Бынан ун йыл элек Ғашиҡтар көнөндә телефон аша өндәшкән инең. Ул саҡта хәлемде һорашып ҡына ҡалманың, байрам менән ҡотланың, “Яратам һине”, тинең. Көтөлмәгән наҙҙан юғалып ҡалһам да, ун биш йыл кейәүҙә булыуыма ҡарамаҫтан, ҡыҙ саҡтағы йүләрлегем хистәреңде һанламай: “Иҫеңә төштөммө? Улайһа ниңә башҡаға өйләндең?” – тип яуапларға мәжбүр итте. Ә мин бит тиҫтәнән ашыу йыл эсендә һине генә уйлап, һин булғанға ғына көс табып, иң ҡәҙерле кешем күреп йәшәгәнемде әйтергә тейеш инем. Трубканы һалдың да хәҙер инде ун йыл өндәшмәйһең. Осрашҡанда иҫәнләшмәйһең дә, күрмәмешкә һалышып үтеп китәһең... Барыһына ла үҙем ғәйепле! Минән байтаҡ оло булһаң да, ихлас, китаптағыса мөхәббәт менән яратыуың, нәфис гөлгә тиңләп ҡарауың, ҡыштарын бурандан, елдән һаҡлап, мамыҡ шәл һиңә килешә тип һоҡланыуың утыҙ йыл үтһә лә бөгөнгөләй күҙ алдымда.
Хәтереңдәме, ҡышҡы һыуыҡ төндә мине өс саҡрымдай араға оҙатып килдең. Был минуттарҙы һуҙыр өсөн ат юлынан һалмаҡ ҡына, етәкләшеп атлап барҙыҡ. Һин шунда: “Ҡара күҙемә генә, ҡараһаң күҙемә генә, булам үҙеңә генә”, – тип йырланың. Ҡайһылай итеп кенә тура ҡарайһың инде! Тәрбиә шулай булғанмы, үтә ҡырағай инек шул. Һинең серле күңелең аҡ донъянан, шиғриәттән генә торҙо. Бүләк итеп биргән китабың да “Һиңә генә асам күңелемде” тип аталғайны. Шиғырҙарҙы тиҙ генә ятлап, һөйләп аптырата инең. Ошо барлыҡ сифаттарыңа һоҡланып, һөйөүемә ихтирам билдәһе өҫтәлде.
Ауылығыҙҙағы Шишмә тауына мине еңел генә итеп күтәреп, йүгереп алып мендең. Шундай көслө инеңме, әллә һөйөү ҡанаттары ярҙам иттеме? Мин үҙемде бишектәгеләй тойҙом, әсәм ҡарынында ғына, бәлки, шулай рәхәт булғандыр!
Иҫеңдәме, май башында күрше ауылда осраштыҡ. Бер-беребеҙҙән ҡарашыбыҙҙы айыра алмай торҙоҡ, мотоцикл менән ауыл яғына төшөп киттек. Яҙҙың тәүге һалҡын төнө өшөтә, ә һин бер ҡулың менән руль тотоп, икенсеһе менән минең ҡулдарымды йылытып, ҡурсалап алып ҡайттың. Үҙеңдеке өшөһә лә, минекен өшөтмәнең. Ҡулың йылыһы ғына түгел, ғүмеремә етерлек йәнең йылыһы ла ҡалды миндә.
Һинең тыуған көнөңдә ауылыңа ҡарай бойҙай баҫыуы аша атланым. Килеремде белмәй инең, әлбиттә. Сираттағы сығынсылап, үпкәмде күрһәтеп йөрөгән мәл ине. Әхирәтем менән кисен план ҡорҙоҡ. Мин өйҙәрендә ҡалдым, бүләгемде һиңә ул тапшырҙы. Ҡайтып һыу буйында ергә ҡапланып илауың хаҡында һөйләне... Ир кешенең күҙ йәштәре төшә, күктә эленеп ҡалмай, ти. Рәнйегәнһеңдер, юҡһа әлегәсә һине һағынып, һарыларға һабышмаҫ инем. Һиңә лә аңлап, кисерә белергә, һөйөүең өсөн, ғорурлығыңды ҡуйып тороп, көрәшергә кәрәк булғандыр, бәлки...
Ә мин үс итеп башҡаға кейәүгә сыҡтым. Һоратып килеүҙәрен ишетеп, һин дә башҡа берәүҙе оҙата киткәнһең, бер аҙнанан ҡауышыу көнөн билдәләгәнһегеҙ. Туйҙарыбыҙ бер мәлдә үтте. Һеҙҙең ауылда – ике туй, тик мин генә башҡа йортта ултыра инем, һинең эргәңдә лә аҡ күлдәкле кәләш – тик мин түгел...
Үткән йыл ауыл урамынан үтеп барышлай, һинең ҡапҡа төбөгөҙҙә сүгәләгән килеш уйланып ултырғаныңды күрҙем. Машина тәҙрәһенән йоторҙай итеп ҡарап үттем, иғтибар итмәнең, ниндәй генә машина йөрөмәҫ! Ағайымдарҙа ярты сәғәт самаһы тороп, ҡайтырға сыҡҡанда ла башыңды аҫҡа эйеп ултырып ҡалдың. Йәнем һулҡылдап әрнене. Нимә хаҡында уйлайһың икән? Йүгереп барып өндәшер инем, ярамай. Йыл буйына һинең уйланып ултырыуың күҙ алдымдан китмәне.
Хәҙер инде эргәмдәге телефон да телгә килмәҫ, тауышың да ишетелмәҫ, өмөтөм дә һүнер. “Һағынғандар сабыр була, сабырҙар түҙә инде” тигән йыр һүҙҙәре үҙәкте өҙә. Матурлыҡ, сафлыҡ онотолмай. Тормош ошондай һабаҡ аша ҡылыҡтарҙың яҙмышты хәл итә алырлыҡ көскә эйә булыуын аңлатты. Барыһына ла үҙем ғәйепле. Тик төштәремдә, хәтеремдә генә мәңге янымда ҡалырһың.