Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Абруй нигеҙе — тырыш хеҙмәттә
Абруй нигеҙе — тырыш хеҙмәттә Танылған ғалим, билдәле педагог, педагогия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Мәғариф фәндәре академияһының ағза-корреспонденты Камил Әхиәровҡа 85 йәш тулды.

Уның ата-әсәһе балаларына ныҡлы белем, матур тәрбиә биреп, уҡымышлы булыуҙары өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Күрәһең, был һәйбәт йола Әхиәровтар тоҡомонда быуындан быуынға күсеп килә: Камил ағай менән Фәүзиә апай ҙа игеҙәк ҡыҙҙарын ғилемле итеүгә бар көсөн һала. Һөҙөмтәлә Эра — бөгөн бик абруйлы врач-офтальмолог, Баш­ҡорт­остандың атҡаҙанған табибы, ә Эльза — биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡа­ҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Рә­сәйҙә генә түгел, донъяла танылған ғалимә-генетик.
Камил Шәйехмырҙа улының педагогик хеҙмәт юлы Борай районының Салмаҡ мәктәбендә уҡытыусы булараҡ башлана, артабан йәш, өмөтлө белгесте ошонда уҡ директор итеп үрләтәләр. Ул мәктәптә эшләгәндә фән менән ҡыҙыҡһына, уҡытыу-тәрбиә процесын фән ҡаҙаныштарына таянып ойошторорға тырыша, бик күп ғилми әҙәбиәт уҡый, диссертация яҙа башлай, ил ғалимдарының педагогика йүнәлешендәге хеҙмәттәре менән таныша. Һөҙөмтәлә оҙаҡламай Мәскәүҙә СССР Педагогия фәндәре акаде­мияһында кандидатлыҡ диссер­тацияһын уңышлы яҡлай. Йәш ғалим­ды КПСС-тың Башҡортостандағы Өлкә комитеты Бөрө дәүләт педагогия институтына (хәҙер — БДУ-ның Бөрө филиалы) проректор итеп күсерә, аҙаҡ ул ошо уҡыу йортонда 26 йыл ректор вазифаһын башҡара.
Тап шунда Камил Әхиәровтың педагогик һәләте, ойоштороу оҫталығы, етәкселек сифаттары сағыу асыла. Институтты ғилми дәрәжәле кадрҙар менән тәьмин итеү, уҡыу йортоноң матди-техник хәлен, уҡытыусыларға һәм студенттарға эшләү һәм йәшәү шарттары булдырыу уның беренсе сираттағы бурысына әйләнә. Оҙаҡ та үтмәй, күп ҡатлы уҡытыу бинаһы файҙаланыуға тапшырыла, студенттар өсөн бөтөн шарттары булған дөйөм ятаҡ төҙөлә, уҡытыусыларға күп фатирлы ике йорт ишектәрен аса.
Бала сағынан ауыл тормошон, кешеләрҙең хеҙмәтен күреп үҫкән Камил Шәйехмырҙа улы. Күркәм ғөрөф-ғәҙәтте институтта йәштәрҙе тормошҡа әҙерләү практикаһына индерергә тырыша. Уның башланғысы менән илдәге уҡыу йорттарында йәштәрҙе хеҙмәткә өйрәтеүгә, һөнәр биреүгә иғтибар арта, ауыл мәктәптәре өсөн ғилми-методик әсбаптар, ҡулланмалар нәшер ителә. Илдәге юғары уҡыу йорттарының тәжрибәһен өйрәнеп, Бөрө ерлегендә ҡулланыуҙан да баш тартманы Камил Әхиәров, алдынғы алымдарҙы уртаҡ хазина итеп күрә белде.
1989 йылда уға әлеге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогия кафед­раһы мөдире вазифаһы тапшырыла. Ғалимдың тырышлығы һәм хәстәрлеге арҡаһында тәү тапҡыр педагогика өлкәһендә докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертациялары яҡлау буйынса ғил­ми совет төҙөлә. Камил Әхиәров үҙе уға етәкселек итә. Бөгөнгө ғалимдар араһынан бихисап кеше ошо советта фән докторы, фән кандидаты исеменә лайыҡ булды.
Камил Шәйехмырҙа улы 1996 йылда Рәсәй Мәғариф фәндәре академия­һының ағза-корреспонденты итеп һай­лана. Танылған ғалим ғилми хеҙмәт­тәрендә В.А. Сухомлинский, К.Д. Ушинский, Н.К. Крупская, А.С. Мака­ренконың ҡараштарына таяна һәм уларҙы заманса үҫтерә. Камил Әхиәров — тиҫтәләгән монография, китаптар авторы, уның тарафынан йөҙәрләгән ғилми мәҡәлә яҙылып, төрлө баҫма­ларҙа донъя күргән. Ғалим йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша: БАССР Юғары Советы депутаты, РСФСР педагогия йәмғиәтенең Башҡортостан бүлеге рәйесе булды. Әле лә — ғилми совет ағзаһы.
Камил Әхиәровтың педагогик хеҙ­мәте дәүләт тарафынан юғары баһаланды: ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почет Билдәһе” ордендары менән бүләкләнгән, Башҡортостандың атҡа­ҙанған уҡытыусыһы, “РСФСР-ҙың атҡа­ҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемдәр йөрөтә, маҡтау ҡағыҙҙары, грамоталары бихисап. Камил Шәйех­мырҙа улы — Илеш районының почетлы гражданы.
Ул бөгөн дә сафта, бай тәжрибәһен мәктәптәргә, педагогия коллективтарына өләшергә тырыша. Күптәр күҙ төбәп уға килә, ә танылған ғалим, ысын педагог бер ҡасан да ярҙамдан баш тартмай, мәғариф тормошонда ҡайнап йәшәй.
Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә