– Әсәй, әсәй, мин арыным!
– Түҙ, балам, түҙ, хәҙер, бер аҙҙан ял итербеҙ!
Ғәлиә инәй ете йәшлек Салауатты тынысландыра-тынысландыра, декабрь hалҡынында көнө буйы бер ауыҙ hыу ҙа, икмәк тә ҡапмай, hыйырын етәкләгән килеш атлауын дауам итте. Күпмелер ваҡыт үткәс, артына әйләнеп ҡарап, улы Салауаттың артта ҡалмағанын, hыйырҙы ҡыуып килгәнен күреп ҡыуанды. “Әй, был ҡәhәрле hуғыш... – тигән уй ялманы ҡатын күңелен. – Фитратым яуҙа булмаhа, былай интегер, Мәхмүттән Белоретҡа ҡәҙәр ике көн, ике төн буйы hыйыр етәкләп барыр инекме ни?! Балалар береhенән-береhе бәләкәй... Уларға әҙме-күпме hөтө-ҡаймағы булhын өсөн Мәхмүт ауылында торған ата-әсәhе, hыйырҙы килеп алып китегеҙ, тип хәбәр биргәс, ете йәшлек Салауатын эйәртеп юлға сыҡҡайны. Өлкән улы Булатты заводтағы hөнәрселек училищеhына ебәрҙеләр. Уны алып булманы, сөнки көнө буйы уҡыуҙа, унан эшкә лә йөрөй. Ебәрмәйҙәр. Бына өйҙә ҡалған дүрт йәшлек Уран менән, ике йәшлек Ғәлимә нисек тора икән, күршеләргә генә ҡарарға ҡалдырғайным бит...” – Әсәй, әсәй, мин асыҡтым! – Салауаттың тауышы уйҙарҙан арындырҙы.
– Туҡтап ял итеп алайыҡ, балам, – тип юл ситендәге ҡарға барып ултырҙы ла, тоҡсайын асып, улына бәләкәс кенә бер телем икмәк һуҙҙы. – Бер бөртөк валсығын да төшөрмә.
Әсәһе менән ошо юлды үтеү малайҙың хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Һуғыш ваҡытында тап шул hыйыр беҙҙе аслыҡтан ҡотҡарғандыр, бәлки, тип иҫенә төшөрә ҡәhәрле йылдарҙы Салауат Фитрат улы.
– Атайҙың фронтҡа киткәндә “Ғәлиә, балаларҙы уҡытырға тырыш!” тигән һүҙҙәре әле булhа ҡолағымда яңғырай кеүек, – тип дауам итә hүҙҙәрен профессор Ҡасимов. – Әсәйем ошо аманатҡа тоғро ҡалып, дүрт балаhына ла юғары белем алырға ярҙам итте.
Йорт тирәhендәге эштәр күберәк Салауатҡа төшә. Үҙе бала ғына булhа ла, ҡустыһы менән hеңлеhен ҡарау уның иңенә ята. Әсәһе менән Булат ағаhы иртүк эшкә киткәс, балаларҙы баҡсаға илтергә кәрәк.
– Үҙем кескенә, уларҙы нисек ҡарағанмын икән, әле булhа аптырайым. Уҡыуҙан ҡайтҡас, йорт эштәре, ҡоҙоҡтан hыу алып менеү үҙе бер hынау булған. Утын ҡырҡыу, мал ҡарау – барыhы ла минең өҫтә ине, – тип хәтирәләргә бирелә Салауат Фитрат улы.
Бала саҡ барыбер үҙенекен итә: уйнарға ла ваҡыт табылған. Ә малайҙарҙың иң яратҡан уйыны – hуғыш. Күп ваҡыт тиҫтерҙәр араhында ығы-зығы тыуған. Шулай бер ваҡыт бар тауышына ҡысҡырып ҡайтып ингән Салауатҡа Ғәлиә инәй ни әйтергә лә белмәй аптырап ҡала.
– Әсә-ә-й, беҙ фашисты еңдек!
– Бәй, ысынлап та дошманды ҡыйраттылармы, hуғыш бөттөмө икән?! Улай булғас, тиҙҙән атайың да атына атланып ҡайтып етер!..
Әммә яугирҙән хәбәр булмай, hуғыш та бөтмәй. Ғаилә башлығы һуңғы хатында, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составындағы полкта Украина ерен сығып барабыҙ, оҙаҡламай илебеҙҙе фашистарҙан азат итербеҙ, тип яҙа. Совет мәғлүмәт бюроhынан Ҡыҙыл Армия частарының, немец-фашист ғәскәрҙәрен ҡыйратып, күп кенә ҡалаларҙы азат итеүе хаҡында хәбәр итәләр.
