“Балаларҙы уҡытырға тырыш”, – тигәйне...20.02.2015
“Балаларҙы уҡытырға тырыш”, – тигәйне... – Әсәй, әсәй, мин арыным!
– Түҙ, балам, түҙ, хәҙер, бер аҙҙан ял итербеҙ!
Ғәлиә инәй ете йәшлек Салауатты тынысландыра-тынысландыра, декабрь hалҡынында көнө буйы бер ауыҙ hыу ҙа, икмәк тә ҡапмай, hыйырын етәкләгән килеш атлауын дауам итте. Күпмелер ваҡыт үткәс, артына әйләнеп ҡарап, улы Салауаттың артта ҡалмағанын, hыйырҙы ҡыуып килгәнен күреп ҡыуанды. “Әй, был ҡәhәрле hуғыш... – тигән уй ялманы ҡатын күңелен. – Фитратым яуҙа булмаhа, былай интегер, Мәхмүттән Белоретҡа ҡәҙәр ике көн, ике төн буйы hыйыр етәкләп барыр инекме ни?! Балалар береhенән-береhе бәләкәй... Уларға әҙме-күпме hөтө-ҡаймағы булhын өсөн Мәхмүт ауылында торған ата-әсәhе, hыйырҙы килеп алып китегеҙ, тип хәбәр биргәс, ете йәшлек Салауатын эйәртеп юлға сыҡҡайны. Өлкән улы Булатты заводтағы hөнәрселек училищеhына ебәрҙеләр. Уны алып булманы, сөнки көнө буйы уҡыуҙа, унан эшкә лә йөрөй. Ебәрмәйҙәр. Бына өйҙә ҡалған дүрт йәшлек Уран менән, ике йәшлек Ғәлимә нисек тора икән, күршеләргә генә ҡарарға ҡалдырғайным бит...”


– Әсәй, әсәй, мин асыҡтым! – Са­лауаттың тауышы уйҙарҙан арын­дыр­ҙы.
– Туҡтап ял итеп алайыҡ, ба­лам, – тип юл ситендәге ҡарға барып ултырҙы ла, тоҡсайын асып, улына бәләкәс кенә бер телем икмәк һуҙҙы. – Бер бөртөк вал­сығын да төшөрмә.
Әсәһе менән ошо юлды үтеү малайҙың хәтерендә мәңгелеккә уйылып ҡалған. Һуғыш ваҡытында тап шул hыйыр беҙҙе аслыҡтан ҡотҡарғандыр, бәлки, тип иҫенә төшөрә ҡәhәрле йылдарҙы Салауат Фитрат улы.
– Атайҙың фронтҡа киткәндә “Ғәлиә, балаларҙы уҡытырға тырыш!” тигән һүҙҙәре әле булhа ҡолағымда яңғырай кеүек, – тип дауам итә hүҙҙәрен профессор Ҡасимов. – Әсәйем ошо аманатҡа тоғро ҡалып, дүрт балаhына ла юғары белем алырға ярҙам итте.
Йорт тирәhендәге эштәр күберәк Сала­уатҡа төшә. Үҙе бала ғына булhа ла, ҡустыһы менән hеңлеhен ҡарау уның иңенә ята. Әсәһе менән Булат ағаhы иртүк эшкә киткәс, балаларҙы баҡсаға илтергә кәрәк.
– Үҙем кескенә, уларҙы нисек ҡараған­мын икән, әле булhа аптырайым. Уҡыу­ҙан ҡайтҡас, йорт эштәре, ҡоҙоҡтан hыу алып менеү үҙе бер hынау булған. Утын ҡырҡыу, мал ҡарау – барыhы ла минең өҫтә ине, – тип хәтирәләргә бирелә Салауат Фитрат улы.
Бала саҡ барыбер үҙенекен итә: уй­нарға ла ваҡыт табылған. Ә малайҙарҙың иң яратҡан уйыны – hуғыш. Күп ваҡыт тиҫтерҙәр араhында ығы-зығы тыуған. Шулай бер ваҡыт бар тауышына ҡыс­ҡырып ҡайтып ингән Сала­уатҡа Ғәлиә инәй ни әйтергә лә белмәй аптырап ҡала.
– Әсә-ә-й, беҙ фашисты еңдек!
– Бәй, ысынлап та дошманды ҡыйрат­тылармы, hуғыш бөттөмө икән?! Улай булғас, тиҙҙән ата­йың да атына атланып ҡайтып етер!..
Әммә яугирҙән хә­бәр булмай, hуғыш та бөтмәй. Ғаилә башлығы һуңғы хатында, 112-се Баш­ҡорт кавалерия дивизияһы составындағы полкта Украина ерен сы­ғып бара­быҙ, оҙаҡламай иле­беҙҙе фа­шис­тарҙан азат итер­беҙ, тип яҙа. Совет мәғлүмәт бюроhынан Ҡыҙыл Армия час­та­рының, немец-фашист ғәс­кәрҙәрен ҡыйратып, күп кенә ҡала­ларҙы азат итеүе хаҡында хәбәр итәләр.
– Уҡыу миңә еңел бирелде. Әсбаптар кластағы 30 уҡыусыға бары тик өс-дүрт кенә, уларҙы сиратлап, бер-беребеҙҙән алып, дәрескә әҙерләнә торғайныҡ, – тип дауам итте профессор. – Дәфтәр тигән нәмә юҡ, иҫке гәзит, журнал ситтәренә яҙып өйрәнә инек.
Йәйге каникулда эш күп булhа ла, уны түҙемhеҙлек менән көтөп алабыҙ. Күп ваҡыт бесән әҙерләргә китә торғайныҡ. Йәйге йәмле көндәрҙә Урал тауы итәге­нән дә матурыраҡ урын юҡтыр ул донъя­ла. Унда бесән сабыу, ял иткән арала күккә ҡарап ятыу онотолмаҫлыҡ матур хәтирә булып ҡалған. Бесән кипһә, уны күбәгә өйәбеҙ ҙә ике тәгәрмәсле арбаға hы­йырҙы егеп ташыйбыҙ...
1944 йылдың июнь аҙаҡтары. Кис бе­сәндән ҡайтhаҡ, ҡустым Уран: “Ур-р-а, атайҙан хәбәр килде!” – тип өсмөйөшлө хатты әсәйгә тотторҙо. Әсәй уны тотҡан килеш ҡатып ҡалды, беҙҙең алда асырға ҡыйманы. Ниндәй йөкмәткеле хат икәнен ағайым да, мин дә бик тиҙ аңланыҡ, сөнки өс йыл буйы бындай ҡағыҙҙар күрше-тирәгә, таныш-белешкә күп килгәйне...
Бер нисә көн үтеүгә атайымдың фронтташ дуҫынан хат килеп төштө. Унда, Фитрат хәрби алыштан hуң ҡайтманы, тип яҙылғайны. Был хат беҙҙең күңелдә “атай, бәлки, иҫәндер” тигән өмөт уятты. Шуның өсөндөр ҙә әсәйем ғүмеренең hуңғы көнөнә ҡәҙәр (ул 1998 йылда 87 йәшендә вафат булды) уны көттө, яҡты иҫтәлегенә тоғро ҡалды.
Ошолай ауыр hуғыш йылдары үтеп китте. VIII класты тамамлағас, Эшсе йәш­тәр мәктәбенә уҡырға индем. Көндөҙ эштә булдыҡ, ә кис дәрескә ашҡынып бара торғайныҡ. 1954 йылда армия сафына алдылар. Ул ваҡытта өс йыл хеҙмәт итә инек. Ваҡыт hиҙелмәй үтеп китте. 1957 йылдың яҙында армиянан ҡайтҡас, документтарымды яңы ғына асылған Баш­ҡорт дәүләт универ­си­тетының та­рих-фи­ло­логия факультетына тапшырҙым. Имтихан­дарҙы уңышлы ғына үтеп, конкурс һө­ҙөм­тәһенең исемлегендә үҙемдең фамилияны күргәс, шатлығымдың сиге булманы. Минән дә бәхетле кеше юҡ кеүек ине был донъя­ла.
Тиҙ генә әсәйемде, ҡустыларҙы ҡыуан­ды­рырға ашыҡтым. Бе­ло­ретҡа ҡайтҡас, ҡасандыр үҙем тамамлаған Эшсе йәштәр мәктәбенә юл алдым. Шатлы­ғымды тарих уҡытыусыhы, hуңынан мәктәп директоры булып эшләгән Виктор Макарович Вавилов менән уртаҡлашырға ашыҡтым. Ул ысын педагог ине, уҡыусыларға hәр ва­ҡыт ихтирам менән ҡараны. Ауыр hуғыш йылдарында, унан hуңғы осорҙа ла һөнәренә тоғро ҡалған, барлыҡ ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған шәхес ха­ҡында иң изге хәтирәләр әле булhа йөрәгемдең түрендә hаҡлана. Мин уны гел иҫкә алып, студенттарыма hәр ваҡыт үрнәк итеп ҡуя инем.
1957 йылда студент йылдарым башланып китте. Киров урамындағы ятаҡта бер бүлмәлә 25 – 30 кеше йәшәнек. Мейесте үҙебеҙ утын бысып-ярып яға торғайныҡ. Тарих факультетында ул ваҡытта абруйлы Зыя Әсхәт улы Әминев, Зариф Ислам улы Сираев, Рудольф Александрович Маслов, Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев, Михаил Ефимович Миркин кеүек ғалимдар эшләй ине. Уларҙың тәрән йөкмәткеле лекцияларын тыңлап, беҙҙең фәнгә беренсе аҙымдар ошонда баш­ланғандыр.
