Танылған ғалим, билдәле педагог, педагогия фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Мәғариф фәндәре академияһының ағза-корреспонденты Камил Әхиәровҡа 85 йәш тулды. Уның ата-әсәһе балаларына ныҡлы белем, матур тәрбиә биреп, уҡымышлы булыуҙары өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Күрәһең, был һәйбәт йола Әхиәровтар тоҡомонда быуындан быуынға күсеп килә: Камил ағай менән Фәүзиә апай ҙа игеҙәк ҡыҙҙарын ғилемле итеүгә бар көсөн һала. Һөҙөмтәлә Эра — бөгөн бик абруйлы врач-офтальмолог, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, ә Эльза — биология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡортостан Фәндәр академияһы академигы, Рәсәйҙә генә түгел, донъяла танылған ғалимә-генетик.
Камил Шәйехмырҙа улының педагогик хеҙмәт юлы Борай районының Салмаҡ мәктәбендә уҡытыусы булараҡ башлана, артабан йәш, өмөтлө белгесте ошонда уҡ директор итеп үрләтәләр. Ул мәктәптә эшләгәндә фән менән ҡыҙыҡһына, уҡытыу-тәрбиә процесын фән ҡаҙаныштарына таянып ойошторорға тырыша, бик күп ғилми әҙәбиәт уҡый, диссертация яҙа башлай, ил ғалимдарының педагогика йүнәлешендәге хеҙмәттәре менән таныша. Һөҙөмтәлә оҙаҡламай Мәскәүҙә СССР Педагогия фәндәре академияһында кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Йәш ғалимды КПСС-тың Башҡортостандағы Өлкә комитеты Бөрө дәүләт педагогия институтына (хәҙер — БДУ-ның Бөрө филиалы) проректор итеп күсерә, аҙаҡ ул ошо уҡыу йортонда 26 йыл ректор вазифаһын башҡара.
Тап шунда Камил Әхиәровтың педагогик һәләте, ойоштороу оҫталығы, етәкселек сифаттары сағыу асыла. Институтты ғилми дәрәжәле кадрҙар менән тәьмин итеү, уҡыу йортоноң матди-техник хәлен, уҡытыусыларға һәм студенттарға эшләү һәм йәшәү шарттары булдырыу уның беренсе сираттағы бурысына әйләнә. Оҙаҡ та үтмәй, күп ҡатлы уҡытыу бинаһы файҙаланыуға тапшырыла, студенттар өсөн бөтөн шарттары булған дөйөм ятаҡ төҙөлә, уҡытыусыларға күп фатирлы ике йорт ишектәрен аса.
Бала сағынан ауыл тормошон, кешеләрҙең хеҙмәтен күреп үҫкән Камил Шәйехмырҙа улы. Күркәм ғөрөф-ғәҙәтте институтта йәштәрҙе тормошҡа әҙерләү практикаһына индерергә тырыша. Уның башланғысы менән илдәге уҡыу йорттарында йәштәрҙе хеҙмәткә өйрәтеүгә, һөнәр биреүгә иғтибар арта, ауыл мәктәптәре өсөн ғилми-методик әсбаптар, ҡулланмалар нәшер ителә. Илдәге юғары уҡыу йорттарының тәжрибәһен өйрәнеп, Бөрө ерлегендә ҡулланыуҙан да баш тартманы Камил Әхиәров, алдынғы алымдарҙы уртаҡ хазина итеп күрә белде.
1989 йылда уға әлеге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының педагогия кафедраһы мөдире вазифаһы тапшырыла. Ғалимдың тырышлығы һәм хәстәрлеге арҡаһында тәү тапҡыр педагогика өлкәһендә докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертациялары яҡлау буйынса ғилми совет төҙөлә. Камил Әхиәров үҙе уға етәкселек итә. Бөгөнгө ғалимдар араһынан бихисап кеше ошо советта фән докторы, фән кандидаты исеменә лайыҡ булды.
Камил Шәйехмырҙа улы 1996 йылда Рәсәй Мәғариф фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана. Танылған ғалим ғилми хеҙмәттәрендә В.А. Сухомлинский, К.Д. Ушинский, Н.К. Крупская, А.С. Макаренконың ҡараштарына таяна һәм уларҙы заманса үҫтерә. Камил Әхиәров — тиҫтәләгән монография, китаптар авторы, уның тарафынан йөҙәрләгән ғилми мәҡәлә яҙылып, төрлө баҫмаларҙа донъя күргән. Ғалим йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡатнаша: БАССР Юғары Советы депутаты, РСФСР педагогия йәмғиәтенең Башҡортостан бүлеге рәйесе булды. Әле лә — ғилми совет ағзаһы.
Камил Әхиәровтың педагогик хеҙмәте дәүләт тарафынан юғары баһаланды: ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, “Почет Билдәһе” ордендары менән бүләкләнгән, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, “РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемдәр йөрөтә, маҡтау ҡағыҙҙары, грамоталары бихисап. Камил Шәйехмырҙа улы — Илеш районының почетлы гражданы.
Ул бөгөн дә сафта, бай тәжрибәһен мәктәптәргә, педагогия коллективтарына өләшергә тырыша. Күптәр күҙ төбәп уға килә, ә танылған ғалим, ысын педагог бер ҡасан да ярҙамдан баш тартмай, мәғариф тормошонда ҡайнап йәшәй.
Сәлимйән ҒҮМӘРОВ,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.