Гоголь генә ғәйепле30.01.2015
Һәр төбәктә үҙенә генә хас лаҡап була. Был йәһәттән белореттарға етеүсе юҡтыр. Ысын! Берәйһенең ниәт иткән эше бешмәһә:
– Гоголь генә ғәйепле! – тип бөтә бәләне әллә ҡасан баҡыйлыҡҡа күскән яҙыусыға япһара ла ҡуя, имеш. Икенселәре иһә бер-береһен күреп ҡалыу менән иҫәнлек-һаулыҡ һорашырға ла онотоп:
– Дауаханала ни эшләйҙәр? – тип һорай икән.
Бәғзеләре күҙен упайтып, әллә шыла башланымы тигәндәй ҡарап:
– Кәничне, ауырыуҙарҙы дауалайҙар, – ти. Ә ундағы ғәжәп хәлдәр тураһында күптән ишеткән сос ҡолаҡтар йылмайып ҡына ҡуйыр.
Юлым бейек тауҙар, һомғол ҡарағайҙар ҡосағындағы Белорет ҡалаһына төшкәс, миңә лә шундай һорау бирҙеләр.
– Әлбиттә, һаулыҡ бүләк итәләр! – тигәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым.
– Өлгөрбай ағай, дөрөҫөн генә белгең килһә, хәҙер үк дауаханаға бар! Шунда бөтәһен дә аңларһың, – тинеләр. Аяҡтарым үҙенән-үҙе район үҙәк клиник дауаханаһына атланы.
…Мәктәптә һәр кемдең үҙ иткән фәне була. Берәүҙәр әҙәбиәтте, икенселәр математиканы ярата. Ә бына дауахананың бухгалтерҙары Ольга Антипина, Наталья Гудым, Марина Власова иҫәп-хисап фәнен дә, әҙәбиәтте лә бик яҡшы үҙләштергән, күрәһең. Айырыуса Гоголдең “Үле йәндәр” тигән әҫәрен яратып уҡығандар, имеш. Көндәрҙең береһендә араларынан иң өлкәне Наталья Гудым Гоголдең ошо әҫәрен иҫенә төшөрә. Вәт, башлы булғандар! Үле йәндәр иҫәбенә рәхәтләнеп байығандар. Туҡта, беҙ ҙә улар һымаҡ ҡына булдыра алмайбыҙмы ни! Нимә генә тимә, яңы заман кешеләре бит әле. Унан әхирәттәрен саҡырып, уларға үҙенең фекерен еткерә.
– Әйҙә, туғандарыбыҙҙы эшкә алған булып документ тултырабыҙ ҙа аҡсаһын үҙебеҙҙең кеҫәгә тығабыҙ.
– Ҡайһылай һәйбәт идея!
– Шулай шул!
– Дөрөҫ! Ана, “Үле йәндәр”ҙә лә шулай иткәндәр бит!
Баш эшләгәс ни, дауаханала кәсеп көйлө башлана. Өс кешене “эшкә алалар”, уларға махсус банк картаһы асыла, һәм барлыҡ аҡса шунда күсә бара. Бухгалтер апайҙар “ҡаты хеҙмәт иткән” өсөн премия яҙырға ла онотмай. Әммә сир тигән нәмә, ваҡытында дауалау сараһын күрмәһәң, аҙып китә шул. Сос ханымдарҙың яман диагнозы тәртип һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең ҡолағына төшә. Уларҙың 2013 йылдың майынан сентябргә ҡәҙәр “ауырыуы” хаҡы 16 миллион һумға барып баҫа. Тикшереү башланғас, берәүһе хатта бер миллион ярым һумын баҡсаһына күмеп ҡуя. Әхирәттәр бөтәһе 3 миллион 300 мең һум аҡсаны дауаханаға кире ҡайтара.
Суд Антипинаны – биш, Гудымды дүрт йылға ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында “дауаларға”, ә Власованы һынау срогы менән ике йылға шартлы хөкөм итергә тигән ҡарар сығарҙы. Эштең былай ҙурға китәсәген башына ла килтермәгән ханымдар хәҙер сәстәрен йолҡа-йолҡа бөйөк әҙипте ҡәһәрләй, имеш.
– Гоголь генә ғәйепле. Уның “Үле йәндәр”ен уҡымаһаҡ, бындай хилаф уй башҡа ла инеп сыҡмаҫ ине! Беҙҙе түгел, уны хөкөм итергә кәрәк, – тип зыҡ ҡубалар, ти.