Салауат Ғайсин — республиканың элемтә тармағын үҫтереүгә оҙаҡ йылдар ҙур көс һәм тырышлыҡ һалған шәхестәрҙең береһе, билдәле йәмәғәт эшмәкәре. Ул бөгөн дә ошо тармаҡта хеҙмәтен дауам итә — “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе, “Ростелеком” асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты советнигы. Ошо көндәрҙә Салауат Мөхтәр улы үҙенең олуғ юбилейын билдәләй.Әсә фатихаһы...Ат егелгән. Нәҡиә апай, барса борсолоу-көйөнөстәрен күңел пәрҙәһе артына йәшерергә тырышып, улы Салауатты юлға әҙерләй. Булғанса кейем-һалым, тамаҡ ялғарлыҡ ризыҡ арбаға һалынғас, Мөхтәренә оҡшап, ыҡсым кәүҙәле булып үҫеп килгән улының арҡаһынан һөйөп алды. Эйе, улы нәҡ атаһы күрергә теләгәнсә сынығып көслө булып үҫә. Ә бит Мөхтәре һуғышҡа киткәндә ни бары йәш тә өс айлыҡ ҡына булып ҡалғайны. Ҡәһәрле һуғыш һөйөп-һөйөлөр, иңде иңгә ҡуйып рәхәтләнеп тормош көтөр саҡта Нәҡиәне – тол, улын атайһыҙ итте. Меңдәрсә йәш ҡатындың иңенә төшкән әсе яҙмышты, һуғыш ауырлыҡтарын бөгөлмәйсә, һынмайса күтәрҙе Нәҡиә. Әммә улының атай хәстәрен тойоп үҫә алмауына бәғере телгеләнде. Ярай әле, аҡыллы, әйткән һүҙендә ныҡлы тора белә. Тик бына Өфө тиклем ҙур ҡалала нисек төпләнеп китер, ауыр саҡтарҙа юғалып ҡалмаҫмы, кемдәр кәңәшсе һәм таяныс булыр?! Урам ҡапҡаһынан сығып, Учалыға барып еткәнсе шул уйҙар тынғы бирмәне Нәҡиә апайға.
Салауат үҙҙәренең Рәсүл ете йыллыҡ мәктәбен “бишле”гә генә тамамланы. Һабаҡташтарының ҡайһы берҙәре колхозда эшкә ҡалды, кемдәрҙер ФЗО-ға юлланды. Ә Салауаттың уйында уҡыуын нисек тә артабан дауам итеү булды. Белем алырға атлығып торған балаға ҡаршы төшәме ни инде әсә кеше?! Уҡытыусылар менән кәңәшләштеләр ҙә документтарын РОНО аша Өфөләге 9-сы мәктәп-интернатҡа (хәҙерге Р. Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) юлланылар. Унда аталары һуғышта һәләк булған балаларҙы уҡырға ҡабул итәләр икән. Өҫтәүенә, шул уҡ мәктәптә Салауаттың Рауза исемле ике туған апаһы ла уҡый.
Ниһайәт, Учалыға килеп еттеләр. Ул саҡта баш ҡалаға юлдар бик тә урау булды. Әсәһе Салауатты Мейәскә юлланған йөк машинаһының кузовына ултырта. Һаубуллашҡанда:
– Тырыш, ауырлыҡтарға бирешмә, намыҫлы бул, кешеләргә гел изгелек кенә ҡыл, балам, – тип өгөт-нәсихәт бирҙе.
Эскәмйәлә үткән ун көнМашина ҡуҙғалыуға ҡойоп ямғыр яуа башлай. Мейәскә килеп еткәнсе Салауаттың өҫ-башы лысма һыу була. Өфөгә ҡуҙғалырға торған поезға саҡ-саҡ өлгөрә. Бына шулай көс-хәл менән баш ҡалаға килеп етә.
Әммә Өфө ҡайһы ғына ауыл балаһын ҡосаҡ йәйеп ҡаршы ала икән?! Кешеләрҙән һораша-белешә Красин урамындағы мәктәпте эҙләп таба Салауат. Туғанын көтөп алған Роза уны директорға алып керә.
– Һуңланың, – ти уға мәктәп директоры. – Учалы районы өсөн биш балаға ғына урын бирелгән, ә һин алтынсы булып килдең. Шуға ла документтарыңды кире РОНО-ға ебәрергә тура килде.
Көтөлмәгән хәбәрҙән Салауаттың күҙ алды ҡараңғыланып киткәндәй була. Шул ҡәҙәр өмөтләнеп, мең ғазап менән Өфөгә кил дә кире ҡайтып китме? Юҡ инде, нисек тә уҡырға керергә тейеш ул. Директор уның ниәтен аңлаптыр:
– Ни хәл итәһең, ҡайтып китергә тура киләсәк инде, мин тейешһеҙҙе эшләй алмайым... — тип ҡырт киҫә.
Малай директор кабинетынан башын түбән эйеп сыға. Мәрхәмәтле кешеләр бар бит ул – коридорҙа аптырап ни эшләргә белмәй торғанда, йәнәшәлә баҫып торған берәү:
– Улым, һин мәғариф министрына бар, бик һәйбәт кеше ул Фатима Мостафина, ярҙам итер, – ти.
Салауат менән Роза министрлыҡты юллап китә, ләкин ҡабул итеү бүлмәһендәге ҡыҙ Фатима Хәмит ҡыҙының Мәскәүгә ун көнгә эш буйынса командировкаға китеүен әйтә. Министр урынбаҫарының ишеген шаҡыйҙар. Ул Салауатҡа Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы балалар йортона барырға кәңәш итә. Салауат, бар ҡыйыулығын йыйып, барыбер 9-сы мәктәп-интернатта уҡырға ғына риза буласағын әйтеп һала һәм министрҙың ҡайтыуын көтөргә була.
Урамға сығып, тирә-йүндәге таш йорттарға күҙ һалғас, ни ҡәҙәр яҡлауһыҙ һәм ярҙамһыҙ булыуына төшөнә ул. Ҡайҙа барырға, кемгә һыйынырға, ҡайҙа төндәрҙе үткәрергә? Өҫтәүенә, уҡыу башланғас, Роза апаһын да колхозға көҙгө эшкә ебәрәләр. Ун көн “йәшәү” өсөн мәктәп ихатаһындағы сквер уңайлы ла, ышыҡ та тойола малайға. Шундағы бер эскәмйә уның өсөн тереклек урынына әйләнә. Фонтандан алған һыу менән көнөнә бер булка ашап тамаҡ туйҙыра. Аҡсаһы ла ҡалмай тиерлек. Көҙгө төндөң һалҡыны тәнде лә, йәнде лә өшөтә.
Салауат өсөн ваҡыттың бер ҡасан да былай оҙаҡ үткәне булмағандыр. Ниһайәт, министр ҡайта. Уның бүлмәһенә кереп хәлен аңлатыуға аслыҡтан, яланғаслыҡтан талсыҡҡан малайҙың күҙҙәренән ҡайнар йәш эркелә.
Әлбиттә, был хәлгә юл ҡуйған директорға министрҙан шелтә эләгә. Фатима Хәмит ҡыҙы Салауатты бер һүҙһеҙ уҡырға ҡабул итергә һәм интернатҡа урынлаштырырға күрһәтмә бирә. Малайҙың ҡыуаныстан түбәһе күккә тейгәндәй була.
Министрҙың шәхси йүнәлтмәһеБик тырышып уҡый Салауат. Спорт менән шөғөлләнә. Министр малайҙың уҡыуы менән ҡыҙыҡһынып тора. Бәлки, Фатима Хәмит ҡыҙы шул саҡта уҡ был үҫмерҙең киләсәктә республика өсөн ҙур эш башҡарырға һәләтле шәхес буласағын тойомлағандыр ҙа.
