Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ҡәҙерләп һаҡлаған хаттар йәки “Йәншишмә”нең 85 йыллығы айҡанлы иҫтәлектәр
Ҡәҙерләп һаҡлаған хаттар йәки “Йәншишмә”нең 85 йыллығы айҡанлы иҫтәлектәр Шкаф йыйыштырған һайын тап булам үҙҙәренә. Иҫкереп бөткәндәр инде, утыҙ йыллап элек яҙылғандар. Шулай ҙа бик ҡәҙерлеләр. Йәнә берҙе уҡып алам да кире һалып ҡуям. “Башҡортостан пионеры” (хәҙерге “Йәншишмә” гәзите) редакцияһынан килгән хаттар улар.

Әле лә үҙҙәрен ҡулыма алып, барлап сыҡтым. Йәмғеһе 18 дана. Шул хәтлем булғанмы, әллә был ҡалғаны ғынамы – белмәйем. Күбеһе Әлфинур Вахитова менән Диана Килдина апайҙарҙан килгән. Тағы ла Аҫылғужа Баһуманов, Факиһа Ту­ғыҙбаева, Мир­сәйет Юнысов, Тамара Юлдашева, Флорида Иҫәнбаева, Сөләймән Латиповтан. Ебәр­гән хәбәрҙәремә яуап рәүешендә йәки теге-был тема тәҡдим итеп, кәңәш-фәлән би­реп яҙылған йылы ғына йөкмәткеле хаттар...
...Беҙ бәләкәй саҡта мәктәпкә барған һәр уҡыусы пионер баҫмаларын алдыра ине. Шулай миңә лә гәзит-журнал ене ҡағылды. Уҡып ҡына ҡалмай, II класта сағымда үҙем дә отрядыбыҙ тураһында мәҡәлә яҙып, редакцияға ебәрҙем. Ни хикмәт: ул баҫылып сыҡты! Эй һөйөндөм! Үҫмер йәшенә еткәс, ныҡлап яҙышырға тотондом. Мәктәптәге төрлө саралар, спорт ярыштары, колхозға ярҙам итеү, тәбиғәт күренештәре хаҡындағы хәбәрҙәрҙе, шиғ­ри юлдарҙы аҡ ҡағыҙ битенә төшөрҙөм. Әлбиттә, ҡайһы берҙәре баҫыл­ма­ны. Бая әйткәнемсә, барырлыҡ түгелдәренә, һуң­ла­ғандарына редакция хеҙмәткәрҙәре яуап хаты ебәреп торҙо. Һәр хәлдә береһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы – шуныһы айы­рыу­са мөһим, ҡиммәтле. Әйткәндәй, бөгөн дә малай-ҡыҙҙарға йүнәлеш биреп, хаттар ебәреү йолаһы дауам итә. Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, ни сәсһәң – шуны урырһың, тиҙәрме әле?..
VII класта уҡығанда иһә бигерәк тә ҡы­уаныслы хәбәр алдым – “Йәш хәбәрсе” исемен бирҙеләр. Был мине уғата дәрт­лән­дереп ебәрҙе. Тиҙ генә хикәйә ижад итеп, “Октябрь балҡышы” конкурсына юл­ла­ным. Әҫәремдә уҡытыусының ғына исе­ме үҙгәр­телеп, шул көйөнсә тиерлек донъя күрҙе ул. Аҙаҡтан беренсе урынға лайыҡ булыуым бөтөнләй күктең етенсе ҡатына мендерҙе. Шул мәлдә киләсәктә журналист булырға хәл иттем.
Гәзит аша яңы дуҫтар ҙа таптым. Көн дә “Башҡортостан пионеры” менән бергә улар­ҙан ҡосаҡ-ҡосаҡ хат ала инем. Архангел районының Айытмәмбәт ауылынан Әлфиә, Хәйбулланың Һаҡмар-Наҙарғо­ло­нан Рәсимә, Әбйәлилдең Тәпән ауылынан Рәмилә, Дәүлә­кәндең Суйынсыһынан Ле­на, Күгәрсендең Аҙнағол ауылынан Марат, Стәрлебаштың Ямғырсыһынан Илдус... Әле Әлфиәнең – Хәйбуллала, Рәсимәнең Баймаҡта балалар уҡытып йөрөгәнен бе­леп ҡыуандым, баш­ҡалар ҙа файҙалы эш менән шөғөлләнәлер тип ышанам.
1987 йылдың март айында Өфөгә гәзит редакцияһы ойошторған башлап яҙыусы­лар­ҙың III республика семинарына са­ҡыр­ҙылар. Бер нисә көн буйына билдәле яҙыу­сыларҙан, журналистарҙан оҫталыҡ дәрестәре алдыҡ, ҡулъяҙмаларыбыҙҙы тикшерттек. Бер-бере­беҙҙе хәбәрҙәребеҙ аша ғына белгән Нәрисә Фазылова, Янбулат Байраҡаев, Марат Кәби­ров, Ләлә Хә­сә­но­ва, Альбина Дәүләтбәкова, Гөлназ Гә­рә­ева, Гөлшат Мөтиҡова, Нәфис Ғи­лем­йәнов, Света Артемова, Гөлшат Хөсә­йе­но­ва, Зи­лә Ғәйетҡолова, Лилиә Шартдинова, Гү­зә­лиә Шәймөхәмәтова, Индира Мулла­йә­нова менән яҡындан күрешергә насип булды.
Шунда гүзәл баш ҡалаға ғашиҡ булдым. Ҡайтҡас та Өфөгә уҡырға китергә теләк белдерҙем. Шул уҡ йылдың көҙөндә, әсәйҙең ай-вайына ҡарамай, әлеге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының IX класына килдем. Ма­тема­тика йүнәлешендә белем алһам да, әҙә­биәт, ижадтан айырылманым. Уҡытыусым Әнәс Вәли улы Мирғә­лиев тә дәртләндереп кенә торҙо. Ике йыл рәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйын­са республика олимпиада­һы­на алып бар­ҙы. Унда яулаған еңеүҙәр килә­сәк­кә һай­лаған юлымдың дөрөҫлөгөн иҫбатла­ны ғына.
Бәхетемә, мәктәпте тамамлаған йылда Баш­ҡорт дәүләт университетында журна­лис­тика бүлеге асылды. Унда уҡыу дәүе­рендә лә үҙемде үҫтергән гәзиткә яҙышып торҙом, практиканы ла шунда үттем. Ә уҡыуҙы тамамлар алдынан тура таныш редакцияға эшкә килдем. Күп тә, аҙ ҙа тү­гел, 18 йыл балалар һәм үҫмерҙәр баҫ­маһында хеҙмәт ителде. Тотош бер ғүмер! Һөнәрем буйынса күпме тәжрибә тупла­һам, барыһы өсөн дә “Баш­ҡорт­остан пионеры”на (“Йәншишмә”гә) рәхмәтле­мен. Ҡа­сандыр тәүге хәбәрен баҫтырып сы­ға­рып, ете йәшлек ҡыҙыҡайҙың киләсәк тормошона матур күпер һалғаны яҡшы аңлашыла.
Ғөмүмән, республикабыҙҙың башҡа киң мәғ­лүмәт сараларында эшләгән байтаҡ хеҙ­мәттәштәрем дә – шул гәзит үҫтергән оҫталар. Барлыҡ оло йылғалар ҙа бәләкәй инештән юл алған кеүек, уларҙың да ижад һуҡмағы һәр бер бала күңеленә асҡыс ярата белгән ошо изгелек мәктәбенән башланған. Иртәгә “Йән­шишмә” гәзитен тыуған көнө менән ҡотлап, бихисап тарафтан сәләм-тәбрикләүҙәр яуырына иманым камил.





Автор: Гөлдәр БҮЛӘКБАЕВА-БИРГӘНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә