Иңендә ил һәм тел хәстәре06.02.2015
Иңендә ил һәм тел хәстәре Институтта уҡыған сағында Өфө аэроклубын эҙләп табып, дәрестәр башланғанға тиклем, иртәнге сәғәт дүрттән тороп, күнекмәләргә йөрөп, парашют менән һикерергә өйрәнә... “Һикерерҙән алда башҡалар ҡурҡышып, ҡаушап ҡала, ә мин иң беренсе ынтылам да ҡуям!..” – тип һөйләне уҡытыусым, хәтирәләргә бирелеп. Хәҙер парашют менән һикерергә ҡыҙҙар ғына түгел, егеттәр ҙә ҡурҡыр ине! Башҡорт ҡыҙҙарына ғына хас саялығы, ҡыйыулығы, ихтыяр көсө, ныҡышмалылығы, егәрлелеге, зирәклеге, рух ныҡлығы, шул уҡ ваҡытта үҙенә генә хас матурлығы, нескә күңелле, изге йөрәкле, ярҙамсыл булыуы һоҡландыра. Бына ошондай сифаттарға эйә хөрмәтле уҡытыусыбыҙ һәм кәңәшсебеҙ, филология фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова – халҡыбыҙҙың йөҙөк ҡашы, милләтебеҙҙең арҙаҡлы ҡыҙы һәм ғалимы.
1950 йылдың 1 ғинуарында Әбйәлил районының Рәхмәт ауылында донъяға килә ул. Бала сағы уҡымышлы ғаиләлә, башҡорт халыҡ әкиәттәре, легендалары, хикәйәттәре, йырҙары яңғыраған мөхиттә үтә. Атаһы Ғилмитдин ағай шиғри күңелле, уҡымышлы, ғорур, йырсы кеше була. Әсәһе Ғәлиә апай туған йәнле ҡыҙына бөтә нәҫелен, туғандарын ете быуынғаса аңлатып, таныштырып бара. Шәжәрәһен, тау-йылғаларҙың исемдәрен, күбәләк ырыуы тарихын, халҡы яҙмышын күңеленә һеңдереп, бай милли рухлы булып, туған телдең наҙын, моңон белеп үҫә Фирҙәүес.
Тырыш ҡыҙ 1970 йылда Белоретта училище тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Халҡы­быҙҙың телен, мәҙәниәтен, ауыҙ-тел ижа­дын белгән Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙына бында белем алыуы еңел бире­лә. Икенсе курста уҡ ул педагогика, психология һәм тел ғилеме буйынса түңәрәктәргә яҙыла һәм фәнни конкурс­тарҙа беренсе урындар ала башлай. Өсөнсө курста уҡығанда Фирҙәүес Ғил­митдин ҡыҙын ғилми конференцияға Мәскәүгә ебәрәләр. “Башҡорт телендә консонант һүҙбәйләнештәр” тигән док­лады Мәскәү ғалимдарында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. С. Маловтың юбилейы айҡанлы ойош­торолған симпозиумға тик билдәле ғалимдар йыйылған була. Күренекле төр­киәтсе, дөйөм тел белгесе Ә.Р. Тенишев шунда уҡ Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының беле­мен күреп ала һәм үҙенә аспи­рантураға саҡыра.
Институтты тамамлағандан һуң Фирҙәүес Ғил­митдин ҡыҙын ауылға эшкә ебәрәләр, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы булып Белорет һәм Ауырғазы райондарында эшләй. Бер ниндәй ҡаршылыҡтарға ҡарап тормай, 1976 — 1980 йылдарҙа СССР Фәндәр ака­демия­һының Тел ғилеме институты аспиранты булып китә. Уны ваҡытынан алда тамамлап, 1978 йылдан 1985 йылға тиклем тәүҙә кесе ғилми, һуңынан өлкән ғилми хеҙмәт­кәр булып СССР Фәндәр акаде­мияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. 1980 йылда ваҡытынан алда кандидатлыҡ, 1993 йыл­да Рәсәй Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында докторлыҡ диссер­тацияһын уңышлы яҡлай. Үҙе һөйлә­үен­сә, “ул ваҡытта Өфөлә йәшәр ере лә булмай, ике сабыйын ҡаланың бер осонан икенсеһенә балалар баҡсаһына йөрөтөү­ҙәре, фатирҙан фатирға күсеүҙәре...” Бындай һынауҙарҙы бөтә кеше лә үтеп сыға алмаҫ ине. Уҡы­тыусыбыҙҙың ихтыяр көсөнә, зирәклек һәм егәрлелек, ҡыйыулыҡ кеүек сифаттарына һоҡ­ланырға ғына ҡала!
1985 йылдан Фирҙәүес Ғил­мит­дин ҡыҙы Башҡорт дәүләт педагогия институтында өлкән уҡытыусы, доцент, профессор, декан булып эшләй. Был йылдарҙа ул институтта башҡорт фило­логияһы факультетын асыу өсөн бик күп көс һала, башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙә­ниәте кафедраларын, шулай уҡ башҡорт-инглиз, башҡорт-төрөк, башҡорт-немец, “Баш­ҡорт теле, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте” бүлектәрен аса.
1995 йылдан 1998 йылға тиклем Фир­ҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Башҡортос­тандың мәғариф министры булып эшләй. Министр булараҡ, мәғарифтың иҡтисади-финанс, матди-техник, уҡытыу-методик, норматив-хоҡуҡ, кадрҙар мәсьәләләренә ҙур иғтибар бүлә. Мәғариф министры булған сағында Сибай, Белорет, Мәсәғүт, Өфө­нөң 1-се колледждарында сит телдәр бүлектәре, БДУ-ның Сибай институтында сит телдәр факультеты асыуға өлгәшә. Тап ошо йылдарҙа Мәғариф министр­лығы тарафынан интернат тибындағы башҡорт лицейҙары, гимназиялары асыла. Республиканың ҡала һәм район үҙәктәрендә башҡорт гимназиялары асылыуы милли мәғариф­ты үҫтерә, күп балалар туған телендә һөйләшергә өйрәнә.
1994 — 1999 йылдарҙа Фирҙәүес Ғил­митдин ҡыҙы Хисамитдинова Дәүләт Йыйылышы — Ҡо­рол­тай депутаты була. I һәм II Бөтә донъя башҡорттары ҡо­рол­тайында делегат булып ҡатнаша. Бынан тыш, Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинованың Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары союзында (1996 — 1998), Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәтендә (2000 — 2003), Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ҡарамағындағы ҡатын-ҡыҙҙар комиссия­һындағы (2000 йылдан башлап) йәмәғәт башланғысында етәксе вазифаларын башҡарыуын да билдәләге килә.
1998 йылда филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова Рәсәй Фәндәр ака­демияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй башлай һәм директор урынбаҫары вазифаһын башҡара. Институттың ғилми-тикше­ренеү, ғилми-ойоштороу һәм ғилми-педагогик эш­мәкәр­легендә әүҙем ҡатнаша.
2005 йылдан алып әлеге көнгә тиклем Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы Хисамитдинова – Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, үҙ һөнәренең оҫтаһы, талапсан етәксе. Уҡы­тыу­сыбыҙ бөтә көсөн башҡорт телен, әҙәбиәтен, тарихын, фольклорын һаҡлау­ға йүнәлтә, һанап бөткөһөҙ эштәр баш­ҡара, институ­тыбыҙ тип янып-көйөп йәшәй.
Республикабыҙҙағы телселәр араһы­нан башҡорт теленең барлығын, байлы­ғын донъя кимәленә сығарған тәү­геләр­ҙең береһе ул. Венгрия, Германия, Фран­ция, Төркиә, Япония, Ҡаҙағ­станда һәм башҡа дәүләт­тәрҙә сит ил ғалимдарын башҡорт теленең матур­лығына таң ҡалдырып, уға мөхәббәт уятырлыҡ итеп сығыш яһай.
Бөгөн Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының ғилми эш­мәкәрлеге башҡорт теленең тарихын, ерле һөйләш­тәрен, диалекттарын, лексикаһын, эт­но­лин­гвистикаһын, мифо­логияһын өйрәнеү менән бәйле. Фирҙәүес Хисамитдинова – теле­беҙҙең бай мираҫын һаҡлаған тарихи фонетика, ер-һыу атамалары, лексика, халыҡ медицинаһы, башҡорттарҙың им-томо, башҡорт мифологияһы буйынса һәм башҡа бик күп китап авторы; унан тыш топонимия, антропонимия, мифология, лексика буйынса һүҙлектәр төҙөгән; башҡорт теле һәм төркиәт, башҡорт тарихы һәм мәҙәниәте буйынса уҡыу китаптары һәм уҡыу ҡулланмалары әҙерләгән.
Ғалимә етәкселегендә халҡыбыҙға ҙур мираҫ булырлыҡ академик эштәр – ун том­лыҡ “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” (әлегә алты томы сыҡты), “Башҡорт хал­ҡының тарихы” ете томда донъя күрҙе. Ул һуңғы йылдарҙа ғына 400-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 80-гә яҡын китап баҫтыра һәм баҫмаға әҙерләй. Шул уҡ ваҡытта уның 300-ҙән ашыу ғилми һәм ғилми-методик хеҙмәте Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә донъя күрҙе.
Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙының хал­ҡым, телем тип янып йәшәүе дәүләт етәкселеге тарафынан юғары баһалана. Илебеҙ алдындағы тырыш хеҙмәте өсөн 2003 йылда Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙына “Башҡортостан Республикаһының атҡа­ҙан­ған фән эшмәкәре”, 2009 йылда “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемдәр би­релә, ул Халыҡтар дуҫ­лығы һәм Салауат Юлаев ордендары менән дә бүләкләнде.
Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы — тәү сиратта оло йөрәкле кеше. Ул, ғилми эш менән бер рәттән, йәмәғәт эштә­рендә ихлас ҡатнаша, теленең, иленең яҙмы­шы, уның бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн борсола. Тормошто үҙенсә аңлай, уның һәр һулышын тойоп йәшәй. Ул улдары­ның, ейәндәренең күңелендә намыҫлы­лыҡ, туған телгә, илгә һөйөү тәрбиәләй алған шәхес булараҡ күптәргә өлгө. Халҡын, телен яратҡан, уның тарихына, бөгөнгөһөнә, киләсәгенә битараф булма­ғандар ғына шулай һәр өлкәлә өлгөрҙөр. Фирҙәүес Ғилмитдин ҡыҙы — Башҡорт­оста­ныбыҙҙың ысын мәғәнәһендә аҫыл ҡатын-ҡыҙҙарының береһе.
Беҙ хөрмәтле уҡытыусыбыҙ һәм кә­ңәшсебеҙ менән ғорурланабыҙ. Ул — беҙгә һәр ваҡыт дөрөҫ йүнәлеш биреп, маҡсаттарға өлгәшергә өйрәтеүсе, ҡанат ҡуйыусы, илһамландырыусы, фән, ғилем киңлектәренә сығарыусы, әйҙәүсе, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләгән уҡы­тыусы. Ул беҙҙе өйрәтмәһә, Мәскәү тиклем Мәскәүгә барып диссертациялар яҡлай алмаҫ инек. Оло юбилейы айҡанлы остазыбыҙға ҡоростай ныҡлы сәлә­мәт­лек, бәхетле, шатлыҡлы көндәр, яңынан-яңы ижад һәм фән үрҙәре теләйбеҙ!

Гөлназ КӘРИМОВА,
филология фәндәре кандидаты.





Вернуться назад