(В. Айҙаров, “Көслөлөкмө, әллә тупаҫлыҡмы?”, 2014 йыл, 8 ноябрь)
Мәҡәлә туй күренешенән башлана, ундағы кәләштең “утты, һыуҙы кискән” булыуы ла яҡшы аңлашыла. Артабан был хәл тамам ҡуйыра – йәш ҡатынының ҡылығына түҙемлеге ҡалмаған ирҙең ғүмере фажиғәле өҙөлә.
Республикабыҙ баҫмаларында ир-егет менән ҡатын-ҡыҙ мөнәсәбәттәре хаҡындағы яҙмалар даими сығып килә. Берәүҙәр ара боҙолоуында ирҙе ғәйепләһә, икенселәре уны ҡатынға япһара. Был – күп ҡырлы һәм ҡатмарлы мәсьәлә. В.Айҙаровтың мәҡәләһендә ул күберәк психологик һәм әхлаҡи күҙлектән тасуирлана. Баштан уҡ шуны әйтәйем: мин автор менән фекерҙәшмен.
Оло йәштәге табип-ветеран, Ислам ҡанундарын һанлаған мөслим булараҡ, мин мәсьәләне медик-биологик, дини йәһәттән асыҡларға, ошо мөхиттә тыуған “мажаралар”, уларҙың хәл ителеше өсөн башлыса нескә зат яуаплы икәнен иҫбатларға тырышасаҡмын.
Һүҙ барған күренештең сиселеше йыш ҡына кире һөҙөмтәгә килтереүе ирҙәрҙең дә, ҡатындарҙың да төп тәғәйенләнешен онотоуында, һәр төрлө вазифаларын дөрөҫ башҡара белмәүендәлер. Заман ҡатын-ҡыҙҙары: “Беҙ ирҙәрҙән кәм түгел, хоҡуҡтарыбыҙ уртаҡ”, — тип тигеҙлек яғын ҡыуа. Әммә мәсьәләнең башҡа әтнәкәһе лә бар бит әле…
Гүзәл зат менән ирҙәрҙең кәүҙә, тән төҙөлөшөндәге айырманы һәр бәлиғ кеше яҡшы белә, унда барған процестарҙың төрлөлөгө хаҡында медицина өлкәһе хәбәрҙар. Ошо үҙенсәлекле сифаттар арҡаһында ир һәм ҡатындың фекер йөрөтөүе лә, психологияһы ла бер-береһенән ҡырҡа айырыла.
Хайуандар донъяһын кешелек менән туранан-тура сағыштырмағанда ла, оҡшашлыҡтарын күрергә була. Һәр тереклектә лә ата – һунарсы, һөжүм итеүсе, ә инә балаларҙы ҡурсалау, үҫтереү сифаттары менән айырыла. Ҡыҙ балала үҙҙәренең кесе туғандарын ҡарау, ярҙамлашыу тойғоһо малайҙарға ҡарағанда күпкә иртәрәк бөрөләнә. Был, мәҫәлән, ҡурсаҡ уйындарында ла асыҡ сағыла. Ә ир бала иһә бәләкәйҙән ярыш, көс һынашыу менән мауыға.
Ҡыҙҙарҙа әсәлек хисе енси өлгөрөү мәлендә үк, йәғни 14-15 йәштә, ә егеттәрҙә атайлыҡ тойғоһо 20 йәштән дә һуңыраҡ уяна. Шуға күрә ир-ат был осорҙа енси бәйләнеш тураһында хисләнһә лә, өйләнеү хаҡында уйлап та бирмәй. Нәҡ ошо осорҙа ҡыҙҙар алдана ла, сөнки ысынлап яратҡан егеттең никахҡа ҡәҙәр түшәккә һөйрәмәгәнен оноталар. Бындай осраҡта егетте хазинаны ҡулға төшөрөргә теләгән “енәйәтсе” тип уйлаһаҡ, хазина асҡысы ҡыҙҙың үҙ ҡулында, шәхси ихтыярында булып сыға ла баһа.
Дөрөҫ, замана ҡыҙҙары араһында кейәүгә сыҡҡанда ғиффәтле булыу мотлаҡ түгел тигән хата ҡараш йәшәй. Был – Көнбайыш илдәре тарафынан пропагандаланған енси револю- ция эҙемтәһе. Хәҙер улар, киреһенсә, ысын ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙеүгә, сафлыҡҡа әйләнеп ҡайтты. Ә беҙҙә тоҡандырылған был революция һүнеү түгел, ҡыҙа ғына бара. Һөҙөмтәлә йоғошло венерик ауырыуҙарҙың һаны ла йылдан-йыл арта.
