Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Көслө илде көрсөк бөлдөрмәҫ
Көслө илде көрсөк бөлдөрмәҫ Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа уҙғарылған юғары кимәлдәге йыйындарҙың күпселеге һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналыуы осраҡлы түгел, сөнки медицина — социаль сәйәсәттең иң мөһим йүнәлештәренең береһе. Кисә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведевтың Өфөлә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә көрсөккә ҡаршы саралар хаҡында кәңәшмә үткәреүе лә – ошоноң бер сағылышы. Ни тиһәң дә, кеше сәләмәтлеге иҡтисади көрсөк шарттарында ла иғтибар үҙәгенән ситләшергә тейеш түгел. Быны ил Хөкүмәте аңлап ҡабул итә, һәм кисәге сараның киң масштабта ойошторолоуы — асыҡ дәлил. Сарала шулай уҡ вице-премьер Ольга Голодец, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин, федераль власть органдары вәкилдәре, төбәк башлыҡтары, төрлө йүнәлештәге предприятие, союз һәм ассоциация етәкселәре ҡатнашты.
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевты “Өфө” халыҡ-ара аэропортында республика Баш­лығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды. Тәүҙә рәсми делегация ағзалары Ядро медицина үҙәгенә барҙы. Улар бында яман шеште диагностикалау өсөн изотоптар әҙерләү процесы менән танышты һәм операция бүлмәһен ҡараны. Бындағы заманса компьютер томог­рафияһы менән кардиология, неврология ауырыуҙары ла ваҡытында асыҡ­лана, химия терапияһы ярҙамында дауаның һөҙөмтә­лелеге күҙәтеүҙә тотола. Үҙәктә “Кибернож” тигән ғәжәп үҙенсәлекле роботлаш­тырылған радиохирургик ҡоролма ла эшкә ҡушылған. Ул яман шеш ауырыу­ҙарын нур ярҙамында дауаларға булышлыҡ итә.
— “Кибернож” бер нисә төр шеште дауалау мөмкинлегенә эйә, — тип һөйләне үҙәктең директоры Елена Елхова. — Ҡоролманың өҫтөнә рентген ҡуйылған, ул аҙ ғына күсһә лә, аппараттың мәғлүмәт базаһына хәбәр ителеп, нурланыш туҡтатыла, сәләмәт туҡымалар зыян күрмәй.
Әйткәндәй, Ядро медицинаһы үҙәге Өфө­лә 2014 йылдың мартында асылды. “УК “РОСНАНО” идаралығы, “РосМедТехнолоджи” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм MEDILUX венгр компанияһы тарафынан сафҡа инде­релгән үҙәк — позитрон-эмиссион томография, радиохирургия һәм диагностикалау өсөн радиофармацевтика препараттарын етеш­тереүҙе берләштергән медицина учрежде­ниеһы. Төҙөлөш өсөн 956 миллион һум самаһы инвестиция йәлеп ителгән. Ун ай эсендә үҙәк өс меңдән ашыу ауырыуҙы ҡабул итеп өлгөргән дә инде.
***
Артабан Дмитрий Медведев Пенсия фондының яңы электрон сервистары менән танышты. Хөкүмәт Рәйесенә ошо йылдың 1 ғинуарынан индерелгән “Страховкаланған шәхестең шәхси кабинеты” сервисы тәҡдим ителде. Уның ярҙамында һәр кем үҙенең пенсия хоҡуҡтары, тәғәйенләнгән пенсияһы, шулай уҡ социаль түләүҙәр, шул иҫәптән әсәлек капиталы хаҡында мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә. Страховкаланған шәхес­тең кабинеты Рәсәй Пенсия фондының рәсми порталында урынлашҡан. Берҙәм идентификация һәм аутентификация системаһында йәки дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәү үткән бөтә ҡулланыусылар ҙа системаға инә ала. Бынан тыш, сервис пенсия тупланмалары, шул иҫәптән Дәүләт ҡушма финанслауы программаһы сиктәрендә үҙ теләге менән иғәнә индереү тураһында мәғлүмәт бирә.
Дмитрий Медведев шәхси кабинетта теркәлгән кешеләр һаны менән ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ Премьер-министр яңы система аша Пенсия фонды белгестәренә ҡабул ителеүгә яҙылып ҡараны.
Бынан тыш, рәсми делегация клиенттар залындағы илебеҙҙә етештерелгән ҡора­малды баһаланы. Килеүселәрҙе хеҙмәтлән­дергән терминал яңы Рәсәй технологиялары буйынса эшләнгән. Был импортты алмаштырыу шарттарында айырыуса мөһим.
Юл ыңғайында Дмитрий Медведев да­рыуханаға инеп сыҡты. Дарыуға хаҡтар менән танышыу, халыҡтың кәйефен белеү ине маҡсаты. Хәйер, төрлө фекерҙәр яңғыраны. Шулай ҙа кәңәшмә алдынан бындай осра­шыуҙың әһәмиәте мөһим ине Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенә.
***
Һаулыҡ һаҡлау тармағына ҡағылышлы мәсьәләләр асылда Рәсәй Хөкүмәте әҙер­лә­гән көрсөккә ҡаршы саралар планы сиктә­рендә өйрәнелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: төп документ иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеүгә, шул иҫәптән медицина сис­темаһын камиллаштырыу иҫәбенә социаль тотороҡлолоҡҡа өлгәшеүгә ҡайтып ҡала.
— Халыҡты дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе контролдә тотоуға һәм сит илдән медицина препараттары һатып алғанда ва­лютаның тотороҡһоҙлоғо арҡаһында булған сығымдарҙы ҡаплауға Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығына 16 миллиард һум бүленде. Бынан тыш, йәшәү өсөн кәрәкле мөһим дарыуҙар исемлеге киңәйтелде, дәүләт һәм муниципаль ихтыяжға сит илдән дарыуҙар һатып алыу сикләнде, — тине Дмитрий Медведев, кәңәшмәне асып.
Донъя баҙарында нефткә хаҡтың төшөүе, Рәсәйгә ҡаршы санкциялар эҙһеҙ үтмәне. Илебеҙ иҡтисади, хатта ниндәйҙер кимәлдә сәйәси юҫыҡта ҡатмарлы осор кисерә. Рәсәй властары дәүләт ҡаҙнаһын 2015 йылда кәмендә — 10, ә киләһе ике йылда 5-әр процентҡа ҡыҫҡартырға мәжбүр. Күҙаллауҙар буйынса, быйыл инфляция 12 процент тәшкил итеүе ихтимал. Әлбиттә, ил Хөкүмәте көрсөк социаль тармаҡҡа ҡағылмаясаҡ тигән фекерҙә, шулай ҙа “файҙаһыҙға сарыф ител­гән” сығымдарҙан ҡотолоу сараһы күре­ләсәк.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн дарыуға хаҡтар арта. Был валюта курсының тотороҡ­һоҙлоғона бәйле. Шулай ҙа алыпһатарлыҡты ла инҡар итеп булмай. Һәр хәлдә, был тар­маҡты даими иғтибар үҙәгендә тотасаҡбыҙ, — тине Дмитрий Медведев.
Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, быйыл халыҡҡа бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса Дәүләт гарантиялары программа­һының күләме былтырғы йыл менән сағыш­тырғанда 300 миллиард һумға күберәк тәшкил итәсәк. Бынан тыш, Мотлаҡ медицина страховкалау фондының дөйөм килем күләмен 392,2 миллиард һумға арттырыу күҙаллана. “Йән башына финанслауҙың” норма күрһәт­кестәре лә үткән йылдарға ҡарағанда бер нисә процентҡа үҫәсәк.
— Беҙгә тәү сиратта мәғлүмәт етеңке­рәмәй. Күп предприятиелар эшмәкәрлек­тәренең асылын, төп йүнәлештәрен күрһәтеп бармай, “коммерция сере”нә һылтана. Был йәһәттән ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү зарур. Юҡһа етештереүселәрҙең нимә уйла­ғанын халыҡ, хатта Хөкүмәт тә белмәй ҡала, — тине, кәңәшмәлә сығыш яһап, Башҡорт­остан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хә­митов. — Фармацевтика өлкәһенә килгәндә, былтыр хаҡтар йыл дауамында 0,5 процентҡа артҡайны, быйыл иһә ғинуарҙа ғына үҫеш 2 процент тәшкил итте, ә ҡайһы бер дарыуҙарға хатта 10 проценттан күберәккә артты. Әлбиттә, аптека селтәрҙәре менән был йәһәттән һөйләшеүҙәр алып барыла.
Кәңәшмә сиктәрендә Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау, Сәнәғәт һәм сауҙа министрлыҡтары вәкилдәренең, башҡа төбәк башлыҡтарының сығыштары ла тыңланды.
***
Ошо уҡ көндә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән эшлекле һөйләшеүе уҙҙы. Премьер-министр төбәктең иҡтисади хәле менән ҡыҙыҡһынды, хеҙмәт баҙарын­дағы хәлдәрҙе һорашты.
— Илдәге үҙгәрештәрҙе иғтибар менән күҙәтеп барасаҡбыҙ. Проблемалар килеп тыуһа, көрсөккә ҡаршы саралар планына ярашлы эш итәсәкбеҙ, — тине Дмитрий Медведев.
***
“Берҙәм Рәсәй” партияһының Баш­ҡорт­остан төбәк бүлексәһе вәкилдәре менән осрашыу ҙа башлыса көрсөккә ҡаршы саралар планын ғәмәлгә ашырыуға, атап әйткәндә, ауыл хужалығына ярҙам күрһәтеүгә, урын­дарҙа тауар етештереү күләмен арттырыуға, импорт тауарын алмаштырыу юлдарын барлауға, һаулыҡ һаҡлау, социаль-иҡтисади мәсьәләләргә арналды.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 13

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 9

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 12

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 14

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 25

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 22

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 20