Булмышында – батыр рухы24.02.2015
Булмышында – батыр рухы Салауат Ғайсин — республиканың элемтә тармағын үҫтереүгә оҙаҡ йылдар ҙур көс һәм тырышлыҡ һалған шәхестәрҙең береһе, билдәле йәмәғәт эшмәкәре. Ул бөгөн дә ошо тармаҡта хеҙмәтен дауам итә — “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе, “Ростелеком” асыҡ акционерҙар йәмғиәте президенты советнигы. Ошо көндәрҙә Салауат Мөхтәр улы үҙенең олуғ юбилейын билдәләй.

Әсә фатихаһы

...Ат егелгән. Нәҡиә апай, барса борсолоу-кө­йөнөстәрен күңел пәрҙәһе арты­на йәшерергә тырышып, улы Са­ла­уатты юлға әҙерләй. Булғанса ке­йем-һалым, тамаҡ ялғарлыҡ ризыҡ арбаға һа­лынғас, Мөхтәренә оҡшап, ыҡсым кәүҙәле булып үҫеп килгән улының арҡаһынан һөйөп алды. Эйе, улы нәҡ атаһы күрергә теләгәнсә сы­нығып көслө булып үҫә. Ә бит Мөхтәре һуғышҡа киткәндә ни бары йәш тә өс айлыҡ ҡына булып ҡалғайны. Ҡәһәрле һуғыш һөйөп-һөйөлөр, иңде иңгә ҡуйып рәхәтләнеп тормош көтөр саҡта Нәҡиә­не – тол, улын атайһыҙ итте. Меңдәрсә йәш ҡатындың иңенә төшкән әсе яҙ­мышты, һуғыш ауырлыҡта­рын бөгөл­мәйсә, һынмайса күтәрҙе Нәҡиә. Әммә улының атай хәстәрен тойоп үҫә алмауына бәғере телгеләнде. Ярай әле, аҡыллы, әйткән һүҙендә ныҡлы тора белә. Тик бына Өфө тиклем ҙур ҡа­лала нисек төпләнеп китер, ауыр саҡтарҙа юға­лып ҡалмаҫмы, кемдәр кәңәшсе һәм таяныс булыр?! Урам ҡапҡаһынан сығып, Учалыға барып еткәнсе шул уйҙар тынғы бирмәне Нәҡиә апайға.
Салауат үҙҙәренең Рәсүл ете йыл­лыҡ мәк­тә­бен “бишле”гә генә тамамла­ны. Һабаҡташ­та­ры­ның ҡайһы бер­ҙәре колхозда эшкә ҡалды, кем­дәрҙер ФЗО-ға юлланды. Ә Салауаттың уйын­да уҡыуын нисек тә артабан дауам итеү булды. Белем алырға атлығып торған балаға ҡаршы төшәме ни инде әсә кеше?! Уҡытыусылар менән кәңәшләш­теләр ҙә документтарын РОНО аша Өфөләге 9-сы мәктәп-интернатҡа (хә­ҙерге Р. Ғ­арипов исемендәге 1-се баш­ҡорт республика гимназия-интернаты) юлланылар. Унда аталары һу­ғышта һә­ләк булған балаларҙы уҡырға ҡабул итәләр икән. Өҫтәүенә, шул уҡ мәктәптә Сала­уаттың Рауза исемле ике туған апаһы ла уҡый.
Ниһайәт, Учалыға килеп еттеләр. Ул саҡта баш ҡалаға юлдар бик тә урау булды. Әсәһе Салауатты Мейәскә юл­ланған йөк машинаһының кузовына ултырта. Һаубуллашҡанда:
– Тырыш, ауырлыҡтарға бирешмә, намыҫлы бул, кешеләргә гел изге­лек кенә ҡыл, балам, – тип өгөт-нәсихәт бирҙе.

