Беҙҙең яҡтарҙа хөрмәтле ҡунаҡты “Әйҙә, түрҙән уҙың, ял итеп алың, ашап ултырың…” тип хөрмәтләйҙәр. Әммә бер дәреслектә лә, хатта юғары уҡыу йорттары өсөн яҙылғандарында ла бындай ҡылым формаларын күрмәйбеҙ. Әллә беҙ дөрөҫ һөйләшмәйбеҙме?Гөлсөм ХӘБИРОВА.
Силәбе өлкәһе.
– Бик дөрөҫ һөйләшәһегеҙ. Ысынлап та, алың-килең формаһы төрки телдәрҙең барыһында ла, шул иҫәптән башҡорт телендә лә бар. Әйтәйек, иң көслө диалектологтарҙың береһе, филология фәндәре докторы Н.Х. Мәҡсүтова “Восточный диалект башкирского языка” тигән хеҙмәтендә: “-ың/-ең аффикслы бойороҡ ҡылым барлыҡ һөйләштәргә, шул иҫәптән салйоғот һөйләшенә лә хас”, – тип яҙған (195-се бит). Филология фәндәре докторы С.Ф. Миржанова иһә “Северо-западный диалект башкирского языка” тигән ғилми эшендә -ың/-ең ялғаулы ҡылым формаһының Ҡариҙел, Түбәнге Иҙел һәм Ыҡ, Гәйнә һөйләштәрендә ҡулланылыуын күрһәткән (хеҙмәттең 51, 72, 251-се биттәре). Был ҡылым формаһы иҫке төрки телендә лә булған (унан бөгөнгө төрки телдәр, шул иҫәптән башҡорт теле лә барлыҡҡа килгән). Был телдең ҡылым статистикаһын өйрәнгән Мөхтәр Әхтәмов “Глагол в языке орхоно-енисейских памятников” исемле китабында, ҡылымдың бойороҡ һөйкәлеше -(ы)ң аффиксы ярҙамында яһала, тип яҙа.
VIII быуаттағы яҙма ҡомартҡыларҙың телен өйрәнгән Ғ. Айҙаров (ҡаҙаҡ ғалимы) “Язык орхонских памятников древнетюркской письменности VIII века” исемле ғилми хеҙмәтендә -ың/-иң, -уң/-үң, -ң аффикслы ҡылымдарҙы бойороҡ һөйкәлешенең хөрмәтләү формаһы тип атаған (226-сы бит). Атаҡлы төркиәтсе, академик А.Н. Кононов иһә урта быуаттарҙа яҙылған бер ҡомартҡының телендә бойороҡ ҡылымдың өс төрөн табып күрһәткән: беренсеһе һис ниндәй аффиксһыҙ ҡулланыла һәм ғәҙәттәге бойороуҙы белдерә, икенсеһе -ң (-ың/-ең) аффиксы ярҙамында яһала, хөрмәтләү мәғәнәһен бирә, өсөнсөһө -ғыл/-гел аффиксы менән килә, ҡаты бойороуҙы аңлата (“Родословная тюркмен”, М., 1958, 143-сө бит).
Бойороҡ һөйкәлешенең -ң(-ың), -ең(-иң) аффикслы хөрмәтләү төрө барлыҡ төрки телдәрҙә лә бар. Иң мөһиме – уларҙың күбеһендә был форма әҙәби телдәренә норма итеп алынған. Мәҫәлән, профессор А.Т. Кайдаровтың шундай һүҙҙәре бар: “Уйғыр телендә ҡылымдың хөрмәтләү формаһы -ң(-ың), -иң (-уң), -үң-сила аффиксы менән яһала: башлаң (начинается), киле (подходите), олтырсила (садитесь). (Башҡорт телендә сила тигән аффикс юҡ шикелле)” (А.Т. Кайдаров. Уйгурский (новоуйгурский) язык // Языки народов СССР I, II Тюркские языки, М, 1965, 378-се бит).
Ҡаҙаҡ телендә лә “бойороҡ ҡылымдың хөрмәтләү формаһы ҡылымдарҙың нигеҙендә -ңыз/-ңиз, -ыңыз/-ыңиз аффикстары ҡушып яһала” тип күрһәтәләр (“Языки народов СССР”, 330-сы бит).
Шулай итеп, алың-килең тибындағы форма боронғо, урта һәм хәҙерге төрки телдәрҙә, шул иҫәптән башҡорт телендә лә бар, элек тә булған. Тик беҙҙең телселәр, башҡа төркиәтселәрҙән айырмалы, был хөрмәтләү аффиксын “күрмәй, танымай” килде йә уны диалект күренеше тип кенә ҡараны. Ни өсөн тигәндә, башҡорт әҙәби теленең нормалары уҙған быуаттың 20-се йылдары башында ҡабул ителгән, комиссия составында күберәк сәйәсмәндәр, революционерҙар ҡатнашҡан, араларында тел белгестәре булмаған. Шул осорҙан бирле әҙәби тел нормаларына бер ниндәй үҙгәрештәр, өҫтәлмәләр индерелмәне. Һуңғы йылдарҙа ғына гәзит биттәрендә был мәсьәләгә бәйле мәҡәләләр күренә башланы. Айырыуса академик З.Ә. Нурғәлиндең яҙмалары, китаптары иғтибарға лайыҡ. 2012 йылда Башҡортостан Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институты ошо мәсьәләгә бағышланған махсус ғилми конференция үткәреп, миҫалдарҙан айырым китап та баҫтырып сығарғайны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был сараға иғтибар итеүсе булманы.
Һәр халыҡта ла бер-береңә, әңгәмәсеңә ҡарата хөрмәтләү формалары бар. Әйтәйек, урыҫтарҙа бер генә кешегә лә “һеҙ” тип өндәшеү ҡабул ителгән. Төрки телдәрҙә был юҡ. Әйткәндәй, танылған яҙыусы Рәшит Солтангәрәев “Осто бөркөт” тигән повесында ошо үҙенсәлекте бер һалдат исеменән күрһәтә алған: “Мортазин үҙе шулай бойорҙо, “һеҙ” тиеүҙән бөтөнләй туйҙы: “Башҡорттар бер бөртөк кешегә бер ҡасан да “һеҙ” тип өндәшмәгән. Ул губернаторға ла, батшаның үҙенә лә “һин” тигән”. Ә беҙ бөгөн хөрмәтләп өндәшеүҙең ысын төрки йәки башҡорт формаһын онотоп, уларҙы әҙәби телгә лә индермәйбеҙ. Уның ҡарауы, урыҫтарса ҡыланабыҙ: бер кешегә “һеҙ”, йә “үтегеҙ, ултырығыҙ” тип өндәшкән булабыҙ.
Әхмәр АҘНАБАЕВ,
БДПУ профессоры.