Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа уҙғарылған юғары кимәлдәге йыйындарҙың күпселеге һаулыҡ һаҡлау мәсьәләләренә арналыуы осраҡлы түгел, сөнки медицина — социаль сәйәсәттең иң мөһим йүнәлештәренең береһе. Кисә Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Дмитрий Медведевтың Өфөлә һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә көрсөккә ҡаршы саралар хаҡында кәңәшмә үткәреүе лә – ошоноң бер сағылышы. Ни тиһәң дә, кеше сәләмәтлеге иҡтисади көрсөк шарттарында ла иғтибар үҙәгенән ситләшергә тейеш түгел. Быны ил Хөкүмәте аңлап ҡабул итә, һәм кисәге сараның киң масштабта ойошторолоуы — асыҡ дәлил. Сарала шулай уҡ вице-премьер Ольга Голодец, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилин, федераль власть органдары вәкилдәре, төбәк башлыҡтары, төрлө йүнәлештәге предприятие, союз һәм ассоциация етәкселәре ҡатнашты.Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевты “Өфө” халыҡ-ара аэропортында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды. Тәүҙә рәсми делегация ағзалары Ядро медицина үҙәгенә барҙы. Улар бында яман шеште диагностикалау өсөн изотоптар әҙерләү процесы менән танышты һәм операция бүлмәһен ҡараны. Бындағы заманса компьютер томографияһы менән кардиология, неврология ауырыуҙары ла ваҡытында асыҡлана, химия терапияһы ярҙамында дауаның һөҙөмтәлелеге күҙәтеүҙә тотола. Үҙәктә “Кибернож” тигән ғәжәп үҙенсәлекле роботлаштырылған радиохирургик ҡоролма ла эшкә ҡушылған. Ул яман шеш ауырыуҙарын нур ярҙамында дауаларға булышлыҡ итә.
— “Кибернож” бер нисә төр шеште дауалау мөмкинлегенә эйә, — тип һөйләне үҙәктең директоры Елена Елхова. — Ҡоролманың өҫтөнә рентген ҡуйылған, ул аҙ ғына күсһә лә, аппараттың мәғлүмәт базаһына хәбәр ителеп, нурланыш туҡтатыла, сәләмәт туҡымалар зыян күрмәй.
Әйткәндәй, Ядро медицинаһы үҙәге Өфөлә 2014 йылдың мартында асылды. “УК “РОСНАНО” идаралығы, “РосМедТехнолоджи” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм MEDILUX венгр компанияһы тарафынан сафҡа индерелгән үҙәк — позитрон-эмиссион томография, радиохирургия һәм диагностикалау өсөн радиофармацевтика препараттарын етештереүҙе берләштергән медицина учреждениеһы. Төҙөлөш өсөн 956 миллион һум самаһы инвестиция йәлеп ителгән. Ун ай эсендә үҙәк өс меңдән ашыу ауырыуҙы ҡабул итеп өлгөргән дә инде.
***
Артабан Дмитрий Медведев Пенсия фондының яңы электрон сервистары менән танышты. Хөкүмәт Рәйесенә ошо йылдың 1 ғинуарынан индерелгән “Страховкаланған шәхестең шәхси кабинеты” сервисы тәҡдим ителде. Уның ярҙамында һәр кем үҙенең пенсия хоҡуҡтары, тәғәйенләнгән пенсияһы, шулай уҡ социаль түләүҙәр, шул иҫәптән әсәлек капиталы хаҡында мәғлүмәт алыу мөмкинлегенә эйә. Страховкаланған шәхестең кабинеты Рәсәй Пенсия фондының рәсми порталында урынлашҡан. Берҙәм идентификация һәм аутентификация системаһында йәки дәүләт хеҙмәттәре порталында теркәү үткән бөтә ҡулланыусылар ҙа системаға инә ала. Бынан тыш, сервис пенсия тупланмалары, шул иҫәптән Дәүләт ҡушма финанслауы программаһы сиктәрендә үҙ теләге менән иғәнә индереү тураһында мәғлүмәт бирә.
Дмитрий Медведев шәхси кабинетта теркәлгән кешеләр һаны менән ҡыҙыҡһынды. Шулай уҡ Премьер-министр яңы система аша Пенсия фонды белгестәренә ҡабул ителеүгә яҙылып ҡараны.
Бынан тыш, рәсми делегация клиенттар залындағы илебеҙҙә етештерелгән ҡорамалды баһаланы. Килеүселәрҙе хеҙмәтләндергән терминал яңы Рәсәй технологиялары буйынса эшләнгән. Был импортты алмаштырыу шарттарында айырыуса мөһим.
Юл ыңғайында Дмитрий Медведев дарыуханаға инеп сыҡты. Дарыуға хаҡтар менән танышыу, халыҡтың кәйефен белеү ине маҡсаты. Хәйер, төрлө фекерҙәр яңғыраны. Шулай ҙа кәңәшмә алдынан бындай осрашыуҙың әһәмиәте мөһим ине Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенә.
