Институтта уҡыған сағында Өфө аэроклубын эҙләп табып, дәрестәр башланғанға тиклем, иртәнге сәғәт дүрттән тороп, күнекмәләргә йөрөп, парашют менән һикерергә өйрәнә... “Һикерерҙән алда башҡалар ҡурҡышып, ҡаушап ҡала, ә мин иң беренсе ынтылам да ҡуям!..” – тип һөйләне уҡытыусым, хәтирәләргә бирелеп. Хәҙер парашют менән һикерергә ҡыҙҙар ғына түгел, егеттәр ҙә ҡурҡыр ине! Башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас саялығы, ҡыйыулығы, ихтыяр көсө, ныҡышмалылығы, егәрлелеге, зирәклеге, рух ныҡлығы, шул уҡ ваҡытта үҙенә генә хас матурлығы, нескә күңелле, изге йөрәкле, ярҙамсыл булыуы һоҡландыра. Бына ошондай сифаттарға эйә хөрмәтле уҡытыусыбыҙ һәм кәңәшсебеҙ, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова – халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашы, милләтебеҙҙең арҙаҡлы ҡыҙы һәм ғалимы.1950 йылдың 1 ғинуарында Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында донъяға килә ул. Бала сағы уҡымышлы ғаиләлә, башҡорт халыҡ әкиәттәре, легендалары, хикәйәттәре, йырҙары яңғыраған мөхиттә үтә. Атаһы Ғилмитдин ағай шиғри күңелле, уҡымышлы, ғорур, йырсы кеше була. Әсәһе Ғәлиә апай туған йәнле ҡыҙына бөтә нәҫелен, туғандарын ете быуынғаса аңлатып, таныштырып бара. Шәжәрәһен, тау-йылғаларҙың исемдәрен, күбәләк ырыуы тарихын, халҡы яҙмышын күңеленә һеңдереп, бай милли рухлы булып, туған телдең наҙын, моңон белеп үҫә Фирҙәүес.
Тырыш ҡыҙ 1970 йылда Белоретта училище тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Халҡыбыҙҙың телен, мәҙәниәтен, ауыҙ-тел ижадын белгән Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙына бында белем алыуы еңел бирелә. Икенсе курста уҡ ул педагогика, психология һәм тел ғилеме буйынса түңәрәктәргә яҙыла һәм фәнни конкурстарҙа беренсе урындар ала башлай. Өсөнсө курста уҡығанда Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙын ғилми конференцияға Мәскәүгә ебәрәләр. “Башҡорт телендә консонант һүҙбәйләнештәр” тигән доклады Мәскәү ғалимдарында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. С. Маловтың юбилейы айҡанлы ойошторолған симпозиумға тик билдәле ғалимдар йыйылған була. Күренекле төркиәтсе, дөйөм тел белгесе Ә.Р. Тенишев шунда уҡ Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының белемен күреп ала һәм үҙенә аспирантураға саҡыра.
Институтты тамамлағандан һуң Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙын ауылға эшкә ебәрәләр, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып Белорет һәм Ауырғазы райондарында эшләй. Бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарап тормай, 1976 — 1980 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институты аспиранты булып китә. Уны ваҡытынан алда тамамлап, 1978 йылдан 1985 йылға тиклем тәүҙә кесе ғилми, һуңынан өлкән ғилми хеҙмәткәр булып СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. 1980 йылда ваҡытынан алда кандидатлыҡ, 1993 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Үҙе һөйләүенсә, “ул ваҡытта Өфөлә йәшәр ере лә булмай, ике сабыйын ҡаланың бер осонан икенсеһенә балалар баҡсаһына йөрөтөүҙәре, фатирҙан фатирға күсеүҙәре...” Бындай һынауҙарҙы бөтә кеше лә үтеп сыға алмаҫ ине. Уҡытыусыбыҙҙың ихтыяр көсөнә, зирәклек һәм егәрлелек, ҡыйыулыҡ кеүек сифаттарына һоҡланырға ғына ҡала!
1985 йылдан Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Башҡорт дәүләт педагогия институтында өлкән уҡытыусы, доцент, профессор, декан булып эшләй. Был йылдарҙа ул институтта башҡорт филологияһы факультетын асыу өсөн бик күп көс һала, башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраларын, шулай уҡ башҡорт-инглиз, башҡорт-төрөк, башҡорт-немец, “Башҡорт теле, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” бүлектәрен аса.
1995 йылдан 1998 йылға тиклем Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Башҡортостандың мәғариф министры булып эшләй. Министр булараҡ, мәғарифтың иҡтисади-финанс, матди-техник, уҡытыу-методик, норматив-хоҡуҡ, кадрҙар мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлә. Мәғариф министры булған сағында Сибай, Белорет, Мәсәғүт, Өфөнөң 1-се колледждарында сит телдәр бүлектәре, БДУ-ның Сибай институтында сит телдәр факультеты асыуға өлгәшә. Тап ошо йылдарҙа Мәғариф министрлығы тарафынан интернат тибындағы башҡорт лицейҙары, гимназиялары асыла. Республиканың ҡала һәм район үҙәктәрендә башҡорт гимназиялары асылыуы милли мәғарифты үҫтерә, күп балалар туған телендә һөйләшергә өйрәнә.