Уҡыуын яҡшы билдәләргә генә тамамлай Салауат Ғайсин. Ул йылдарҙа йәштәрҙең хеҙмәт юлын ябай эшсе булып башлауы ҙур абруй һанала. Салауат та өлгөргәнлек аттестаты алғас, Учалы ҡалаһындағы төҙөлөш тресына ташсы-балта оҫтаһы булып урынлаша. Йыл эсендә беренсе разрядлы эшсенән бишенсе разрядҡа ҡәҙәр күтәрелә.
Ә бына элемтәсе булып китеүе былай була. Мәктәпте тамамлағандың икенсе йылында уларҙың сығарылышын Өфөгә йыялар. Артабан кемде ҡайҙа уҡытыу мәсьәләһе тикшерелә. Министр ҙа ҡатнаша был һөйләшеүҙә.
– Һин, Салауат улым, Новосибирск электротехника институтына бараһың. Республикаға элемтәсе кадрҙар кәрәк. Һин унда Башҡортостандан берҙән-бер студент буласаҡһың, һынатма, – тип киҫәтеп тә ҡуя.
Һис уйламағанда Новосибирскиға юллана ул. Министрҙың һүҙҙәрен хәтеренән сығармай Салауат. Институтта өлгөлө студентҡа әйләнә. Саңғы, коньки, бокс буйынса разрядлы спортсы булараҡ, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Мөхәббәтен дә институтта осрата ул. Иҡтисад факультетында уҡыусы Себер ҡыҙы Тамараға ғашиҡ була. Йәштәр студент йылдарында өйләнешә.
“Ғайсин әфәнде беҙгә бөйөк илдең яҡты теләктәрен еткерә алды”Уҙған быуаттың алтмышынсы йылдар башында республикала элемтә өлкәһендә бигерәк тә инженер кадрҙарға ихтыяж ҙур була. Нәҡ шул осорҙа уҡып ҡайта Салауат Ғайсин. Уны Белорет элемтә эксплуатация-техник үҙәгенә баш инженер итеп тәғәйенләйҙәр. Был предприятие Белорет, Учалы, Бөрйән, Әбйәлил райондарының элемтә селтәрен хеҙмәтләндерә. Бер нисә йылдан уны начальник итеп үрләтәләр. Шул осорҙа өлкә комитет етәкселеге Салауат Мөхтәр улына Мәскәүгә партия эшенә күсергә бер нисә тәҡдим яһай. Әммә Салауат күңеленә яҡын элемтә хеҙмәтен барыһынан да өҫтөн ҡуя, илһамланып эшләй. Элемтә селтәрен үҫтереүҙәге тырышлығын иҫәпкә алып, уны республика сәнәғәт-техник элемтә идараһы начальнигы урынбаҫары итеп Өфөгә күсерәләр.
...Илдә демократик үҙгәрештәр башланғас, етәкселәрҙе хеҙмәт коллективтарының үҙҙәренә һайлау хоҡуғы бирелә. 1987 йылда сәнәғәт-техник элемтә идараһы коллективы предприятие начальнигы итеп бер тауыштан Салауат Ғайсинды һайлай. Уның төплө белгес, оҫта ойоштороусы, замандан бер аҙым алда атлаусы етәксе икәнен беләләр һәм уға ышаналар. Салауат Мөхтәр улының нәҡ шул сифаттары тотош элемтә тармағын яңыртып ҡорорға, заманса технологиялар үҙләштереп, элемтә тармағын донъя кимәленә күтәрергә һәм республиканың социаль-иҡтисади үҫешендә лайыҡлы урын алырға булышлыҡ итә лә инде.
Билдәле, һәр эштең һөҙөмтәһе уның нисек ойошторолоуына бәйле. 1992 йыл элемтәселәр тормошонда тарихи һанала. Республика элемтәселәре илдә беренселәрҙән булып үҙаллылыҡ юлына баҫа һәм “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәте булдырыла. Был инде элемтә эшмәкәрлеген республика мәнфәғәттәренән сығып ойошторорға, эшләп тапҡан аҡсаға үҙҙәре хужа булып, көнүҙәк социаль бурыстарҙы хәл итергә мөмкинлек бирә. Тап шул осорҙа республика етәкселеге тарафынан телефонлаштырыуҙы тиҙләтеү буйынса мөһим программалар ҡабул ителә һәм ғәмәлгә ашырыла. Программаға ярашлы, “Баштелеком”, “Эрикссон Телеком” (Швеция), “АлкательБел” (Бельгия) кеүек киң билдәле фирмалар, шулай уҡ Дания, Төркиә, Көньяҡ Корея һәм башҡа күп илдәр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек бәйләнештәре урынлаштырыла. Былар еңел генә бирелмәй. Салауат Мөхтәр улына ул саҡта илде ҡитғаларҙан аралап торған “тимер пәрҙә”ләрҙе үтергә, иҡтисади һәм эшлекле мөнәсәбәт урынлаштырыу өсөн оҫта дипломат та булырға тура килә. Нәҡ шундай оҫталыҡ менән йәлеп итә ул юғарыла телгә алынған “Эрикссон” фирмаһын. 1994 йылдың ноябрендә уларҙың йыһаздары нигеҙендә ҡала-ара телефон станцияһы эшләй башлай.
Ә һуңыраҡ шведтар былай тип әйтәсәк: “Ғайсин әфәнде беҙгә бөйөк илдең яҡты теләктәрен еткерә алды, ике араға хеҙмәттәшлек күпере һалды. Уға рәхмәт!” Сөнки был ил менән Рәсәй араһындағы сауҙа мөнәсәбәттәре шуға ҡәҙәр бер быуат тынлыҡ кисергән.
Ҡырағай баҙар шарттарында тотош бер тармаҡтың үҫешен социаль йүнәлештә ҡороу өсөн етәксенең бик тә кешелекле булырға тейешлеге бәхәсһеҙ. Телефон элемтәһе, телерадиотапшырыуҙар, Интернет – былар үҙҙәре үк юғары социаль әһәмиәткә эйә. Компания эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә үҫеш алған таксофондар, телемедицина, видеокүҙәтеү, һайлауҙарҙың дәүләт автоматлаштырылған системаһы йәшәйешебеҙҙе, ижтимағи үҫешебеҙҙе заманса бейеклеккә күтәрҙе. Ә инде предприятиеның республикала спортты һәм шифахана-курорт системаһын үҫтереүгә кереткән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Элемтәселәр үҙҙәре төҙөүҙә ҡатнашҡан “Асы” шифаханаһының “Элемтәсе” ведомство профилакторийында ял итә, үҙҙәре һалдырған заманса йорттарҙан баҙар xaҡтарынан күпкә ҡайтыш фатирҙар алып ҡыуана. Шәхсән Салауат Мөхтәр улының спортҡа мөкиббәнлеге “Башинформсвязь-Динамо” футбол клубын ойоштороуға этәргес бирә. Ул Рәсәй күләмендә уңышлы сығыш яһап, спорт һөйөүселәрҙе ҡыуандыра. Ҡарҙа футбол уйнау буйынса үҫмерҙәр араһында “Башинформсвязь” призына Бөтә Рәсәй турнирҙары ла күркәм традицияға әүерелде.
