Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Гөбөргәйел ниңә йүгермәй?
(Илдар Ғәбитов, “Сит байҙар күп, ә милли буржуазия ҡайҙа?” 2014 йыл, 5 декабрь)
Әңгәмәлә киң билдәле күренештәр — социаль ғәҙелһеҙлек, эшһеҙлек, әрәмтамаҡлыҡ, түбән хеҙмәт хаҡы, әхлаҡи ҡиммәттәрҙең юҡҡа сығыуына килтергән хәлдәр — тирәләй һүҙ барыуға ҡарамаҫтан, уның “Сит байҙар күп, ә милли буржуазия ҡайҙа?” тип аталыуы фекер йөрөтөргә һәләтле кешене битараф ҡалдырмай.

Үҙебеҙҙең байҙар ҡайҙа?

Һүҙҙе “байҙар” һәм “милли буржуазия” төшөнсәләрен айырып ҡарауҙан башлайыҡ. Тәүгеһе 1917 йылғы октябрь инҡилабына саҡлы башҡорттарға ҡарата ла ҡул­ла­нылған, әммә “милли буржуазия” – юҡ. Сөнки һуң­ғы­һы – төрлө объектив һәм субъектив сәбәптәр арҡа­һында башҡорттар араһында киң таралырға өлгөрмәгән капиталистик мөнәсәбәттәр эҙемтәһе. Ул иң элек ялланған хеҙмәттән файҙаланыусы күп капиталлы, коммунистар теле менән әйткәндә, иҙеүсе социаль төр­көмдө аңлатҡан. 1918 йылда ойошторолған Башҡорт хөкүмәтенең 1-се фарманындағы “беҙ аҡ та, ҡыҙыл да түгел, беҙ – башҡорттар” тигән фекер был мәсьәләгә ныҡлы асыҡлыҡ индерә.
Ғөмүмән, капитализмдың йылдам үҫеше һөҙөмтә­һендә сәйәси аренаға сыҡҡан социаль ҡатлам булараҡ, буржуазия граждандар азатлығы, парламентаризм, граж­дандар йәмғиәте институттары нигеҙендә йәмғиәттә үҙ йоғонтоһон урынлаштыра һәм нығыта. Миллилеге империя шарттарында ныҡлы ҡыҫылған башҡорттар ара­һында ул үҫешә алмай, тап ошо сәбәптәр нигеҙендә бындай процесс әле лә күҙәтелмәй. Ғөмүмән, хәҙерге Рәсәйҙә лә классик мәғәнәһендә милли буржуазия юҡ, ундай ҡатлам барлыҡҡа килһен өсөн сирек быуат бик аҙ. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы боларыштар мөхитендә яралған миллиардерҙар – законһыҙ хасил булған күренеш, уларҙа миллилек түгел, башлыса шәхси мәнфәғәт өҫтөнлөк итә. Әгәр уларға һалым йөкләмәләре Европалағы кеүек күтәрелһә, Ватаныбыҙҙа хәйерселек был дәрәжәгә етмәҫ тә ине.
“Лента.ру” сайтында “Кому на Руси жить хорошо?” тигән баш менән Рәсәйҙең иң бай кешеләренең исем­дәрен атамай ғына этник составы күрһәтелгәйне. Улар араһында, берәмләп булһа ла, ғәрәп, белорус, авар, грек, грузин, ҡаҙаҡ, ҡурд бар, әммә башҡорт күренмәй. Әлбиттә, байҙарҙың иң күбеһе – урыҫтар – 89 кеше, йәһүдтәр – 42, украиндар – 24, татарҙар – 8, әрмәндәр – 7. Хатта Рәсәй гражданы булып иҫәпләнгән тау йә­һүдтәре 762 кеше генә булып, алтауһы миллиардер! Исемлеккә ингән ике үзбәктең береһенең капиталы – 24,7 миллиард доллар, икенсеһенеке — 18,6 миллиард. Бындай астрономик байлыҡҡа эйә булған башҡа этнос вәкилдәре теркәлмәгән. Хәйер... 1989 йылда Бохарала миңә урындағы үзбәктәрҙән ҡайһы бер КПСС түрә­лә­ренең миллион һумдарға эйә булыуы хаҡында ише­тер­гә тура килгәйне. Эйе, май сүлмәге тышынан бил­дәле: үзбәктәр борон-борондан сауҙа итеп, байлыҡҡа мөкиб­бән бирелеүҙәре менән билдәле.
Ҡыпсаҡтар, шул иҫәптән башҡорттар ҙа, тимер эшен борондан уҡ белгән, әммә уны шәхси милкенә әйлән­дереп, байығыу өсөн файҙаланырға ынтылмаған. Был тарафтарҙа ата-бабаларыбыҙ үҙҙәре генә көн иткәндә, әлеге тәртип ғәҙел һаналып, аҙаҡ мәғдәнде урыҫ сәнә­ғәтселәре үҙләштерә башлағас, ғәҙелһеҙлек күренеше булып китә. Урал тауҙары мәғдәне капиталис­тик сәйә­сәт, баҫып алыу һуғыштары өсөн уңайлы сығанаҡ булып хеҙмәт итә, һөҙөмтәлә башҡорт ерҙәренә сит ҡәүемдәр ағымы көсәйә. Эйе, буржуазия яулап алыу һуғыштары нигеҙендә лә байлығын нығытҡан. Был – айырыуса батша Рәсәйе буржуазияһына хас күренеш, сөнки урыҫ буржуазияһы элекке Алтын Урҙа феодалдарынан, артабан урыҫлашҡан Европа кешеләренән башланып, “ерҙәр йыйыу” сәйәсәте нигеҙендә байлығын арттырған. Нигеҙҙә, малсылыҡ менән иркен көн иткән, әхлаҡи яҡтан саф башҡорттар өсөн быларҙың хәжәте булмаған.

Урта синыфҡа мохтажлыҡ бар

Үрҙә аталғандар — проблеманың тарихи яғы. Уның социаль-сәйәси сағылышы ла бар. Тарихтан мәғлүм булыуынса, төркиҙәр – парламент халыҡ, улар барлыҡ донъяуи мәсьәләләрҙе лә йыйындарҙа хәл ҡылған. “Кәңәшле ил тарҡалмаҫ”, “кәңәшле эш береккән” кеүек әйтемдәр шул замандарҙан ҡалған. Ләкин парламен­таризмдың ни икәнен дә белмәгән урыҫ дәүләтенә ҡушылғас, башҡорттар үҙен мәртәбәле ҡәүем иткән, берләштереп торған сифаттарҙан аҡрынлап арындырыла. Быға айырыуса һуғыштарҙа ҡатнашыу ҙур булышлыҡ итә, яуҙа йөрөп ҡайтҡандар халҡыбыҙға ят ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҙләштереп тарата. Икенсе донъя һуғышы эҙемтәләре был йәһәттән айырыуса көслө була, унда эсергә һәм тартырға өйрәнеп ҡайтҡан һалдаттар был насар ғәҙәттәрҙең киң таралыуына булышлыҡ итә.
Ни өсөн башҡорттар араһында байҙарҙың, айырыуса милли буржуазияның юҡлығы – өйрәнеү өсөн айырым тема. Үкенескә ҡаршы, гәзит битендә фекер алышыусылар был турала бер ҙә уйланмаған. Ә атап сығылған кире күренеш­тәрҙең уҙған быуаттың 90-сы йылдарында башланған социаль ҡоролош алмашыныу һөҙөмтәһе икәнлеге күптән мәғлүм. Насармы-яҡшымы, әҙәм бала­һы социализмға күнегеп тә бөткәйне, уны аҡрынлап, мәҫәлән, 15 – 20 йыл эсендә реформаларға мөмкин ине.
Ошо йәһәттән инглиз философы Томас Карлейлдың “реформанан башҡа, Рәсәйҙән барыһын да көтөргә мөмкин” тигән ҡанатлы һүҙҙәре иҫкә төшә. Ни өсөн? Был һорауға яуаптың бер төрлө генә булыуы мөмкин: Рәсәй­ҙең империясыл тәбиғәте ҡамасаулай... Кешеләрҙе генә түгел, халыҡтарҙы ла теге йәки был сифаты буйынса йәнлектәр, мәҫәлән, хәйләкәр ҡәүемдәрҙе – төлкө, шәфҡәтһеҙлек киңерәк таралғанын – бүре, күндәмлек көслө булғандарын ҡуян һәм башҡалар менән сағыш­тырыу урынлы. Ошо күҙлектән ҡарағанда, гөбөргәйел­дән ҡуяндай етеҙлек талап итеү – башҡа һыймаҫлыҡ хәл.
Хәҙерге йәмғиәт милли буржуазияға түгел, ә үҙ хоҡуҡ­тарынан тыш бурыстарын да яҡшы белгән хәлле граж­дан­дарға, заманса итеп әйтһәк, урта синыфҡа мох­таж­лыҡ кисерә. Эйе, ундайҙарҙың тик эшҡыуарлыҡ юлына баҫҡандар араһынан ғына сығыуы ихтимал. Ләкин эшҡыуар – бай ҙа, милли буржуазия ла түгел, ә капиталистик мөнәсәбәттәрҙең бер мөһим компоненты.
Әткәндәй, быйыл Рәсәй йәмәғәтселеге Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итергә йыйына. Олатай-атайҙарыбыҙ – ҡанлы яуҙа, өләсәй-әсәйҙәребеҙ, эт күрмәгәнде күреп, тылда ғазап кисереп, капитализм тергеҙелмәһен өсөн ҡан ҡойған да баһа! Ә беҙ ауыҙ тултырып, байҙар һәм милли буржуазия тура­һында сурытабыҙ. Әллә мин яңылышаммы, йәмәғәт?





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. Илдар
    Илдар от 23.01.2015, 15:39
    Мәхмүт ағай! Урта синыф, флюгерға оҡшаған була, ел ҡайҙан өрһә, шул яҡҡа ауыша. Власть вертикале булдырыла башлағас, ошо урта синыф, теге властан үҙенә тейешен алып туйғас,уны яҡлап сыҡманы. Тик буржуазияның ғына ныҡлы, тотороҡло интересы бар - уға ғына таянырға була.






Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй 19.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостандың ике ҡалаһында Ҡала көнө үткәрелмәй...

Тотош уҡырға 13

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла

Баш ҡалала почетлы педагогтарға премия 60 мең һумға тиклем арттырыла 19.08.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфө уҡтыусыларының август кәңәшмәһендә аҡсалата премия күләмен арттырыу тураһында тәҡдим...

Тотош уҡырға 14

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана 19.08.2025 // Йәмғиәт

Республикала хәүефле тәбиғәт күренештәре фаразлана...

Тотош уҡырға 15

Башҡортостанда 27 градус эҫе булыуы көтөлә

Башҡортостанда 27 градус эҫе булыуы көтөлә 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда, ямғыр яуыуына ҡарамаҫтан, йылы һауа торошо фаразлана, тип хәбәр итә Башгидромет...

Тотош уҡырға 19

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостандың БПЛА өлкәһендәге технологиялары Сколковола иң яҡшылары тип танылды...

Тотош уҡырға 22

«Сәләмәтлек поездары» табиптары республиканың 8 районына юллана

«Сәләмәтлек поездары» табиптары республиканың 8 районына юллана 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда «Сәләмәт республика — сәләмәт төбәк» акцияһы дауам итә....

Тотош уҡырға 20

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда балаларҙың лагерҙа ағыуланыуына бәйле хәл контролдә тотола...

Тотош уҡырға 31

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 90 йәшлек юбилейын билдәләне

Республикала Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 90 йәшлек юбилейын билдәләне 18.08.2025 // Йәмғиәт

Вәзит Рәжәпов – совет сауҙаһы отличнигы, Жуков миҙалы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән....

Тотош уҡырға 19

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған 18.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда Онегия һәм Разан тыуған...

Тотош уҡырға 21

Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне

Өфөлә тыл эшсәне 95 йәшлек юбилейын билдәләне 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Ленин районынан тыл хеҙмәтсәне Зөбәйҙә Хәкимова 95 йәшен билдәләне. Район башлығы урынбаҫары...

Тотош уҡырға 35

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай 15.08.2025 // Йәмғиәт

Мысыр авиакомпанияһы Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә рейстар башҡара башлай...

Тотош уҡырға 43

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла 15.08.2025 // Йәмғиәт

Өфөнән Шарм-әл-Шәйехкә яңы рейс асыла...

Тотош уҡырға 37