Эскәмйәлә үткән ун көн


Машина ҡуҙғалыуға ҡойоп ямғыр яуа башлай. Мейәскә килеп еткәнсе Салауаттың өҫ-башы лыс­ма һыу була. Өфөгә ҡуҙғалырға торған поезға саҡ-саҡ өлгөрә. Бына шулай көс-хәл менән баш ҡалаға килеп етә.
Әммә Өфө ҡайһы ғына ауыл ба­лаһын ҡосаҡ йәйеп ҡаршы ала икән?! Кешеләрҙән һораша-белешә Красин урамындағы мәктәпте эҙләп таба Салау­ат. Туғанын көтөп алған Роза уны дирек­торға алып керә.
– Һуңланың, – ти уға мәктәп директоры. – Учалы районы өсөн биш балаға ғына урын би­рел­гән, ә һин алтынсы булып килдең. Шуға ла до­кумент­та­рың­ды кире РОНО-ға ебәрергә тура килде.
Көтөлмәгән хәбәрҙән Салауаттың күҙ алды ҡа­раң­ғыланып киткәндәй була. Шул ҡәҙәр өмөтлә­неп, мең ғазап менән Өфөгә кил дә кире ҡайтып китме? Юҡ инде, нисек тә уҡырға керергә тейеш ул. Ди­ректор уның ниәтен аңлаптыр:
– Ни хәл итәһең, ҡайтып китергә тура киләсәк инде, мин тейешһеҙҙе эшләй алмайым... — тип ҡырт киҫә.
Малай директор кабинетынан ба­шын түбән эйеп сыға. Мәрхәмәтле кешеләр бар бит ул – коридорҙа аптырап ни эшләргә белмәй торғанда, йәнәшәлә баҫып торған берәү:
– Улым, һин мәғариф министрына бар, бик һәй­бәт кеше ул Фатима Мо­с­тафина, ярҙам итер, – ти.
Салауат менән Роза министрлыҡты юллап китә, ләкин ҡабул итеү бүл­мә­һендәге ҡыҙ Фатима Хәмит ҡыҙының Мәскәүгә ун көнгә эш буйынса коман­дировкаға китеүен әйтә. Министр урын­баҫа­ры­ның ишеген шаҡыйҙар. Ул Са­лауатҡа Стәрле­тамаҡ ҡалаһындағы балалар йортона барырға кәңәш итә. Салауат, бар ҡыйыулығын йыйып, барыбер 9-сы мәктәп-интернатта уҡырға ғына риза буласағын әйтеп һала һәм министрҙың ҡайтыуын көтөргә була.
Урамға сығып, тирә-йүндәге таш йорт­тарға күҙ һалғас, ни ҡәҙәр яҡлау­һыҙ һәм ярҙамһыҙ булыуына төшөнә ул. Ҡайҙа барырға, кемгә һыйы­ныр­ға, ҡайҙа төндәрҙе үткәрергә? Өҫтәүенә, уҡыу баш­ланғас, Роза апаһын да колхозға көҙгө эшкә ебәрәләр. Ун көн “йәшәү” өсөн мәктәп ихатаһын­да­ғы сквер уңайлы ла, ышыҡ та тойола малайға. Шундағы бер эскәмйә уның өсөн тереклек урынына әйләнә. Фонтандан алған һыу менән көнөнә бер булка ашап тамаҡ туйҙыра. Аҡсаһы ла ҡал­май тиерлек. Көҙгө төндөң һалҡы­ны тәнде лә, йәнде лә өшөтә.
Салауат өсөн ваҡыттың бер ҡасан да былай оҙаҡ үткәне булмағандыр. Ниһайәт, министр ҡай­та. Уның бүлмә­һенә кереп хәлен аңлатыуға ас­лыҡтан, яланғаслыҡтан талсыҡҡан малайҙың күҙҙәренән ҡайнар йәш эркелә.
Әлбиттә, был хәлгә юл ҡуйған директорға министрҙан шелтә эләгә. Фатима Хәмит ҡыҙы Салауатты бер һүҙһеҙ уҡырға ҡабул итергә һәм интернатҡа урынлаштырырға күрһәтмә бирә. Ма­лайҙың ҡыуаныстан түбәһе күккә тейгәндәй була.

Министрҙың шәхси йүнәлтмәһе

Бик тырышып уҡый Салауат. Спорт менән шө­ғөлләнә. Министр малайҙың уҡыуы менән ҡы­ҙыҡһынып тора. Бәлки, Фатима Хәмит ҡыҙы шул саҡта уҡ был үҫмерҙең киләсәктә республи­ка өсөн ҙур эш башҡарырға һәләтле шәхес буласағын тойомлағандыр ҙа.
Уҡыуын яҡшы билдәләргә генә тамамлай Салауат Ғайсин. Ул йылдарҙа йәштәрҙең хеҙмәт юлын ябай эшсе булып башлауы ҙур абруй һа­нала. Салауат та өлгөргәнлек аттестаты алғас, Учалы ҡалаһындағы төҙөлөш тресына ташсы-балта оҫтаһы булып урынлаша. Йыл эсендә беренсе разрядлы эшсе­нән би­шенсе разрядҡа ҡәҙәр күтәрелә.
Ә бына элемтәсе булып китеүе былай була. Мәктәпте тамамлағандың икенсе йылында улар­ҙың сығарылы­шын Өфөгә йыялар. Артабан кемде ҡайҙа уҡытыу мәсьәләһе тикшерелә. Министр ҙа ҡатнаша был һөйләшеүҙә.
– Һин, Салауат улым, Новосибирск электротехника институтына бараһың. Республикаға элем­тәсе кадрҙар кәрәк. Һин унда Башҡорт­ос­тандан берҙән-бер студент буласаҡһың, һынатма, – тип киҫәтеп тә ҡуя.
Һис уйламағанда Новосибирскиға юллана ул. Министрҙың һүҙҙәрен хәте­ренән сығармай Салауат. Институтта өлгөлө студентҡа әйләнә. Саңғы, конь­ки, бокс буйынса разрядлы спорт­сы булараҡ, төрлө ярыштарҙа ҡат­наша. Мөхәббәтен дә институтта осрата ул. Иҡтисад факультетында уҡыусы Себер ҡыҙы Тамараға ғашиҡ була. Йәштәр студент йылдарында өйләнешә.

“Ғайсин әфәнде беҙгә бөйөк илдең яҡты теләктәрен еткерә алды”

Уҙған быуаттың алтмышынсы йылдар башында республикала элемтә өлкәһендә бигерәк тә инженер кадр­ҙарға ихтыяж ҙур була. Нәҡ шул осорҙа уҡып ҡайта Салауат Ғайсин. Уны Белорет элемтә эксплуатация-техник үҙә­генә баш инженер итеп тәғәйенләйҙәр. Был предприятие Белорет, Учалы, Бөрйән, Әбйә­лил ра­йондарының элем­тә селтәрен хеҙмәт­лән­дерә. Бер нисә йылдан уны на­чаль­ник итеп үрләтәләр. Шул осорҙа өлкә комитет етәкселеге Салауат Мөхтәр улына Мәскәүгә партия эшенә күсергә бер нисә тәҡдим яһай. Әммә Салауат күңеленә яҡын элемтә хеҙмәтен барыһынан да өҫтөн ҡуя, илһамланып эшләй. Элемтә селтәрен үҫтереүҙәге тырышлығын иҫәпкә алып, уны республика сәнәғәт-техник элемтә идараһы начальнигы урынбаҫары итеп Өфөгә күсерәләр.
...Илдә демократик үҙгәрештәр баш­ланғас, етәкселәрҙе хеҙмәт коллектив­тарының үҙҙәренә һайлау хоҡуғы би­релә. 1987 йылда сәнәғәт-техник элемтә идараһы коллективы предприятие начальнигы итеп бер тауыштан Салауат Ғайсинды һайлай. Уның төплө белгес, оҫта ойоштороусы, замандан бер аҙым алда атлаусы етәксе икәнен беләләр һәм уға ышаналар. Салауат Мөхтәр улы­ның нәҡ шул сифаттары тотош элемтә тармағын яңыртып ҡорорға, заманса технологиялар үҙ­ләш­тереп, элемтә тармағын донъя кимәленә күтә­рергә һәм республи­каның социаль-иҡтисади үҫешендә лайыҡлы урын алырға булышлыҡ итә лә инде.
Билдәле, һәр эштең һөҙөмтәһе уның нисек ойошторолоуына бәйле. 1992 йыл элемтәселәр тор­мошонда тарихи һанала. Республика элем­тәсе­лә­ре илдә беренселәрҙән булып үҙал­лылыҡ юлына баҫа һәм “Башинформсвязь” асыҡ акцио­нер­ҙар йәм­ғиәте булдырыла. Был инде элемтә эш­мәкәрлеген республика мәнфәғәт­тәренән сы­ғып ойошторорға, эшләп тапҡан аҡсаға үҙҙәре хужа булып, кө­нүҙәк социаль бурыстарҙы хәл итергә мөмкинлек бирә. Тап шул осорҙа республика етәкселеге тарафынан теле­фонлашты­рыу­ҙы тиҙләтеү буйынса мөһим про­граммалар ҡабул ителә һәм ғәмәлгә ашырыла. Программаға яраш­лы, “Баштелеком”, “Эрикссон Телеком” (Шве­ция), “АлкательБел” (Бельгия) кеүек киң билдәле фирмалар, шулай уҡ Дания, Төркиә, Көньяҡ Корея һәм башҡа күп илдәр менән тығыҙ хеҙмәт­тәшлек бәйләнештәре урынлаштыры­ла. Былар еңел генә бирелмәй. Са­лауат Мөхтәр улына ул саҡта илде ҡитғаларҙан аралап торған “тимер пәрҙә”ләрҙе үтергә, иҡтисади һәм эшлекле мөнәсәбәт урынлаштырыу өсөн оҫта дипломат та булырға тура килә. Нәҡ шундай оҫталыҡ менән йәлеп итә ул юғарыла телгә алынған “Эрикссон” фирмаһын. 1994 йылдың ноябрендә уларҙың йыһаздары нигеҙендә ҡала-ара телефон станция­һы эшләй башлай.
Ә һуңыраҡ шведтар былай тип әйтәсәк: “Ғайсин әфәнде беҙгә бөйөк илдең яҡты теләктәрен етке­рә алды, ике араға хеҙмәттәшлек күпере һалды. Уға рәхмәт!” Сөнки был ил менән Рәсәй араһын­дағы сауҙа мөнәсәбәттәре шуға ҡәҙәр бер быуат тынлыҡ кисергән.
Ҡырағай баҙар шарттарында тотош бер тар­маҡтың үҫешен социаль йүнә­лештә ҡороу өсөн етәксенең бик тә кешелекле булырға тейешлеге бәхәсһеҙ. Телефон элемтәһе, телерадиотап­шы­рыуҙар, Интер­нет – былар үҙҙәре үк юғары социаль әһәмиәткә эйә. Компания эшмәкәрлеге һө­ҙөм­тәһендә үҫеш алған таксофондар, телемедицина, видеокүҙәтеү, һайлауҙарҙың дәүләт ав­томатлаштырылған системаһы йәшә­йе­ше­беҙҙе, ижтимағи үҫешебеҙҙе за­ман­са бейеклеккә кү­тәр­ҙе. Ә инде предприятиеның республикала спорт­ты һәм шифахана-курорт системаһын үҫтереүгә кереткән өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Элемтәселәр үҙҙәре төҙөүҙә ҡатнашҡан “Асы” шифаханаһының “Элемтәсе” ведомство профилакторийында ял итә, үҙҙәре һалдырған заманса йорттарҙан баҙар xaҡтарынан күпкә ҡайтыш фатирҙар алып ҡыуа­на. Шәхсән Салауат Мөхтәр улының спорт­ҡа мөкиббәнлеге “Башинформсвязь-Динамо” футбол клубын ойоштороуға этәргес бирә. Ул Рәсәй күләмендә уңышлы сығыш яһап, спорт һөйөүсе­ләрҙе ҡыуандыра. Ҡарҙа футбол уйнау буйынса үҫмерҙәр араһында “Башинформсвязь” призына Бөтә Рәсәй турнирҙары ла күркәм традицияға әүерелде.