– Уҡыу миңә еңел бирелде. Әсбаптар кластағы 30 уҡыусыға бары тик өс-дүрт кенә, уларҙы сиратлап, бер-беребеҙҙән алып, дәрескә әҙерләнә торғайныҡ, – тип дауам итте профессор. – Дәфтәр тигән нәмә юҡ, иҫке гәзит, журнал ситтәренә яҙып өйрәнә инек.
Йәйге каникулда эш күп булhа ла, уны түҙемhеҙлек менән көтөп алабыҙ. Күп ваҡыт бесән әҙерләргә китә торғайныҡ. Йәйге йәмле көндәрҙә Урал тауы итәгенән дә матурыраҡ урын юҡтыр ул донъяла. Унда бесән сабыу, ял иткән арала күккә ҡарап ятыу онотолмаҫлыҡ матур хәтирә булып ҡалған. Бесән кипһә, уны күбәгә өйәбеҙ ҙә ике тәгәрмәсле арбаға hыйырҙы егеп ташыйбыҙ...
1944 йылдың июнь аҙаҡтары. Кис бесәндән ҡайтhаҡ, ҡустым Уран: “Ур-р-а, атайҙан хәбәр килде!” – тип өсмөйөшлө хатты әсәйгә тотторҙо. Әсәй уны тотҡан килеш ҡатып ҡалды, беҙҙең алда асырға ҡыйманы. Ниндәй йөкмәткеле хат икәнен ағайым да, мин дә бик тиҙ аңланыҡ, сөнки өс йыл буйы бындай ҡағыҙҙар күрше-тирәгә, таныш-белешкә күп килгәйне...
Бер нисә көн үтеүгә атайымдың фронтташ дуҫынан хат килеп төштө. Унда, Фитрат хәрби алыштан hуң ҡайтманы, тип яҙылғайны. Был хат беҙҙең күңелдә “атай, бәлки, иҫәндер” тигән өмөт уятты. Шуның өсөндөр ҙә әсәйем ғүмеренең hуңғы көнөнә ҡәҙәр (ул 1998 йылда 87 йәшендә вафат булды) уны көттө, яҡты иҫтәлегенә тоғро ҡалды.
Ошолай ауыр hуғыш йылдары үтеп китте. VIII класты тамамлағас, Эшсе йәштәр мәктәбенә уҡырға индем. Көндөҙ эштә булдыҡ, ә кис дәрескә ашҡынып бара торғайныҡ. 1954 йылда армия сафына алдылар. Ул ваҡытта өс йыл хеҙмәт итә инек. Ваҡыт hиҙелмәй үтеп китте. 1957 йылдың яҙында армиянан ҡайтҡас, документтарымды яңы ғына асылған Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетына тапшырҙым. Имтихандарҙы уңышлы ғына үтеп, конкурс һөҙөмтәһенең исемлегендә үҙемдең фамилияны күргәс, шатлығымдың сиге булманы. Минән дә бәхетле кеше юҡ кеүек ине был донъяла.
Тиҙ генә әсәйемде, ҡустыларҙы ҡыуандырырға ашыҡтым. Белоретҡа ҡайтҡас, ҡасандыр үҙем тамамлаған Эшсе йәштәр мәктәбенә юл алдым. Шатлығымды тарих уҡытыусыhы, hуңынан мәктәп директоры булып эшләгән Виктор Макарович Вавилов менән уртаҡлашырға ашыҡтым. Ул ысын педагог ине, уҡыусыларға hәр ваҡыт ихтирам менән ҡараны. Ауыр hуғыш йылдарында, унан hуңғы осорҙа ла һөнәренә тоғро ҡалған, барлыҡ ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған шәхес хаҡында иң изге хәтирәләр әле булhа йөрәгемдең түрендә hаҡлана. Мин уны гел иҫкә алып, студенттарыма hәр ваҡыт үрнәк итеп ҡуя инем.
1957 йылда студент йылдарым башланып китте. Киров урамындағы ятаҡта бер бүлмәлә 25 – 30 кеше йәшәнек. Мейесте үҙебеҙ утын бысып-ярып яға торғайныҡ. Тарих факультетында ул ваҡытта абруйлы Зыя Әсхәт улы Әминев, Зариф Ислам улы Сираев, Рудольф Александрович Маслов, Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев, Михаил Ефимович Миркин кеүек ғалимдар эшләй ине. Уларҙың тәрән йөкмәткеле лекцияларын тыңлап, беҙҙең фәнгә беренсе аҙымдар ошонда башланғандыр.