Университетты тамамлағас, партия тарихы кафедраhына эшкә ҡалдырҙылар. Унда ике йыл эшләгәс, СССР Фәндәр академияhының Башҡортостан фи­лиа­лындағы Тарих, тел hәм әҙәбиәт институтына аспирантураға индем. Ғилми етәк­сем итеп Владимир Петрович Иваньковты билдәләнеләр. Ул үҙ эшен hәйбәт белгән педагог та, фәнни хеҙмәткәр ҙә ине. Уның етәкселегендә аспирантураны тамамлау ваҡытына “Социалистик төҙө­лөш йылдарында Башҡорт АССР-ының дәүләт тикшереү органдары (1917–1943 йылдар)” тигән темаға диссертация эше әҙерләнем. Мине, йәш ғалимды, Башҡорт дәүләт педагогия институтының КПСС тарихы кафедраhына эшкә тәғәйенләнеләр.
Бында хеҙмәт итеү минең өсөн үҙенә күрә бер тормош һынауы булды. Уҡыу-уҡытыу менән бергә йәмәғәт эштә­рендә лә әүҙем ҡатнаша торғайным. Ул йылдарҙа киң таралған студент отрядтары составында ҡайҙа ғына бармай инек! Студенттарҙы, йәштәрҙең иң әүҙем ҡатламы тип, төрлө ауыр hәм яуаплы эштәргә Ватаныбыҙҙың төрлө тарафтарына ғына түгел, сит илдәргә лә ебәрә торғайнылар. Өс йыл штаб командиры булғандан hуң мине Германия Демократик Республикаhының Галле округына бара торған төркөмгә етәксе итеп тәғә­йенләнеләр. Был йылдар бигерәк тә кү­ңелле булды.
Ниндәй генә ҙур эштәр булмаhын, йәшлек йәшлек булып ҡала ул. Бер тапҡыр университетта Совет Армияhына арналған кисәгә барҙыҡ. Төрлө уйын, бе­йеү, йыр-моң кисәне тағы ла матурланы. Ошонда үҙемдең буласаҡ ҡатыным Дамира менән таныштым. Төҫкә-буйға бик сибәр, баҫалҡы ҡыҙҙы бейергә са­ҡы­рырға нисек баҙнат иткәнмендер... Ошо көндән hуң йышыраҡ осраша башланыҡ, 1964 йылда өйләнештек. Ҡатыным – биология фәндәре кандидаты, оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт университетының биология факультетында эшләне, “Баш­ҡортостандың атҡа­ҙанған мәғариф хеҙ­мәт­кәре” тигән маҡтаулы исемгә ла­йыҡ булды. Балаларыбыҙ Гүзәл менән Тимурҙы үҫтерҙек. Ҡыҙыбыҙ табип hөнәрен hайланы. Тимур – юридик фән­дәр кандидаты. Бөгөн ул – Баш­ҡортостан Президенты ҡарамағын­дағы дәүләт хеҙмәте hәм идара итеү ака­демияһында юридик факультет деканы. Дүрт ейәнебеҙ бар.
Үҙе тураһында бик hөйләргә яратмаhа ла, Салауат Ҡасимовтың Башҡорт­ос­танда ғына түгел, Бөтөн Рәсәй кимәлендә киң танылған фәнни концепцияhы күп­тәргә таныш. “Башҡортостан Автономияhы: башҡорт халҡының милли дәү­ләтселегенең ойошоуы”, “Баш­ҡортостандың милли-дәүләт төҙөлөшө”, “Рәсәй Федерацияhында милли сәйәсәт”, “Беренсе Совет автономияhы” hәм башҡа күп фәнни хеҙмәттәре бөгөн илдә барған милләт-ара мөнәсәбәттәрҙә үҙ әһәмиәтен юғалтмай. 1995 йылда Салауат Фитрат улы “Башҡорт халҡының милли дәүләте төҙөлөшө (1917–1925 йылдар)” тигән темаға докторлыҡ диссертацияhын уңышлы яҡлай.
Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Салауат Юлаев ордендары hәм тағы ла бер нисә миҙал кавалеры. 2009 йылда Баш­ҡортостандың фән hәм техника өлкә­hендәге дәүләт премияhына лайыҡ булды.
“Тормош шулай үтте инде”, – тип көрhөнөп ҡуйҙы Салауат Фитрат улы. Уға ҡарап, беҙгә студент саҡта ике сәғәт буйы бер ҡағыҙға ла ҡарамай лекция уҡығаны иҫкә төштө. Ысынлап та, ауыр тормош кисереп, ете йәшендә етем ҡалып, атайhыҙ үҫкән малайҙа нисек ошондай егетлек, сабырлыҡ hәм итәғәтлелек сифаттары тәрбиәләнгән икән?! Уны нисә йыл буйы белеүемә ҡарамаҫтан, һис кемгә тауышын юғары күтәреп өндәшкәнен ишетмәнем.
– Ни тиhәң дә, олоғайғас, күңел тыуған яҡ­ҡа, ауылға, ергә, тупраҡҡа тарта, та­мырҙар­ҙы онотоп булмай. Минең йәш­тәргә әйтәhе hүҙем шул: атай-әсәйҙең кә­ңәштәрен иҫенән сығармаhындар ине, – ти Салауат Фитрат улы Ҡасимов.

Фаил САФИН,
тарих фәндәре докторы,
профессор.



Вернуться назад