Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауылдар төҙөк, һәр ихатала – машина
Ауылдар төҙөк, һәр ихатала – машина Республика урындағы үҙидара орган­дарының заман һәм йәмәғәт алдында яуаплылығын үҫтереүгә етди иғти­бар йүнәлтә, йәғни уларға эшләү өсөн уңайлы ойоштороу-хоҡуҡи, финанс-иҡтисади шарттар тыуҙырыла. Был, үҙ сиратында, үҙидара органдарына вәкәләттәренән һөҙөмтәле файҙала­ныу мөмкинлеген бирә. Башҡортос­тандағы иң ҙур ауыл Советы билә­мә­лә­ренең береһе булған Дүртөй­лө районының Тәкәрлек ауыл хакимиәте башлығы Шамил ХӘСӘНОВ менән әңгәмә нәҡ шул хаҡта һөйләшеүҙән башланды.

Биләмәгә ҡараған туғыҙ ауылда барлығы 1913 хужалыҡ иҫәпләнеп, 4988 кеше йәшәй. Ауылдарҙың барыһы ла Дүртөйлө ҡалаһы тирә­һендә тупланған, йәғни халыҡ һәр йә­һәттән цивилизациялы тормошҡа яҡын тора. 60-ҡа яҡын сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ предпри­ятиеһы һәм ойошмаһы эшмәкәр­лек алып бара. Шулай уҡ социаль-мәҙәни объекттар селтәре ныҡлы үҫеш алған. Был миҫалдар төбәктәге халыҡтың нисек көн итеүен һәм тормош ҡеүәтен асыҡ күрһәтә.
Әйтергә кәрәк, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүҙә ауыл Советы эшмәкәрлегенең әһәмиә­те ҙур. Бер генә проблема ла урындағы үҙидара ҡатнашлығынан башҡа хәл ителмәй. Ә инде, тормош күп яҡлы булған кеүек, мәсьәләләр ҙә күп төрлө. Мәҫәлән, шәхси торлаҡ төҙөлөшөн алайыҡ. Ул ауылдарҙың үҫеш планына ярашлы алып барыла. Ошо маҡсатта Тәкәрлек ауыл Советы биләмә­һен­дәге һәр ауылдың генераль планы төҙөлгән. Шуға ярашлы ер участкалары бүленә, электр, газ, һыу селтәрҙәре киңәйтелә, яңы коммуникацияларҙың проекттары эшлә­неп, ғәмәлгә ашырыла. Әйтәйек, Бейектау ауылында бер йылда ғына 160 ғаиләгә йорт һалыу өсөн ер участкаһы бүленгән, Иванай­ҙа – 100-ҙән күберәк, Иҫке Солтанбәктә – 90-ға яҡын, Көшөлдә 60-тан ашыу ғаилә нигеҙ ҡорорға тотонған. Был мөмкинлектән, иң беренсе сиратта, йәш һәм күп балалы ғаиләләр, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар, бюджет хеҙмәткәрҙәре файҙалана.
Яңы биҫтәләрҙә халыҡҡа йәшәү өсөн уңай­лы шарттар тыуҙырыла: электр, газ, һыу үткәрелә, юлдар төҙөлә. Бының өсөн урын­дағы хакимиәт бөтә мөмкинлекте файҙалана. Әйтәйек, Иванай ауылында яңы һыу үткәргес файҙаланыуға тапшырылған, Бейектауҙың яңы урамдарына электр линияһы һуҙғандар. Иванай, Иҫке Солтанбәк, Бейектау ауылы урамдарын төҙөкләндереү хәстәрлеге күрел­гән. Шулай уҡ юлдар рәтләнә, социаль-мәҙәни объекттар яңыртыла. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла финансҡа бәйле. Һуңғы йылдарҙа муниципалитеттарҙы республика кимәлендә маҡсатлы финанслау күп мәсьәләләрҙе хәл иткән. Әммә Тәкәрлек ауыл Советында юғары­нан килгән аҡсаға ғына күҙ терәп тормайҙар.
– Беҙ бер үк ваҡытта баҙар иҡтисадына яраҡлашып, үҙ мөмкинлектәребеҙҙе лә эшкә ҡушыу бурысын ҡуйҙыҡ. Әйтәйек, халыҡҡа ер бирәбеҙ икән, уның өсөн түләнгән һалым урындағы бюджетты тулыландыра. Ҡоласлы бар­ған төҙөлөш был төр хеҙмәттәргә һәм мате­риалдарға ихтыяж тыуҙыра. Һөҙөмтәлә әлеге өлкәлә эшҡыуарлыҡҡа яңы мөмкинлек­тәр асыла, өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа килә. Ә бәләкәй эшҡыуарлыҡ шулай уҡ урындағы ҡаҙнаны байыта. Ғөмүмән, йүнселлекте үҫте­реүгә бар яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ, – тип һөйләй Шамил Хәсәнов.
