Һөйөүҙе һаҡлағыҙ14.02.2015
1 Йәрҙе һайлағанда “һуҡырҙарса” эш итегеҙ. Күҙегеҙҙе йомоп был кеше хаҡында нимә уйлауығыҙҙы күҙәтегеҙ. Уның киң күңеллелеге, тоғролоғо, үткерлеге, һеҙҙең һәм үҙе хаҡында хәстәрлеге тураһында фекерләгеҙ. Кешенең тышҡы ҡиәфәтенә лә иғтибар бүленергә тейеш булһа ла, эске донъябыҙҙың ниндәй хис-тойғолар кисереүе мөһимерәк.
2 Һеҙҙең менән ихлас аралашҡан һәм ваҡыт үткәреү өсөн генә йөрөгән кеше араһында бер ҙур айырма бар. Ул – нимәгәлер өйрәнеү ынтылышы. Саф һөйөү хистәрен оло йөрәклеләр генә бүләк итә ала. Әлбиттә, гел асыҡ-ярыҡ булған түгел, ваҡытын күңел камиллаштырыуға ла арнаған, үҙе өҫтөндә лә эшләгән йәрҙәр.
3 Тап һеҙҙең үҙегеҙгә оҡшарға тырышҡан кешене һайлағыҙ: көслө лә, хисле лә булһын ул. Ҡатын-ҡыҙҙарға ҡыйыулыҡ та, нескәлек тә хас. Тик был ҡыйыулыҡ тормоштоң әсе елдәре иҫкәндә һынмаған, ә улар ыңғайына теге йәки был яҡҡа һығылып-бөгөлөп, һынауҙарҙы дөрөҫ еңеп сыҡҡан ағасҡа тиң. Бында шул уҡ үҙеңдә яңы һыҙаттар асыу, тәрбиәләү, түҙемлек, өйрәнеү кеүек төшөнсәләр инә.
4 Ҡыйын булған саҡта һеҙҙе хәстәрләгән, мәшәҡәттәрегеҙҙе уртаҡлашырға әҙер, һәр шатлығығыҙҙы ихлас ҡабул иткән пар һайларға тырышығыҙ. Тормош күренештәренә битараф йәр менән ғүмер кисереүе ҡыйынға төшәсәк.
5 Эске күңел торошона бай кеше менән аралашыу күпкә отошло. Ағас юныумы, һүрәт эшләүме йә бөтөнләй башҡа эш менән шөғөлләнһенме, оҫта һәм ҡыҙыҡһыныусандар парлы тормошта ла ихлас, бөтмөр, үҙе булып ҡала. Йәшәйештә төрлө ваҡыт була, ҡайһы саҡ бер-береңдән саҡ ҡына айырым, ситтә тороу ҙа кәрәк. Тап ошо мәлдә юғалып ҡалмаҫ өсөн эске донъяң мөһим роль уйнай.
6 Һеҙҙең шөғөлдәрегеҙҙе ихтирам иткән парға өҫтөнлөк бирегеҙ. Мөхәббәтле аралашыу икәү генә белгән хәтирәләр менән дә матур. Тап йылы иҫтәлектәр ебе ир менән ҡатынды бергә бәйләп тора.
7 Рухи һәм матди ҡиммәттәрегеҙҙең оҡшашлығы – оҙон ғүмер кисереүҙең матур алымы. Ниндәй ғаилә хаҡында хыялланыуығыҙҙы һөйгәнегеҙҙән йәшермәгеҙ, асыҡ һөйләгеҙ, уртаҡ пландар ҡороғоҙ, ике яҡтың да фекеренә ҡолаҡ һалығыҙ. Мөнәсәбәттәрҙе рәсмиләштереүҙән алда уҡ ошо мәсьәләләр тураһында кәңәш ҡороғоҙ.
8 Үҙенән көлә белеү һәләтенә эйә кеше менән йәшәүе күпкә еңелерәк. Был иһә ниндәйҙер ҡыҙыу бәхәс ваҡытында һеҙ ҙә унан ипле генә көлөп, ярашып китеү өсөн кәрәк. Аңлашмаусанлыҡ килеп сыҡҡан мәлдә үҙегеҙҙе нисек тотоуығыҙ ҙур әһәмиәткә эйә.
9 Һөйгәнегеҙҙең ҡайһы бер сифаттарына күҙ йоморға өйрәнегеҙ. Бар яҡлап та камил кеше булмай, әллә ни мөһим күренмәгән етешһеҙлектәрҙе түҙемлелек менән үткәреп ебәрергә мөмкин. Юҡтан ғына талаш сығарырға тырышмағыҙ.
10 Бер-берегеҙҙе яратып ҡына ҡалмай, яҡын дуҫтар ҙа булығыҙ. Уның хәбәрен, кисерештәрен иғтибар менән тыңлағыҙ, кәрәк саҡта тыныс ҡына һөйләшеп ултырығыҙ, хистәрегеҙҙе аныҡ белдерегеҙ. Һөйгәнегеҙ өсөн ваҡыт, күңел йылыһын йәлләмәгеҙ.
11 Атап үтелгәндәр араһынан иң мөһиме – йәр итеп һайлаған кешегеҙ һеҙҙең тормошоғоҙҙо уңайлыраҡ, матурыраҡ яһарға тейеш, һис кенә лә киреһенсә түгел.