Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хөрмәтләүҙең дөрөҫ сағылышы
Хөрмәтләүҙең дөрөҫ сағылышы Беҙҙең яҡтарҙа хөрмәтле ҡунаҡты “Әйҙә, түрҙән уҙың, ял итеп алың, ашап ултырың…” тип хөрмәтләйҙәр. Әммә бер дәреслектә лә, хатта юғары уҡыу йорттары өсөн яҙылғандарында ла бындай ҡылым формаларын күрмәйбеҙ. Әллә беҙ дөрөҫ һөйләшмәйбеҙме?
Гөлсөм ХӘБИРОВА.
Силәбе өлкәһе.

– Бик дөрөҫ һөйләшәһегеҙ. Ысынлап та, алың-килең формаһы төрки телдәрҙең барыһында ла, шул иҫәптән башҡорт те­лендә лә бар. Әйтәйек, иң көслө диа­лек­тологтарҙың береһе, филология фәндәре докторы Н.Х. Мәҡсүтова “Восточный диалект башкирского языка” тигән хеҙмә­тен­дә: “-ың/-ең аффикслы бойороҡ ҡылым барлыҡ һөйләштәргә, шул иҫәп­тән сал­йоғот һөйләшенә лә хас”, – тип яҙған (195-се бит). Филология фәндәре докторы С.Ф. Миржанова иһә “Северо-западный диалект башкирского языка” ти­гән ғилми эшендә -ың/-ең ялғаулы ҡылым фор­маһының Ҡариҙел, Түбәнге Иҙел һәм Ыҡ, Гәйнә һөйләштә­рендә ҡулланылыуын күрһәткән (хеҙмәт­тең 51, 72, 251-се бит­тә­ре). Был ҡылым формаһы иҫке төрки телендә лә булған (унан бөгөнгө төрки телдәр, шул иҫәптән башҡорт теле лә бар­лыҡҡа килгән). Был телдең ҡылым статистикаһын өйрәнгән Мөхтәр Әхтәмов “Глагол в языке орхоно-енисейских памятников” исемле китабында, ҡылымдың бойороҡ һөйкәлеше -(ы)ң аффиксы ярҙа­мында яһала, тип яҙа.
VIII быуаттағы яҙма ҡомартҡыларҙың телен өйрәнгән Ғ. Айҙаров (ҡаҙаҡ ғалимы) “Язык орхонских памятников древнетюркской письменности VIII века” исемле ғил­ми хеҙмәтендә -ың/-иң, -уң/-үң, -ң аф­фикслы ҡылымдарҙы бойороҡ һөйкәле­ше­нең хөрмәтләү формаһы тип атаған (226-сы бит). Атаҡлы төркиәтсе, академик А.Н. Кононов иһә урта быуаттарҙа яҙыл­ған бер ҡо­мартҡының телендә бойороҡ ҡылымдың өс төрөн табып күрһәткән: беренсеһе һис ниндәй аффиксһыҙ ҡул­ланыла һәм ғәҙәт­тә­ге бойороуҙы бел­дерә, икенсеһе -ң (-ың/-ең) аффиксы яр­ҙамында яһала, хөрмәт­ләү мәғәнәһен бирә, өсөнсөһө -ғыл/-гел аффиксы менән килә, ҡаты бойороуҙы аңла­та (“Родословная тюркмен”, М., 1958, 143-сө бит).
Бойороҡ һөйкәлешенең -ң(-ың), -ең(-иң) аффикслы хөрмәтләү төрө барлыҡ төрки телдәрҙә лә бар. Иң мөһиме – уларҙың күбеһендә был форма әҙәби телдәренә норма итеп алынған. Мәҫәлән, профессор А.Т. Кайдаровтың шундай һүҙҙәре бар: “Уйғыр телендә ҡылымдың хөрмәт­ләү формаһы -ң(-ың), -иң (-уң), -үң-сила аффиксы менән яһала: башлаң (начинается), киле (подходите), олтырсила (садитесь). (Башҡорт телендә сила тигән аф­фикс юҡ шикелле)” (А.Т. Кайдаров. Уйгурский (новоуйгурский) язык // Языки народов СССР I, II Тюркские языки, М, 1965, 378-се бит).
Ҡаҙаҡ телендә лә “бойороҡ ҡылымдың хөрмәтләү формаһы ҡылымдарҙың ниге­ҙендә -ңыз/-ңиз, -ыңыз/-ыңиз аффикста­ры ҡушып яһала” тип күрһәтәләр (“Языки народов СССР”, 330-сы бит).
Шулай итеп, алың-килең тибындағы форма боронғо, урта һәм хәҙерге төрки телдәрҙә, шул иҫәптән башҡорт телендә лә бар, элек тә булған. Тик беҙҙең тел­се­ләр, башҡа төркиәтселәрҙән айырмалы, был хөрмәтләү аффиксын “күрмәй, танымай” килде йә уны диалект күренеше тип кенә ҡараны. Ни өсөн тигәндә, башҡорт әҙәби теленең нормалары уҙған быуат­тың 20-се йылдары башында ҡабул ител­гән, комиссия составында күберәк сә­йәсмәндәр, революционерҙар ҡатнаш­ҡан, араларында тел белгестәре булма­ған. Шул осорҙан бирле әҙәби тел нор­ма­ларына бер ниндәй үҙгәрештәр, өҫ­тәл­мәләр индерелмәне. Һуңғы йылдарҙа ғына гәзит биттәрендә был мәсьәләгә бәйле мә­ҡә­лә­ләр күренә башланы. Айырыуса академик З.Ә. Нурғәлиндең яҙма­лары, ки­тап­тары иғтибарға лайыҡ. 2012 йылда Башҡорт­остан Фәндәр академия­һының Гуманитар тикшеренеүҙәр институты ошо мәсьәләгә бағышланған махсус ғилми конференция үткәреп, миҫал­дар­ҙан айырым китап та баҫтырып сығарғай­ны. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, был сараға иғтибар итеүсе булманы.
Һәр халыҡта ла бер-береңә, әңгәмә­сеңә ҡарата хөрмәтләү формалары бар. Әйтәйек, урыҫтарҙа бер генә кешегә лә “һеҙ” тип өндәшеү ҡабул ителгән. Төрки телдәрҙә был юҡ. Әйткәндәй, танылған яҙыусы Рәшит Солтангәрәев “Осто бөр­көт” тигән повесында ошо үҙенсәлекте бер һалдат исеменән күрһәтә алған: “Мор­та­зин үҙе шулай бойорҙо, “һеҙ” тиеү­ҙән бөтөнләй туйҙы: “Башҡорттар бер бөртөк кешегә бер ҡасан да “һеҙ” тип өн­дәш­мә­гән. Ул губернаторға ла, батша­ның үҙенә лә “һин” тигән”. Ә беҙ бөгөн хөр­мәт­ләп өн­дәшеүҙең ысын төр­ки йәки баш­ҡорт фор­ма­һын онотоп, уларҙы әҙәби телгә лә ин­дер­мәйбеҙ. Уның ҡара­уы, урыҫ­тар­са ҡыла­набыҙ: бер ке­шегә “һеҙ”, йә “үте­геҙ, ултырығыҙ” тип өндәшкән булабыҙ.
Әхмәр АҘНАБАЕВ,
БДПУ профессоры.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә