Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Заман сире «Мине урап үтер», тимә
Альбина менән күптән танышбыҙ. Йыш осрашмаһаҡ та, телефон аша булһа ла хәл-әхүәлдәребеҙҙе белешеп торабыҙ. Ире менән ике ҡыҙ үҫтерәләр, бынан тыш, апаһының ике улын тәрбиәләйҙәр. Бер туғаны ун йыл элек хәләл ефете һәм ҡыҙы менән автоһәләкәткә осраған: ҡаршыға килгән шоферҙың юл ҡа­ғиҙәләрен һанға һуҡмауы, өҫтәүенә һуҡмыш булыуы татыу ғаиләнең яҙ­мышын селпәрәмә килтергән, яҡындарын өләсәһендә һағынып көткән ике малай бер көндә атай-әсәйһеҙ тороп ҡалған...
Альбинаның бөтә туғандары был хәлде бик ауыр кисерҙе. Љатын оҙаҡ уйлап торманы: ире менән кәңәшләшеп, етем ҡалған һигеҙ йәшлек Булатты һәм өс йәше яңы тулған Азатты үҙ ғаиләһенә алды. Бер туған апайыңдың улдарын балалар йортона биреп булмай бит инде!
Ваҡыт тиҙ үтә, үкенеүҙән һис фәтүә юҡ, тиҙәр. Єммә был һүҙҙәр Булатҡа ғына ҡағылманы. Ѓәзиз әсәһе менән атаһын, апаһын һағынып йонсоно, уларҙың һындары күҙ алдынан китмәне. Ул Азат кеүек өс йәшлек кенә түгел ине шул. Љустыһы яңы ғаиләгә тиҙ эйәләште лә китте, хатта Айгөл менән Ләйләгә тиҙ арала «апай» тип өндәшә башланы. Є бына Булат ҡына яҡындарын онота һәм яңы ғаиләгә эҫенеп китә алманы. Туғандары уға ниндәй генә изгелек ҡылмаһын, күңеле ситкә ынтылды. Ћөҙөмтәлә төрлө кеше араһына юлыҡты, уларҙың тормошо менән йәшәй башланы.
Бынан бер йыл элек Альбинаны урамда осраттым. Кәйефе юҡ ине. «Хәлдәр нисек?» – тип һорағас, илап ебәрҙе: «Љыйын миңә, ҡыйын. Булатты бер нәмә лә эшләтә алмайбыҙ. Хәҙер ул – наркоман. Иң ҡурҡынысы: ул үҙен сирлемен тип һанамай». Йыуатыр өсөн ҡапыл ғына һүҙҙәр таба алманым, һәр йәһәттән өлгөлө ғаиләне лә был фажиғәнең урап үтмәүенә шаңҡыным.

Асыҡлауы ҡыйын

Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡорт­остан идаралығындағы иҫкәртеү өлкә­һендә ведомство-ара килешеп эшләү бүлегенең баш белгесе Илнур Байту­ғановтың әйтеүенсә, белем ойошма­ларындағы осрашыуҙарҙа күп кенә ата-әсәләрҙең балаларының буш ва­ҡытында нимә менән шөғөлләнеүе хаҡында белмәүе асыҡлана. Љайһы берҙәре дачаға киткәндә, улдары йәки ҡыҙҙары өйҙә яңғыҙы тороп ҡала икән. «Фатирға ҡайтҡас, үҙгәрештәрҙе тик­шерәһегеҙме? Сит әйберҙәрҙе тап­майһығыҙмы?» – тигән һорауға ата-әсә­ләрҙең байтағы яуап таба алмай, баҡһаң. «Єгәр тишек яһалған шешәләр, ниндәйҙер ят дарыу табылһа, һағайырға кәрәк. Балағыҙҙың наркотик ҡул­ла­ныуы ихтимал. Өйҙәге дарыуҙар ара­һында ла кешегә иҫерткес, тилерткес тәьҫир иткәндәренең булыуы мөмкин. Йыш ҡына өлкәндәр был хаҡта белмәй, ә балалар бик яҡшы хәбәрҙар», – тип кәңәш итә белгес.
Иң ҡурҡынысы – хәҙер ҡәҙимге кешегә кемдеңдер наркотик ҡулланыуын асыҡлауы еңел түгел. Беләктә йәки тәндең башҡа өлөшөндә энә эҙҙәрен эҙләү файҙаһыҙ. Хатта кисә генә тилерткес матдәнән иҫәңгерәп йөрөп, бөгөн ҡа­ныңды тикшертәһең икән, анализың наркотик йоғонтоһона дусар түгел­легеңде күрһәтәсәк. Ошондай белешмәне балалар ата-әсәһенә, яҡындарына күрһәтә һәм үҙенең ғәйепһеҙ икәнлеген раҫлап маташа, ә үҙе наркотик менән бәйлә­нешен дауам итә. Шулай итеп, бер кем дә оло фажиғәнең янауы тураһында белмәй. Балаһының сәйер ҡыланыш­тарын күргән ҡайһы бер ата-әсәләр был хәлгә иғтибар итмәй, сөнки афәт беҙҙе урап үтә, минең ҡыҙым йәки улым наркомания юлына баҫмаҫ, тип уйлай һәм ныҡ хаталана.

Ћөнәргә ҡарамай

Педагогия фәндәре кандидаты Наталья (билдәле сәбәптәр арҡаһында тулы исем-шәрифе күрһәтелмәй. – А.Н.) – мәғариф, тәрбиә өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән ғалимә. Ул күҙ йәштәре аша улының ун ете йыл буйы наркоман булыуы тураһында һөйләй. Егет оҙаҡ йылдар үҙенең иҫерткес, тилерткес матдәләр ҡоло булыуын танымай. Бер йыл элек кенә дауаланырға ризалаша. Утыҙ ике йәштә гөрләтеп донъя көтөргә, балалар үҫтерергә тейеш тә бит... Тик ул әлегә үҙенең һатып алған «сир»енән аҙағынаса арына алмай. Є өс йәшлек ҡыҙы өйҙә атаһын көтә, ҡатыны иренең сәләмәт тормош алып барырына өмөтөн өҙмәгән.
– Беләһегеҙме, кисә улым хушлашыр алдынан мине үпте. Є быға тиклем хатта һөйләшергә лә теләмәй ине. «Юғарылыҡ-Өфө» реабилитациялау үҙәге хеҙмәткәр­ҙәренә рәхмәт инде, – ти әсә.
Ћүҙ социаль сирҙәрҙе иҫкәртеүсе «Сәләмәт Ил» коммерцияға ҡарамаған фондының Өфө районының Зубов ауылында урынлашҡан филиалы (етәксеһе – Тимур Мөхәмәтов) тураһында бара. Бындағы һәм ошо уҡ ауылдағы «Ковчег», Өфө районының Кириллов ауылындағы «Олимп», Дмитриевка ауылындағы «Аҡтау» реабилитация үҙәктәрендә ун алты йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет дауалана. Улар төрлө сәбәптәр арҡаһында наркоман, ҡомарлы уйындар, алкоголле эсемлектәр ҡоло булып киткән. Єммә бөтәһен дә сәләмәт тормош алып барыу теләге берләштерә.

Төрлө яҙмыштар

Дауаланыусы наркомандар араһында ҡатын-ҡыҙ һирәгерәк. Иғтибарымды социаль сирҙәрҙе иҫкәртеүсе «Сәләмәт Ил» коммерцияға ҡарамаған фондының Өфө районының Зубов ауылында урын­лашҡан филиалындағы Алина йәлеп итте. «Сибәр ҡатын ниңә тилерткес матдәләр ҡолона әүерелгән?» тигән һорау миңә тынғы бирмәне. Барып һөйләшмәйенсә булдыра алманым.
– Мине бында атайым ҡалдырып китте, – тип башланы һүҙен Алина. – Єле миңә – егерме биш йәш. Ун ике йәштән спиртлы эсемлектәр менән мауыға башланым. Ћәр ваҡыт мине береһе лә яратмай кеүек тойолдо. Ћыра эсһәм, йәшәүе күңелле булып китә торғайны. Бынан биш йыл элек наркотиктар ҡолона әүерелдем.
Љатындың атаһы – эшҡыуар. Єсәһе менән күптән айырылышҡандар. Шуға балаға иғтибар етмәгән, һөҙөмтәлә Алина үҫмер саҡтан төрлө компанияларға эләгә башлаған. Тиҫтерҙәре менән тәмәке көйрәткән, араҡы, һыра һемергән. Егерме йәшендә урамда класташын осратҡан да уның «изге кәңәше» менән наркоман булып киткән. Башта уның был мауығыуын атаһы ғына түгел, яратҡан егете лә һиҙмәгән, хатта уға кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған.
– Өс йәшлек улым әле атаһы менән йәшәй. Ирем минән баланы алып кит­кәйне. Законлы никахтабыҙ, айырылыш­мағанбыҙ. Ѓаиләмә кире ҡайтҡым килә. Ошо уй ғына йәшәтә мине. Єммә нарко­тиктарҙан ғүмерлеккә баш тартасаҡмын тип ышанып әйтә алмайым, – ти ҡатын.
Алинаның ире – юғары уҡыу йортонда уҡытыусы. Љатынының насар ҡылыҡ­тарына, өйгә ҡайтмайынса тегендә-бында ҡунып йөрөүенә түҙә алмайынса, улын алып, әсәһе эргәһенә йәшәргә күсенгән икән ул.
– Тормошомдо үҙем емереүемде аңлай торғайным, әммә был хаҡта тиҙ генә онота һәм тағы наркотик һатып алыр өсөн ҡайҙан да булһа аҡса табыу юлдарын эҙләй башлай инем. Яҡындарымдың аҡсаһын урлайым йә әйберҙәрен һорамай алып һатам да аҙаҡ күҙҙәренә күренергә оялып йөрөйөм, – тип хәтерләй ҡатын. – Бында бөтәбеҙ ҙә яҡын туғандар кеүекбеҙ. Төрлө лекциялар тыңлайбыҙ. Беҙгә «Аноним нарко­мандарға һәм аноним эскеселәргә ун ике аҙым» програм­маһы буйынса реабилитация үткәрелә.
Алина «Ковчег» реабилитация үҙә­гендә айырым бүлмәлә йәшәй. Ойошма етәксеһе Александр Елисеевтың әйте­үенсә, бында килеүселәрҙең күбеһе башта кемдер, мәҫәлән, әсәһе йәки атаһы хаҡына дауаланырға теләй. Аҙаҡ ҡына улар бының бигерәк тә үҙҙәре өсөн кәрәклеген аңлай.
Реабилитация үҙәктәрендә психологтар, психиатр-наркологтар, химик бәй­лелек буйынса белгестәр менән берлектә эш алып барыла. Єммә шул уҡ ваҡытта наркомания һәм алкоголизм проблемаларынан йонсоғандар ғына түгел, уларҙың ғаилә ағзалары, яҡындары менән дә бергә эшләү зарур.

Абай булығыҙ!

Љыҙғанысҡа ҡаршы, наркоманияны дауалау бик ауыр. Шуға сирҙе иҫкәртеү хәйерлерәк. Є бының өсөн балағыҙҙың йәки башҡа яҡын кешегеҙҙең афәткә юлығыуы тураһындағы тәүге билдәләргә иғтибар итегеҙ.
Кәйефе тиҙ үҙгәреп барыусан. Шатланып, ҡыуанып йөрөй ҙә ҡапыл уйсанға әйләнә, бер нәмә лә эшләгеһе килмәй. Был хәл бер ниндәй уңышҡа йәки уңышһыҙлыҡҡа бәйле түгел, үҙенән-үҙе килеп сыға.
Насар йоҡлай. Көн буйы бала йо­ҡомһорап йөрөй ҙә кискә табан нимәлер эшләүгә дәрте уяна, ҡыуана башлай һәм ваҡытында йоҡоға талмай.
Аппетиты үҙгәрә. Көнө буйы ауыҙына бер нәмә лә ҡапмай һәм кис көнө, урамда йөрөп килгәс, күпләп ашай.
Єлбиттә, үрҙә әйтелгән билдәләрҙең ҡәҙимге үҫмерҙә лә булыуы мөмкин, әммә уларҙың өсөһөн дә бер юлы күрһәгеҙ, хәүефләнергә урын бар. Бынан тыш, балағыҙ яҡындары менән йүнләп аралашмай, ситләшергә керешһә, ят кешеләргә, киреһенсә, ылыҡһа, уҡырға теләмәһә йәки яратҡан шөғөлөнән ваз кисһә, хәтере насарайһа, күпләп аҡса һораһа йәки өйҙән әйберҙәр юғала башлаһа, ниндәйҙер сара күрергә кәрәк.
Реабилитация үҙәктәрендәге наркомандар үҙҙәре әйтеүенсә, уларға ата-әсә һөйөүе, уларҙың иғтибары, уңыштары йәки уңышһыҙлыҡтары менән ҡыҙыҡһыныуы етмәгән. Баланың яратҡан шөғөлө булыуы ла яҡшы. Уҡыуҙан һуңғы буш ваҡыты шуның менән уҙасаҡ. Улығыҙ йәки ҡыҙығыҙ менән наркотиктарҙың зыяны хаҡында һөйләшеү юҡҡа булмаҫ. Шулай итеп, балағыҙҙың тилерткес матдәләргә ҡарашын белерһегеҙ. Бынан тыш, уның кемдәр менән аралашыуы хаҡында ла даими ҡыҙыҡһынып торорға кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21