1994 — 1999 йылдарҙа Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты була. I һәм II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында делегат булып ҡатнаша. Бынан тыш, Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинованың Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары союзында (1996 — 1998), Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтендә (2000 — 2003), Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ҡарамағындағы ҡатын-ҡыҙҙар комиссияһындағы (2000 йылдан башлап) йәмәғәт башланғысында етәксе вазифаларын башҡарыуын да билдәләге килә.
1998 йылда филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй башлай һәм директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Институттың ғилми-тикшеренеү, ғилми-ойоштороу һәм ғилми-педагогик эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша.
2005 йылдан алып әлеге көнгә тиклем Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова – Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, үҙ һөнәренең оҫтаһы, талапсан етәксе. Уҡытыусыбыҙ бөтә көсөн башҡорт телен, әҙәбиәтен, тарихын, фольклорын һаҡлауға йүнәлтә, һанап бөткөһөҙ эштәр башҡара, институтыбыҙ тип янып-көйөп йәшәй.
Республикабыҙҙағы телселәр араһынан башҡорт теленең барлығын, байлығын донъя кимәленә сығарған тәүгеләрҙең береһе ул. Венгрия, Германия, Франция, Төркиә, Япония, Ҡаҙағстанда һәм башҡа дәүләттәрҙә сит ил ғалимдарын башҡорт теленең матурлығына таң ҡалдырып, уға мөхәббәт уятырлыҡ итеп сығыш яһай.
Бөгөн Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының ғилми эшмәкәрлеге башҡорт теленең тарихын, ерле һөйләштәрен, диалекттарын, лексикаһын, этнолингвистикаһын, мифологияһын өйрәнеү менән бәйле. Фирҙәүес Хисамитдинова – телебеҙҙең бай мираҫын һаҡлаған тарихи фонетика, ер-һыу атамалары, лексика, халыҡ медицинаһы, башҡорттарҙың им-томо, башҡорт мифологияһы буйынса һәм башҡа бик күп китап авторы; унан тыш топонимия, антропонимия, мифология, лексика буйынса һүҙлектәр төҙөгән; башҡорт теле һәм төркиәт, башҡорт тарихы һәм мәҙәниәте буйынса уҡыу китаптары һәм уҡыу ҡулланмалары әҙерләгән.
Ғалимә етәкселегендә халҡыбыҙға ҙур мираҫ булырлыҡ академик эштәр – ун томлыҡ “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” (әлегә алты томы сыҡты), “Башҡорт халҡының тарихы” ете томда донъя күрҙе. Ул һуңғы йылдарҙа ғына 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 80-гә яҡын китап баҫтыра һәм баҫмаға әҙерләй. Шул уҡ ваҡытта уның 300-ҙән ашыу ғилми һәм ғилми-методик хеҙмәте Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә донъя күрҙе.
Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының халҡым, телем тип янып йәшәүе дәүләт етәкселеге тарафынан юғары баһалана. Илебеҙ алдындағы тырыш хеҙмәте өсөн 2003 йылда Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре”, 2009 йылда “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелә, ул Халыҡтар дуҫлығы һәм Салауат Юлаев ордендары менән дә бүләкләнде.
Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы — тәү сиратта оло йөрәкле кеше. Ул, ғилми эш менән бер рәттән, йәмәғәт эштәрендә ихлас ҡатнаша, теленең, иленең яҙмышы, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн борсола. Тормошто үҙенсә аңлай, уның һәр һулышын тойоп йәшәй. Ул улдарының, ейәндәренең күңелендә намыҫлылыҡ, туған телгә, илгә һөйөү тәрбиәләй алған шәхес булараҡ күптәргә өлгө. Халҡын, телен яратҡан, уның тарихына, бөгөнгөһөнә, киләсәгенә битараф булмағандар ғына шулай һәр өлкәлә өлгөрҙөр. Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы — Башҡортостаныбыҙҙың ысын мәғәнәһендә аҫыл ҡатын-ҡыҙҙарының береһе.
Беҙ хөрмәтле уҡытыусыбыҙ һәм кәңәшсебеҙ менән ғорурланабыҙ. Ул — беҙгә һәр ваҡыт дөрөҫ йүнәлеш биреп, маҡсаттарға өлгәшергә өйрәтеүсе, ҡанат ҡуйыусы, илһамландырыусы, фән, ғилем киңлектәренә сығарыусы, әйҙәүсе, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусы. Ул беҙҙе өйрәтмәһә, Мәскәү тиклем Мәскәүгә барып диссертациялар яҡлай алмаҫ инек. Оло юбилейы айҡанлы остазыбыҙға ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле, шатлыҡлы көндәр, яңынан-яңы ижад һәм фән үрҙәре теләйбеҙ!
Гөлназ КӘРИМОВА,
филология фәндәре кандидаты.