Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һөйөүҙе һаҡлағыҙ
1 Йәрҙе һайлағанда “һуҡырҙар­са” эш итегеҙ. Күҙегеҙҙе йомоп был кеше хаҡында нимә уйлауы­ғыҙҙы күҙә­тегеҙ. Уның киң күңел­ле­леге, тоғроло­ғо, үткерлеге, һеҙҙең һәм үҙе хаҡында хәстәрлеге тура­һын­да фекерләгеҙ. Ке­ше­нең тышҡы ҡиәфәтенә лә иғтибар бүленергә тейеш булһа ла, эске донъя­быҙҙың ниндәй хис-тойғолар кисереүе мө­һимерәк.
2 Һеҙҙең менән ихлас аралаш­ҡан һәм ваҡыт үткәреү өсөн генә йөрөгән кеше араһында бер ҙур айыр­ма бар. Ул – нимәгәлер өй­рәнеү ынтылышы. Саф һө­йөү хистә­рен оло йө­рәклеләр генә бүләк итә ала. Әл­биттә, гел асыҡ-ярыҡ булған тү­гел, ваҡытын күңел ка­мил­лаш­­тырыу­ға ла ар­­на­ған, үҙе өҫ­төндә лә эш­ләгән йәрҙәр.
3 Тап һеҙҙең үҙегеҙгә оҡ­шар­ға тырышҡан кешене һай­лағыҙ: көслө лә, хисле лә бул­һын ул. Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡы­йыу­лыҡ та, нескәлек тә хас. Тик был ҡы­йыулыҡ тормоштоң әсе елдәре иҫ­кәндә һын­маған, ә улар ыңғайына теге йәки был яҡҡа һығылып-бө­гөлөп, һынауҙар­ҙы дөрөҫ еңеп сыҡҡан ағасҡа тиң. Бында шул уҡ үҙеңдә яңы һыҙаттар асыу, тәр­биәләү, түҙемлек, өйрәнеү кеүек төшөнсәләр инә.
4 Ҡыйын булған саҡта һеҙҙе хәстәр­ләгән, мәшәҡәт­тәрегеҙ­ҙе уртаҡла­шырға әҙер, һәр шат­лығығыҙҙы ихлас ҡабул иткән пар һайларға тырышығыҙ. Тормош күре­нештәренә би­тараф йәр ме­нән ғүмер кисереүе ҡыйынға тө­шәсәк.
5 Эске күңел торошона бай кеше менән аралашыу күпкә отошло. Ағас юныумы, һүрәт эшләүме йә бө­төнләй башҡа эш менән шө­ғөллә­н­һенме, оҫта һәм ҡыҙыҡ­һыныусандар парлы тормошта ла ихлас, бөтмөр, үҙе булып ҡала. Йәшәйештә төрлө ваҡыт була, ҡайһы саҡ бер-береңдән саҡ ҡына айырым, ситтә тороу ҙа кәрәк. Тап ошо мәлдә юғалып ҡалмаҫ өсөн эске донъяң мөһим роль уйнай.
6 Һеҙҙең шөғөлдәрегеҙҙе ихтирам ит­кән парға өҫтөнлөк бирегеҙ. Мө­хәб­бәтле аралашыу икәү генә бел­­гән хә­тирәләр менән дә матур. Тап йы­лы иҫтәлектәр ебе ир менән ҡатынды бер­гә бәйләп тора.
7 Рухи һәм матди ҡиммәттәре­геҙҙең оҡшашлығы – оҙон ғү­мер кисереү­ҙең матур алымы. Ниндәй ғаи­лә хаҡында хыял­ланы­уығыҙҙы һөй­гә­не­геҙҙән йәшермәгеҙ, асыҡ һөй­ләгеҙ, уртаҡ пландар ҡороғоҙ, ике яҡтың да фекеренә ҡолаҡ һа­лығыҙ. Мөнәсәбәт­тәрҙе рәс­миләш­тереүҙән алда уҡ ошо мәсьәләләр тураһында кә­ңәш ҡороғоҙ.
8 Үҙенән көлә белеү һәләтенә эйә кеше менән йәшәүе күпкә еңе­лерәк. Был иһә нин­дәй­ҙер ҡыҙыу бәхәс ва­ҡы­тында һеҙ ҙә унан ип­ле генә көлөп, ярашып китеү өсөн кәрәк. Аңлашмау­санлыҡ ки­леп сыҡҡан мәлдә үҙегеҙҙе нисек тотоуығыҙ ҙур әһәмиәткә эйә.
9 Һөйгәнегеҙҙең ҡайһы бер сифаттарына күҙ йоморға өйрәнегеҙ. Бар яҡлап та камил кеше булмай, әллә ни мөһим күренмәгән етешһеҙлектәрҙе түҙемлелек менән үткәреп ебәрергә мөмкин. Юҡтан ғына талаш сығарырға тырышмағыҙ.
10 Бер-берегеҙҙе яратып ҡына ҡал­май, яҡын дуҫтар ҙа бу­лығыҙ. Уның хәбәрен, кисерештәрен иғтибар ме­нән тыңлағыҙ, кәрәк саҡта тыныс ҡы­на һөйләшеп ултырығыҙ, хис­тә­регеҙҙе аныҡ белдерегеҙ. Һөйгәнегеҙ өсөн ваҡыт, күңел йылыһын йәллә­мә­геҙ.
11 Атап үтелгәндәр араһынан иң мөһиме – йәр итеп һайлаған ке­шегеҙ һеҙҙең тормошоғоҙҙо уңайлы­раҡ, матурыраҡ яһарға тейеш, һис кенә лә киреһенсә түгел.







Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә