Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Гоголь генә ғәйепле
Һәр төбәктә үҙенә генә хас лаҡап була. Был йәһәттән белореттарға етеүсе юҡтыр. Ысын! Берәйһенең ниәт иткән эше беш­мәһә:
– Гоголь генә ғәйепле! – тип бөтә бәләне әллә ҡасан баҡыйлыҡҡа күскән яҙыусыға япһара ла ҡуя, имеш. Икенсе­ләре иһә бер-береһен күреп ҡалыу менән иҫәнлек-һаулыҡ һорашырға ла онотоп:
– Дауаханала ни эшләйҙәр? – тип һорай икән.
Бәғзеләре күҙен упайтып, әллә шыла башланымы тигәндәй ҡарап:
– Кәничне, ауырыуҙарҙы дауалайҙар, – ти. Ә ундағы ғәжәп хәлдәр тураһында күптән ишеткән сос ҡолаҡтар йылмайып ҡына ҡуйыр.
Юлым бейек тауҙар, һомғол ҡарағайҙар ҡосағындағы Белорет ҡалаһына төшкәс, миңә лә шундай һорау бирҙеләр.
– Әлбиттә, һаулыҡ бүләк итәләр! – тигәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
– Өлгөрбай ағай, дөрөҫөн генә белгең килһә, хәҙер үк дауаханаға бар! Шунда бөтәһен дә аңларһың, – тинеләр. Аяҡта­рым үҙенән-үҙе район үҙәк клиник дауаха­наһына атланы.
…Мәктәптә һәр кемдең үҙ иткән фәне була. Берәүҙәр әҙәбиәтте, икенселәр математиканы ярата. Ә бына дауахананың бухгалтерҙары Ольга Антипина, Наталья Гудым, Марина Власова иҫәп-хисап фәнен дә, әҙәбиәтте лә бик яҡшы үҙләштергән, күрәһең. Айырыуса Гоголдең “Үле йәндәр” тигән әҫәрен яратып уҡығандар, имеш. Көндәрҙең береһендә араларынан иң өлкәне Наталья Гудым Гоголдең ошо әҫә­рен иҫенә төшөрә. Вәт, башлы булғандар! Үле йәндәр иҫәбенә рәхәтләнеп байыған­дар. Туҡта, беҙ ҙә улар һымаҡ ҡына булдыра алмайбыҙмы ни! Нимә генә тимә, яңы заман кешеләре бит әле. Унан әхирәттәрен саҡырып, уларға үҙенең фекерен еткерә.
– Әйҙә, туғандарыбыҙҙы эшкә алған булып документ тултырабыҙ ҙа аҡсаһын үҙебеҙҙең кеҫәгә тығабыҙ.
– Ҡайһылай һәйбәт идея!
– Шулай шул!
– Дөрөҫ! Ана, “Үле йәндәр”ҙә лә шулай иткәндәр бит!
Баш эшләгәс ни, дауаханала кәсеп көйлө башлана. Өс кешене “эшкә алалар”, уларға махсус банк картаһы асыла, һәм барлыҡ аҡса шунда күсә бара. Бухгалтер апайҙар “ҡаты хеҙмәт иткән” өсөн премия яҙырға ла онотмай. Әммә сир тигән нәмә, ваҡытында дауалау сараһын күрмәһәң, аҙып китә шул. Сос ханымдарҙың яман диагнозы тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең ҡолағына төшә. Уларҙың 2013 йылдың майынан сентябргә ҡәҙәр “ауырыуы” хаҡы 16 миллион һумға барып баҫа. Тикшереү башланғас, берәүһе хатта бер миллион ярым һумын баҡсаһына күмеп ҡуя. Әхирәттәр бөтәһе 3 миллион 300 мең һум аҡсаны дауаханаға кире ҡайтара.
Суд Антипинаны – биш, Гудымды дүрт йылға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү ко­ло­нияһында “дауаларға”, ә Власованы һынау срогы менән ике йылға шартлы хөкөм итергә тигән ҡарар сығарҙы. Эштең былай ҙурға китәсәген башына ла килтермәгән ханымдар хәҙер сәстәрен йолҡа-йолҡа бөйөк әҙипте ҡәһәрләй, имеш.
– Гоголь генә ғәйепле. Уның “Үле йәндәр”ен уҡымаһаҡ, бындай хилаф уй башҡа ла инеп сыҡмаҫ ине! Беҙҙе түгел, уны хөкөм итергә кәрәк, – тип зыҡ ҡубалар, ти.





Автор: Өлгөрбай ТИКТОРМАҪОВ. Район: Белорет ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә