Башҡорт тел ғилемендә, ғөмүмән, төркиәт донъяһында Сәриә Миржанованың исеме киң билдәле. Ул — ҡырҡтан ашыу ғилми хеҙмәт авторы. “Башҡорт теленең көньяҡ диалекты”, “Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты (формалашыуы һәм хәҙерге торошо)” исемле урыҫ телендә донъя күргән монографиялары — башҡорт тел ғилемендәге фундаменталь хеҙмәттәр рәтендә.Киң таралған көньяҡ диалектының өс тармағын билдәләп (Эйек-Һаҡмар һөйләше, Урта һөйләш, Дим һөйләше), уларҙың һәр ҡайһыһының өн (фонетик) үҙенсәлектәре, һүҙ төркөмдәре, лексикаһы буйынса төплө, ғилми нигеҙле тикшеренеү үткәрҙе ул. Шундай уҡ йүнәлештә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектындағы Ҡариҙел, Танып, Түбәнге Ағиҙел-Ыҡ, Гәйнә һөйләштәренең үҙенсәлектәре ентекле өйрәнелде. Башҡа халыҡтар (татар, фин-уғыр, урыҫ) менән бәйләнештәр һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән тел күренештәре яҡтыртылды. Бай фактик материал нигеҙендә башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектының фонетик һәм грамматик, айырыуса лексик үҙенсәлектәре башҡорт әҙәби теленә лә хас тигән һығымта яһалды, был диалекттың башҡорт теленең айырылғыһыҙ бер өлөшө икәнлеге күрһәтелде. Бер үк ваҡытта ғалимә төбәктә йәшәгән татар, фин-уғыр халыҡтарының теленә башҡорт теленең йоғонтоһо булыуын да дәлилләне.
Быларҙан тыш, Сәриә Миржанова — өс томдағы “Башҡорт һөйләштәре һүҙлеге”н, “Башҡортса-русса һүҙлек”, “Башҡорт теленең диалектологик атлас”ын төҙөүселәрҙең береһе. Күреүегеҙсә, Сәриә Миржанова ижадының төп йүнәлеше — тел ғилеме. Әммә ғалимә үҙенең эшмәкәрлеген диалектология, лексикография өлкәләре менән генә сикләмәне. Дөйөм тел ғилемен өйрәнеүҙә фольклор әҫәрҙәренең ҡиммәтен аңлап, халыҡ ижады үрнәктәрен йыйҙы, йола, ғөрөф-ғәҙәттәргә, тормош-көнкүрешкә бәйле төрлө мәғлүмәттәр тупланы, был өлкәлә оҫталыҡ күрһәтте.
Сәриә Фазулла ҡыҙының фольклор яҙмалары ифрат бай мәғлүмәтле, жанрҙары күп яҡлы. Уларҙа әкиәт, риүәйәттәр, риүәйәт-легендалар, йырҙар, бәйеттәр, таҡмаҡтарҙың төрлө төрҙәре, эпик әҫәрҙәр, мәҡәл-әйтемдәр, йомаҡтар, йола фольклоры үрнәктәре бар.
Йыйған материалдарының бер өлөшө ғалимәнең баҫылып сыҡҡан хеҙмәттәрендә урын алһа, икенсеһе — шаҡтай ҙур өлөшө — Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө фәнни үҙәгенең ғилми архивында һаҡлана. Ҡомартҡылар 1958 йылда Башҡортостандың көньяҡ, көньяҡ-көнсығыш райондарында яҙып алынған (Ф. 3. Оп. 2. 422, 423). С. Миржанова ул төбәккә комплекслы этнографик экспедиция ағзаһы булараҡ сәфәр ҡылған (етәксеһе — этнолог Раил Кузеев). “Алпамыша менән Барсынһылыу”, “Бабсаҡ менән Күсәк”, “Иҙеге” эпостарының әкиәткә тартым өлгөләре (йыйыусы әйтеүенсә, информанттар уларҙы әкиәт тип һөйләгән), “Буранбай бәйете” һ.б. ауыҙ-тел ижады ҡомартҡылары “Башҡорт халыҡ ижады” томдарына инеп китте.
Материалдар араһында әкиәттәрҙең күп булыуы күҙгә ташлана. Улар экспедиция эшләгән һәр районда тиерлек яҙып алынған. Текстар яҡшы сифатлы. Араларында һамаҡлы сюжеттар осрай (“Бей атмыш”, “Сүлмәғанай”). “Һуҡтырған һалдат” исемле бер сюжет хикәйәт тип нарыҡланған.
Яҙмаларҙың “Риүәйәттәр һәм легендалар” тип аталған бүлегендә әһәмиәтле мәғлүмәт һаҡланған бер нисә тарихи риүәйәт һәм “Башҡорт ҡайҙан килеп сыҡҡан?” тигән этнонимик легенда килтерелә. Уның нигеҙендә кешеләргә төйәкләнер ер табып биреүсе изгелекле ҡорт (бүре) мотивы ята.
Сәриә Миржанова ырыуҙар, ауылдар тарихына бәйле риүәйәттәрҙе ҡағыҙға теркәүгә ҙур иғтибар биргән. Уларҙа башҡа фольклор тупланмаларында һирәгерәк осраған йәки бөтөнләй сағылмаған мәғлүмәттәр бар. Мәҫәлән, Күгәрсен районының Түңгәүер ауылында Хәлиулла Ишкилдиндан яҙып алынған “Дүңгәүерләр ҡайҙан килгәннәр” тигән риүәйәттә түбәндәге юлдар иғтибарҙы йәлеп итә: “Смаҡ дүңгәүерләре беҙ. Алар туҡһан өйлө дүңгәүерләр булған. Шуларҙан айырылып, яуҙан ҡасып, ирле-бисәле ошонда килгәннәр. Теге дүңгәүерләр Иҙел буйындамы, йә Сыбар тау яғындамы, булғаннар”...
Өҙөктәге “туҡһан өйлө дүңгәүерләр” тигәне, беҙҙең уйлауыбыҙса, тәғәйен һанды аңлатмай, ә күплек төшөнсәһен, ҙур ырыу мәғәнәһен бирә һәм ирекһеҙҙән Г. Потаниндың бер хеҙмәтендә теркәлгән “туҡһан ике баулы ҡыпсаҡ” тигән мәғлүмәтте хәтергә төшөрә. Унда был һүҙбәйләнеш ҡыпсаҡтарҙың күп тармаҡлы, күп нәҫелле көслө ҡәбилә булыуын аңлата. С. Миржанова яҙмаларында “дүңгәүер” төшөнсәһе ауыл исемен генә аңлатмай, ырыу исемен дә сағылдыра. Был Ейәнсура районының Байдәүләт ауылынан 1883 йылғы Басир Бикжанов (Үҫәргән ырыуы вәкиле) биргән мәғлүмәттәрҙә асыҡ күренә. “Төп башҡортлар, йәғни семиродный доверенный: үҫәргән, бөрйән, түңгәүер, ҡатайлар... ҡалғанын белмәйем”, — ти ул.
Ауыл тарихтарының һәр береһендә тиерлек ырыу тамғалары, ара, нәҫел атамалары ҡағыҙға төшөрөлгән. Тарихи риүәйәттәрҙә, нигеҙҙә, ҡаҙаҡ барымталары, яуҙа ҡатнашҡан батырҙар (Сура батыр, Аҡназар), башҡорт-урыҫ бәйләнештәре кеүек ваҡиғалар хаҡында һүрәтләнә.
Экспедиция ваҡытында байтаҡ йыр яҙып алынған. Материалдарына бирелгән инеш өлөшөндә Сәриә Миржанова йыр жанрҙарының үҙенсәлектәрен, уларҙың башҡарылыу рәүештәрен билдәләргә ынтылған, был тәңгәлдә, тәбиғи, төбәк атамалары ла күҙ уңынан ысҡындырылмаған. Мәҫәлән, әйтемнәү, һамаҡлау, һалмаҡлау, һармаҡлауҙарҙың көйһөҙ, бейеү ритмында һамаҡлап әйтеү рәүешендә башҡарылыуҙарын билдәләй.
Оҙон көйҙәрҙән “Урал”, “Ирәндеккәй”, “Һары ла сәс”, “Шафиҡ”, “Ашҡаҙар”, “Ғилмияза”, “Зөлхәмирә” (“Зөлхәбирә”), “Шәүрә” һ.б. йырҙар яҙып алынған, шулай уҡ ошо көйҙәргә йырланған исемһеҙ йырҙар ҡағыҙға теркәлгән. Исемдәре билдәле булған йырҙарҙы С. Миржанова “атамалы йырҙар” тип әйтеп китә.
Материалдар араһында Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында 80 йәшлек Хәшейә Зөлҡәрнәева “Менәүәрә килен мәрхүмгә сығарылған йыр” тигән иҫкәрмә менән ошондай бер йыр бар. Шунан бер куплет:
Этҡол ерләренә барған саҡта,
Яным кеүек Менәүәрә, кем,
Был-был булып сайрайҙыр, кем.
Ҡарурманнарынан ат үтмәй.
Менәүәрә һылыуым китте бик йыраҡҡа,
Яным кеүек Менәүәрә, кем,
Былбыл булып сайрайҙыр, кем,
Хәл белешер инек — хат етмәй.
Үкенескә ҡаршы, йырҙың аудио яҙмаһы юҡ. Баймаҡ районына фольклорсылар аҙ сәфәр ҡылманы, әммә бындай йыр улар тарафынан ҡағыҙға ла, магнитофон таҫмаһына ла теркәлмәгән. Шулай ҙа был урында Хәшейә Зөлҡәрнәева тексына айырым иғтибар йүнәлтеүебеҙ осраҡлы түгел. 1989 йылғы фольклор экспедицияһы ваҡытында Дәүләкән районының Ҡыҙрас ауылында Ғәйшә Әҡембәтованан “Хәйрүләкәй” исемле йырҙы көйө менән яҙып алырға тура килгәйне. Ноталары, һүҙҙәре матбуғатта баҫылды, күренекле йырсы Ғәли Хәмзин башҡарыуында эфир тулҡындары аша ла яңғыраны. Хәҙер ул киң билдәле. Бына уның тексынан өҙөк:
Тып-тып ҡына баҫҡан туратыңды,
Йәнейем кеүек, Хәйрүләкәй,
Былбыл булып һайра әле.
Йөҙ илле һум биреп тә һорарҙар.
Сит илдәргә китеп яҡшы йөрөһәң,
Йәнейем кеүек, Хәйрүләкәй,
Былбыл булып һайра әле.
“Ҡайҙан килгән” тип (шул) һорарҙар,
“Кем балаһы” тип (шул) һорарҙар,
Йәнейем кеүек, Хәйрүләкәй,
Былбыл булып һайра әле.
Ғәйшә Әҡембәтова әйтеүенсә, был йырҙы ситкә китергә йыйынған Хәйрүләкәйгә төбәп әсәһе йырлаған. Күренеүенсә, лирик геройҙың ситкә китеү мотивы, йырҙың ҡушымта өлөшө — ике текст өсөн дә уртаҡ һыҙат. Зөлҡәрнәеваның тексында бойоғоу тойғоһо һиҙелһә, Әҡембәтованыҡы күтәренкерәк рухта. Йырҙарҙың көйҙәре лә оҡшаш булыуы ихтимал. Текстарҙағы ижектәр һанының яҡынлығы-уртаҡлығы шулай фараз ҡылырға мөмкинлек бирә. Көйҙөң тәү башлап ҡайһы төбәктә сығарылыуын әле асыҡлайһы бар. Быны “Хәйрүләкәй”ҙең музыкаль тибын, стилен өйрәнеү нигеҙендә музыка белгестәре билдәләй алыр, моғайын.
Ҡағыҙға теркәлгән мәҡәл, әйтем һәм йомаҡтарҙың күпселеге, дөйөм алғанда, киң билдәле үрнәктәр. Шулай ҙа һирәгерәк ишетелгәндәре лә юҡ түгел. Мәҫәлән: «Алабута аш булған, ҡыптыр тиртунлы баш булған»; «Бәләкәс ирҙән бөкөрө ир тыуар»; «Баҙарҙа алтмыш атаның балаһы бар, һәр кем танығанына сәләм бирә»; «Ҡулыңдағын ныҡ тотһаң, күршең менән татыу булырһың»; «Ҡарала ҡарһанмаһаң, аҡланда нәмә ашарһың?»; «Улға ҡараған — урамға ҡараған, киленгә ҡараған — кирегә ҡараған»; «Ил талап ауыҙға кергән хәлүәнән ер тарап табылған икмәк татлыраҡ». (Яҙма сығанаҡтан ингән — Ф.Н.).
Йомаҡтарҙан: “Ары ла китәр ләплүм, Бире лә китәр ләплүм, Төрлө үлән башынан Төймә төйәр ләплүм” (һарыҡ). “Ҡых-тфү, кәкәй!” (Бысаҡ, ҡайрау).
Сәриә Миржанованың 1958 йылдағы яҙмалары хаҡында фекер йөрөткәндә, ундағы этнографик материалдарҙың күплегенә лә иғтибар итмәй булмай, сөнки улар — туй, ерләү йолалары, уйындар, хужалыҡ төрҙәре — бик ентекләп, төпсөнөп яҙып алынған. Күрәһең, экспедиция алдан уҡ бик ныҡ әҙерләнеп, ағзаларына асыҡ бурыстар ҡуйып үткәрелгән. Әлеге ғилми конференция материалдарында ғалимәнең экспедиция буйынса үҙе яҙған отчеты баҫылғас, улар тураһында үҙебеҙ алған тәьҫораттар менән генә уртаҡлаштыҡ.
Башҡорт халыҡ ижадын йыйыу эшмәкәрлеге хаҡында һөйләгәндә, уның башҡа төбәктәрҙә яҙып алған материалдары хаҡында әйтмәү мөмкин түгел, сөнки уларҙың ҡайһылары тарихи йылъяҙмаларға бәрәбәр.
С.Ф. Миржанованың “Башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты” исемле монографияһында, мәҫәлән, фразеологизмдар, мәҡәл һәм әйтемдәрҙән тыш, ошо диалектҡа ҡараған дүрт һөйләштең һәр береһенең үҙенсәлектәрен сағылдырыусы текст үрнәктәре — ауыл тарихтары — хаҡында бәйән ҡылыусы риүәйәттәр бирелгән.
Теге йәки был ауылға башлап кем нигеҙ һалған, унда ниндәй ырыуҙар, милләт кешеләре йәшәй, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре, бәйләнештәре, көнкүрештәре ниндәй булған, ер-һыу атамалары ҡайҙан килеп сыҡҡан һ.б. ошо типтағы һорауҙарға яуап алып була был риүәйәттәрҙән.
Миҫал өсөн монографиянан ҡайһы бер өҙөктәр килтерәйек.
Ҡариҙел һөйләшенән: Иҫке Аҡпеләк ауылы тарихы. “Беренсе Яҡуп килеп килебутырган. Аҡбулат ҡарт, кий (быныһы яҙып алыу мәлендә информант эргәһендә ултырған тыңлаусының репликаһы, асыҡлаусы өҫтәмәһе булһа кәрәк — Ф.Н.). Башҡыртның жире ҙур былған. Бертем аулы ҡырҡ сакрым мынан, Киғазының йөҙ илле сакрымға сузылган жире элгәре. Бертем йылғасына Киғазыдан килеб ултырганнар. Безнең ата-бабайлар урыстан, татардан түләткән йерне. Әрбәлүтсиәге сәкле (революцияга саҡлы — Ф.Н.) башҡырт үткәрмәгән мишәрне, Аҡбүләктән сыҡҡан Шамырат, Коҙаш, теҙелешеп Йүрҙән буйына утырган башҡырт.
Танып һөйләшенән: Имән ауылы. Беҙ башҡыртлар, төптән башҡырт килгән. Типтәр былмады, бетнәй башҡырт. Безен ата-бабайлар, ҙурәтәйләр килгән Йөрүҙәннән, Бәрҙәш, Шамырат яҡларынан. Шуның өсөн беҙҙең Имән ауылы башҡырт исемен күтәрә.
Имәннең ерләре күп булған. Псләк байары йере, Патлуп мишәрләре, Насарлар, Кизгән, Ишмәмәт, Нөркә ерләре безнеке булған. Имән ҡарт, Әмер ҡарт, Усман ҡарт килеп ултырған...
Түбәнге Ағиҙел-Ыҡ һөйләшенән: ...Ҡалмырҙа ҡалҡыуында ҡәберлек ташы бар. Ҡаҙаннан килеп уҡып ҡаранылар, уҡый алмаҙылар. Бик иске. Иске йортно ҡаҙыдылар Ҡаҙан археологлары, сөйәкләр, тимер-томор ҡаҙып алып киттеләр. Ҡалмырҙаҙа гел башҡыртлар.
Гәйнә һөйләшенән: Башҡолтай (Кече Мул) ауылы тарихы. Бу ауылға майтаҡ ҡына, өч йөз йыллар была. Жирләре күп былған башҡыртныҡы. Шуңа алырны кенәз (тархан) тип йөрөткәннәр урыслар.
Төньяҡ-көнбайышта Сәриә Фазулла ҡыҙы тел берәмектәре рәүешендә мәҡәл-әйтемдәр, фразеологизмдарҙы ҡағыҙға теркәгән. Араларында һирәк ишетелгәндәре бар. Мәҫәлән, гәйнә башҡорттарынан яҙып алынған мәҡәл, әйтемдәр араһында: “Күрше кеше — бүре теше”, “Кеше баласы — бүре баласы, бүреккә салып асрасаң да берекмәҫ”; таныптарҙан: “Бәхетленең ҡунағы дөрөн-дөрөн” (саҡырылған ҡунаҡтарҙың барыһының да килеүе, һуңламауҙарына ҡарата), “Мал иәсе тасторна” (Мал эйәһенә оҡшай тигәне) һ.б.
Халҡыбыҙҙа “Зәр ҡәҙерен зәрҡәр белер” тигән мәҡәл бар. Ғалимәнең халыҡ ижадына оло иғтибары, уның күңел торошона, эске тәбиғәтенә лә бәйле булғандыр, моғайын. Сәриә Миржанова башҡорт халыҡ йырҙарын, романстарҙы ифрат нәзәкәтле итеп, үҙенә генә хас моң, йомшаҡ тембр менән башҡара ине (тауышы лиро-драматик сопрано). Үҙенең тыуған төйәгендә (Әбйәлил яҡтарында) яралған “Ғилмияза”ны унан да моңлораҡ итеп йырлаған кешене осратырға тура килмәне миңә.
Сәриә Фазулла ҡыҙы Миржанованың аҡыл ҡеүәһенә күңел йылыһын ҡушып, бөртөкләп йыйған фольклор-этнографик материалдарын, бөтәһен бергә туплап, айырым баҫма рәүешендә нәшер итеү көнүҙәк бурыстарҙың береһелер.
Продажа квартир в Уфе.
Фәнүзә НӘҘЕРШИНА,
филология фәндәре докторы.