Ҡырымда референдум үтеүгә бер йыл тулды. Хәтерегеҙҙәлер, ярымутрау халҡы унда Рәсәй менән берләшеү теләген белдергәйне. Һуңыраҡ Ҡырым парламенты бойондороҡһоҙлоҡ тураһында ҡарар сығарҙы. Һөҙөмтәлә Ҡырым менән Севастополь беҙҙең Федерацияға ҡушылды. Был сараның әһәмиәтен халыҡ нисек баһалай икән?
Әҡсән МӨСЛИМОВ, йәмәғәт эшмәкәре:– Илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн был ваҡиға айырым әһәмиәткә эйә, сөнки Ҡырым элек-электән беҙҙең ер булған. Ярымутрауҙың кире ҡайтыуын СССР дәүерендә ебәрелгән ҙур тарихи хатаны төҙәтеү кеүек ҡабул иттем. Ҡырымда Башҡортостан вәкиллеге лә төҙөлдө. Ул ике республика араһындағы үҙ-ара файҙалы сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, мәҙәни, гуманитар бәйләнештәрҙе киңәйтеү һәм тәрәнәйтеү йәһәтенән үҙ өлөшөн индерер тип ышанам.
Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ, публицист:
– Рәсәй дәүләтселеге, ғөмүмән, Рәсәй ҡәүеменең тарихы Ҡырым менән бәйләнгән. Уның һәр ҡарыш еренә ватандаштарыбыҙҙың ҡаны тамған. Ауылдашым Нуретдин ағай Абдуллиндың Севастополдән яҙған хаттарын әле булһа ҡәҙерләп һаҡлайым. Ул Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, ошо биләмәләрҙе фашистарҙан һаҡлап, һәләк булды. Ҡырым, уның халҡы беҙҙең өсөн һәр саҡ яҡын булды тимәксемен. Бер йыл элек, халыҡ ихтыярын иҫәпкә алып, шул тиклем яуаплы аҙымға йөрьәт иткән ил етәксеһенә афарин!
Айрат ФӘХРЕТДИНОВ, эшҡыуар:– Үҙәк телеканалдарҙың береһендә билдәле журналист, Ҡырымға бәйле хәл-ваҡиғаларҙы баһалап, “Беҙ көткәндән насарыраҡ булды, ләкин элеккегә ҡарағанда һәйбәтерәк”, тигәйне. Ошо фекер менән тулыһынса килешәм.
Әнисә КӘРИМОВА, уҡытыусы:– Майлы ҡалъяға ымһынғандар күп булды, әлбиттә. Йылы, йомшаҡ климат, өс яҡтан ярҙарын йыуған Ҡара диңгеҙ, караптар туҡтарға уңайлы ҡултыҡтар, бихисап үҫемлеккә бай ер... Ниһайәт, был низағтар артта ҡалды. Бер йыл – тыныслыҡта, берҙәмлектә, үҙ йортоңда. Рәсәйгә лә насар түгел: илен ҙурайтты, көньяҡта Ҡара диңгеҙгә ул хужа тиһәң дә була.
Фәнзил ХӘСӘНОВ, хеҙмәт ветераны:
– Нисек кенә булмаһын, былай ҙа ут эсендә ҡайнаған Украина өсөн биләмәһенең ҙур бер өлөшөнән ҡолаҡ ҡағыу еңел булмағандыр. Уйлап ҡарағанда, кемдең үҙ ерен, байлығын юғалтҡыһы килһен инде?! Әммә ватандаштарыбыҙҙың үҙ иленә ынтылышын бер нимә менән дә үлсәп булмай. Халыҡ-ара низағтар, ыҙғыштар, санкциялар үтер ҙә китер ул, иң мөһиме – үҙ-ара татыу булайыҡ.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА яҙып алды.