Республика урындағы үҙидара органдарының заман һәм йәмәғәт алдында яуаплылығын үҫтереүгә етди иғтибар йүнәлтә, йәғни уларға эшләү өсөн уңайлы ойоштороу-хоҡуҡи, финанс-иҡтисади шарттар тыуҙырыла. Был, үҙ сиратында, үҙидара органдарына вәкәләттәренән һөҙөмтәле файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Башҡортостандағы иң ҙур ауыл Советы биләмәләренең береһе булған Дүртөйлө районының Тәкәрлек ауыл хакимиәте башлығы Шамил ХӘСӘНОВ менән әңгәмә нәҡ шул хаҡта һөйләшеүҙән башланды.Биләмәгә ҡараған туғыҙ ауылда барлығы 1913 хужалыҡ иҫәпләнеп, 4988 кеше йәшәй. Ауылдарҙың барыһы ла Дүртөйлө ҡалаһы тирәһендә тупланған, йәғни халыҡ һәр йәһәттән цивилизациялы тормошҡа яҡын тора. 60-ҡа яҡын сәнәғәт, эшҡыуарлыҡ предприятиеһы һәм ойошмаһы эшмәкәрлек алып бара. Шулай уҡ социаль-мәҙәни объекттар селтәре ныҡлы үҫеш алған. Был миҫалдар төбәктәге халыҡтың нисек көн итеүен һәм тормош ҡеүәтен асыҡ күрһәтә.
Әйтергә кәрәк, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреүҙә ауыл Советы эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Бер генә проблема ла урындағы үҙидара ҡатнашлығынан башҡа хәл ителмәй. Ә инде, тормош күп яҡлы булған кеүек, мәсьәләләр ҙә күп төрлө. Мәҫәлән, шәхси торлаҡ төҙөлөшөн алайыҡ. Ул ауылдарҙың үҫеш планына ярашлы алып барыла. Ошо маҡсатта Тәкәрлек ауыл Советы биләмәһендәге һәр ауылдың генераль планы төҙөлгән. Шуға ярашлы ер участкалары бүленә, электр, газ, һыу селтәрҙәре киңәйтелә, яңы коммуникацияларҙың проекттары эшләнеп, ғәмәлгә ашырыла. Әйтәйек, Бейектау ауылында бер йылда ғына 160 ғаиләгә йорт һалыу өсөн ер участкаһы бүленгән, Иванайҙа – 100-ҙән күберәк, Иҫке Солтанбәктә – 90-ға яҡын, Көшөлдә 60-тан ашыу ғаилә нигеҙ ҡорорға тотонған. Был мөмкинлектән, иң беренсе сиратта, йәш һәм күп балалы ғаиләләр, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар, бюджет хеҙмәткәрҙәре файҙалана.
Яңы биҫтәләрҙә халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла: электр, газ, һыу үткәрелә, юлдар төҙөлә. Бының өсөн урындағы хакимиәт бөтә мөмкинлекте файҙалана. Әйтәйек, Иванай ауылында яңы һыу үткәргес файҙаланыуға тапшырылған, Бейектауҙың яңы урамдарына электр линияһы һуҙғандар. Иванай, Иҫке Солтанбәк, Бейектау ауылы урамдарын төҙөкләндереү хәстәрлеге күрелгән. Шулай уҡ юлдар рәтләнә, социаль-мәҙәни объекттар яңыртыла. Әлбиттә, быларҙың барыһы ла финансҡа бәйле. Һуңғы йылдарҙа муниципалитеттарҙы республика кимәлендә маҡсатлы финанслау күп мәсьәләләрҙе хәл иткән. Әммә Тәкәрлек ауыл Советында юғарынан килгән аҡсаға ғына күҙ терәп тормайҙар.
– Беҙ бер үк ваҡытта баҙар иҡтисадына яраҡлашып, үҙ мөмкинлектәребеҙҙе лә эшкә ҡушыу бурысын ҡуйҙыҡ. Әйтәйек, халыҡҡа ер бирәбеҙ икән, уның өсөн түләнгән һалым урындағы бюджетты тулыландыра. Ҡоласлы барған төҙөлөш был төр хеҙмәттәргә һәм материалдарға ихтыяж тыуҙыра. Һөҙөмтәлә әлеге өлкәлә эшҡыуарлыҡҡа яңы мөмкинлектәр асыла, өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа килә. Ә бәләкәй эшҡыуарлыҡ шулай уҡ урындағы ҡаҙнаны байыта. Ғөмүмән, йүнселлекте үҫтереүгә бар яҡлап ярҙам итергә тырышабыҙ, – тип һөйләй Шамил Хәсәнов.
