Һәр ҡыҙҙың бәхете үҙ ҡулында07.03.2015
(В. Айҙаров, “Көслөлөкмө, әллә тупаҫлыҡмы?”, 2014 йыл, 8 ноябрь)
Мәҡәлә туй күренешенән башлана, ундағы кәләштең “утты, һыуҙы кискән” булыуы ла яҡшы аңлашыла. Артабан был хәл тамам ҡуйыра – йәш ҡатынының ҡылығына түҙемлеге ҡалмаған ирҙең ғүмере фажиғәле өҙөлә.


Республикабыҙ баҫмаларында ир-егет менән ҡатын-ҡыҙ мөнәсә­бәттәре хаҡын­дағы яҙмалар даими сығып килә. Берәү­ҙәр ара боҙоло­уында ирҙе ғәйепләһә, икенселәре уны ҡатынға япһара. Был – күп ҡырлы һәм ҡатмарлы мәсьәлә. В.Айҙаровтың мәҡәләһендә ул күберәк психологик һәм әхлаҡи күҙлектән тасуирлана. Баштан уҡ шуны әйтәйем: мин автор менән фекерҙәшмен.
Оло йәштәге табип-ветеран, Ислам ҡанундарын һанлаған мөс­лим булараҡ, мин мәсьәләне ме­дик-биологик, дини йәһәттән асыҡ­­ларға, ошо мөхиттә тыуған “ма­жаралар”, уларҙың хәл ителеше өсөн башлыса нескә зат яуап­лы икәнен иҫбатларға ты­ры­шасаҡ­мын.
Һүҙ барған күренештең сиселеше йыш ҡына кире һөҙөмтәгә килтереүе ирҙәрҙең дә, ҡатын­дарҙың да төп тәғәйенләнешен онотоуында, һәр төрлө вазифаларын дөрөҫ башҡара белмәүен­дәлер. Заман ҡатын-ҡыҙҙары: “Беҙ ирҙәрҙән кәм түгел, хоҡуҡтарыбыҙ уртаҡ”, — тип тигеҙлек яғын ҡыуа. Әммә мәсьәләнең башҡа әтнәкәһе лә бар бит әле…
Гүзәл зат менән ирҙәрҙең кәүҙә, тән төҙөлөшөндәге айырманы һәр бәлиғ кеше яҡшы белә, унда барған процес­тарҙың төрлөлөгө хаҡында медицина өлкәһе хәбәрҙар. Ошо үҙенсә­лек­ле сифаттар арҡаһында ир һәм ҡатындың фекер йө­рөтөүе лә, психология­һы ла бер-береһенән ҡырҡа айырыла.
Хайуандар донъяһын кешелек менән туранан-тура сағыштырмағанда ла, оҡшашлыҡтарын күрергә була. Һәр тереклектә лә ата – һунарсы, һөжүм итеүсе, ә инә балаларҙы ҡурсалау, үҫтереү сифаттары менән айырыла. Ҡыҙ балала үҙҙәренең кесе туғандарын ҡарау, ярҙамлашыу тойғоһо малайҙарға ҡарағанда күпкә иртәрәк бөрөләнә. Был, мәҫәлән, ҡурсаҡ уйындарында ла асыҡ сағыла. Ә ир бала иһә бәләкәйҙән ярыш, көс һынашыу менән мауыға.
Ҡыҙҙарҙа әсәлек хисе енси өлгөрөү мәлендә үк, йәғни 14-15 йәштә, ә егет­тәрҙә атайлыҡ тойғоһо 20 йәш­тән дә һуңыраҡ уяна. Шуға күрә ир-ат был осорҙа ен­си бәйләнеш ту­раһында хислән­һә лә, өйләнеү хаҡында уйлап та бирмәй. Нәҡ ошо осорҙа ҡыҙҙар алдана ла, сөнки ысынлап яратҡан егеттең никахҡа ҡәҙәр түшәккә һөйрәмәгәнен оноталар. Бындай осраҡта егетте хазинаны ҡулға төшөрөргә теләгән “енәйәтсе” тип уйлаһаҡ, хазина асҡысы ҡыҙҙың үҙ ҡулында, шәхси ихтыярында булып сыға ла баһа.
Дөрөҫ, замана ҡыҙҙары араһында кейәүгә сыҡҡанда ғиф­фәт­ле булыу мот­лаҡ түгел тигән хата ҡараш йәшәй. Был – Көнбайыш ил­дәре тарафынан пропа­гандаланған енси рево­лю- ция эҙем­тәһе. Хәҙер улар, киреһенсә, ысын ғаилә ҡим­мәттәрен тергеҙеүгә, сафлыҡҡа әйләнеп ҡайтты. Ә беҙҙә тоҡандырылған был революция һүнеү түгел, ҡыҙа ғына бара. Һөҙөмтәлә йоғошло венерик ауырыуҙарҙың һаны ла йылдан-йыл арта.
