Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Йәйғор” сәләмәтлек бүләк итә
“Йәйғор” сәләмәтлек бүләк итә Был шифахана 1984 йылда ойошторола. Тәүге йыл­дарҙа Өфө ҡалаһының айы­рым предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен генә ҡабул итә. 1998 йылда дауалау учреждениеһы директоры итеп Альберт Шәм­сет­­динов тәғәйен­ләнә. Ул ҡыҫ­ҡа ваҡыт эсендә шифахана эшмә­кәр­легенә ыңғай үҙгәреш­тәр инде­реүгә өлгәшә. Тиҙҙән бында яңы уникаль ҡора­малдар бар­лыҡҡа килә.

– Умыртҡа һөйәге һәм быуындар һыҙлауынан, геморрой һәм енси ауы­рыуҙарҙан дауала­ғанда айырыуса яҡ­шы күрһәт­кестәргә өлгәшәбеҙ. Беҙгә атлай алмаған ауырыуҙарҙы ла алып килгәндәре бар. Массаж, мануаль терапия, энә ҡаҙау һәм “ANATOMOTOR” тигән сит ил ап­па­ратында умыртҡа һөйәген яҙыл­дырыу ярҙамында улар­ҙы аяҡҡа баҫтырҙыҡ, – ти Альберт Рәшит улы. – Беҙҙәге ҡайһы бер дауалау аппаратын илдең баш­ҡа бер шифаханаһында ла осратып булмай. Мәҫәлән, ҡаҡма тулҡын­лы терапия аппараты – рес­пуб­ликала берҙән-бер. Ул бы­уындар шешеүенән, үксә һөйә­ге ауырыу­ҙарынан арындыра.
Шифаханабыҙҙағы “Галь­вано­­ван­на” ҡоролмаһы ла Рә­сәйҙә бер нисәү генә. Ул мус­кулдар ауыртыуын бөтөрә, ҡан әйләне­шен яйға һала, контузия алған кешеләрҙең хәлен яҡшыр­та. “Маг­нитотурботрон” ап­параты ла ҙур әһәмиәткә эйә. Ул ебәр­гән магнит тулҡындары организмға төрлө ауы­рыуҙы да­рыу­һыҙ еңер­гә ярҙам итә, кешене башынан алып аяғына тиклем дауалай. Айырыуса юға­ры ҡан баҫы­мы­нан, тын һәм ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәренән тиҙ ҡотҡара, иммунитетты ны­ғыта.
“Йәйғор” сәләмәтлек бүләк итәШифаханала йылдар буйы һынал­ған дауалау ысулдарын да киң ҡул­ланалар. Мәҫәлән, һөлөк һалыу, физиотерапия, массаж, батҡаҡлы ванналар, тоҙ шах­таһы, ингаляция, аэро­фито­тера­пия – һауығыуға өмөт өҙгән ке­ше­ләргә аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән процедура­ларҙың ҡайһы бер­ҙә­ре генә.
Файҙалы Тоҙло Илек һыуы (йәки шундай уҡ концентрациялы һыу) тул­тырылған йылы һәм таҙа бассейн – ял итеүселәрҙең яратҡан урыны. Ул һөйәк, мускул, нер­вы системаһы, ҡан тамырҙары ауы­рыу­ҙарынан, балалар экзема­һы­нан, псориаздан киле­шә. Тағы ла йөҙөү өсөн ҙур һәм трена­жерҙарҙа шөғөлләнеү өсөн бәләкәй бассейндар бар.
Шифахананың стоматология бүлеге бер нисә йыл элек теш быраулау ма­шинаһы энәһен ла­зер нурына алыш­тырған. Теш­тәрҙе ла­зер ярҙа­мында дауалау механик ҡат­нашлыҡтан күпкә айырыла. Берҙән, ауырттырмай, икен­сенән, пломба кә­мен­дә ун йыл тора. Анес­тезияға аллер­гияһы бул­ғандар өсөн лазер – теш һыҙлауынан ҡото­лоуҙың бер­ҙән-бер сараһы. Бел­гестәр теш­те ағартыу, уға ул­тырған таш­тарҙы алыу, кариесты иҫ­кәр­теү, теш ҡаҙнаһын дауалау кеүек хеҙ­мәт­ләндереү төр­ҙәрен дә күрһәтә.
Косметология кабинетында кеше­нең һаулығын нығытыуҙа һәм тышҡы ҡиәфәтен яҡшыр­тыуҙа озонды бик уңышлы фай­ҙаланалар. Озон тера­пия­­һы яр­ҙамында целлюлитты, икенсе эйәкте, биттәге һәм тәндәге һыр­ҙарҙы, яра эҙҙәрен, операциянан һуң ҡалған йөйҙәрҙе бөтөрәләр. Тағы ла ошо юл менән ҡан әй­ләнешен яҡшыр­тыу, тамыр­ҙарҙы таҙартыу, холестеринды кәметеү уңышлы башҡарыла. Баш­ҡорт­останда берҙән-бер һа­нал­ған эксимер лазер менән псориаз, ней­ро­дермит, экзема, витилиго кеүек тире ауырыу­ҙарына ҡаршы көрә­шәләр.
Һуңғы йылдарҙа “Йәйғор”ҙа ял итер­гә теләгәндәр артҡандан-арта: республика ҡала һәм райондарынан, сит төбәктәрҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә киләләр. Шифахананың белгестәр менән тулыһынса тәьмин ителеүе, заманса ҡорамалдарға эйә булыуы оҙаҡ йылдар һауыға алмай ин­тек­кән ауырыу­ҙың хә­лен яҡ­шыртыу мөмкин­леген бирә. “Хеҙ­мәт­кәрҙәрҙең барыһы ла яғым­лы, иғтибарлы. Нисек йоҡ­ла­уыңа, кәйефеңдең ниндәй булыуына тиклем һорашып то­ра­лар”, – тип һоҡлана ял итеү­селәр.
Халыҡ ихтыяжынан сығып төҙөлгән “Иммунитетты нығы­тыу” һәм “Организмды таҙартыу юлы менән ябығыу” программалары үҙҙә­ренең юғары һөҙөм­тәле, файҙалы булыуын иҫ­­бат­лаған.
Шифахананы ҡарағай урманы уратып алған. Ҡаланың ығы-зығыһы бында моңло ҡош­тар һайрауына алы­шынған, һауаһы ла башты әйлән­дерер­лек саф һәм йомшаҡ. Ғөмүмән, “Йәй­ғор”ҙо баш ҡала­ның сағыу һәм мөғжизәле утрауына тиң­ләрлек.






Автор: Гөлсимә СӘЛИХОВА. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә