Гөбөргәйел ниңә йүгермәй?23.01.2015
(Илдар Ғәбитов, “Сит байҙар күп, ә милли буржуазия ҡайҙа?” 2014 йыл, 5 декабрь)
Әңгәмәлә киң билдәле күренештәр — социаль ғәҙелһеҙлек, эшһеҙлек, әрәмтамаҡлыҡ, түбән хеҙмәт хаҡы, әхлаҡи ҡиммәттәрҙең юҡҡа сығыуына килтергән хәлдәр — тирәләй һүҙ барыуға ҡарамаҫтан, уның “Сит байҙар күп, ә милли буржуазия ҡайҙа?” тип аталыуы фекер йөрөтөргә һәләтле кешене битараф ҡалдырмай.
Үҙебеҙҙең байҙар ҡайҙа?
Һүҙҙе “байҙар” һәм “милли буржуазия” төшөнсәләрен айырып ҡарауҙан башлайыҡ. Тәүгеһе 1917 йылғы октябрь инҡилабына саҡлы башҡорттарға ҡарата ла ҡулланылған, әммә “милли буржуазия” – юҡ. Сөнки һуңғыһы – төрлө объектив һәм субъектив сәбәптәр арҡаһында башҡорттар араһында киң таралырға өлгөрмәгән капиталистик мөнәсәбәттәр эҙемтәһе. Ул иң элек ялланған хеҙмәттән файҙаланыусы күп капиталлы, коммунистар теле менән әйткәндә, иҙеүсе социаль төркөмдө аңлатҡан. 1918 йылда ойошторолған Башҡорт хөкүмәтенең 1-се фарманындағы “беҙ аҡ та, ҡыҙыл да түгел, беҙ – башҡорттар” тигән фекер был мәсьәләгә ныҡлы асыҡлыҡ индерә.
Ғөмүмән, капитализмдың йылдам үҫеше һөҙөмтәһендә сәйәси аренаға сыҡҡан социаль ҡатлам булараҡ, буржуазия граждандар азатлығы, парламентаризм, граждандар йәмғиәте институттары нигеҙендә йәмғиәттә үҙ йоғонтоһон урынлаштыра һәм нығыта. Миллилеге империя шарттарында ныҡлы ҡыҫылған башҡорттар араһында ул үҫешә алмай, тап ошо сәбәптәр нигеҙендә бындай процесс әле лә күҙәтелмәй. Ғөмүмән, хәҙерге Рәсәйҙә лә классик мәғәнәһендә милли буржуазия юҡ, ундай ҡатлам барлыҡҡа килһен өсөн сирек быуат бик аҙ. Уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы боларыштар мөхитендә яралған миллиардерҙар – законһыҙ хасил булған күренеш, уларҙа миллилек түгел, башлыса шәхси мәнфәғәт өҫтөнлөк итә. Әгәр уларға һалым йөкләмәләре Европалағы кеүек күтәрелһә, Ватаныбыҙҙа хәйерселек был дәрәжәгә етмәҫ тә ине.
“Лента.ру” сайтында “Кому на Руси жить хорошо?” тигән баш менән Рәсәйҙең иң бай кешеләренең исемдәрен атамай ғына этник составы күрһәтелгәйне. Улар араһында, берәмләп булһа ла, ғәрәп, белорус, авар, грек, грузин, ҡаҙаҡ, ҡурд бар, әммә башҡорт күренмәй. Әлбиттә, байҙарҙың иң күбеһе – урыҫтар – 89 кеше, йәһүдтәр – 42, украиндар – 24, татарҙар – 8, әрмәндәр – 7. Хатта Рәсәй гражданы булып иҫәпләнгән тау йәһүдтәре 762 кеше генә булып, алтауһы миллиардер! Исемлеккә ингән ике үзбәктең береһенең капиталы – 24,7 миллиард доллар, икенсеһенеке — 18,6 миллиард. Бындай астрономик байлыҡҡа эйә булған башҡа этнос вәкилдәре теркәлмәгән. Хәйер... 1989 йылда Бохарала миңә урындағы үзбәктәрҙән ҡайһы бер КПСС түрәләренең миллион һумдарға эйә булыуы хаҡында ишетергә тура килгәйне. Эйе, май сүлмәге тышынан билдәле: үзбәктәр борон-борондан сауҙа итеп, байлыҡҡа мөкиббән бирелеүҙәре менән билдәле.