Университетты тамамлағас, партия тарихы кафедраhына эшкә ҡалдырҙылар. Унда ике йыл эшләгәс, СССР Фәндәр академияhының Башҡортостан филиалындағы Тарих, тел hәм әҙәбиәт институтына аспирантураға индем. Ғилми етәксем итеп Владимир Петрович Иваньковты билдәләнеләр. Ул үҙ эшен hәйбәт белгән педагог та, фәнни хеҙмәткәр ҙә ине. Уның етәкселегендә аспирантураны тамамлау ваҡытына “Социалистик төҙөлөш йылдарында Башҡорт АССР-ының дәүләт тикшереү органдары (1917–1943 йылдар)” тигән темаға диссертация эше әҙерләнем. Мине, йәш ғалимды, Башҡорт дәүләт педагогия институтының КПСС тарихы кафедраhына эшкә тәғәйенләнеләр.
Бында хеҙмәт итеү минең өсөн үҙенә күрә бер тормош һынауы булды. Уҡыу-уҡытыу менән бергә йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша торғайным. Ул йылдарҙа киң таралған студент отрядтары составында ҡайҙа ғына бармай инек! Студенттарҙы, йәштәрҙең иң әүҙем ҡатламы тип, төрлө ауыр hәм яуаплы эштәргә Ватаныбыҙҙың төрлө тарафтарына ғына түгел, сит илдәргә лә ебәрә торғайнылар. Өс йыл штаб командиры булғандан hуң мине Германия Демократик Республикаhының Галле округына бара торған төркөмгә етәксе итеп тәғәйенләнеләр. Был йылдар бигерәк тә күңелле булды.
Ниндәй генә ҙур эштәр булмаhын, йәшлек йәшлек булып ҡала ул. Бер тапҡыр университетта Совет Армияhына арналған кисәгә барҙыҡ. Төрлө уйын, бейеү, йыр-моң кисәне тағы ла матурланы. Ошонда үҙемдең буласаҡ ҡатыным Дамира менән таныштым. Төҫкә-буйға бик сибәр, баҫалҡы ҡыҙҙы бейергә саҡырырға нисек баҙнат иткәнмендер... Ошо көндән hуң йышыраҡ осраша башланыҡ, 1964 йылда өйләнештек. Ҡатыным – биология фәндәре кандидаты, оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетының биология факультетында эшләне, “Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Балаларыбыҙ Гүзәл менән Тимурҙы үҫтерҙек. Ҡыҙыбыҙ табип hөнәрен hайланы. Тимур – юридик фәндәр кандидаты. Бөгөн ул – Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте hәм идара итеү академияһында юридик факультет деканы. Дүрт ейәнебеҙ бар.
Үҙе тураһында бик hөйләргә яратмаhа ла, Салауат Ҡасимовтың Башҡортостанда ғына түгел, Бөтөн Рәсәй кимәлендә киң танылған фәнни концепцияhы күптәргә таныш. “Башҡортостан Автономияhы: башҡорт халҡының милли дәүләтселегенең ойошоуы”, “Башҡортостандың милли-дәүләт төҙөлөшө”, “Рәсәй Федерацияhында милли сәйәсәт”, “Беренсе Совет автономияhы” hәм башҡа күп фәнни хеҙмәттәре бөгөн илдә барған милләт-ара мөнәсәбәттәрҙә үҙ әһәмиәтен юғалтмай. 1995 йылда Салауат Фитрат улы “Башҡорт халҡының милли дәүләте төҙөлөшө (1917–1925 йылдар)” тигән темаға докторлыҡ диссертацияhын уңышлы яҡлай.
Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Салауат Юлаев ордендары hәм тағы ла бер нисә миҙал кавалеры. 2009 йылда Башҡортостандың фән hәм техника өлкәhендәге дәүләт премияhына лайыҡ булды.
“Тормош шулай үтте инде”, – тип көрhөнөп ҡуйҙы Салауат Фитрат улы. Уға ҡарап, беҙгә студент саҡта ике сәғәт буйы бер ҡағыҙға ла ҡарамай лекция уҡығаны иҫкә төштө. Ысынлап та, ауыр тормош кисереп, ете йәшендә етем ҡалып, атайhыҙ үҫкән малайҙа нисек ошондай егетлек, сабырлыҡ hәм итәғәтлелек сифаттары тәрбиәләнгән икән?! Уны нисә йыл буйы белеүемә ҡарамаҫтан, һис кемгә тауышын юғары күтәреп өндәшкәнен ишетмәнем.
– Ни тиhәң дә, олоғайғас, күңел тыуған яҡҡа, ауылға, ергә, тупраҡҡа тарта, тамырҙарҙы онотоп булмай. Минең йәштәргә әйтәhе hүҙем шул: атай-әсәйҙең кәңәштәрен иҫенән сығармаhындар ине, – ти Салауат Фитрат улы Ҡасимов.
Фаил САФИН,
тарих фәндәре докторы,
профессор.