Артистар үҙ һүҙендә торҙо – Башҡорт атлы дивизияһы һуғышсылары янында бер нисә тапҡыр булдылар. 1943 йылдың өс айы эсендә улар фронтта 93 концерт (шуларҙың 23-ө алғы һыҙыҡта) бирҙеләр. Хәрби частарҙа үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәктәре ойоштороуҙа ла ярҙам итте күптәр. Ғ. Шамуҡов, М. Иҙрисов, Б. Йосопова, 3. Бикбулатова, Ғ. Сөләймәнов, Ф. Ғәскәров һәм башҡалар яугир кавалеристарҙың оло ихтирамын ҡаҙанды.
Яу йылдарында республиканың күренекле артистарынан 12 фронт бригадаһы төҙөлдө, шуларҙың туғыҙы филармония тарафынан ойошторолдо. Улар 1944 йылдың ғинуарынан июнь айына тиклем 1627 концерт биреп, 268800 тамашасыны хеҙмәтләндерҙе. Республиканың ауыл һәм ҡалаларынан тыш, фронтта, күрше өлкәләрҙә лә сығыш яһанылар.
Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбле тап ошо осорҙа үҫте һәм нығынды. Ул художество етәксеһе Ф. Ғәскәров етәкселегендә 1942 йылда уҡ фронтта Башҡорт кавалерия дивизияһында булып, унда яугирҙәрҙән бейеү коллективы ойошторҙо. Ансамбль был йылдарҙа Себерҙә лә, Байкал аръяғында ла, Урта Азияла ла, Волга буйҙарында ла, Донбасс һәм Кузбасс тарафтарында ла сығыш яһаны. Ансамбль әленән-әле һәләтле йәштәр менән тулыландырылды: 3. Исмәғилев, М. Иҙрисов, М. Шәмсетдинов, Р. Хәзиева, Ә. Фәхретдинов, Е. Варламовалар эшкә килде. Был йылдарҙа барлыҡҡа килгән яңы бейеүҙәр, бигерәк тә “Бүләк”, “Гөлнәзирә”, “Дуҫлыҡ”, “Башҡорт һуғышсыһы бейеүе”, “Гвардеецтар” һ.б. репертуарҙа лайыҡлы урын алды. Башҡорт бейеүҙәре менән бер рәттән, урыҫ, үзбәк, татар, мари, сыуаш һ.б. халыҡтарҙың бейеүҙәре лә ҡуйылды.
Бейеү ансамблендә композитор Т. Кәримов етәкселегендә баянсылар триоһы ла ойошторолдо. Ауыр яралы һалдаттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн күренекле солистар составында махсус квартет булдырылып, ул үҙ бурысын намыҫ менән үтәне.
1941 йылдың аҙаҡтарында Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡарамағында әҙәби-музыкаль лекторий ойошторолдо. Концерт-лекцияларҙа сәнғәт белгестәре, композиторҙар, рәссамдар, яҙыусылар, республика театрҙарының артистары ҡатнашты. Был сараларҙа киң таралған темалар – “Сәнғәт образдарында патриотизм идеялары”, “Мәҙәниәткә ҡаршы фашизм”, “Бөйөк Ватан һуғышы көндәрендә музыка”, “Фашизм тарафынан тыйылған композиторҙар”, “Совет композиторҙары һәм яҙыусылар ижадында Ҡыҙыл Армия” һ. б.
СССР Совнаркомының сәнғәт эштәре буйынса комитеты 1943 йылдың 1 Май байрамын яугирҙәргә концерт биреү менән ҡаршы алыу тураһында ҡарар сығарҙы. Шуға нигеҙләнеп, филармонияла һигеҙ ижади бригада төҙөлөп, фронтҡа оҙатылды.
Ҡайһы бер бригадалар фронт һыҙығында, ауыр һуғыш шарттарында дүртәр ай буйы эшләне. Ғабдрахман Хәбибуллин етәкселегендәге бригада, мәҫәлән, армия частарында 112 концерт биреп, уларҙы 50 мең кеше ҡараны. Башҡортостандан барған артистарҙың, шағирҙарҙың һәр һүҙе фронттағы һалдаттар өсөн халыҡ наказы булып ишетелде, батырлыҡтарға рухландырҙы.
Башҡорт дәүләт филармонияһы фронтовик балалары өсөн дә күп эшләне, төрлө тамашалар йыш ҡына уҡыусыларҙың каникул ваҡытында уҙғарыла торған булды. Был өлкәлә атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре М. Елгаштина етәкселегендәге Республика ҡурсаҡ театры айырыуса ҙур эш башҡарҙы.
Башҡорт опера һәм балет театры ла, һуғыш алдынан ғына төҙөлөүенә ҡарамаҫтан, үҙен ҡеүәтле ижади көс итеп танытты. Республиканың атҡаҙанған артистары Ғ. Хәбибуллин, X. Ғәлимов, Б. Вәлиева, 3. Илбаева кеүек талантлы солистар үҫеп сыҡты. Улар үҙҙәренең репертуарын һуғыш талаптарынан сығып яңы әҫәрҙәр менән байыҡтырҙы. Театр сәхнәһендә А. Спадавеккиа һәм X. Заимовтың “Аҡбуҙат”, Н. Пейконың “Айһылыу”, классиканан “Евгений Онегин”, “Травиата”, “Аршин Мал-Алан”, “Корневиль ҡыңғырауҙары” опералары, Л. Степановтың “Сыңрау торна” балеты ҡуйылды.
1943 йыл Бөйөк Ватан һуғышында айбарлы һынылыш осоро булды. Волга буйҙарындағы ҡаты һуғыштарҙа немец-фашист илбаҫарҙарын Ҡыҙыл Армия тамам ҡыйратҡандан һуң, дошманды изге еребеҙҙән ҡыуып сығарыу башланды. Совет халҡы алдына кисекмәҫтән атҡара торған яңы бурыс килеп баҫты – азат ителгән райондарҙы, халыҡ хужалығын һәм мәҙәниәтте аяҡҡа баҫтырырға, төҙөргә, төҙөкләндерергә кәрәк ине. Сәнғәт эштәре комитетының ҡарары нигеҙендә фашист илбаҫарҙарынан азат ителгән райондарҙа сәнғәтте аяҡҡа баҫтырыу буйынса ярҙам фонды ойошторолдо. Емерек ҡала һәм ауылдарҙы, тимер юлдарын, завод һәм фабрикаларҙы яңынан тергеҙеү өсөн генә лә күпме көс-ҡеүәт кәрәк ине! Бының өсөн өсләтә артығыраҡ, тырышыбыраҡ эшләү талап ителде. Шуға күрә лә артистар ошо фонд өсөн күп кенә концерт, спектаклдәр ҡуйҙы. 1943 йылдың һуңғы өс айында ғына ла Башҡортостан артистары пландан тыш 370-тән ашыу концерт биреп, 120 миллион һум аҡса йыйҙы һәм ярҙам фондына тапшырҙы (“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1944 йыл, 23 февраль).
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Совет халҡының батырлығын, рух ҡеүәтен тасуирлаған яңы әҫәрҙәр тыуҙырып, башҡорт композиторҙары һәм рәссамдары ла фашист баҫҡынсыларын ҡыйратыу эшенә үҙ өлөшөн индерҙе. Композиторҙар “Ҡыҙыл Армияға — башҡорт композиторҙарынан”, “Башҡорт кавалерия дивизияһы өсөн оборона йырҙары” исемле 70-тән ашыу йырҙы эсенә алған ике йыйынтыҡ баҫтырып сығарҙы. X. Әхмәтов, X. Заимов, 3. Исмәғилев, Р. Мортазин һ.б. үҙҙәренең беренсе симфоник һәм камерный концерт өсөн булған әҫәрҙәрен ошо йылдарҙа ижад итте. Башҡорт атлы дивизияһы һалдаттары өсөн нотаһы һәм һүҙҙәре менән бергә башҡорт телендә оборона йырҙарынан листовкалар баҫып сығарылды. Унда X. Заимовтың һәм А. Спадавеккианың “Ҡуҙғал, Урал”, 3. Исмәғилевтең “Башҡорт батырҙары”, М. Вәлиевтең “Мәскәүҙе һаҡла”, Чемберджиның “Башҡорт атлыһы” һ. б. йырҙар индерелгәйне. 1942 йылдың йәйендә инде композиторҙар лирик һәм шаян әҫәрҙәрҙән 40-тан ашыу йырҙы эсенә алған “Фронтҡа бүләк” исемле йыйынтыҡ әҙерләне.
Халҡыбыҙҙың ғорурлығы булған Башҡорт атлы дивизияһына арнап күп кенә әҫәрҙәр ижад ителде. Мәҫәлән, 3. Исмәғилевтең “Шайморатов генерал”, “Ел, ерәнем”, “Котелок”, “Таһир Кусимов”, “Байғужа Сәйетғәлин” һәм башҡа йырҙар күңелдәрҙә дәрт, илһам уятты.
Композитор X. Әхмәтов та, 3. Исмәғилев кеүек үк, һуғышты Мәскәү дәүләт консерваторияһы студенты булып ҡаршылай. Ләкин дошман баш ҡалабыҙ Мәскәүгә яҡынлаша башлағас, ҡулына ҡорал тотоп, Тыуған илде һаҡларға яуға ҡушыла. Ул Еңеү көнөн тылда ҡаршылай, сөнки ҡаты ауырыу арҡаһында Башҡортостанға кире ҡайтырға мәжбүр була. Бында ул Композиторҙар союзы рәйесе вазифаһын башҡара, аһәңле әҫәрҙәр ижад итә, халыҡ йырҙары йыйынтығын баҫырға әҙерләй.
Композитор Р. Мортазин да һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа китә, ләкин Мәскәү янындағы һуғыштарҙа ҡаты яраланып, Өфөгә ҡайтырға мәжбүр була һәм артабан ижади эшен дауам итә. Ул тынлы оркестр өсөн марштар, вокаль әҫәрҙәр яҙҙы. Беренсе башлап ижад ителгән башҡорт романстары халыҡ араһында популярлыҡ яуланы: “Яҙ”, “Йырлама минең ҡаршымда”, “Тыуған ил” һ.б. Таһир Кәримов та һуғыш ваҡытында күп кенә патриотик йырҙар, таҡмаҡтар ижад итте. Халыҡ араһында киң таралған “Зимагорҙар”, “Әйҙә, еңгә, бейеп ҡал”, “Урал төнө”, “Генерал Белов” йырҙарын билдәләп үтергә мөмкин. Ә инде уның яуҙа еңелмәгән, арыҫландай көслө, бөркөттәй етеҙ батыр егеттең образын тыуҙырған “Гөлсирәнең һөйгәне” халыҡтың яратҡан йырҙарының береһенә әйләнде.
Рәссамдар ижадының да төп темаһы Ҡыҙыл Армияның героик көрәше, халыҡ патриотизмы, фронт менән тылдың берҙәмлеге булды. Уларҙың күбеһе һуғыштың тәүге көндәренән ҡулына ҡорал алды. Нур-биҙәктәр, төҫ һәм буяуҙар сәнғәте вәкилдәре фронтта ла, тылда ла ижади хеҙмәттәрен дауам итте: плакаттар, листовкалар яҙҙы, фронт гәзиттәре сығарҙы.
Башҡортостан художниктарының өлкән быуыны тылда хәрби-патриотик рухлы әҫәрҙәр ижад итте. Әйтәйек, А. Тюлькиндың “Танк десанты”, Ҡ. Дәүләткилдеевтың “Фронтҡа оҙатыу”, И. Урядовтың “Разведкаға”, А. Лежневтың “Башҡорт кавалерия дивизияһының Воронеж янындағы һуғышы” тигән әҫәрҙәре айырыуса үҙенсәлекле булды.
Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолған һәм хәрби өйрәтеү үткәргән саҡта рәссамдар документаль этюдтар яҙҙы, командирҙарҙың, һалдаттарҙың портреттары өҫтөндә эшләне. Художник С. Георгиевская ошо ваҡытта полк командиры Таһир Кусимовтың портретын яҙҙы. Яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың батырлығы күп рәссамды тулҡынландырҙы, һуғыш ваҡытында Өфөлә йәшәгән Ленинград рәссамы Б.И. Шац уның портретын яҙҙы, ә скульптор В. Морозова батырҙың бюсын эшләне.
Һуғыш талаптарына ярашлы рәүештә, Башҡортостан Рәссамдар союзының эш тәртибе лә үҙгәрҙе. Союз идараһы художниктарҙан бригадалар ойошторҙо, улар колхоз, совхоздарға, завод, фабрикаларға таралды. Унда стена гәзиттәре сығарҙы, Почет кенәгәләре эшләне, хеҙмәт алдынғыларының портреттарын яҙҙы.
1944 йылдың 7 ғинуарында “Тыуған ил өсөн” тигән девиз аҫтында Совет халҡының фронттағы һәм тылдағы көрәшен сағылдырған әҫәрҙәрҙән төҙөлгән күргәҙмә асылды. Унда тыл батырлыҡтарын күрһәткән плакаттар, төрлө һүрәттәр, карикатуралар, скульпторҙарҙың эштәре ҡуйылды. Был күргәҙмәлә, мәҫәлән, Ҡ. Дәүләткилдеев, И. Урядов, С. Тавасиев, Г. Георгиев, А. Храмов, А. Тюлькин, Ә. Усманов ҡатнашты. Шулай уҡ художник Р. Ишбулатовтың эштәре лә дөйөм хуплау тапты. Уның “Катюша”, “Өфө Еңеү көнө иртәһен ҡаршылай”, “Башҡорт дивизияһы рейдта” тигән картиналары халыҡ тарафынан бигерәк йылы ҡаршы алынды. Совет халҡының батырлығы, ғорурлығы, дошманға ҡаршы берҙәм көрәше, кешеләрҙең һуғыш ваҡытындағы тәрән кисерештәре Фәтҡуллиндың “Иптәшем ҡәбере янында”, Андреевтың “Партизандан яуап алыу”, Огородовтың “Госпиталдә концерт”, “Утлы позицияла”, Ғүмәровтың “Неманды аша кисеү”, “Азат Маньчжурияла” һүрәттәрендә асыҡ һүрәтләнде.
Художник И. Урядов 1937 йылда башлаған “Ҡыҙыл Яр ауылы янында Чапаев дивизияһының Ағиҙелде кисеп сығыуы” исемле картинаһын тамамланы. Ул күп кенә күргәҙмәләрҙә ҡуйылып, бөтә ерҙә лә үҙенә халыҡтың иғтибарын йәлеп итте.
Художник М. Арыҫланов “Салауат Юлаев” картинаһын тамамланы. А. Лежнев “Ленин Өфөлә” полотноһын эшләп бөтөрҙө. Скульптор С. Тавасиев башҡорт халҡының ғорурлығы булған һәм әле һылыу Ағиҙелдең текә ярында баҫып торған Салауат Юлаев һәйкәленең проектын эшләп бөтөрөп, уны Мәскәүгә оҙатты. Скульптор Якимов башҡорт халҡының тормошон сағылдырған темаларға статуэткалар ижад итте. Скульптор Т. Нечаеваның да ижади һәләте үҫте.
Башҡортостан Хөкүмәте художник һәм скульпторҙарҙың ижадын юғары баһаланы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Указы менән А. Тюлькинға, А. Лежневҡа, И. Урядовҡа “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. И. Урядов Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланды.
Бөйөк Ватан һуғышы ер йөҙөндәге беренсе социалистик дәүләттең көсөнә һәм ҡаҡшамаҫлығына һынау булды. Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы был һуғыш Совет халҡының ҡеүәтле рухын, Тыуған илгә икһеҙ-сикһеҙ бирелгәнлеген асыҡ күрһәтте. Илебеҙҙең мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һуғыш осоронда Ҡыҙыл Армия һалдаттарын, тылда хеҙмәтсәндәрҙе юғары әхлаҡ рухында, патриотизм тойғоһонда тәрбиәләне.
Башҡорт совет сәнғәте һуғыштың тәүге көндәренән үк азатлыҡ өсөн көрәштә ҡеүәтле рухи ҡорал булды, һуғыш уның оло тәрбиәүи йоғонтоһон, өлгөрә барыуын, потенциаль көсөн күрһәтте. Тыуған илдең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәштә ҡатнашып, яңы үҫештәргә иреште, байыҡты. Был йылдарҙа юғары идея-художестволы әҫәрҙәр барлыҡҡа килде, байтаҡ йәш таланттар үҫеп сыҡты.
Фашизмға ҡаршы көрәштә кешелекле социалистик идеология еңеүсе булды. Был ҡаҙанышта башҡорт сәнғәтенең дә өлөшө бар. Үҙ халҡы менән берҙәм булыу башҡорт яҙыусыларына, артистарына, композиторҙарына, рәссамдарына ижади хеҙмәттә Совет халҡының тиңһеҙ ҡаһарманлығын, уның бөйөк рухи көсөн асып бирергә ярҙам итте.
Заман менән тығыҙ бәйләнеш сәнғәттең тарихтағы данлы урынын билдәләне. Ижади хеҙмәттә патриотик тема төп урынды алды. “Халыҡтың рухи көсө нығыраҡ һәм көслөрәк булған яҡ һәр саҡта ла еңеп сыға, – тип яҙҙы А. Толстой, – сөнки халыҡтың әхлаҡ категориялары был һуғышта оло әһәмиәт ҡаҙанды. Бына шуға күрә лә беҙҙең көндәрҙә халыҡтың рухи ҡәлғәһен һалыусылар тураһында һөйләү урынлы”.
Клара ӘСФӘНДИӘРОВА,
тарих фәндәре кандидаты.