Әйткәндәй, бөгөн ауылдарҙа транспорт, коммуналь-көнкүреш хеҙмәттәре күрһәткән эшҡыуарҙар ҙа бар. Эшсән булғанға, халыҡ был төбәктә матур йәшәй. Ауылдар төҙөк, һәр ихатала бер, хатта икешәр еңел машина булыуы – ғәҙәти күренеш.
Ҡыҫҡаһы, урындағы хакимиәт халыҡтың йәшәйешен, уның рухи ҡиммәттәрен үҫтереү өсөн ҙур яуаплылыҡ тоя. Бөтә ауылдарҙа ла мәсеттәр эшләй. Уларҙың халыҡҡа тәрбиәүи йоғонтоһо ҙур. Ә инде мәҙәниәт йорттары рухи үҙәк булып тора. Хакимиәт уларҙы төҙөкләндереүгә сығымды ҡыҙғанмай. Мәҫәлән, Иванайҙағы мәҙәниәт йорто реконструкцияланған. Унда модулле китапхана, төрлө түңәрәктәр, “Изге ай” халыҡ ансамбле эшләй. Бында төрлө кисәләр, фестивалдәр, КВН-дар, ғаилә байрамдары гөрләп үтә. Бейектауҙағы социаль-мәҙәни үҙәк тә үҙенең тәғәйенләнешен аҡлай. Был көндәрҙә Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек бара. Һуғышта һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдәрҙе яңырталар. Венеция ауылында Еңеү паркына нигеҙ һалып, яу ҡырында башын һалған ҡаһарман ауылдаштары хөрмәтенә мемориаль таҡтаташ ҡуйғандар.
Үҙидараның көсө – халыҡ менән кәңәшләшеп бергә эшләүҙә. Шамил Әсғәт улы нәҡ шул юлды һайлаған. Ул үҙе лә ауыл тормошоноң бар нескәлектәрен белә. Ауыл хужалығы техникумын тамамлап, Дүртөйлө районына йүнәлтмә буйынса эшкә килә. Хеҙмәт юлын Социалистик Хеҙмәт Геройы Рифҡәт Еникеев етәкләгән данлыҡлы Карл Маркс исемендәге колхозда зоотехник булып башлай. Һалдат сынығыуын үткән булдыҡлы йәш белгесте бер аҙҙан хужалыҡта төҙөлөп килгән ҡеүәтле мал һимертеү комплексына етәксе итеп тәғәйенләйҙәр. Колхоз рәйесенең тәьминәт буйынса урынбаҫары булып та эшләй.
– Мин Еникеевтың хеҙмәт мәктәбен үттем, – тип ғорурлыҡ менән иҫкә ала Шамил Әсғәт улы йәшлек йылдарын. – Ул, талантлы етәксе, үҙенә һәм башҡаларға үтә талапсан ине. Кадрҙарҙы таный һәм үҫтерә белде. Беҙҙе, йәштәрҙе, эш өсөн янып йәшәргә өйрәтте.
Йәштән үҙләштергән юғары ойоштороу һәләте, талапсанлығы, кешеләр менән эшләй белеүе, бай тормош тәжрибәһе ярҙам итә Шамил Хәсәновҡа әлеге яуаплы вазифала. Уның һәр башланғысы район етәкселегендә аңлау һәм яҡлау таба. Тырышлығы республика күләмендә лә юғары баһаланды. Былтыр Шамил Әсғәт улы намыҫлы хеҙмәте һәм урындағы үҙидараны үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Шундай уҡ уңыштары өсөн “Муниципаль берәмектәр Советы” ассоциацияһының, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Почет грамотаһына лайыҡ булды. Тәкәрлек ауыл Советының һөҙөмтәле эшмәкәрлеге шулай уҡ республика етәксеһенең абруйлы бүләген алды. Уларға “Беларусь” тракторы бирелде. Был ауыл халҡы ихтыяжы өсөн бик тә кәрәкле һәм ҡәҙерле техника булды. Иң мөһиме – халыҡ ауыл Советы эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт, һәр саҡ уның хәстәрлеген тойоп йәшәй.
Ошо хаҡта һүҙ сыҡҡас, Шамил Әсғәт улы:
– Беҙ эшебеҙҙе һан өсөн дә, дан өсөн дә түгел, ә халыҡ һәм хаҡлыҡ өсөн эшләйбеҙ, – тип йомғаҡланы фекерен.