Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙ йортоңда йәшәүгә етмәй
Ҡырымда референдум үтеүгә бер йыл тулды. Хәтерегеҙҙәлер, ярымутрау халҡы унда Рәсәй менән берләшеү теләген белдергәйне. Һуңыраҡ Ҡырым парламенты бойондороҡһоҙлоҡ тураһында ҡарар сығарҙы. Һөҙөмтәлә Ҡырым менән Севастополь беҙҙең Федерацияға ҡушылды. Был сараның әһәмиәтен халыҡ нисек баһалай икән?


Әҡсән МӨСЛИМОВ, йәмәғәт эш­мә­кәре:

– Илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн был ваҡи­ға айырым әһәмиәткә эйә, сөнки Ҡы­рым элек-электән беҙҙең ер булған. Ярым­ут­рауҙың кире ҡайтыуын СССР дәүе­рен­дә ебәрелгән ҙур тарихи хата­ны төҙәтеү кеүек ҡабул иттем. Ҡы­рым­да Башҡортостан вәкиллеге лә тө­ҙөлдө. Ул ике республика араһын­да­ғы үҙ-ара фай­ҙалы сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни, гуманитар бәй­ләнештәрҙе киңәй­теү һәм тәрәнәйтеү йәһәтенән үҙ өлөшөн индерер тип ышанам.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ, публицист:
– Рәсәй дәүләтселеге, ғөмүмән, Рә­сәй ҡәүеменең тарихы Ҡырым менән бәйләнгән. Уның һәр ҡарыш еренә ва­тандаштарыбыҙҙың ҡаны тамған. Ауыл­дашым Нуретдин ағай Абдуллиндың Севастополдән яҙған хаттарын әле бул­һа ҡәҙерләп һаҡлайым. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, ошо билә­мәләрҙе фашистарҙан һаҡлап, һәләк булды. Ҡырым, уның халҡы беҙҙең өсөн һәр саҡ яҡын булды тимәксемен. Бер йыл элек, халыҡ ихтыярын иҫәпкә алып, шул тиклем яуаплы аҙымға йөрьәт иткән ил етәксеһенә афарин!
Айрат ФӘХРЕТДИНОВ, эшҡыуар:
– Үҙәк телеканалдарҙың береһендә билдәле журналист, Ҡырымға бәйле хәл-ваҡиғаларҙы баһалап, “Беҙ көткән­дән насарыраҡ булды, ләкин элеккегә ҡарағанда һәйбәтерәк”, тигәйне. Ошо фекер менән тулыһынса килешәм.

Әнисә КӘРИМОВА, уҡытыусы:

– Майлы ҡалъяға ымһынғандар күп булды, әлбиттә. Йылы, йомшаҡ климат, өс яҡтан ярҙарын йыуған Ҡара диңгеҙ, караптар туҡтарға уңайлы ҡул­тыҡтар, бихисап үҫемлеккә бай ер... Ниһайәт, был низағтар артта ҡалды. Бер йыл – тыныслыҡта, берҙәмлектә, үҙ йортоңда. Рәсәйгә лә насар түгел: илен ҙурайтты, көньяҡта Ҡара диң­геҙгә ул хужа тиһәң дә була.
Фәнзил ХӘСӘНОВ, хеҙмәт ветераны:
– Нисек кенә булмаһын, былай ҙа ут эсендә ҡайнаған Украина өсөн би­лә­мәһенең ҙур бер өлөшөнән ҡолаҡ ҡа­ғыу еңел булмағандыр. Уйлап ҡара­ғанда, кемдең үҙ ерен, байлығын юғалтҡыһы килһен инде?! Әммә ватандаштары­быҙ­ҙың үҙ иленә ынтылышын бер ни­мә менән дә үлсәп булмай. Халыҡ-ара низағтар, ыҙғыштар, санкциялар үтер ҙә китер ул, иң мөһиме – үҙ-ара татыу булайыҡ.

Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА яҙып алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды

Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар башланды 06.11.2026 // Йәмғиәт

«Икар» авиакомпанияһы Өфөнән Пхукетҡа тура рейстар асты. Был хаҡта «Өфө» халыҡ-ара аэропортының ......

Тотош уҡырға 6

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы

Ошо көндәрҙә Салауат Юлаевтың бронза һәйкәлен ҡойоу башлана – Башҡортостан Башлығы 06.11.2026 // Йәмғиәт

Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургтың «Монументскульптура» заводында Салауат Юлаевтың бронза ......

Тотош уҡырға 6

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай 06.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан йәш йырсы Беренсе каналда «Голос. Дети» телешоуында сығыш яһай...

Тотош уҡырға 5

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде 06.11.2026 // Йәмғиәт

Республикала һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле М-5 «Урал» трассаһында хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 7

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты

Тағы бер авиакомпания Өфө – Дубай маршруты буйынса осоштар программаһын асты 05.11.2026 // Йәмғиәт

«Победа» авиакомпанияһы «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Дубайға, Аль-Мактум аэропортына тура рейстар ......

Тотош уҡырға 6

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа 05.11.2026 // Йәмғиәт

Республиканың таулы райондарында ҡар яуа...

Тотош уҡырға 7

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй

Башҡортостан Башлығының Тура бәйләнеш күсмә студияһы республиканың төньяҡ-көнсығышында эшләй 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров менән Тура бәйләнешкә халыҡтан мөрәжәғәттәр һәм ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта 05.11.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда -7 градусҡаса һыуыта...

Тотош уҡырға 6

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә 03.11.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә автомобиль күперҙәрендә хәрәкәт тиҙлеге сикләнә...

Тотош уҡырға 5

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды 03.11.2026 // Йәмғиәт

4 ноябрҙә поликлиникаларҙың эш графигы билдәле булды...

Тотош уҡырға 5

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Президент Владимир Путин Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының штат һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 6

Радий Хәбиров  Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы 03.11.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров Халыҡтар берҙәмлеге көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы...

Тотош уҡырға 6


Комментарий өҫтәргә