Әйткәндәй, бөгөн ауылдарҙа транспорт, коммуналь-көнкүреш хеҙмәттәре күрһәткән эшҡыуарҙар ҙа бар. Эшсән булғанға, халыҡ был төбәктә матур йәшәй. Ауылдар төҙөк, һәр ихатала бер, хатта икешәр еңел машина булыуы – ғәҙәти күренеш.
Ҡыҫҡаһы, урындағы хакимиәт халыҡтың йәшәйешен, уның рухи ҡиммәттәрен үҫтереү өсөн ҙур яуаплылыҡ тоя. Бөтә ауылдарҙа ла мәсеттәр эшләй. Уларҙың халыҡҡа тәрбиәүи йоғонтоһо ҙур. Ә инде мәҙәниәт йорттары рухи үҙәк булып тора. Хакимиәт уларҙы төҙөклән­дереүгә сығымды ҡыҙғанмай. Мәҫәлән, Ива­найҙағы мәҙәниәт йорто реконструкция­лан­ған. Унда модулле китапхана, төрлө түңәрәктәр, “Изге ай” халыҡ ансамбле эшләй. Бында төрлө кисәләр, фестивалдәр, КВН-дар, ғаилә байрамдары гөрләп үтә. Бейектауҙағы социаль-мәҙәни үҙәк тә үҙенең тәғәйенләнешен аҡлай. Был көндәрҙә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек бара. Һуғышта һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдәрҙе яңырта­лар. Венеция ауылында Еңеү паркына нигеҙ һалып, яу ҡырында башын һалған ҡаһарман ауылдаштары хөрмәтенә мемориаль таҡта­таш ҡуйғандар.
Үҙидараның көсө – халыҡ менән кәңәшлә­шеп бергә эшләүҙә. Шамил Әсғәт улы нәҡ шул юлды һайлаған. Ул үҙе лә ауыл тормошоноң бар нескәлектәрен белә. Ауыл хужалығы техникумын тамамлап, Дүртөйлө районына йү­нәлт­мә буйынса эшкә килә. Хеҙмәт юлын Социалистик Хеҙмәт Геройы Рифҡәт Еникеев етәкләгән данлыҡлы Карл Маркс исемендәге колхозда зоотехник булып башлай. Һалдат сынығыуын үткән булдыҡлы йәш белгесте бер аҙҙан хужалыҡта төҙөлөп килгән ҡеүәтле мал һимертеү комплексына етәксе итеп тәғәйен­ләйҙәр. Колхоз рәйесенең тәьми­нәт буйынса урынбаҫары булып та эшләй.
– Мин Еникеевтың хеҙмәт мәктәбен үттем, – тип ғорурлыҡ менән иҫкә ала Шамил Әсғәт улы йәшлек йылдарын. – Ул, талантлы етәксе, үҙенә һәм башҡаларға үтә талапсан ине. Кадрҙарҙы таный һәм үҫтерә белде. Беҙҙе, йәштәрҙе, эш өсөн янып йәшәргә өйрәтте.
Йәштән үҙләштергән юғары ойоштороу һә­лә­те, талапсанлығы, кешеләр менән эшләй белеүе, бай тормош тәжрибәһе ярҙам итә Шамил Хәсәновҡа әлеге яуаплы вазифала. Уның һәр башланғысы район етәкселегендә аңлау һәм яҡлау таба. Тырышлығы республика күләмендә лә юғары баһаланды. Былтыр Шамил Әсғәт улы намыҫлы хеҙмәте һәм урындағы үҙидараны үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Шундай уҡ уңыштары өсөн “Муниципаль берәмектәр Советы” ассоциацияһының, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһына ла­йыҡ булды. Тәкәрлек ауыл Советының һөҙөм­тәле эшмәкәрлеге шулай уҡ республика етәксеһенең абруйлы бүләген алды. Уларға “Беларусь” тракторы бирелде. Был ауыл халҡы ихтыяжы өсөн бик тә кәрәкле һәм ҡәҙерле техника булды. Иң мөһи­ме – халыҡ ауыл Советы эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт, һәр саҡ уның хәстәрлеген тойоп йәшәй.
Ошо хаҡта һүҙ сыҡҡас, Шамил Әсғәт улы:
– Беҙ эшебеҙҙе һан өсөн дә, дан өсөн дә түгел, ә халыҡ һәм хаҡлыҡ өсөн эшләйбеҙ, –­ тип йомғаҡланы фекерен.








Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 698

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 772

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 480

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 103

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 799

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 046

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 178

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 827

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 873