Ҡыҙҙарҙың тиҙерәк ғаилә ҡороп, әсә булыу теләген медик-биологик яҡтан аңлатыу еңелерәк: уларға бының өсөн, уртаса алғанда, 15 йәштән 45 йәшкә тиклемге ваҡыт бирелгән, уның да һуңғы 10 йылында балаға тәүгә ауырға ҡалыу хупланмай. 35 йәштән уҙған ҡатындан тыуған баланың һаулығына, булмышына кире йоғонто тәьҫир итеүе ихтимал. Тимәк, ҡатын-ҡыҙға беренсе бала табыуҙың ҡулай осоро 18-ҙән 28 йәшкә тиклем, ә ирҙәрҙең атай булыу мөм­кинлеге, сәләмәт тормош алып барған хәлдә, 15 йәштән ғүмерҙәренең аҙағына тиклем дауам итә. Ошонан сығып, ирҙәр һәм ҡатындар араһында бар яҡлап та тигеҙлек бармы икәнлеге тураһында гәзит уҡыусылар үҙҙәре уйлар.
Һуңғы йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар ара­һында “ультра” әүҙемдәр күбәйҙе. Улар тәүфиҡлы гүзәл затты зәңгәр экрандар­ҙан: “Мин ирҙәрҙе түшәк өсөн ҡасан теләйем, шунда үҙем һайлап алам”, — тип үҙҙәренә оҡшарға саҡыра түгелме? Был хәл ҡыҙғаныс та, ҡурҡыныс та. Ни өсөнмө?
Беренсенән, үтә әүҙемдәр ҡотҡоһона бирелеп, никахһыҙ енси бәйләнешкә инеү ҡатын-ҡыҙ өсөн үтә лә хәүефле. Бындай осраҡта киләсәктә бәхетле ғаилә ҡороуға телегония төшөнсәһе янауы ихтимал.
Икенсе хәүеф тә ҡатындарҙы йышы­раҡ һағалай, сөнки улар венерик сирле ир-аттың ауырыуын тулыһынса йоҡтора. Ә һуңғылары был аяныслы хәлгә тарымаҫҡа ла мөмкин.
Өсөнсө ҡурҡыныс, нескә заттан тыш, уларҙың никахһыҙ тыуған балаларына ла янай. Үтә йылғыр йәш ҡатындар танһығы ҡанғансы йөрөп, 30-35 йәштәрҙә “үҙе өсөн генә” бик теләп һайлаған “супермен”дан йә танылған шәхестән ауырға ҡалып, бала таба. Тиҫтәләгән ҡатын бер үк ирҙе һайлап, ошо атанан яралған күмәк ҡыҙ һәм малай тыуыуы ихтимал. Әгәр шул балалар үҫеп етеп, өйләнешеп, бала тапһа, нәҫелдән күскән, йәғни яҡын туғандарҙың енси бәйләнеше һөҙөмтә­һендәге сирҙәр хасил була. Был бәлә бигерәк тә бәләкәй ҡала һәм ауылдар өсөн хәүефле, тимәк, атай кеше мотлаҡ билдәле булырға тейеш.
Еңел холоҡло ҡатындың үҙенә лә, тыуыр балаһының яҙмышына ла дүртенсе иҫкәртеү иһә – аҙғынлыҡтың сигенә еткән әсәнең сабыйында бер нисә ирҙең һыҙаттары сағылыуы.
Мөхәммәт пәйғәмбәр бер хә­ҙисендә: “Ожмах – ҡатын-ҡыҙҙарҙың аяҡ аҫтында”, – тиһә лә, икенсеһендә: “Мин тамуҡта ирҙәргә ҡарағанда ҡатындарҙы күберәк күрәм”, – тип бәйән итә. Был да “тылсымлы асҡыс”тың тап нескә зат ҡулында булыуына ишаралай.
Юғарыла яҙылғандарҙан сығып, автор ҡыҙҙарға насар ҡарашта тип уйламағыҙ. Бәхеткә күрә, донъя йөҙөндәге һәр халыҡта ла тәртипле-тәүфиҡлы ирҙәр, ҡатындар байтаҡ, әммә араларында ямандар ҙа осрап ҡуя.
Ғаиләләге тәртипһеҙлекте, ыҙ­ғыш­тар­ҙы, уларға бәйле яр­лылыҡты күреп, тирә-яҡтағы кешеләр: “Быларҙың никахында шайтан ҡатнашҡандыр”, — ти. Ә һоҡ­ланғыс, татыу, мөхәббәтле ғаиләләр хаҡында: “Улар пар күгәрсендәр кеүек татыу, пар аҡҡоштар кеүек матур, — тип һоҡланалар һәм, — уларҙың никахына Аллаһ үҙе фатиха биргәндер”, — тип өҫтәйҙәр.
Был һүҙҙәрҙең һәр береһендә ысын­барлыҡ ярылып ята. Үҙ-ара аңлашылмау­санлыҡ килеп сыҡ­маһын өсөн, дин ҡанун­дарына ярашлы, ир менән ҡатын бер-береһен һәр төрлө аҙҙырғыс-әүрәт­кестәрҙән араларға бурыслы.
Ямандарҙан алыҫ, яҡшыларға яҡын булырға тырышайыҡ. Иманлы, күркәм, татыу ғаиләләр артырына өмөтләнәйек.







Вернуться назад