Иң ҡәҙерле бүләк —
киндер күлдәк


Элемтә һәм информатика – бик әүҙем үҫеүсе өлкә. Шуға был тармаҡҡа етәксе кеше замандан бер аҙым алда барырға тейеш. Салауат Мөхтәр улы­ның юғары профессиональ дәрәжәгә эйә етәксе булыуы тураһында респу­бликала ғына түгел, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә лә мәғлүм. “Башинформсвязь” Рәсәйҙең иң яҡшы 1000, Волга буйы­ның иң ҙур – 100, Башҡортостандың иҡтиса­дын тотороҡло итеүсе ете пред­приятиеһы исем­легенән урын алды, “Рәсәй иҡтисады лидеры”, “Волга буйы бизнесы лидеры” статустарын яуланы. Алты тапҡыр Monde Sans Fpontier (Франция) халыҡ-ара ассоциацияһы­ның гран-прийына ла­йыҡ булды. “Прогресс хаҡына хеҙмәт­тәшлек” халыҡ-ара программаһына ярашлы, фирмаға “Ҙур алтын клише”, “Ҙур алтын жетон”, “Ал­тын Ника” һәм башҡа абруйлы бүләктәр тапшырыл­ды. “Башинформсвязь” Европаның эшлекле партнер­ҙар элитар клубына ағза итеп алынды. Са­лауат Ғайсин бер нисә тапҡыр “Йыл директоры” булып та танылды. Женевалағы “INSAM” юғары эшҡы­уарлыҡ һәм идара институтының эксперттар советы “Бизнес лидерҙары йондоҙлоғо” халыҡ-ара рейтинг программаһы һөҙөмтәләре буйынса фир­маға “Бизнес-лидер” исемен бирҙе. Ә Рәсәй – Швейцария бизнес клубы Салауат Мөхтәр улын “Маҡтауға лайыҡ эшлекле абруйы өсөн” алтын миҙалы менән бүләкләне.
Уның күкрәген “Почет Билдәһе” һәм Салауат Юлаев ордендары, “Башҡорт­остан Республи­каһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн” билдәһе биҙәй. Быларҙы тотош коллектив хеҙмәтенә лайыҡлы баһа тип телгә ала ул. Әммә күңелендә һаҡланған иң ҡәҙерле бер бүләк менән сикһеҙ ғорурланыуын йәшермәй. Үҫ­мер Салауатҡа баҫыуҙа башаҡты иң күп йыйғаны өсөн колхоз биргән киндер күлдәк ул. Салауат шул саҡта уҡ ете ҡат тир түгеп алған бүләктең генә хаҡ һәм ҡәҙерле булыуын күңеленә беркетеп ҡуя.
Юҡ, ул эште бер ҡасан да дан һәм шөһрәт өсөн башҡарманы. Был уның холоҡ-фиғеленә тап кил­мәй. Кеше­ләр­гә файҙалы, игелекле булһын тип то­тона эшкә. Ә ундайҙарҙы халыҡ тиҙ таный һәм ҙур өмөттәр бағлай. Салау­ат Мөхтәр улы биш саҡырылыш рәттән (ә ундай парламентарийҙар беҙҙә һанаулы) Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тай депутаты булып һайланды, ха­лыҡ­тың тәрән ихтирамын һәм ышанысын яуланы. Ауыл кешеләре­нең көнкүре­шен яҡшыртыу, көнүҙәк социаль мәсьәләләрҙе уңышлы хәл итеү өсөн ул ваҡытын да, көсөн дә ҡыҙғанманы.
Инде күптән ҡалала йәшәһә лә, тәбиғәте менән ауылдыҡы булып ҡала ул. Бигерәк тә яҡташтарын яҡын күрә. Тыуған ауылында туранан-тура уның булышлығы менән мәктәп, балалар баҡсаһы тө­ҙөлдө, юлдар төҙөкләнде­релде, Салауат Мөхтәр улы шәхси аҡсаһына мәсет тә һалдырҙы. Тыуған ерендә халыҡтың күркәм йолаларын яңыртыу өсөн мөһим сараларға, әйтәйек, һабантуйҙарға бағыусылыҡ итә. Ул – Учалы һәм Күгәрсен район­дарының почетлы гражданы.
...Нәҡиә апайға Хоҙай оҙон һәм бәрәкәтле ғүмер бүләк итте. Ул Салауаты менән ғорурланып йәшәне, улының әсә кәңәшен ни ҡәҙәр юғары баһалауын күреп һөйөндө. Эйе, Салауат Мөхтәр улының төпкөлдәге Рәсүл ауылы­нан, тыуған йорт ҡапҡаһынан башланған ғүмер юлы игелектән һәм изгелектән генә туҡылған кеүек. Бик оҙон, оҙаҡ дауам итһен был юл!

Клара ҒИЛӘЖЕВА,
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.


Вернуться назад