Иң ҡәҙерле бүләк —
киндер күлдәкЭлемтә һәм информатика – бик әүҙем үҫеүсе өлкә. Шуға был тармаҡҡа етәксе кеше замандан бер аҙым алда барырға тейеш. Салауат Мөхтәр улының юғары профессиональ дәрәжәгә эйә етәксе булыуы тураһында республикала ғына түгел, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә лә мәғлүм. “Башинформсвязь” Рәсәйҙең иң яҡшы 1000, Волга буйының иң ҙур – 100, Башҡортостандың иҡтисадын тотороҡло итеүсе ете предприятиеһы исемлегенән урын алды, “Рәсәй иҡтисады лидеры”, “Волга буйы бизнесы лидеры” статустарын яуланы. Алты тапҡыр Monde Sans Fpontier (Франция) халыҡ-ара ассоциацияһының гран-прийына лайыҡ булды. “Прогресс хаҡына хеҙмәттәшлек” халыҡ-ара программаһына ярашлы, фирмаға “Ҙур алтын клише”, “Ҙур алтын жетон”, “Алтын Ника” һәм башҡа абруйлы бүләктәр тапшырылды. “Башинформсвязь” Европаның эшлекле партнерҙар элитар клубына ағза итеп алынды. Салауат Ғайсин бер нисә тапҡыр “Йыл директоры” булып та танылды. Женевалағы “INSAM” юғары эшҡыуарлыҡ һәм идара институтының эксперттар советы “Бизнес лидерҙары йондоҙлоғо” халыҡ-ара рейтинг программаһы һөҙөмтәләре буйынса фирмаға “Бизнес-лидер” исемен бирҙе. Ә Рәсәй – Швейцария бизнес клубы Салауат Мөхтәр улын “Маҡтауға лайыҡ эшлекле абруйы өсөн” алтын миҙалы менән бүләкләне.
Уның күкрәген “Почет Билдәһе” һәм Салауат Юлаев ордендары, “Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн” билдәһе биҙәй. Быларҙы тотош коллектив хеҙмәтенә лайыҡлы баһа тип телгә ала ул. Әммә күңелендә һаҡланған иң ҡәҙерле бер бүләк менән сикһеҙ ғорурланыуын йәшермәй. Үҫмер Салауатҡа баҫыуҙа башаҡты иң күп йыйғаны өсөн колхоз биргән киндер күлдәк ул. Салауат шул саҡта уҡ ете ҡат тир түгеп алған бүләктең генә хаҡ һәм ҡәҙерле булыуын күңеленә беркетеп ҡуя.
Юҡ, ул эште бер ҡасан да дан һәм шөһрәт өсөн башҡарманы. Был уның холоҡ-фиғеленә тап килмәй. Кешеләргә файҙалы, игелекле булһын тип тотона эшкә. Ә ундайҙарҙы халыҡ тиҙ таный һәм ҙур өмөттәр бағлай. Салауат Мөхтәр улы биш саҡырылыш рәттән (ә ундай парламентарийҙар беҙҙә һанаулы) Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты булып һайланды, халыҡтың тәрән ихтирамын һәм ышанысын яуланы. Ауыл кешеләренең көнкүрешен яҡшыртыу, көнүҙәк социаль мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеү өсөн ул ваҡытын да, көсөн дә ҡыҙғанманы.
Инде күптән ҡалала йәшәһә лә, тәбиғәте менән ауылдыҡы булып ҡала ул. Бигерәк тә яҡташтарын яҡын күрә. Тыуған ауылында туранан-тура уның булышлығы менән мәктәп, балалар баҡсаһы төҙөлдө, юлдар төҙөкләндерелде, Салауат Мөхтәр улы шәхси аҡсаһына мәсет тә һалдырҙы. Тыуған ерендә халыҡтың күркәм йолаларын яңыртыу өсөн мөһим сараларға, әйтәйек, һабантуйҙарға бағыусылыҡ итә. Ул – Учалы һәм Күгәрсен райондарының почетлы гражданы.
...Нәҡиә апайға Хоҙай оҙон һәм бәрәкәтле ғүмер бүләк итте. Ул Салауаты менән ғорурланып йәшәне, улының әсә кәңәшен ни ҡәҙәр юғары баһалауын күреп һөйөндө. Эйе, Салауат Мөхтәр улының төпкөлдәге Рәсүл ауылынан, тыуған йорт ҡапҡаһынан башланған ғүмер юлы игелектән һәм изгелектән генә туҡылған кеүек. Бик оҙон, оҙаҡ дауам итһен был юл!
Клара ҒИЛӘЖЕВА,
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.