***
Һаулыҡ һаҡлау тармағына ҡағылышлы мәсьәләләр асылда Рәсәй Хөкүмәте әҙерләгән көрсөккә ҡаршы саралар планы сиктәрендә өйрәнелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: төп документ иҡтисадтың тотороҡло үҫешен тәьмин итеүгә, шул иҫәптән медицина системаһын камиллаштырыу иҫәбенә социаль тотороҡлолоҡҡа өлгәшеүгә ҡайтып ҡала.
— Халыҡты дарыуҙар менән тәьмин итеүҙе контролдә тотоуға һәм сит илдән медицина препараттары һатып алғанда валютаның тотороҡһоҙлоғо арҡаһында булған сығымдарҙы ҡаплауға Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығына 16 миллиард һум бүленде. Бынан тыш, йәшәү өсөн кәрәкле мөһим дарыуҙар исемлеге киңәйтелде, дәүләт һәм муниципаль ихтыяжға сит илдән дарыуҙар һатып алыу сикләнде, — тине Дмитрий Медведев, кәңәшмәне асып.
Донъя баҙарында нефткә хаҡтың төшөүе, Рәсәйгә ҡаршы санкциялар эҙһеҙ үтмәне. Илебеҙ иҡтисади, хатта ниндәйҙер кимәлдә сәйәси юҫыҡта ҡатмарлы осор кисерә. Рәсәй властары дәүләт ҡаҙнаһын 2015 йылда кәмендә — 10, ә киләһе ике йылда 5-әр процентҡа ҡыҫҡартырға мәжбүр. Күҙаллауҙар буйынса, быйыл инфляция 12 процент тәшкил итеүе ихтимал. Әлбиттә, ил Хөкүмәте көрсөк социаль тармаҡҡа ҡағылмаясаҡ тигән фекерҙә, шулай ҙа “файҙаһыҙға сарыф ителгән” сығымдарҙан ҡотолоу сараһы күреләсәк.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн дарыуға хаҡтар арта. Был валюта курсының тотороҡһоҙлоғона бәйле. Шулай ҙа алыпһатарлыҡты ла инҡар итеп булмай. Һәр хәлдә, был тармаҡты даими иғтибар үҙәгендә тотасаҡбыҙ, — тине Дмитрий Медведев.
Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан алынған мәғлүмәттәргә ярашлы, быйыл халыҡҡа бушлай медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса Дәүләт гарантиялары программаһының күләме былтырғы йыл менән сағыштырғанда 300 миллиард һумға күберәк тәшкил итәсәк. Бынан тыш, Мотлаҡ медицина страховкалау фондының дөйөм килем күләмен 392,2 миллиард һумға арттырыу күҙаллана. “Йән башына финанслауҙың” норма күрһәткестәре лә үткән йылдарға ҡарағанда бер нисә процентҡа үҫәсәк.
— Беҙгә тәү сиратта мәғлүмәт етеңкерәмәй. Күп предприятиелар эшмәкәрлектәренең асылын, төп йүнәлештәрен күрһәтеп бармай, “коммерция сере”нә һылтана. Был йәһәттән ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү зарур. Юҡһа етештереүселәрҙең нимә уйлағанын халыҡ, хатта Хөкүмәт тә белмәй ҡала, — тине, кәңәшмәлә сығыш яһап, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов. — Фармацевтика өлкәһенә килгәндә, былтыр хаҡтар йыл дауамында 0,5 процентҡа артҡайны, быйыл иһә ғинуарҙа ғына үҫеш 2 процент тәшкил итте, ә ҡайһы бер дарыуҙарға хатта 10 проценттан күберәккә артты. Әлбиттә, аптека селтәрҙәре менән был йәһәттән һөйләшеүҙәр алып барыла.
Кәңәшмә сиктәрендә Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау, Сәнәғәт һәм сауҙа министрлыҡтары вәкилдәренең, башҡа төбәк башлыҡтарының сығыштары ла тыңланды.
***
Ошо уҡ көндә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың республика Башлығы Рөстәм Хәмитов менән эшлекле һөйләшеүе уҙҙы. Премьер-министр төбәктең иҡтисади хәле менән ҡыҙыҡһынды, хеҙмәт баҙарындағы хәлдәрҙе һорашты.
— Илдәге үҙгәрештәрҙе иғтибар менән күҙәтеп барасаҡбыҙ. Проблемалар килеп тыуһа, көрсөккә ҡаршы саралар планына ярашлы эш итәсәкбеҙ, — тине Дмитрий Медведев.
***
“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе вәкилдәре менән осрашыу ҙа башлыса көрсөккә ҡаршы саралар планын ғәмәлгә ашырыуға, атап әйткәндә, ауыл хужалығына ярҙам күрһәтеүгә, урындарҙа тауар етештереү күләмен арттырыуға, импорт тауарын алмаштырыу юлдарын барлауға, һаулыҡ һаҡлау, социаль-иҡтисади мәсьәләләргә арналды.