Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Һаман һағынам Бынан ун йыл элек Ғашиҡтар көнөндә телефон аша өндәшкән инең. Ул саҡта хәлемде һорашып ҡына ҡалманың, байрам менән ҡотланың, “Яратам һине”, тинең. Көтөлмәгән наҙҙан юғалып ҡалһам да, ун биш йыл кейәүҙә булыуыма ҡарамаҫтан, ҡыҙ саҡтағы йүләрлегем хистәреңде һанламай: “Иҫеңә төштөммө? Улайһа ниңә башҡаға өйләндең?” – тип яуапларға мәжбүр итте. Ә мин бит тиҫтәнән ашыу йыл эсендә һине генә уйлап, һин булғанға ғына көс табып, иң ҡәҙерле кешем күреп йәшәгәнемде әйтергә тейеш инем.

Трубканы һалдың да хәҙер инде ун йыл өндәшмәйһең. Осрашҡанда иҫәнләшмәйһең дә, күрмәмешкә һалышып үтеп китәһең... Барыһына ла үҙем ғәйепле! Минән байтаҡ оло булһаң да, ихлас, китаптағыса мөхәббәт менән яратыуың, нәфис гөлгә тиңләп ҡара­уың, ҡыштарын бурандан, елдән һаҡлап, мамыҡ шәл һиңә килешә тип һоҡланыуың утыҙ йыл үтһә лә бөгөнгөләй күҙ алдымда.
Хәтереңдәме, ҡышҡы һыуыҡ төндә мине өс саҡрымдай араға оҙатып килдең. Был минут­тарҙы һуҙыр өсөн ат юлынан һалмаҡ ҡына, етәкләшеп атлап барҙыҡ. Һин шунда: “Ҡара күҙемә генә, ҡараһаң күҙемә генә, булам үҙеңә генә”, – тип йырланың. Ҡайһылай итеп кенә тура ҡарайһың инде! Тәрбиә шулай булғанмы, үтә ҡырағай инек шул. Һинең серле күңелең аҡ донъянан, шиғриәттән генә торҙо. Бүләк итеп биргән китабың да “Һиңә генә асам күңелемде” тип атал­ғайны. Шиғырҙарҙы тиҙ генә ятлап, һөй­ләп аптырата инең. Ошо барлыҡ сифатта­рыңа һоҡланып, һөйөүемә ихтирам билдәһе өҫ­тәлде.
Ауылығыҙҙағы Шишмә тауына мине еңел генә итеп күтәреп, йүгереп алып мендең. Шундай көслө инеңме, әллә һөйөү ҡанаттары ярҙам иттеме? Мин үҙемде бишектәгеләй тойҙом, әсәм ҡарынында ғына, бәлки, шулай рәхәт булғандыр!
Иҫеңдәме, май башында күрше ауылда осраштыҡ. Бер-беребеҙҙән ҡарашыбыҙҙы айыра алмай торҙоҡ, мотоцикл менән ауыл яғына төшөп киттек. Яҙҙың тәүге һалҡын төнө өшөтә, ә һин бер ҡулың менән руль тотоп, икенсеһе менән минең ҡулдарымды йылытып, ҡурсалап алып ҡайттың. Үҙеңдеке өшөһә лә, минекен өшөтмәнең. Ҡулың йылыһы ғына түгел, ғүмеремә етерлек йәнең йылыһы ла ҡалды миндә.
Һинең тыуған көнөңдә ауылыңа ҡарай бой­ҙай баҫыуы аша атланым. Килеремде белмәй инең, әлбиттә. Сираттағы сығынсылап, үпкәм­де күрһәтеп йөрөгән мәл ине. Әхирәтем менән кисен план ҡорҙоҡ. Мин өйҙәрендә ҡалдым, бүләгемде һиңә ул тапшырҙы. Ҡайтып һыу буйында ергә ҡапланып илауың хаҡында һөй­ләне... Ир кешенең күҙ йәштәре төшә, күктә эленеп ҡалмай, ти. Рәнйегәнһеңдер, юҡһа әлегәсә һине һағынып, һарыларға һабышмаҫ инем. Һиңә лә аңлап, кисерә белергә, һөйөүең өсөн, ғорурлығыңды ҡуйып тороп, көрәшергә кәрәк булғандыр, бәлки...
Ә мин үс итеп башҡаға кейәүгә сыҡтым. Һоратып килеүҙәрен ишетеп, һин дә башҡа бе­рәүҙе оҙата киткәнһең, бер аҙнанан ҡа­уышыу көнөн билдәләгәнһегеҙ. Туйҙарыбыҙ бер мәлдә үтте. Һеҙҙең ауылда – ике туй, тик мин генә башҡа йортта ултыра инем, һинең эргәңдә лә аҡ күлдәкле кәләш – тик мин түгел...
Үткән йыл ауыл урамынан үтеп барышлай, һинең ҡапҡа төбөгөҙҙә сүгәләгән килеш уйланып ултырғаныңды күрҙем. Машина тәҙрәһе­нән йоторҙай итеп ҡарап үттем, иғтибар ит­мәнең, ниндәй генә машина йөрөмәҫ! Аға­йымдарҙа ярты сәғәт самаһы тороп, ҡайтырға сыҡҡанда ла башыңды аҫҡа эйеп ултырып ҡалдың. Йәнем һулҡылдап әрнене. Нимә хаҡында уйлайһың икән? Йүгереп барып өндәшер инем, ярамай. Йыл буйына һинең уйланып ултырыуың күҙ алдымдан китмәне.
Хәҙер инде эргәмдәге телефон да телгә килмәҫ, тауышың да ишетелмәҫ, өмөтөм дә һүнер. “Һағынғандар сабыр була, сабырҙар түҙә инде” тигән йыр һүҙҙәре үҙәкте өҙә. Матурлыҡ, сафлыҡ онотолмай. Тормош ошондай һабаҡ аша ҡылыҡтарҙың яҙмышты хәл итә алырлыҡ көскә эйә булыуын аңлатты. Барыһына ла үҙем ғәйепле. Тик төштәремдә, хәтеремдә генә мәңге янымда ҡалырһың.


Автор: Миләүшә ӘХМӘТЙӘНОВА. Район: Борай районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә