Башҡортостан сәнғәте яу йылдарында04.02.2015
Артистар үҙ һүҙендә торҙо – Башҡорт атлы дивизияһы һуғышсылары янында бер нисә тапҡыр булдылар. 1943 йылдың өс айы эсендә улар фронтта 93 концерт (шу­лар­ҙың 23-ө алғы һыҙыҡта) бирҙеләр. Хәрби час­тарҙа үҙеш­мәкәр сәнғәт түңәрәктәре ойош­тороуҙа ла ярҙам итте күптәр. Ғ. Ша­муҡов, М. Иҙ­рисов, Б. Йосопова, 3. Бик­булатова, Ғ. Сө­ләймәнов, Ф. Ғәскә­ров һәм башҡалар яугир кавалерис­тарҙың оло ихтирамын ҡаҙанды.
Яу йылдарында республиканың күре­нек­ле артистарынан 12 фронт бригадаһы тө­ҙөлдө, шуларҙың туғыҙы филармония тарафынан ойошторолдо. Улар 1944 йылдың ғинуарынан июнь айына тиклем 1627 концерт биреп, 268800 тамаша­сыны хеҙ­мәт­ләндерҙе. Республиканың ауыл һәм ҡалалары­нан тыш, фронтта, күр­ше өлкәләрҙә лә сығыш яһа­нылар.
Башҡорт халыҡ бейеүҙәре ансамбле тап ошо осорҙа үҫте һәм нығынды. Ул художество етәксеһе Ф. Ғәскәров етәкселегендә 1942 йылда уҡ фронтта Башҡорт кавалерия дивизияһында булып, унда яугирҙәрҙән бейеү коллективы ойошторҙо. Ансамбль был йылдарҙа Се­берҙә лә, Байкал аръяғында ла, Урта Азияла ла, Волга буйҙарында ла, Дон­басс һәм Кузбасс тарафтарында ла сығыш яһаны. Ансамбль әленән-әле һәләтле йәштәр менән тулылан­дырылды: 3. Исмәғилев, М. Иҙрисов, М. Шәм­сетдинов, Р. Хәзиева, Ә. Фәхретдинов, Е. Варламовалар эшкә килде. Был йылдарҙа барлыҡҡа килгән яңы бейеүҙәр, бигерәк тә “Бүләк”, “Гөлнәзирә”, “Дуҫ­лыҡ”, “Башҡорт һуғышсыһы бейеүе”, “Гвардеецтар” һ.б. репертуарҙа лайыҡлы урын алды. Башҡорт бейеү­ҙәре менән бер рәттән, урыҫ, үзбәк, татар, мари, сыуаш һ.б. халыҡтарҙың бейеүҙәре лә ҡуйылды.
Бейеү ансамблендә композитор Т. Кәримов етәксе­легендә баянсылар триоһы ла ойошторолдо. Ауыр яралы һалдаттарҙы хеҙмәтләндереү өсөн күренекле солистар составында махсус квартет булдырылып, ул үҙ бурысын намыҫ менән үтәне.
1941 йылдың аҙаҡтарында Башҡорт дәүләт филар­монияһы ҡарамағында әҙәби-му­зыкаль лекторий ойошторолдо. Концерт-лекцияларҙа сәнғәт белгестәре, ком­позиторҙар, рәссамдар, яҙыусылар, республика театрҙарының артистары ҡат­нашты. Был сараларҙа киң таралған темалар – “Сән­ғәт образдарында патриотизм идея­лары”, “Мәҙәниәткә ҡар­шы фашизм”, “Бөйөк Ватан һуғышы көндәрендә музыка”, “Фашизм та­рафынан тыйыл­ған композитор­ҙар”, “Совет композиторҙары һәм яҙыусы­лар ижадында Ҡыҙыл Ар­мия” һ. б.
СССР Совнаркомының сәнғәт эштәре буйынса комитеты 1943 йылдың 1 Май бай­рамын яугирҙәргә концерт биреү менән ҡаршы алыу тураһында ҡарар сығарҙы. Шуға нигеҙләнеп, филармонияла һигеҙ ижади бригада төҙөлөп, фронтҡа оҙатылды.
Ҡайһы бер бригадалар фронт һыҙығында, ауыр һуғыш шарттарында дүртәр ай буйы эшлә­не. Ғаб­драхман Хәбибуллин етәкселегендәге бригада, мәҫә­лән, армия частарында 112 концерт биреп, уларҙы 50 мең кеше ҡараны. Башҡортостандан барған артистар­ҙың, шағирҙарҙың һәр һүҙе фронттағы һалдаттар өсөн халыҡ наказы булып ишетелде, батырлыҡтарға рух­ландырҙы.
Башҡорт дәүләт филармонияһы фронтовик балалары өсөн дә күп эшләне, төрлө тамашалар йыш ҡына уҡыусыларҙың каникул ваҡытында уҙға­рыла торған булды. Был өлкәлә атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре М. Елгаштина етәксе­легендәге Республика ҡурсаҡ театры айырыуса ҙур эш башҡарҙы.
Башҡорт опера һәм балет театры ла, һуғыш алдынан ғына төҙөлөүенә ҡарамаҫтан, үҙен ҡеүәтле ижади көс итеп танытты. Республиканың атҡаҙанған артис­тары Ғ. Хәби­буллин, X. Ғәлимов, Б. Вәлиева, 3. Илба­ева кеүек талантлы солистар үҫеп сыҡты. Улар үҙ­ҙә­ренең репертуарын һуғыш талаптарынан сығып яңы әҫәрҙәр менән байыҡтырҙы. Театр сәхнәһендә А. Спадавеккиа һәм X. Заимовтың “Аҡбуҙат”, Н. Пей­коның “Ай­һы­лыу”, классиканан “Евгений Онегин”, “Травиата”, “Аршин Мал-Алан”, “Корневиль ҡың­ғырау­ҙары” опералары, Л. Степановтың “Сыңрау торна” балеты ҡу­йылды.
1943 йыл Бөйөк Ватан һуғышында айбарлы һыны­лыш осоро булды. Волга буйҙарын­дағы ҡаты һуғыш­тарҙа немец-фашист илбаҫарҙарын Ҡыҙыл Армия тамам ҡыйратҡан­дан һуң, дошманды изге еребеҙҙән ҡыуып сығарыу башланды. Совет халҡы алдына кисекмәҫтән атҡара торған яңы бурыс килеп баҫты – азат ителгән райондарҙы, халыҡ хужалығын һәм мәҙәниәтте аяҡҡа баҫтырырға, төҙөргә, төҙөкләнде­рергә кәрәк ине. Сәнғәт эштәре комитетының ҡарары нигеҙендә фашист илбаҫарҙарынан азат ител­гән район­дарҙа сәнғәтте аяҡҡа баҫтырыу буйынса ярҙам фонды ойошторолдо. Емерек ҡала һәм ауылдарҙы, тимер юлдарын, завод һәм фабрикаларҙы яңынан тергеҙеү өсөн генә лә күпме көс-ҡеүәт кәрәк ине! Бының өсөн өсләтә артығыраҡ, тырышыбыраҡ эшләү талап ителде. Шуға күрә лә артистар ошо фонд өсөн күп кенә концерт, спектаклдәр ҡуйҙы. 1943 йылдың һуңғы өс айында ғына ла Башҡор­тостан артистары пландан тыш 370-тән ашыу концерт биреп, 120 миллион һум аҡса йый­ҙы һәм ярҙам фондына тапшырҙы (“Ҡыҙыл Башҡортостан”, 1944 йыл, 23 февраль).
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Совет халҡының батырлығын, рух ҡеүәтен тасуирлаған яңы әҫәрҙәр тыуҙырып, башҡорт композиторҙары һәм рәссамдары ла фашист баҫҡынсыларын ҡыйратыу эшенә үҙ өлө­шөн индерҙе. Композиторҙар “Ҡыҙыл Армияға — башҡорт композиторҙарынан”, “Башҡорт кавалерия дивизияһы өсөн оборона йырҙары” исемле 70-тән ашыу йырҙы эсенә алған ике йыйынтыҡ баҫтырып сығарҙы. X. Әх­мәтов, X. Заимов, 3. Исмәғилев, Р. Мортазин һ.б. үҙҙәренең беренсе симфоник һәм камерный концерт өсөн булған әҫәрҙәрен ошо йылдарҙа ижад итте. Башҡорт атлы дивизияһы һалдаттары өсөн но­таһы һәм һүҙҙәре менән бергә башҡорт телендә оборона йырҙарынан листовкалар баҫып сығарылды. Унда X. Заимовтың һәм А. Спадавеккианың “Ҡуҙғал, Урал”, 3. Ис­мәғилевтең “Башҡорт батырҙары”, М. Вәлиевтең “Мәскәүҙе һаҡла”, Чемберджиның “Башҡорт атлыһы” һ. б. йырҙар индерелгәйне. 1942 йылдың йәйендә инде композитор­ҙар лирик һәм шаян әҫәрҙәрҙән 40-тан ашыу йырҙы эсенә алған “Фронтҡа бүләк” исемле йыйынтыҡ әҙерләне.
Халҡыбыҙҙың ғорурлығы булған Башҡорт атлы дивизияһына арнап күп кенә әҫәрҙәр ижад ителде. Мәҫәлән, 3. Исмәғилевтең “Шайморатов генерал”, “Ел, ерәнем”, “Ко­телок”, “Таһир Кусимов”, “Байғужа Сәйет­ғәлин” һәм башҡа йырҙар күңелдәрҙә дәрт, илһам уятты.
Композитор X. Әхмәтов та, 3. Исмәғилев кеүек үк, һу­ғышты Мәскәү дәүләт консер­ваторияһы студенты булып ҡаршылай. Ләкин дошман баш ҡалабыҙ Мәскәү­гә яҡынлаша башлағас, ҡулына ҡорал тотоп, Тыуған илде һаҡларға яуға ҡушыла. Ул Еңеү көнөн тыл­да ҡаршылай, сөнки ҡаты ауырыу арҡа­һында Башҡортостанға кире ҡай­тырға мәжбүр була. Бында ул Композиторҙар союзы рәйесе вази­фаһын башҡа­ра, аһәңле әҫәрҙәр ижад итә, халыҡ йырҙары йыйын­тығын баҫырға әҙерләй.
Композитор Р. Мортазин да һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа китә, ләкин Мәскәү янындағы һуғыштарҙа ҡаты яраланып, Өфөгә ҡайтырға мәжбүр була һәм ар­табан ижади эшен дауам итә. Ул тынлы оркестр өсөн марш­тар, вокаль әҫәрҙәр яҙҙы. Беренсе башлап ижад ителгән башҡорт романстары халыҡ араһында популярлыҡ яуланы: “Яҙ”, “Йырлама минең ҡаршымда”, “Тыуған ил” һ.б. Таһир Кәримов та һуғыш ваҡытында күп кенә патриотик йырҙар, таҡмаҡтар ижад итте. Халыҡ араһында киң таралған “Зимагорҙар”, “Әйҙә, еңгә, бейеп ҡал”, “Урал тө­нө”, “Генерал Белов” йырҙарын билдәләп үтергә мөмкин. Ә ин­де уның яуҙа еңелмәгән, арыҫландай көслө, бөркөттәй етеҙ батыр егеттең образын тыуҙырған “Гөлсирәнең һөй­гәне” халыҡтың яратҡан йырҙарының береһенә әйләнде.
Рәссамдар ижадының да төп темаһы Ҡыҙыл Арми­яның героик көрәше, халыҡ патриотизмы, фронт менән тылдың берҙәмлеге булды. Уларҙың күбеһе һуғыш­тың тәүге көндәренән ҡулына ҡорал алды. Нур-биҙәктәр, төҫ һәм буяуҙар сәнғәте вәкилдәре фронтта ла, тылда ла ижади хеҙмәттәрен дауам итте: плакаттар, листовкалар яҙҙы, фронт гәзиттәре сығарҙы.
Башҡортостан художниктарының өлкән быуыны тылда хәрби-патриотик рухлы әҫәр­ҙәр ижад итте. Әйтәйек, А. Тюлькиндың “Танк десанты”, Ҡ. Дәүләт­кил­деевтың “Фронтҡа оҙатыу”, И. Урядовтың “Развед­каға”, А. Лежневтың “Башҡорт кавалерия диви­зия­һының Воронеж янындағы һуғышы” тигән әҫәрҙәре айырыуса үҙенсәлекле булды.
Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолған һәм хәрби өйрәтеү үткәргән саҡта рәссамдар документаль этюдтар яҙҙы, командирҙарҙың, һалдаттарҙың портреттары өҫтөн­дә эшләне. Художник С. Георгиевская ошо ваҡытта полк командиры Таһир Кусимовтың портретын яҙҙы. Яҡта­шыбыҙ Советтар Союзы Геройы Александр Мат­росовтың батырлығы күп рәссамды тулҡын­лан­дыр­ҙы, һуғыш ваҡытында Өфөлә йәшә­гән Ленин­град рәссамы Б.И. Шац уның портретын яҙҙы, ә скульптор В. Морозова батыр­ҙың бюсын эшләне.
Һуғыш талаптарына ярашлы рәүештә, Баш­ҡорт­остан Рәссамдар со­юзы­ның эш тәртибе лә үҙгәрҙе. Союз идараһы художниктарҙан бригадалар ойошто­рҙо, улар колхоз, совхоздарға, завод, фабрикаларға тарал­ды. Унда стена гәзиттәре сығарҙы, Почет кенәгәләре эшләне, хеҙмәт алдынғыларының портреттарын яҙҙы.
1944 йылдың 7 ғинуарында “Тыуған ил өсөн” тигән девиз аҫтында Совет халҡының фронттағы һәм тыл­дағы көрәшен сағылдырған әҫәрҙәрҙән төҙөлгән күргәҙмә асылды. Унда тыл батырлыҡтарын күрһәткән плакаттар, төрлө һүрәттәр, карикатуралар, скульптор­ҙарҙың эштәре ҡуйылды. Был күргәҙмәлә, мәҫәлән, Ҡ. Дәү­ләткилдеев, И. Урядов, С. Тавасиев, Г. Георгиев, А. Хра­мов, А. Тюлькин, Ә. Усманов ҡатнашты. Шулай уҡ художник Р. Ишбулатовтың эштәре лә дөйөм хуплау тапты. Уның “Катюша”, “Өфө Еңеү көнө иртәһен ҡаршылай”, “Башҡорт дивизияһы рейдта” тигән картиналары халыҡ тарафынан бигерәк йылы ҡаршы алынды. Совет халҡының батырлығы, ғорурлығы, дош­манға ҡаршы берҙәм көрәше, кешеләрҙең һуғыш ваҡы­тындағы тәрән кисерештәре Фәтҡуллиндың “Иптәшем ҡәбере янында”, Андреевтың “Партизандан яуап алыу”, Огородовтың “Госпиталдә концерт”, “Утлы позицияла”, Ғүмәровтың “Неманды аша кисеү”, “Азат Маньчжурияла” һүрәттәрендә асыҡ һүрәтләнде.
Художник И. Урядов 1937 йылда башлаған “Ҡыҙыл Яр ауылы янында Чапаев ди­визияһының Ағиҙелде кисеп сығыуы” исемле картинаһын тамамланы. Ул күп кенә күргәҙмәләрҙә ҡуйылып, бөтә ерҙә лә үҙенә ха­лыҡтың иғтибарын йәлеп итте.
Художник М. Арыҫланов “Салауат Юлаев” картина­һын тамамланы. А. Леж­нев “Ленин Өфөлә” полотноһын эшләп бөтөрҙө. Скульптор С. Тавасиев башҡорт хал­ҡының ғорурлығы булған һәм әле һылыу Ағиҙелдең текә ярында баҫып торған Салауат Юлаев һәйкәленең проектын эшләп бөтөрөп, уны Мәскәүгә оҙатты. Скульптор Якимов башҡорт халҡының тормошон сағылдырған темаларға статуэткалар ижад итте. Скульптор Т. Не­чаеваның да ижади һәләте үҫте.
Башҡортостан Хөкүмәте художник һәм скульптор­ҙарҙың ижадын юғары баһаланы. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Указы менән А. Тюлькинға, А. Лежневҡа, И. Урядовҡа “Башҡорт АССР-ының атҡа­ҙанған сәнғәт эшмәкәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. И. Урядов Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланды.
Бөйөк Ватан һуғышы ер йөҙөндәге беренсе социалистик дәүләттең көсөнә һәм ҡаҡшамаҫлығына һынау булды. Фашист илбаҫарҙарына ҡаршы был һуғыш Совет халҡының ҡеүәтле рухын, Тыуған илгә икһеҙ-сикһеҙ бирелгәнлеген асыҡ күрһәтте. Илебеҙҙең мәҙә­ниәт хеҙмәткәрҙәре һуғыш осоронда Ҡыҙыл Армия һалдаттарын, тылда хеҙмәтсәндәрҙе юғары әхлаҡ рухында, патриотизм тойғоһонда тәрбиәләне.
Башҡорт совет сәнғәте һуғыштың тәүге көндәренән үк азатлыҡ өсөн көрәштә ҡе­үәтле рухи ҡорал булды, һуғыш уның оло тәрбиәүи йоғонтоһон, өлгөрә барыуын, потенциаль көсөн күрһәтте. Тыуған илдең азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәштә ҡатнашып, яңы үҫештәргә иреште, байыҡты. Был йылдарҙа юғары идея-художестволы әҫәрҙәр барлыҡҡа килде, байтаҡ йәш таланттар үҫеп сыҡты.
Фашизмға ҡаршы көрәштә кешелекле социалистик идеология еңеүсе булды. Был ҡа­ҙанышта башҡорт сән­ғәтенең дә өлөшө бар. Үҙ халҡы менән берҙәм булыу башҡорт яҙыусыларына, артистарына, компози­торҙа­рына, рәссамдарына ижади хеҙмәттә Со­вет халҡының тиңһеҙ ҡаһарманлығын, уның бөйөк рухи көсөн асып бирергә ярҙам итте.
Заман менән тығыҙ бәйләнеш сәнғәттең тарихтағы данлы урынын билдәләне. Ижади хеҙмәттә патриотик тема төп урынды алды. “Халыҡтың рухи көсө нығыраҡ һәм көслөрәк булған яҡ һәр саҡта ла еңеп сыға, – тип яҙҙы А. Толстой, – сөнки халыҡтың әхлаҡ категориялары был һуғышта оло әһәмиәт ҡаҙанды. Бына шуға күрә лә беҙҙең көндәрҙә халыҡтың рухи ҡәлғәһен һалыусылар тураһында һөйләү урынлы”.

Клара ӘСФӘНДИӘРОВА,
тарих фәндәре кандидаты.



Вернуться назад