Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Изге, ҡәҙерле мәктәп һуҡмағы
…Һуҡмаҡ буйлап етәкләшеп икәү килә: береһе дәфтәрҙәр тултырылған ҙур сумка тотҡан, икенсеһе арҡаһына портфель йөкмәгән. “Дәрестә иғтибарлы бул, уҡытыусы һөйләгәнде тыңлап ҡына ултыр”, – тип кәңәш бирә өлкәне. “Кисә класташыма ҡарағанда һәйбә­терәк һөйләнем, ә уҡытыусы миңә – “дүртле”, уға “бишле” ҡуйҙы…” “Башыңда булһын, балам, билдә менән генә әллә ҡайҙа бара алмаҫһың”.
Әңгәмәләшеүселәр – әсәйем менән мин. Мәктәпкә китеп барабыҙ. Ул – уҡытыусы, мин – уҡыусы.


Мәктәп юлы. Ғәжәп серле, изге, ҡәҙерле ул минең өсөн. Әсәйем, беренсе уҡытыусым Мәхтүрә апай, класс етәкселәрем… Улар миндә педагог һөнәренә мөхәббәт, ихтирам тәрбиәләп кенә ҡалманы, ә өлгө, маяҡ та булды.
Уҡытыусы һөнәренең асылына Бәләбәй педагогия училищеһында белем алғанда нығыраҡ төшөнә башланым. Азат Әхмәтғәлиевтең төркөмөнә эләгеүемде лә тормоштоң бер бүләге итеп ҡабул иттем. Беҙгә ул методик белем генә түгел, ысын тормош дәресе бирҙе. Азат Әсғәт улы бағаналап алыуҙың методикаһын өйрәтә: тиҫтә аҫтына – тиҫтәләрҙе, берәмектәрҙекенә берәмектәрҙе яҙабыҙ. Өстән етене алыу мөмкин түгел, шунлыҡтан бер тиҫтәне ваҡлайбыҙ, 13 була…
– Ә беҙгә уҡытыусы улай өйрәтмәне, – тип ҡаршы төшәм.
– Ә нисек өйрәтте?
– Күршегә үтескә инәбеҙ, тине.
– Аңланыңмы һуң?
– Эйе.
– Тимәк, дөрөҫ өйрәткән.
Балаға барыһын да китапта яҙылғанса ғына аңлатырға ярамағанлығын һәм бының мөмкин түгеллеген шул саҡта уҡ төшөндөм. Тәүге методик асышым тап ошолор, тип уйлайым.
Сирек быуатҡа яҡын уҡытыусы булып эшләү дәүеремдә үҙемә ниндәйҙер асыш яһамаған берәй көнөм булдымы икән? Юҡтыр. Беҙҙең эш тә тап ошо сифаты менән үҙенә йәлеп итеп тора бит. Мәктәптән ҡайтҡас, ял итеп алған арала, уҙып барған көнөмдө яңынан күңелемдән үткәреп сығам: ниҙәр башҡарҙым, дәрестәрем нисек үтте, дөрөҫ эшләнемме, ҡайҙа хаталандым? Маҡсаттарға өлгәшеүҙең сере – уҡытыусы менән уҡыусы араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәт. Һәр балала шәхес күрә белеү, ниндәй булыуҙарына ҡарамаҫтан, һәммәһен дә ихтирам итеү уҡытыусыға шаңдау кеүек әйләнеп ҡайта. Балаларҙың мөхәббәтен яулау өсөн уларҙың үҙҙәрен яратыу мөһим. Шул ваҡытта ғына уларҙа һин уҡытҡан предметҡа ла ыңғай мөнәсәбәт барлыҡҡа килә.
Башҡорт теле дәүләт статусында барлыҡ белем биреү учреждениеларында уҡытыла башлағас, ифрат күп ҡаршылыҡ аша үтергә тура килде. “Уны былай ҙа аңлайбыҙ, балаларҙың башын бутайһығыҙ” кеүек һүҙҙәр йыш ишетелде. Шунлыҡтан уҡыусылар менән генә түгел, ата-әсә менән дә эш алып барҙым. Бөгөн иһә балаларҙың телде ни тиклем ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнеүен күреп, һөйөнөп бөтә алмайым. Ата-әсәнең ярҙамын тойоу эшкә ҙур дәрт һәм яуаплылыҡ өҫтәй. Нисек быға өлгәштемме? Әлбиттә, сәбәп ошондай аңлатыу эштәрен алып барыуҙа: башҡа телдәрҙе өйрәнеү туған телде барлыҡ нескәлегендә аңларға ярҙам итә, дәүләт телен өйрәнеү балаларҙа Ватанға һөйөү, илһөйәрлек тәрбиәләй, әҙәбиәт уҡыу – тормош мәктәбе үтеү… Ҡайһы бер рухи ҡиммәттәр юғалып барған осорҙа үҫеп килгән быуынды арҙаҡлы шәхестәребеҙ Ҡаһым түрә, Кинйә абыҙ, Алдар, Салауат батырҙар һәм башҡа шәхестәр өлгөһөндә тәрбиәләү ифрат мөһим.
Педагогтың баланы күңелен һалып уҡытыуы зарур. Әҫәрҙәрҙе тел шымартыу өсөн генә өйрәнеү ыңғай һөҙөмтә бирмәй. Мәҫәлән, бер саҡ VII класта Фәрзәнә Аҡбулатованың “Атай икмәге” тигән хикәйәһен уҡый инек. Дәрестә бер-ике уҡыусымдың күҙ йәшен һөртөп алғанын күрҙем. Хикәйәнең ҡалған өлөшөн өйгә уҡырға бирҙем. Икенсе көндө балаларҙың күбеһе әҫәрҙе илап уҡығаны хаҡында әйтте. Тимәк, яҙылғанды йөрәктәре аша үткәргәндәр. Күңелдәрендә ҡыҙғаныу, йәлләү, шул уҡ ваҡытта һуғыш осоро балаларының түҙемлегенә һоҡланыу хистәре тыуған икән, бер ҡасан да насарлыҡ ҡылмаясаҡтар.
Дәрестәрҙә проблемалы хәлдәр булдырыуым уҡыусыларға эҙләнергә, тикшеренеү эштәре менән шөғөлләнергә этәргес бирә. Халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, ышаныу-инаныуҙарын, тел ижадын өйрә­нәбеҙ, йола байрамдарын сәхнәләштерәбеҙ. Дәрестәрҙә төрлө уйын алымдарын ҡулла­ныуым балаларҙың сығыш яһау оҫталығын арттырыуға ҙур өлөш индерә. Әйтәйек, ауылыбыҙҙың тарихын сәхнәләштерҙек, уны үҙебеҙҙә генә түгел, районда ла яратып ҡаранылар.
Ғөмүмән, уҡытыусының уңышлы эш нигеҙ­ҙәре шулар: һайлаған һөнәреңде, балаларҙы яратыу; уҡытҡан предметыңды ныҡлы белеү; ата-әсә, балалар менән дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыу; төрлө методик алымдарҙы урынлы ҡулланыу; алдынғы технологияларҙы, башҡаларҙың хеҙмәт тәжрибәһен өйрәнеү.
…Таныш һуҡмаҡ, таныш эш. Ул һәр көн сағыу биҙәктәр, яңы асыштар, тәьҫораттар, тәжрибә менән байый, тулылана бара. Артабан да шулай дауам итһен ине.

Дамира ХӨСНӨТДИНОВА,
Яңы Бөртөк мәктәбе уҡытыусыһы.




Район: Краснокама районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә