«Мине урап үтер», тимәАльбина менән күптән танышбыҙ. Йыш осрашмаһаҡ та, телефон аша булһа ла хәл-әхүәлдәребеҙҙе белешеп торабыҙ. Ире менән ике ҡыҙ үҫтерәләр, бынан тыш, апаһының ике улын тәрбиәләйҙәр. Бер туғаны ун йыл элек хәләл ефете һәм ҡыҙы менән автоһәләкәткә осраған: ҡаршыға килгән шоферҙың юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауы, өҫтәүенә һуҡмыш булыуы татыу ғаиләнең яҙмышын селпәрәмә килтергән, яҡындарын өләсәһендә һағынып көткән ике малай бер көндә атай-әсәйһеҙ тороп ҡалған...
Альбинаның бөтә туғандары был хәлде бик ауыр кисерҙе. Љатын оҙаҡ уйлап торманы: ире менән кәңәшләшеп, етем ҡалған һигеҙ йәшлек Булатты һәм өс йәше яңы тулған Азатты үҙ ғаиләһенә алды. Бер туған апайыңдың улдарын балалар йортона биреп булмай бит инде!
Ваҡыт тиҙ үтә, үкенеүҙән һис фәтүә юҡ, тиҙәр. Єммә был һүҙҙәр Булатҡа ғына ҡағылманы. Ѓәзиз әсәһе менән атаһын, апаһын һағынып йонсоно, уларҙың һындары күҙ алдынан китмәне. Ул Азат кеүек өс йәшлек кенә түгел ине шул. Љустыһы яңы ғаиләгә тиҙ эйәләште лә китте, хатта Айгөл менән Ләйләгә тиҙ арала «апай» тип өндәшә башланы. Є бына Булат ҡына яҡындарын онота һәм яңы ғаиләгә эҫенеп китә алманы. Туғандары уға ниндәй генә изгелек ҡылмаһын, күңеле ситкә ынтылды. Ћөҙөмтәлә төрлө кеше араһына юлыҡты, уларҙың тормошо менән йәшәй башланы.
Бынан бер йыл элек Альбинаны урамда осраттым. Кәйефе юҡ ине. «Хәлдәр нисек?» – тип һорағас, илап ебәрҙе: «Љыйын миңә, ҡыйын. Булатты бер нәмә лә эшләтә алмайбыҙ. Хәҙер ул – наркоман. Иң ҡурҡынысы: ул үҙен сирлемен тип һанамай». Йыуатыр өсөн ҡапыл ғына һүҙҙәр таба алманым, һәр йәһәттән өлгөлө ғаиләне лә был фажиғәнең урап үтмәүенә шаңҡыным.
Асыҡлауы ҡыйын
Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығындағы иҫкәртеү өлкәһендә ведомство-ара килешеп эшләү бүлегенең баш белгесе Илнур Байтуғановтың әйтеүенсә, белем ойошмаларындағы осрашыуҙарҙа күп кенә ата-әсәләрҙең балаларының буш ваҡытында нимә менән шөғөлләнеүе хаҡында белмәүе асыҡлана. Љайһы берҙәре дачаға киткәндә, улдары йәки ҡыҙҙары өйҙә яңғыҙы тороп ҡала икән. «Фатирға ҡайтҡас, үҙгәрештәрҙе тикшерәһегеҙме? Сит әйберҙәрҙе тапмайһығыҙмы?» – тигән һорауға ата-әсәләрҙең байтағы яуап таба алмай, баҡһаң. «Єгәр тишек яһалған шешәләр, ниндәйҙер ят дарыу табылһа, һағайырға кәрәк. Балағыҙҙың наркотик ҡулланыуы ихтимал. Өйҙәге дарыуҙар араһында ла кешегә иҫерткес, тилерткес тәьҫир иткәндәренең булыуы мөмкин. Йыш ҡына өлкәндәр был хаҡта белмәй, ә балалар бик яҡшы хәбәрҙар», – тип кәңәш итә белгес.
Иң ҡурҡынысы – хәҙер ҡәҙимге кешегә кемдеңдер наркотик ҡулланыуын асыҡлауы еңел түгел. Беләктә йәки тәндең башҡа өлөшөндә энә эҙҙәрен эҙләү файҙаһыҙ. Хатта кисә генә тилерткес матдәнән иҫәңгерәп йөрөп, бөгөн ҡаныңды тикшертәһең икән, анализың наркотик йоғонтоһона дусар түгеллегеңде күрһәтәсәк. Ошондай белешмәне балалар ата-әсәһенә, яҡындарына күрһәтә һәм үҙенең ғәйепһеҙ икәнлеген раҫлап маташа, ә үҙе наркотик менән бәйләнешен дауам итә. Шулай итеп, бер кем дә оло фажиғәнең янауы тураһында белмәй. Балаһының сәйер ҡыланыштарын күргән ҡайһы бер ата-әсәләр был хәлгә иғтибар итмәй, сөнки афәт беҙҙе урап үтә, минең ҡыҙым йәки улым наркомания юлына баҫмаҫ, тип уйлай һәм ныҡ хаталана.
Ћөнәргә ҡарамайПедагогия фәндәре кандидаты Наталья (билдәле сәбәптәр арҡаһында тулы исем-шәрифе күрһәтелмәй. – А.Н.) – мәғариф, тәрбиә өлкәһендә оҙаҡ йылдар эшләгән ғалимә. Ул күҙ йәштәре аша улының ун ете йыл буйы наркоман булыуы тураһында һөйләй. Егет оҙаҡ йылдар үҙенең иҫерткес, тилерткес матдәләр ҡоло булыуын танымай. Бер йыл элек кенә дауаланырға ризалаша. Утыҙ ике йәштә гөрләтеп донъя көтөргә, балалар үҫтерергә тейеш тә бит... Тик ул әлегә үҙенең һатып алған «сир»енән аҙағынаса арына алмай. Є өс йәшлек ҡыҙы өйҙә атаһын көтә, ҡатыны иренең сәләмәт тормош алып барырына өмөтөн өҙмәгән.
– Беләһегеҙме, кисә улым хушлашыр алдынан мине үпте. Є быға тиклем хатта һөйләшергә лә теләмәй ине. «Юғарылыҡ-Өфө» реабилитациялау үҙәге хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт инде, – ти әсә.
Ћүҙ социаль сирҙәрҙе иҫкәртеүсе «Сәләмәт Ил» коммерцияға ҡарамаған фондының Өфө районының Зубов ауылында урынлашҡан филиалы (етәксеһе – Тимур Мөхәмәтов) тураһында бара. Бындағы һәм ошо уҡ ауылдағы «Ковчег», Өфө районының Кириллов ауылындағы «Олимп», Дмитриевка ауылындағы «Аҡтау» реабилитация үҙәктәрендә ун алты йәштән өлкәнерәк ҡатын-ҡыҙ һәм ир-егет дауалана. Улар төрлө сәбәптәр арҡаһында наркоман, ҡомарлы уйындар, алкоголле эсемлектәр ҡоло булып киткән. Єммә бөтәһен дә сәләмәт тормош алып барыу теләге берләштерә.
Төрлө яҙмыштарДауаланыусы наркомандар араһында ҡатын-ҡыҙ һирәгерәк. Иғтибарымды социаль сирҙәрҙе иҫкәртеүсе «Сәләмәт Ил» коммерцияға ҡарамаған фондының Өфө районының Зубов ауылында урынлашҡан филиалындағы Алина йәлеп итте. «Сибәр ҡатын ниңә тилерткес матдәләр ҡолона әүерелгән?» тигән һорау миңә тынғы бирмәне. Барып һөйләшмәйенсә булдыра алманым.
– Мине бында атайым ҡалдырып китте, – тип башланы һүҙен Алина. – Єле миңә – егерме биш йәш. Ун ике йәштән спиртлы эсемлектәр менән мауыға башланым. Ћәр ваҡыт мине береһе лә яратмай кеүек тойолдо. Ћыра эсһәм, йәшәүе күңелле булып китә торғайны. Бынан биш йыл элек наркотиктар ҡолона әүерелдем.
Љатындың атаһы – эшҡыуар. Єсәһе менән күптән айырылышҡандар. Шуға балаға иғтибар етмәгән, һөҙөмтәлә Алина үҫмер саҡтан төрлө компанияларға эләгә башлаған. Тиҫтерҙәре менән тәмәке көйрәткән, араҡы, һыра һемергән. Егерме йәшендә урамда класташын осратҡан да уның «изге кәңәше» менән наркоман булып киткән. Башта уның был мауығыуын атаһы ғына түгел, яратҡан егете лә һиҙмәгән, хатта уға кейәүгә сығырға тәҡдим яһаған.
– Өс йәшлек улым әле атаһы менән йәшәй. Ирем минән баланы алып киткәйне. Законлы никахтабыҙ, айырылышмағанбыҙ. Ѓаиләмә кире ҡайтҡым килә. Ошо уй ғына йәшәтә мине. Єммә наркотиктарҙан ғүмерлеккә баш тартасаҡмын тип ышанып әйтә алмайым, – ти ҡатын.
Алинаның ире – юғары уҡыу йортонда уҡытыусы. Љатынының насар ҡылыҡтарына, өйгә ҡайтмайынса тегендә-бында ҡунып йөрөүенә түҙә алмайынса, улын алып, әсәһе эргәһенә йәшәргә күсенгән икән ул.
– Тормошомдо үҙем емереүемде аңлай торғайным, әммә был хаҡта тиҙ генә онота һәм тағы наркотик һатып алыр өсөн ҡайҙан да булһа аҡса табыу юлдарын эҙләй башлай инем. Яҡындарымдың аҡсаһын урлайым йә әйберҙәрен һорамай алып һатам да аҙаҡ күҙҙәренә күренергә оялып йөрөйөм, – тип хәтерләй ҡатын. – Бында бөтәбеҙ ҙә яҡын туғандар кеүекбеҙ. Төрлө лекциялар тыңлайбыҙ. Беҙгә «Аноним наркомандарға һәм аноним эскеселәргә ун ике аҙым» программаһы буйынса реабилитация үткәрелә.
Алина «Ковчег» реабилитация үҙәгендә айырым бүлмәлә йәшәй. Ойошма етәксеһе Александр Елисеевтың әйтеүенсә, бында килеүселәрҙең күбеһе башта кемдер, мәҫәлән, әсәһе йәки атаһы хаҡына дауаланырға теләй. Аҙаҡ ҡына улар бының бигерәк тә үҙҙәре өсөн кәрәклеген аңлай.
Реабилитация үҙәктәрендә психологтар, психиатр-наркологтар, химик бәйлелек буйынса белгестәр менән берлектә эш алып барыла. Єммә шул уҡ ваҡытта наркомания һәм алкоголизм проблемаларынан йонсоғандар ғына түгел, уларҙың ғаилә ағзалары, яҡындары менән дә бергә эшләү зарур.
Абай булығыҙ!Љыҙғанысҡа ҡаршы, наркоманияны дауалау бик ауыр. Шуға сирҙе иҫкәртеү хәйерлерәк. Є бының өсөн балағыҙҙың йәки башҡа яҡын кешегеҙҙең афәткә юлығыуы тураһындағы тәүге билдәләргә иғтибар итегеҙ.
Кәйефе тиҙ үҙгәреп барыусан. Шатланып, ҡыуанып йөрөй ҙә ҡапыл уйсанға әйләнә, бер нәмә лә эшләгеһе килмәй. Был хәл бер ниндәй уңышҡа йәки уңышһыҙлыҡҡа бәйле түгел, үҙенән-үҙе килеп сыға.
Насар йоҡлай. Көн буйы бала йоҡомһорап йөрөй ҙә кискә табан нимәлер эшләүгә дәрте уяна, ҡыуана башлай һәм ваҡытында йоҡоға талмай.
Аппетиты үҙгәрә. Көнө буйы ауыҙына бер нәмә лә ҡапмай һәм кис көнө, урамда йөрөп килгәс, күпләп ашай.
Єлбиттә, үрҙә әйтелгән билдәләрҙең ҡәҙимге үҫмерҙә лә булыуы мөмкин, әммә уларҙың өсөһөн дә бер юлы күрһәгеҙ, хәүефләнергә урын бар. Бынан тыш, балағыҙ яҡындары менән йүнләп аралашмай, ситләшергә керешһә, ят кешеләргә, киреһенсә, ылыҡһа, уҡырға теләмәһә йәки яратҡан шөғөлөнән ваз кисһә, хәтере насарайһа, күпләп аҡса һораһа йәки өйҙән әйберҙәр юғала башлаһа, ниндәйҙер сара күрергә кәрәк.
Реабилитация үҙәктәрендәге наркомандар үҙҙәре әйтеүенсә, уларға ата-әсә һөйөүе, уларҙың иғтибары, уңыштары йәки уңышһыҙлыҡтары менән ҡыҙыҡһыныуы етмәгән. Баланың яратҡан шөғөлө булыуы ла яҡшы. Уҡыуҙан һуңғы буш ваҡыты шуның менән уҙасаҡ. Улығыҙ йәки ҡыҙығыҙ менән наркотиктарҙың зыяны хаҡында һөйләшеү юҡҡа булмаҫ. Шулай итеп, балағыҙҙың тилерткес матдәләргә ҡарашын белерһегеҙ. Бынан тыш, уның кемдәр менән аралашыуы хаҡында ла даими ҡыҙыҡһынып торорға кәрәк.