Ҡыпсаҡтар, шул иҫәптән башҡорттар ҙа, тимер эшен борондан уҡ белгән, әммә уны шәхси милкенә әйләндереп, байығыу өсөн файҙаланырға ынтылмаған. Был тарафтарҙа ата-бабаларыбыҙ үҙҙәре генә көн иткәндә, әлеге тәртип ғәҙел һаналып, аҙаҡ мәғдәнде урыҫ сәнәғәтселәре үҙләштерә башлағас, ғәҙелһеҙлек күренеше булып китә. Урал тауҙары мәғдәне капиталистик сәйәсәт, баҫып алыу һуғыштары өсөн уңайлы сығанаҡ булып хеҙмәт итә, һөҙөмтәлә башҡорт ерҙәренә сит ҡәүемдәр ағымы көсәйә. Эйе, буржуазия яулап алыу һуғыштары нигеҙендә лә байлығын нығытҡан. Был – айырыуса батша Рәсәйе буржуазияһына хас күренеш, сөнки урыҫ буржуазияһы элекке Алтын Урҙа феодалдарынан, артабан урыҫлашҡан Европа кешеләренән башланып, “ерҙәр йыйыу” сәйәсәте нигеҙендә байлығын арттырған. Нигеҙҙә, малсылыҡ менән иркен көн иткән, әхлаҡи яҡтан саф башҡорттар өсөн быларҙың хәжәте булмаған.
Урта синыфҡа мохтажлыҡ бар
Үрҙә аталғандар — проблеманың тарихи яғы. Уның социаль-сәйәси сағылышы ла бар. Тарихтан мәғлүм булыуынса, төркиҙәр – парламент халыҡ, улар барлыҡ донъяуи мәсьәләләрҙе лә йыйындарҙа хәл ҡылған. “Кәңәшле ил тарҡалмаҫ”, “кәңәшле эш береккән” кеүек әйтемдәр шул замандарҙан ҡалған. Ләкин парламентаризмдың ни икәнен дә белмәгән урыҫ дәүләтенә ҡушылғас, башҡорттар үҙен мәртәбәле ҡәүем иткән, берләштереп торған сифаттарҙан аҡрынлап арындырыла. Быға айырыуса һуғыштарҙа ҡатнашыу ҙур булышлыҡ итә, яуҙа йөрөп ҡайтҡандар халҡыбыҙға ят ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үҙләштереп тарата. Икенсе донъя һуғышы эҙемтәләре был йәһәттән айырыуса көслө була, унда эсергә һәм тартырға өйрәнеп ҡайтҡан һалдаттар был насар ғәҙәттәрҙең киң таралыуына булышлыҡ итә.
Ни өсөн башҡорттар араһында байҙарҙың, айырыуса милли буржуазияның юҡлығы – өйрәнеү өсөн айырым тема. Үкенескә ҡаршы, гәзит битендә фекер алышыусылар был турала бер ҙә уйланмаған. Ә атап сығылған кире күренештәрҙең уҙған быуаттың 90-сы йылдарында башланған социаль ҡоролош алмашыныу һөҙөмтәһе икәнлеге күптән мәғлүм. Насармы-яҡшымы, әҙәм балаһы социализмға күнегеп тә бөткәйне, уны аҡрынлап, мәҫәлән, 15 – 20 йыл эсендә реформаларға мөмкин ине.
Ошо йәһәттән инглиз философы Томас Карлейлдың “реформанан башҡа, Рәсәйҙән барыһын да көтөргә мөмкин” тигән ҡанатлы һүҙҙәре иҫкә төшә. Ни өсөн? Был һорауға яуаптың бер төрлө генә булыуы мөмкин: Рәсәйҙең империясыл тәбиғәте ҡамасаулай... Кешеләрҙе генә түгел, халыҡтарҙы ла теге йәки был сифаты буйынса йәнлектәр, мәҫәлән, хәйләкәр ҡәүемдәрҙе – төлкө, шәфҡәтһеҙлек киңерәк таралғанын – бүре, күндәмлек көслө булғандарын ҡуян һәм башҡалар менән сағыштырыу урынлы. Ошо күҙлектән ҡарағанда, гөбөргәйелдән ҡуяндай етеҙлек талап итеү – башҡа һыймаҫлыҡ хәл.
Хәҙерге йәмғиәт милли буржуазияға түгел, ә үҙ хоҡуҡтарынан тыш бурыстарын да яҡшы белгән хәлле граждандарға, заманса итеп әйтһәк, урта синыфҡа мохтажлыҡ кисерә. Эйе, ундайҙарҙың тик эшҡыуарлыҡ юлына баҫҡандар араһынан ғына сығыуы ихтимал. Ләкин эшҡыуар – бай ҙа, милли буржуазия ла түгел, ә капиталистик мөнәсәбәттәрҙең бер мөһим компоненты.
Әткәндәй, быйыл Рәсәй йәмәғәтселеге Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығын байрам итергә йыйына. Олатай-атайҙарыбыҙ – ҡанлы яуҙа, өләсәй-әсәйҙәребеҙ, эт күрмәгәнде күреп, тылда ғазап кисереп, капитализм тергеҙелмәһен өсөн ҡан ҡойған да баһа! Ә беҙ ауыҙ тултырып, байҙар һәм милли буржуазия тураһында сурытабыҙ. Әллә мин яңылышаммы, йәмәғәт?