Шкаф йыйыштырған һайын тап булам үҙҙәренә. Иҫкереп бөткәндәр инде, утыҙ йыллап элек яҙылғандар. Шулай ҙа бик ҡәҙерлеләр. Йәнә берҙе уҡып алам да кире һалып ҡуям. “Башҡортостан пионеры” (хәҙерге “Йәншишмә” гәзите) редакцияһынан килгән хаттар улар.Әле лә үҙҙәрен ҡулыма алып, барлап сыҡтым. Йәмғеһе 18 дана. Шул хәтлем булғанмы, әллә был ҡалғаны ғынамы – белмәйем. Күбеһе Әлфинур Вахитова менән Диана Килдина апайҙарҙан килгән. Тағы ла Аҫылғужа Баһуманов, Факиһа Туғыҙбаева, Мирсәйет Юнысов, Тамара Юлдашева, Флорида Иҫәнбаева, Сөләймән Латиповтан. Ебәргән хәбәрҙәремә яуап рәүешендә йәки теге-был тема тәҡдим итеп, кәңәш-фәлән биреп яҙылған йылы ғына йөкмәткеле хаттар...
...Беҙ бәләкәй саҡта мәктәпкә барған һәр уҡыусы пионер баҫмаларын алдыра ине. Шулай миңә лә гәзит-журнал ене ҡағылды. Уҡып ҡына ҡалмай, II класта сағымда үҙем дә отрядыбыҙ тураһында мәҡәлә яҙып, редакцияға ебәрҙем. Ни хикмәт: ул баҫылып сыҡты! Эй һөйөндөм! Үҫмер йәшенә еткәс, ныҡлап яҙышырға тотондом. Мәктәптәге төрлө саралар, спорт ярыштары, колхозға ярҙам итеү, тәбиғәт күренештәре хаҡындағы хәбәрҙәрҙе, шиғри юлдарҙы аҡ ҡағыҙ битенә төшөрҙөм. Әлбиттә, ҡайһы берҙәре баҫылманы. Бая әйткәнемсә, барырлыҡ түгелдәренә, һуңлағандарына редакция хеҙмәткәрҙәре яуап хаты ебәреп торҙо. Һәр хәлдә береһе лә иғтибарһыҙ ҡалманы – шуныһы айырыуса мөһим, ҡиммәтле. Әйткәндәй, бөгөн дә малай-ҡыҙҙарға йүнәлеш биреп, хаттар ебәреү йолаһы дауам итә. Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, ни сәсһәң – шуны урырһың, тиҙәрме әле?..
VII класта уҡығанда иһә бигерәк тә ҡыуаныслы хәбәр алдым – “Йәш хәбәрсе” исемен бирҙеләр. Был мине уғата дәртләндереп ебәрҙе. Тиҙ генә хикәйә ижад итеп, “Октябрь балҡышы” конкурсына юлланым. Әҫәремдә уҡытыусының ғына исеме үҙгәртелеп, шул көйөнсә тиерлек донъя күрҙе ул. Аҙаҡтан беренсе урынға лайыҡ булыуым бөтөнләй күктең етенсе ҡатына мендерҙе. Шул мәлдә киләсәктә журналист булырға хәл иттем.
Гәзит аша яңы дуҫтар ҙа таптым. Көн дә “Башҡортостан пионеры” менән бергә уларҙан ҡосаҡ-ҡосаҡ хат ала инем. Архангел районының Айытмәмбәт ауылынан Әлфиә, Хәйбулланың Һаҡмар-Наҙарғолонан Рәсимә, Әбйәлилдең Тәпән ауылынан Рәмилә, Дәүләкәндең Суйынсыһынан Лена, Күгәрсендең Аҙнағол ауылынан Марат, Стәрлебаштың Ямғырсыһынан Илдус... Әле Әлфиәнең – Хәйбуллала, Рәсимәнең Баймаҡта балалар уҡытып йөрөгәнен белеп ҡыуандым, башҡалар ҙа файҙалы эш менән шөғөлләнәлер тип ышанам.
1987 йылдың март айында Өфөгә гәзит редакцияһы ойошторған башлап яҙыусыларҙың III республика семинарына саҡырҙылар. Бер нисә көн буйына билдәле яҙыусыларҙан, журналистарҙан оҫталыҡ дәрестәре алдыҡ, ҡулъяҙмаларыбыҙҙы тикшерттек. Бер-беребеҙҙе хәбәрҙәребеҙ аша ғына белгән Нәрисә Фазылова, Янбулат Байраҡаев, Марат Кәбиров, Ләлә Хәсәнова, Альбина Дәүләтбәкова, Гөлназ Гәрәева, Гөлшат Мөтиҡова, Нәфис Ғилемйәнов, Света Артемова, Гөлшат Хөсәйенова, Зилә Ғәйетҡолова, Лилиә Шартдинова, Гүзәлиә Шәймөхәмәтова, Индира Муллайәнова менән яҡындан күрешергә насип булды.
Шунда гүзәл баш ҡалаға ғашиҡ булдым. Ҡайтҡас та Өфөгә уҡырға китергә теләк белдерҙем. Шул уҡ йылдың көҙөндә, әсәйҙең ай-вайына ҡарамай, әлеге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының IX класына килдем. Математика йүнәлешендә белем алһам да, әҙәбиәт, ижадтан айырылманым. Уҡытыусым Әнәс Вәли улы Мирғәлиев тә дәртләндереп кенә торҙо. Ике йыл рәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһына алып барҙы. Унда яулаған еңеүҙәр киләсәккә һайлаған юлымдың дөрөҫлөгөн иҫбатланы ғына.
Бәхетемә, мәктәпте тамамлаған йылда Башҡорт дәүләт университетында журналистика бүлеге асылды. Унда уҡыу дәүерендә лә үҙемде үҫтергән гәзиткә яҙышып торҙом, практиканы ла шунда үттем. Ә уҡыуҙы тамамлар алдынан тура таныш редакцияға эшкә килдем. Күп тә, аҙ ҙа түгел, 18 йыл балалар һәм үҫмерҙәр баҫмаһында хеҙмәт ителде. Тотош бер ғүмер! Һөнәрем буйынса күпме тәжрибә туплаһам, барыһы өсөн дә “Башҡортостан пионеры”на (“Йәншишмә”гә) рәхмәтлемен. Ҡасандыр тәүге хәбәрен баҫтырып сығарып, ете йәшлек ҡыҙыҡайҙың киләсәк тормошона матур күпер һалғаны яҡшы аңлашыла.
Ғөмүмән, республикабыҙҙың башҡа киң мәғлүмәт сараларында эшләгән байтаҡ хеҙмәттәштәрем дә – шул гәзит үҫтергән оҫталар. Барлыҡ оло йылғалар ҙа бәләкәй инештән юл алған кеүек, уларҙың да ижад һуҡмағы һәр бер бала күңеленә асҡыс ярата белгән ошо изгелек мәктәбенән башланған. Иртәгә “Йәншишмә” гәзитен тыуған көнө менән ҡотлап, бихисап тарафтан сәләм-тәбрикләүҙәр яуырына иманым камил.