тойоп, эште шул йүнәлешкә көйләүҙә яҡшы күренә. Ҡыҙ һәм егеттәргә мәктәп тупһаһында уҡ һөнәри йүнәлеш биреүҙең үтә мөһимлеген аңлаған Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева баш ҡаланан алыҫ ятҡан вуздың уңыштарын ыңғай баһалай:
– Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә “модернизация” һүҙенә ышыҡланып, уҡыу йорттарын ябыу йә иһә ҡушыу осраҡтары булып тора. Матди базаһы ныҡлы, коллективы көслө, эшмәкәрлеге күп яҡлы булған Сибай педагогия институтында кадрҙар әҙерләү мөмкинлеген арттырыу буйынса өҙлөкһөҙ эш алып барылыуы күңелде ҡанатландыра. Бында йыл әйләнәһенә абитуриенттар менән өҙлөкһөҙ эш дауам итә. Улай ғына ла түгел, Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө вуздары етәкселәре менән институтта презентациялар үткәреү, республикала әҙерләнмәгән ят һөнәрҙәр менән таныштырыу матур йолаға әүерелде.
Депутат әйтеүенсә, былтыр хеҙмәттәшлек барышында 12 ҡаланан юғары уҡыу йорто вәкилдәре килеп, сығарылыш уҡыусыларын төрлө һөнәрҙәр менән таныштырған, үҙҙәренә белем алырға саҡырған. Урман, тау, геология-разведкалау институтына балаларҙы уҡыуға ебәреү республика предприятиелары өсөн дә отошло. Былтыр 15 уҡыусының маҡсатлы йүнәлеш менән илдең баш ҡала вуздарына инеүе лә ҙур ҡыуаныс.
– Балаларының ҙур ҡалаларға белем алырға китеүенә ата-әсәләр көйөнмәһен. Башҡортостандан Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы студенттар һәм аспиранттар үҙҙәренең ассоциацияһын төҙөнө. Был ойошма менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, төрлө ҡыҙыҡлы проекттар өҫтөндә эшләйбеҙ. Мин республика абитуриенттары араһында һөнәр һайлау буйынса эште йәнләндереү, медицина-биология юлынан китергә теләгәндәргә Мәскәүҙең медицина университеттарына уҡырға инеүҙә ярҙамлашыуҙы ла бурысым итеп һанайым, – ти Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы.
– Тимәк, һеҙҙе бөгөн Сибай институтында тап итеү осраҡлы түгел инде...
– Институт етәкселеге быйыл да Рәсәйҙең төрлө вуздары вәкилдәрен саҡырып, хеҙмәттәшлекте дауам итәйек, уҡыусыларға һөнәр һайлауҙа яңы офоҡтар асайыҡ, тип теләк белдергәс, ҡуш ҡуллап риза булдым. Бына яңыраҡ, 13 февралдә, йәнә 11 вуз үҙенең эшмәкәрлеге, йүнәлештәре менән балаларҙы таныштырҙы, төрлө һөнәрҙәрҙең үҙенсәлектәре, эшкә урынлашыу мөмкинлектәре тураһында тулы мәғлүмәт биреүҙән тыш, Сибай институтының уңыштарын үҙ күҙҙәре менән күреү бәхетенә иреште. Белемгә һыуһаған йәштәрҙе мәғарифҡа ҡағылған закондар менән таныштырыу, уҡырға маҡсатлы ҡабул итеү нескәлектәрен, ғөмүмән, тормошта үҙ-үҙеңде табыу, медицина, сәләмәт тормош мәсьәләләрен йәштәр менән уртаға һалып һөйләшеү ике яҡ өсөн дә файҙалы, отошло булғандыр тип иҫәпләйем.
Белем ҡәҙерен белемле белер, тигән халыҡ аҡылы. Аң-зиһенебеҙ менән ни тиклем мөмкинлектәрҙе барлай, ниндәй дәрәжәлә файҙаланырға әҙербеҙ – барыһын да ваҡыт күрһәтер.
Аҡыл-ғилемдең, һөнәрле булыуҙың хәҙерге заманда теләһә ниндәй байлыҡтан да ҡәҙерлерәк, ҡиммәтерәк икәнен иҫбатлауҙың кәрәге юҡтыр. Көньяҡ-көнсығыш төбәктең белем Мәккәһенә әүерелгән Сибай педагогия институтында үткән сираттағы “Асыҡ ишектәр” көнө ошо хәҡиҡәтте раҫланы. Ишектәр генә түгел, күңелдәр ҙә, маҡсаттар ҙа асыҡ булды.