Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Яҙмаларҙа — халыҡ ижады ҡомартҡылары
Яҙмаларҙа — халыҡ ижады ҡомартҡылары Башҡорт тел ғилемендә, ғөмүмән, төркиәт донъяһында Сәриә Миржанованың исеме киң билдәле. Ул — ҡырҡтан ашыу ғилми хеҙмәт авторы. “Башҡорт теленең көньяҡ диалекты”, “Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты (формалашыуы һәм хәҙерге торошо)” исемле урыҫ телендә донъя күргән монографиялары — башҡорт тел ғилемендәге фундаменталь хеҙмәттәр рәтендә.

Киң таралған көньяҡ диалектының өс тармағын билдәләп (Эйек-Һаҡмар һөй­лә­ше, Урта һөйләш, Дим һөйләше), уларҙың һәр ҡайһыһының өн (фонетик) үҙенсә­лек­тәре, һүҙ төркөмдәре, лексикаһы буйынса төплө, ғилми нигеҙле тикшеренеү үткәрҙе ул. Шундай уҡ йүнәлештә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектын­дағы Ҡариҙел, Танып, Түбәнге Ағиҙел-Ыҡ, Гәйнә һөйләштәренең үҙенсәлектәре ентекле өйрәнелде. Башҡа халыҡтар (татар, фин-уғыр, урыҫ) менән бәйлә­нештәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тел күренештәре яҡтыртылды. Бай фактик материал нигеҙендә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының фонетик һәм грамматик, айырыуса лексик үҙенсә­лектәре башҡорт әҙәби теленә лә хас тигән һығымта яһалды, был диалекттың башҡорт теленең айырылғыһыҙ бер өлө­шө икәнлеге күрһәтелде. Бер үк ваҡытта ғалимә төбәктә йәшәгән татар, фин-уғыр халыҡтарының теленә башҡорт теленең йоғонтоһо булыуын да дәлилләне.
Быларҙан тыш, Сәриә Миржанова — өс томдағы “Башҡорт һөйләштәре һүҙле­ге”н, “Башҡортса-русса һүҙлек”, “Башҡорт теленең диалектологик атлас”ын төҙөү­селәрҙең береһе. Күреүегеҙсә, Сәриә Миржанова ижадының төп йүнәлеше — тел ғилеме. Әммә ғалимә үҙенең эшмә­кәрлеген диалектология, лексикография өлкәләре менән генә сикләмәне. Дөйөм тел ғилемен өйрәнеүҙә фольклор әҫәр­ҙәре­нең ҡиммәтен аңлап, халыҡ ижады үрнәк­тәрен йыйҙы, йола, ғөрөф-ғәҙәт­тәргә, тормош-көнкүрешкә бәйле төрлө мәғлүмәттәр тупланы, был өлкәлә оҫта­лыҡ күрһәтте.
Сәриә Фазулла ҡыҙының фольклор яҙмалары ифрат бай мәғлүмәтле, жанр­ҙары күп яҡлы. Уларҙа әкиәт, риүәйәт­тәр, риүәйәт-легендалар, йырҙар, бәйеттәр, таҡмаҡтарҙың төрлө төрҙәре, эпик әҫәр­ҙәр, мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡтар, йола фольклоры үрнәктәре бар.
Йыйған материалдарының бер өлөшө ғалимәнең баҫылып сыҡҡан хеҙмәт­тәрендә урын алһа, икенсеһе — шаҡтай ҙур өлөшө — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең ғилми архивында һаҡла­на. Ҡомартҡылар 1958 йылда Башҡорт­ос­тандың көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш ра­йон­дарында яҙып алынған (Ф. 3. Оп. 2. 422, 423). С. Миржанова ул төбәккә комплекслы этнографик экспедиция ағзаһы булараҡ сәфәр ҡылған (етәксеһе — этнолог Раил Кузеев). “Алпамыша менән Барсынһылыу”, “Бабсаҡ менән Күсәк”, “Иҙеге” эпостарының әкиәткә тартым өлгөләре (йыйыусы әйтеүенсә, информанттар уларҙы әкиәт тип һөйләгән), “Буранбай бәйете” һ.б. ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары “Башҡорт халыҡ ижады” томдарына инеп китте.
Материалдар араһында әкиәттәрҙең күп булыуы күҙгә ташлана. Улар экспедиция эшләгән һәр районда тиерлек яҙып алынған. Текстар яҡшы сифатлы. Араларында һамаҡлы сюжеттар осрай (“Бей атмыш”, “Сүлмәғанай”). “Һуҡтырған һал­дат” исемле бер сюжет хикәйәт тип нарыҡланған.
Яҙмаларҙың “Риүәйәттәр һәм легендалар” тип аталған бүлегендә әһәмиәтле мәғлүмәт һаҡланған бер нисә тарихи риүәйәт һәм “Башҡорт ҡайҙан килеп сыҡҡан?” тигән этнонимик легенда килте­релә. Уның нигеҙендә кешеләргә төйәклә­нер ер табып биреүсе изгелекле ҡорт (бүре) мотивы ята.
Сәриә Миржанова ырыуҙар, ауылдар тарихына бәйле риүәйәттәрҙе ҡағыҙға тер­кәүгә ҙур иғтибар биргән. Уларҙа баш­ҡа фольклор тупланмаларында һирә­ге­рәк осраған йәки бөтөнләй сағылмаған мәғлүмәттәр бар. Мәҫәлән, Күгәрсен районының Түңгәүер ауылында Хәлиул­ла Ишкилдиндан яҙып алынған “Дүңгә­үерләр ҡайҙан килгәннәр” тигән риүәйәттә түбәндәге юлдар иғтибарҙы йәлеп итә: “Смаҡ дүңгәүерләре беҙ. Алар туҡһан өйлө дүңгәүерләр булған. Шуларҙан айырылып, яуҙан ҡасып, ирле-бисәле ошон­да килгәннәр. Теге дүңгәүерләр Иҙел буйындамы, йә Сыбар тау яғындамы, булғаннар”...
Өҙөктәге “туҡһан өйлө дүңгәүерләр” тигәне, беҙҙең уйлауыбыҙса, тәғәйен һанды аңлатмай, ә күплек төшөнсәһен, ҙур ырыу мәғәнәһен бирә һәм ирекһеҙҙән Г. Потаниндың бер хеҙмәтендә теркәлгән “туҡһан ике баулы ҡыпсаҡ” тигән мәғлү­мәтте хәтергә төшөрә. Унда был һүҙ­бәйләнеш ҡыпсаҡтарҙың күп тармаҡлы, күп нәҫелле көслө ҡәбилә булыуын аңла­та. С. Миржанова яҙмаларында “дүңгә­үер” төшөнсәһе ауыл исемен генә аң­лат­май, ырыу исемен дә сағылдыра. Был Ейәнсура районының Байдәүләт ауылынан 1883 йылғы Басир Бикжанов (Үҫәргән ырыуы вәкиле) биргән мәғлүмәт­тәр­ҙә асыҡ күренә. “Төп башҡортлар, йәғни семиродный доверенный: үҫәргән, бөрйән, түңгәүер, ҡатайл­ар... ҡалғанын белмәйем”, — ти ул.
Ауыл тарихтарының һәр береһендә тиерлек ырыу тамғалары, ара, нәҫел атамалары ҡағыҙға төшөрөлгән. Тарихи ри­үә­йәттәрҙә, нигеҙҙә, ҡаҙаҡ барымталары, яуҙа ҡатнашҡан батырҙар (Сура батыр, Аҡназар), башҡорт-урыҫ бәйлә­нештәре кеүек ваҡиғалар хаҡында һүрәтләнә.
Экспедиция ваҡытында байтаҡ йыр яҙып алынған. Материалдарына бирел­гән инеш өлөшөндә Сәриә Миржанова йыр жанрҙарының үҙенсәлектәрен, улар­ҙың башҡарылыу рәүештәрен билдәләргә ынтылған, был тәңгәлдә, тәбиғи, төбәк ата­малары ла күҙ уңынан ысҡын­­ды­рыл­маған. Мәҫәлән, әйтемнәү, һамаҡ­лау, һалмаҡлау, һармаҡлауҙарҙың көй­һөҙ, бейеү ритмында һамаҡлап әйтеү рәүе­шендә башҡарылыуҙарын билдәләй.
Оҙон көйҙәрҙән “Урал”, “Ирәндеккәй”, “Һары ла сәс”, “Шафиҡ”, “Ашҡаҙар”, “Ғилмияза”, “Зөлхәмирә” (“Зөлхәбирә”), “Шәүрә” һ.б. йырҙар яҙып алынған, шулай уҡ ошо көйҙәргә йырланған исемһеҙ йырҙар ҡағыҙға теркәлгән. Исемдәре билдәле булған йырҙарҙы С. Миржанова “атамалы йырҙар” тип әйтеп китә.
Материалдар араһында Баймаҡ райо­ны­ның Беренсе Этҡол ауылында 80 йәшлек Хәшейә Зөлҡәрнәева “Менәүәрә килен мәрхүмгә сығарылған йыр” тигән иҫкәрмә менән ошондай бер йыр бар. Шунан бер куплет:
Этҡол ерләренә барған саҡта,
Яным кеүек Менәүәрә, кем,
Был-был булып сайрайҙыр, кем.
Ҡарурманнарынан ат үтмәй.
Менәүәрә һылыуым китте бик йыраҡҡа,
Яным кеүек Менәүәрә, кем,
Былбыл булып сайрайҙыр, кем,
Хәл белешер инек — хат етмәй.
Үкенескә ҡаршы, йырҙың аудио яҙмаһы юҡ. Баймаҡ районына фольклорсылар аҙ сәфәр ҡылманы, әммә бындай йыр улар тарафынан ҡағыҙға ла, магнитофон таҫмаһына ла теркәлмәгән. Шулай ҙа был урында Хәшейә Зөлҡәрнәева тексына айырым иғтибар йүнәлтеүебеҙ ос­раҡлы түгел. 1989 йылғы фольклор экспе­дицияһы ваҡытында Дәүләкән райо­ны­ның Ҡыҙрас ауылында Ғәйшә Әҡем­бәтованан “Хәйрүләкәй” исемле йырҙы көйө менән яҙып алырға тура килгәйне. Ноталары, һүҙҙәре матбуғатта баҫылды, күренекле йырсы Ғәли Хәмзин башҡа­рыуында эфир тулҡындары аша ла яңғыраны. Хәҙер ул киң билдәле. Бына уның тексынан өҙөк:
Тып-тып ҡына баҫҡан туратыңды,
Йәнейем кеүек, Хәйрүләкәй,
Былбыл булып һайра әле.
Йөҙ илле һум биреп тә һорарҙар.
Сит илдәргә китеп яҡшы йөрөһәң,
Йәнейем кеүек, Хәйрүләкәй,
Былбыл булып һайра әле.
“Ҡайҙан килгән” тип (шул) һорарҙар,
“Кем балаһы” тип (шул) һорарҙар,
Йәнейем кеүек, Хәйрүләкәй,
Былбыл булып һайра әле.
Ғәйшә Әҡембәтова әйтеүенсә, был йыр­ҙы ситкә китергә йыйынған Хәйрү­ләкәйгә төбәп әсәһе йырлаған. Күре­не­үен­сә, лирик геройҙың ситкә китеү моти­вы, йырҙың ҡушымта өлөшө — ике текст өсөн дә уртаҡ һыҙат. Зөлҡәр­нә­еваның тексында бойоғоу тойғоһо һиҙелһә, Әҡембәтованыҡы күтәренкерәк рухта. Йырҙарҙың көйҙәре лә оҡшаш булыуы ихтимал. Текстарҙағы ижектәр һанының яҡынлығы-уртаҡлығы шулай фараз ҡылырға мөмкинлек бирә. Көйҙөң тәү башлап ҡайһы төбәктә сығарылыуын әле асыҡлайһы бар. Быны “Хәйрүләкәй”ҙең музыкаль тибын, стилен өйрәнеү нигеҙендә музыка белгестәре билдәләй алыр, моғайын.
Ҡағыҙға теркәлгән мәҡәл, әйтем һәм йомаҡтарҙың күпселеге, дөйөм алғанда, киң билдәле үрнәктәр. Шулай ҙа һирә­ге­рәк ишетелгәндәре лә юҡ түгел. Мәҫәлән: «Алабута аш булған, ҡыптыр тиртунлы баш булған»; «Бәләкәс ирҙән бөкөрө ир тыуар»; «Баҙарҙа алтмыш атаның бала­һы бар, һәр кем танығанына сәләм бирә»; «Ҡулыңдағын ныҡ тотһаң, күршең менән татыу булырһың»; «Ҡарала ҡарһанма­һаң, аҡланда нәмә ашарһың?»; «Улға ҡараған — урамға ҡараған, киленгә ҡараған — кирегә ҡараған»; «Ил талап ауыҙға кергән хәлүәнән ер тарап та­былған икмәк татлыраҡ». (Яҙма сыға­наҡ­тан ингән — Ф.Н.).
Йомаҡтарҙан: “Ары ла китәр ләплүм, Бире лә китәр ләплүм, Төрлө үлән башынан Төймә төйәр ләплүм” (һарыҡ). “Ҡых-тфү, кәкәй!” (Бысаҡ, ҡайрау).
Сәриә Миржанованың 1958 йылдағы яҙмалары хаҡында фекер йөрөткәндә, ундағы этнографик материалдарҙың күплегенә лә иғтибар итмәй булмай, сөнки улар — туй, ерләү йолалары, уйындар, хужалыҡ төрҙәре — бик ентекләп, төпсөнөп яҙып алынған. Күрәһең, экспедиция алдан уҡ бик ныҡ әҙерләнеп, ағзаларына асыҡ бурыстар ҡуйып үткәрелгән. Әлеге ғилми конференция материалдарында ғалимәнең экспедиция буйынса үҙе яҙған отчеты баҫылғас, улар тураһында үҙебеҙ алған тәьҫораттар менән генә уртаҡлаштыҡ.
Башҡорт халыҡ ижадын йыйыу эшмә­кәрлеге хаҡында һөйләгәндә, уның башҡа төбәктәрҙә яҙып алған материалдары хаҡында әйтмәү мөмкин түгел, сөнки уларҙың ҡайһылары тарихи йылъяҙма­ларға бәрәбәр.
С.Ф. Миржанованың “Башҡорт теле­нең төньяҡ-көнбайыш диалекты” исемле монографияһында, мәҫәлән, фразеологизмдар, мәҡәл һәм әйтемдәрҙән тыш, ошо диалектҡа ҡараған дүрт һөйләштең һәр береһенең үҙенсәлектәрен сағыл­дырыусы текст үрнәктәре — ауыл тарихтары — хаҡында бәйән ҡылыусы риүә­йәттәр бирелгән.
Теге йәки был ауылға башлап кем нигеҙ һалған, унда ниндәй ырыуҙар, милләт кешеләре йәшәй, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре, бәйләнештәре, көнкүреш­тәре ниндәй булған, ер-һыу атамалары ҡайҙан килеп сыҡҡан һ.б. ошо типтағы һорауҙарға яуап алып була был риүәйәттәрҙән.
Миҫал өсөн монографиянан ҡайһы бер өҙөктәр килтерәйек.
Ҡариҙел һөйләшенән: Иҫке Аҡпеләк ауылы тарихы. “Беренсе Яҡуп килеп килебутырган. Аҡбулат ҡарт, кий (быны­һы яҙып алыу мәлендә информант эргә­һендә ултырған тыңлау­сының репли­ка­һы, асыҡлаусы өҫтәмәһе булһа кәрәк — Ф.Н.). Башҡыртның жире ҙур былған. Бертем аулы ҡырҡ сакрым мынан, Киғазының йөҙ илле сакрымға сузылган жире элгәре. Бертем йылғасына Киғазыдан килеб ултырганнар. Безнең ата-бабайлар урыстан, татардан тү­ләт­кән йерне. Әрбәлүтсиәге сәкле (революцияга саҡлы — Ф.Н.) башҡырт үткәрмәгән мишәрне, Аҡбүләктән сыҡ­ҡан Шамырат, Коҙаш, теҙелешеп Йүр­ҙән буйына утырган башҡырт.
Танып һөйләшенән: Имән ауылы. Беҙ башҡыртлар, төптән башҡырт килгән. Тип­тәр былмады, бетнәй башҡырт. Безен ата-бабайлар, ҙурәтәйләр килгән Йөрү­ҙән­нән, Бәрҙәш, Шамырат яҡла­рынан. Шуның өсөн беҙҙең Имән ауылы баш­ҡырт исемен күтәрә.
Имәннең ерләре күп булған. Псләк байары йере, Патлуп мишәрләре, Насарлар, Кизгән, Ишмәмәт, Нөркә ерләре безнеке булған. Имән ҡарт, Әмер ҡарт, Усман ҡарт килеп ултырған...
Түбәнге Ағиҙел-Ыҡ һөйләшенән: ...Ҡал­мырҙа ҡалҡыуында ҡәберлек та­шы бар. Ҡаҙаннан килеп уҡып ҡараны­лар, уҡый алмаҙылар. Бик иске. Иске йортно ҡаҙыдылар Ҡаҙан археолог­ла­ры, сөйәкләр, тимер-томор ҡаҙып алып киттеләр. Ҡалмырҙаҙа гел башҡырт­лар.
Гәйнә һөйләшенән: Башҡолтай (Кече Мул) ауылы тарихы. Бу ауылға майтаҡ ҡына, өч йөз йыллар была. Жирләре күп былған башҡыртныҡы. Шуңа алырны кенәз (тархан) тип йөрөткәннәр урыслар.
Төньяҡ-көнбайышта Сәриә Фазулла ҡыҙы тел берәмектәре рәүешендә мәҡәл-әйтемдәр, фразеологизмдарҙы ҡағыҙға теркәгән. Араларында һирәк ишетелгән­дәре бар. Мәҫәлән, гәйнә башҡортта­рынан яҙып алынған мәҡәл, әйтемдәр араһында: “Күрше кеше — бүре теше”, “Кеше баласы — бүре баласы, бүреккә салып асрасаң да берекмәҫ”; таныптарҙан: “Бәхетленең ҡунағы дөрөн-дөрөн” (саҡырылған ҡунаҡтарҙың барыһының да килеүе, һуңламауҙарына ҡарата), “Мал иәсе тасторна” (Мал эйәһенә оҡшай тигәне) һ.б.
Халҡыбыҙҙа “Зәр ҡәҙерен зәрҡәр белер” тигән мәҡәл бар. Ғалимәнең ха­лыҡ ижадына оло иғтибары, уның күңел торошона, эске тәбиғәтенә лә бәйле булғандыр, моғайын. Сәриә Миржанова башҡорт халыҡ йырҙарын, романстарҙы ифрат нәзәкәтле итеп, үҙенә генә хас моң, йомшаҡ тембр менән башҡара ине (тауышы лиро-драматик сопрано). Үҙе­нең тыуған төйәгендә (Әбйәлил яҡтарын­да) яралған “Ғилмияза”ны унан да моң­ло­раҡ итеп йырлаған кешене осра­тырға тура килмәне миңә.
Сәриә Фазулла ҡыҙы Миржанованың аҡыл ҡеүәһенә күңел йылыһын ҡушып, бөртөкләп йыйған фольклор-этнографик материалдарын, бөтәһен бергә туплап, айырым баҫма рәүешендә нәшер итеү көнүҙәк бурыстарҙың береһелер.
Продажа квартир в Уфе.
Фәнүзә НӘҘЕРШИНА,
филология фәндәре докторы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0