Ҡыҙҙарҙың тиҙерәк ғаилә ҡороп, әсә булыу теләген медик-биологик яҡтан аңлатыу еңелерәк: уларға бының өсөн, уртаса алғанда, 15 йәштән 45 йәшкә тиклемге ваҡыт бирелгән, уның да һуңғы 10 йылында балаға тәүгә ауырға ҡалыу хупланмай. 35 йәштән уҙған ҡатындан тыуған баланың һаулығына, булмышына кире йоғонто тәьҫир итеүе ихтимал. Тимәк, ҡатын-ҡыҙға беренсе бала табыуҙың ҡулай осоро 18-ҙән 28 йәшкә тиклем, ә ирҙәрҙең атай булыу мөмкинлеге, сәләмәт тормош алып барған хәлдә, 15 йәштән ғүмерҙәренең аҙағына тиклем дауам итә. Ошонан сығып, ирҙәр һәм ҡатындар араһында бар яҡлап та тигеҙлек бармы икәнлеге тураһында гәзит уҡыусылар үҙҙәре уйлар.
Һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар араһында “ультра” әүҙемдәр күбәйҙе. Улар тәүфиҡлы гүзәл затты зәңгәр экрандарҙан: “Мин ирҙәрҙе түшәк өсөн ҡасан теләйем, шунда үҙем һайлап алам”, — тип үҙҙәренә оҡшарға саҡыра түгелме? Был хәл ҡыҙғаныс та, ҡурҡыныс та. Ни өсөнмө?
Беренсенән, үтә әүҙемдәр ҡотҡоһона бирелеп, никахһыҙ енси бәйләнешкә инеү ҡатын-ҡыҙ өсөн үтә лә хәүефле. Бындай осраҡта киләсәктә бәхетле ғаилә ҡороуға телегония төшөнсәһе янауы ихтимал.
Икенсе хәүеф тә ҡатындарҙы йышыраҡ һағалай, сөнки улар венерик сирле ир-аттың ауырыуын тулыһынса йоҡтора. Ә һуңғылары был аяныслы хәлгә тарымаҫҡа ла мөмкин.
Өсөнсө ҡурҡыныс, нескә заттан тыш, уларҙың никахһыҙ тыуған балаларына ла янай. Үтә йылғыр йәш ҡатындар танһығы ҡанғансы йөрөп, 30-35 йәштәрҙә “үҙе өсөн генә” бик теләп һайлаған “супермен”дан йә танылған шәхестән ауырға ҡалып, бала таба. Тиҫтәләгән ҡатын бер үк ирҙе һайлап, ошо атанан яралған күмәк ҡыҙ һәм малай тыуыуы ихтимал. Әгәр шул балалар үҫеп етеп, өйләнешеп, бала тапһа, нәҫелдән күскән, йәғни яҡын туғандарҙың енси бәйләнеше һөҙөмтәһендәге сирҙәр хасил була. Был бәлә бигерәк тә бәләкәй ҡала һәм ауылдар өсөн хәүефле, тимәк, атай кеше мотлаҡ билдәле булырға тейеш.
Еңел холоҡло ҡатындың үҙенә лә, тыуыр балаһының яҙмышына ла дүртенсе иҫкәртеү иһә – аҙғынлыҡтың сигенә еткән әсәнең сабыйында бер нисә ирҙең һыҙаттары сағылыуы.
Мөхәммәт пәйғәмбәр бер хәҙисендә: “Ожмах – ҡатын-ҡыҙҙарҙың аяҡ аҫтында”, – тиһә лә, икенсеһендә: “Мин тамуҡта ирҙәргә ҡарағанда ҡатындарҙы күберәк күрәм”, – тип бәйән итә. Был да “тылсымлы асҡыс”тың тап нескә зат ҡулында булыуына ишаралай.
Юғарыла яҙылғандарҙан сығып, автор ҡыҙҙарға насар ҡарашта тип уйламағыҙ. Бәхеткә күрә, донъя йөҙөндәге һәр халыҡта ла тәртипле-тәүфиҡлы ирҙәр, ҡатындар байтаҡ, әммә араларында ямандар ҙа осрап ҡуя.
Ғаиләләге тәртипһеҙлекте, ыҙғыштарҙы, уларға бәйле ярлылыҡты күреп, тирә-яҡтағы кешеләр: “Быларҙың никахында шайтан ҡатнашҡандыр”, — ти. Ә һоҡланғыс, татыу, мөхәббәтле ғаиләләр хаҡында: “Улар пар күгәрсендәр кеүек татыу, пар аҡҡоштар кеүек матур, — тип һоҡланалар һәм, — уларҙың никахына Аллаһ үҙе фатиха биргәндер”, — тип өҫтәйҙәр.
Был һүҙҙәрҙең һәр береһендә ысынбарлыҡ ярылып ята. Үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡмаһын өсөн, дин ҡанундарына ярашлы, ир менән ҡатын бер-береһен һәр төрлө аҙҙырғыс-әүрәткестәрҙән араларға бурыслы.
Ямандарҙан алыҫ, яҡшыларға яҡын булырға тырышайыҡ. Иманлы, күркәм, татыу ғаиләләр артырына өмөтләнәйек.