Был шифахана 1984 йылда ойошторола. Тәүге йылдарҙа Өфө ҡалаһының айырым предприятиелары хеҙмәткәрҙәрен генә ҡабул итә. 1998 йылда дауалау учреждениеһы директоры итеп Альберт Шәмсетдинов тәғәйенләнә. Ул ҡыҫҡа ваҡыт эсендә шифахана эшмәкәрлегенә ыңғай үҙгәрештәр индереүгә өлгәшә. Тиҙҙән бында яңы уникаль ҡорамалдар барлыҡҡа килә.– Умыртҡа һөйәге һәм быуындар һыҙлауынан, геморрой һәм енси ауырыуҙарҙан дауалағанда айырыуса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшәбеҙ. Беҙгә атлай алмаған ауырыуҙарҙы ла алып килгәндәре бар. Массаж, мануаль терапия, энә ҡаҙау һәм “ANATOMOTOR” тигән сит ил аппаратында умыртҡа һөйәген яҙылдырыу ярҙамында уларҙы аяҡҡа баҫтырҙыҡ, – ти Альберт Рәшит улы. – Беҙҙәге ҡайһы бер дауалау аппаратын илдең башҡа бер шифаханаһында ла осратып булмай. Мәҫәлән, ҡаҡма тулҡынлы терапия аппараты – республикала берҙән-бер. Ул быуындар шешеүенән, үксә һөйәге ауырыуҙарынан арындыра.
Шифаханабыҙҙағы “Гальванованна” ҡоролмаһы ла Рәсәйҙә бер нисәү генә. Ул мускулдар ауыртыуын бөтөрә, ҡан әйләнешен яйға һала, контузия алған кешеләрҙең хәлен яҡшырта. “Магнитотурботрон” аппараты ла ҙур әһәмиәткә эйә. Ул ебәргән магнит тулҡындары организмға төрлө ауырыуҙы дарыуһыҙ еңергә ярҙам итә, кешене башынан алып аяғына тиклем дауалай. Айырыуса юғары ҡан баҫымынан, тын һәм ашҡаҙан-эсәк юлы сирҙәренән тиҙ ҡотҡара, иммунитетты нығыта.
Шифаханала йылдар буйы һыналған дауалау ысулдарын да киң ҡулланалар. Мәҫәлән, һөлөк һалыу, физиотерапия, массаж, батҡаҡлы ванналар, тоҙ шахтаһы, ингаляция, аэрофитотерапия – һауығыуға өмөт өҙгән кешеләргә аяҡҡа баҫырға ярҙам иткән процедураларҙың ҡайһы берҙәре генә.
Файҙалы Тоҙло Илек һыуы (йәки шундай уҡ концентрациялы һыу) тултырылған йылы һәм таҙа бассейн – ял итеүселәрҙең яратҡан урыны. Ул һөйәк, мускул, нервы системаһы, ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан, балалар экземаһынан, псориаздан килешә. Тағы ла йөҙөү өсөн ҙур һәм тренажерҙарҙа шөғөлләнеү өсөн бәләкәй бассейндар бар.
Шифахананың стоматология бүлеге бер нисә йыл элек теш быраулау машинаһы энәһен лазер нурына алыштырған. Тештәрҙе лазер ярҙамында дауалау механик ҡатнашлыҡтан күпкә айырыла. Берҙән, ауырттырмай, икенсенән, пломба кәмендә ун йыл тора. Анестезияға аллергияһы булғандар өсөн лазер – теш һыҙлауынан ҡотолоуҙың берҙән-бер сараһы. Белгестәр теште ағартыу, уға ултырған таштарҙы алыу, кариесты иҫкәртеү, теш ҡаҙнаһын дауалау кеүек хеҙмәтләндереү төрҙәрен дә күрһәтә.
Косметология кабинетында кешенең һаулығын нығытыуҙа һәм тышҡы ҡиәфәтен яҡшыртыуҙа озонды бик уңышлы файҙаланалар. Озон терапияһы ярҙамында целлюлитты, икенсе эйәкте, биттәге һәм тәндәге һырҙарҙы, яра эҙҙәрен, операциянан һуң ҡалған йөйҙәрҙе бөтөрәләр. Тағы ла ошо юл менән ҡан әйләнешен яҡшыртыу, тамырҙарҙы таҙартыу, холестеринды кәметеү уңышлы башҡарыла. Башҡортостанда берҙән-бер һаналған эксимер лазер менән псориаз, нейродермит, экзема, витилиго кеүек тире ауырыуҙарына ҡаршы көрәшәләр.
Һуңғы йылдарҙа “Йәйғор”ҙа ял итергә теләгәндәр артҡандан-арта: республика ҡала һәм райондарынан, сит төбәктәрҙән генә түгел, сит илдәрҙән дә киләләр. Шифахананың белгестәр менән тулыһынса тәьмин ителеүе, заманса ҡорамалдарға эйә булыуы оҙаҡ йылдар һауыға алмай интеккән ауырыуҙың хәлен яҡшыртыу мөмкинлеген бирә. “Хеҙмәткәрҙәрҙең барыһы ла яғымлы, иғтибарлы. Нисек йоҡлауыңа, кәйефеңдең ниндәй булыуына тиклем һорашып торалар”, – тип һоҡлана ял итеүселәр.
Халыҡ ихтыяжынан сығып төҙөлгән “Иммунитетты нығытыу” һәм “Организмды таҙартыу юлы менән ябығыу” программалары үҙҙәренең юғары һөҙөмтәле, файҙалы булыуын иҫбатлаған.
Шифахананы ҡарағай урманы уратып алған. Ҡаланың ығы-зығыһы бында моңло ҡоштар һайрауына алышынған, һауаһы ла башты әйләндерерлек саф һәм йомшаҡ. Ғөмүмән, “Йәйғор”ҙо баш ҡаланың сағыу һәм мөғжизәле утрауына тиңләрлек.