Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙ ағасыңды тейешенсә ҡуллана алмағас...
Үҙ ағасыңды тейешенсә ҡуллана алмағас... Быйылдан граждандарға төҙөлөшкә тип алған ағасын һатыу бөтөнләй тыйылды. Билдәле булыуынса, һәр кемгә үҙ ғүмерендә бындай маҡсат өсөн 150 кубометр ағас бүленергә тейеш. Кеше өлөштө ҡанунға ярашлы ала һәм, аҡсаһын түләгәс, был уның законлы мөлкәте һанала.

Рәсәй Конституцияһының 35-се статьяһында ла һәр кемдең шәхси милек менән үҙе теләгәнсә идара итә алыуы хаҡында әйтелгән:
“1. Право частной собственнос­ти охраняется законом.
2. Каждый вправе иметь имущество в собственности, владеть, пользоваться и распоря­жаться им как единолично, так и сов­мест­но с другими лицами.
3. Никто не мо­жет быть ли­шен своего имущества иначе как по решению суда. Принудительное от­чуж­­дение имущества для го­су­­дарствен­ных нужд может быть произведено только при ус­ловии предварительного и равноценного возмещения”.
Ә быйыл 1 ғинуарҙа көсөнә ин­гән үҙгәрештәргә ярашлы, Рәсәй Енәйәт кодексының 191.1-се статья­һындағы 1-се пунктта алын­ған­ды һаҡлау, күсереү, башҡа маҡ­сатта эшкәртеү өсөн төрлө яза ҡарал­ға­ны хаҡында әйтелә: ”Приобретение, хранение, перевозка, пере­работ­ка в целях сбыта или сбыт заведомо незаконно заготовленной древесины, совершенные в крупном размере, – наказываются штрафом в размере до трехсот тысяч рублей или в размере заработной платы или иного дохода осужденного за период до двух лет, либо обязательными рабо­та­ми на срок до трехсот шес­ти­де­сяти часов, либо ис­пра­ви­тель­ными работами на срок до двух лет, либо принудительными работами на срок до двух лет, либо лишением свободы на тот же срок”.
Был Рәсәй Конституцияһына ҡар­шы килә түгелме? Һәр кем шәхси милкен үҙ мәнфәғәтендә файҙала­ныр­ға хаҡлы (ағасты һа­тып, кирбес, тимер кеүек төҙөлөш материалдары алыу булһынмы, таҡта быстырған өсөн бартер ысулы менән иҫәплә­шеүме һ.б.). Ә әлеге статья халыҡҡа ҡаршы эшләнгән кеүек: көнөн төнгә ялғап, йәшәргә тырышып ятҡан ауыл кешеләрен тағы ла бөлдө­рәсәк.
Урындарҙа эш юҡ, ә йәш­тәргә ғаилә ҡорорға, өй һалырға кәрәк. Тәү ҡарашҡа 150 кубометр ағас аҙ түгел — өй һа­лыуға, мунса төҙөп ултыртыуға һәм башҡа кәрәк-яраҡ өсөн етә. Ләкин халыҡ кирбес йәки башҡа уңайлы, хәүефһеҙ, заманса төҙөлөш материалдарын ҡул­ланып та төҙөргә хоҡуҡлылыр бит? Был осраҡта ағас алған кешенең милкен нисек ҡул­ланыуы уның шәхси ҡарарына бәйле.
Әлеге ҡанундың ағас урлау­ҙы сикләү маҡсатында ҡабул ителгәнен раҫларға тырышалар. Әммә мин быға шикләнәм. Республика халҡының үҙ ере­нән әҙ генә булһа ла файҙа алыу хоҡуғы юҡмы ни һуң? Урмандарыбыҙ былай ҙа ҡуртымға бирелеп бөтөп бара бит инде. Ҡалғандарына ла хужа табылған тигән имеш-мимеш йөрөй. Әле шул ҡур­тымға бирелмәгән фондтан ябай халыҡҡа төҙөлөш өсөн ағас бүленә. Был урмандарҙан да ҡолаҡ ҡаҡһаҡ, киләсәктә 150 кубометр түгел, бишенә лә хоҡуғыбыҙ ҡалмаясаҡ.
Байлығыбыҙ әле үк монополистар ҡулында. Улар ваҡ эшҡыуарҙарҙы баҙарҙан ҡыҫы­рыҡлап сығарып бөтөп бара. Һөҙөмтәлә беҙҙең районда ла бик күп кеше хеҙмәт урынынан яҙҙы, йүнселдәр эшмәкәрлеген туҡтатты.
Ағас эше менән шөғөлләнгән ҙур предприятиеларҙың хеҙмәт хаҡын йүнләп түләмәүе лә борсоуға һала. Улар тәбиғәтте, тирә-яҡ мөхитте тейешенсә һаҡлаймы? Быны ныҡлап тик­шерергә кәрәк. Ғөмүмән, ми­неңсә, Рәсәй Енәйәт ко­дек­сының 191.1-се статьяһы төптән уйланылмаған. Ул халыҡты бөлдөрәсәк. Минең уйымса, тикшереү органда­рының эшен еңеләйтеүҙе күҙ уңында тота.
Хәҙер ябай халыҡ үҙенең ағасын һатыу хоҡуғынан мәх­рүм, тимәк, әйләнештең бер каналы ябылды тигән һүҙ. Анһат шул: урланғанмы-юҡмы икәнен тикшереп тороу ҙа кәрәкмәй, “Ағасты һатырға тейеш түгел­һегеҙ!” тип, енәйәт эше асалар ҙа – вәссәләм. Минеңсә, ҡануниәт­тәге был үҙгәреш яңынан ҡаралырға тейеш.

Рәмилә МУСИНА,
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы.



Район: Белорет районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә